+28 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
28 Август 2024, 13:20

ТӘМ

Хәҙер бар бәләләрҙә туҡһанынсы йылдарҙы ғәйепләү модала. Ниңә балалар аҙ тыуа, ә кеше күп үлә – туҡһанынсы йылдар ғәйепле, ниңә илдә күп кеше хәйерсе хәлендә йәшәй – туҡһанынсы йылдар минауат. Беҙ килешәбеҙ бының менән, әлбиттә, үткән йылдарҙа ғәйеп, бөгөн ил етәкселеге шул хәтлем көс һала илде һаҙлыҡтан сығарам тип, тик ҡәһәрле туҡһанынсы йылдар касафаты һаман үҙенекен итә, бер нисек тә әҙәм рәүешле йәшәп китә алмайбыҙ. Ныҡ үҙәккә үтте инде Ельцин бабай замандары, ҡартайып бөтөп барабыҙ, ә уның арҡаһында һаман кеше тормошон күргән юҡ.

ТӘМТӘМ
ТӘМ

Ул йылдарҙа эскелек ныҡ таралды, бала-сағаһына тиклем клубҡа эсмәй сыҡманы, тиерлек, мәктәптең үҙ ҡайғыһы баштан ашҡан, ата-әсә ҡайҙан ашарға табырға белмәй аҙаплана – балалар гласность, демократия елдәренә иркәләнеп, бер үҙҙәре торҙо ла ҡалды, ахры. Клуб – йәштәрҙең, балаларҙың иң күп үткәргән урыны, таң атҡансы ошонда улар, әлбиттә, араҡыһыҙ никак, бәләкәйерәктәре дискотекала бейергә лә ояла, ә бер нисә рюмканан һуң, такт, ритм тигәндең нимә икәнен дә белмәгән килбәтһеҙ кеше лә Митхун Чакраборттиҙан да уҙҙырып чикламать итә ала. Ололар һымаҡ күп эсеп булмай, улар ғына күнәкләп йомдорорға һәләтле, ә беҙҙең кеүек бәләкәстәргә биш кешегә бер ярты самый раз. Әлбиттә, артығын ебәреп тә ҡоҫоп ятҡан мәлдәр булды (үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр иҫергән бер малай үләм, тип уйлап барыһы менән дә хушлашып-бәхилләшеп бөттө). Ҡыҫҡаһы, ауылдағы бала-сағаның күбеһе яйлап ҡына эскесегә әүерелде. Модала бал эсеү ине, балды ауылдағы һәр кем әсетте ахры, самогон тигәненә аҙағыраҡ барып еттек. Бәғзеләр балын мунсала ҡуя, йылы бит унда, өйгә ҡуяһаң һаҫығы ла тарала, ә былай куфайка-фәлән менән ҡаплайһың да әҙер булғансы фләктә ғызырлап ултыра бирә. Бер заман мунса талауҙар башланды, шулай ҙа оят бар, балды бер юлы вис алып сығып китмәйһең, күнәккә сүмес менән ҡойоп ҡына кәрәгенсә алаһың. Фләге менән бергә ололар ғына урланы, иртәгеһенә мунса хужаһы, егеттәр, фләген булһа ла ҡайтарығыҙ инде тип һоранып йөрөр ине.
Эсергә бал булһа шәп тә, бер ваҡыт уныһына ла ҡытлыҡ килде –шәкәр юҡ. Эсмәй тора алмаған халыҡ башын шәберәк эшләтә башланы, кемеһе кәнфиттән бал әсетергә булды (кәнфите лә бит әле күп түгел), икенселәре шәкәр сөгөлдөрөн эшкә екте. Был осраҡта күбеһен ферма ҡотҡарҙы. Патока алып ҡайталар бит, Ермолаевканан (район үҙәге) уны алып ҡайтып бушатып та өлгөрмәйҙәр, патока, фләктәргә тултырылып, йорттарға ҡайтып та ултыра. Меҫкен һыйырҙарҙың, ауыҙынан өҙөп, шулай самогон өсөн ташып бөтәләр. Патока самогоны хутҡа китте, малай, уны эскәнеңде ауылдың бер осонан килгәндә урамдың икенсе башында торған кеше лә һиҙә ине – ныҡ һаҫыҡ был ҡәһәрең. Улай ғына түгел, самогон еҫенән кемдекен һатып алғаныңды ла белергә була, ә һин Төгән әбейҙекен алғанһың, ә һин Фәлән абзыйҙыҡын. Ярар, беҙҙең кеүек простой кешеләргә бата барыһы ла, үбешергә ҡыҙҙар почти юҡ, ҡалаға ҡасып бөтөп баралар, ә кәйеф асырға патока самогоны как раз шәп. Ҡала тигәндән. Унда барып ҡайтып йөрөгән егеттәр спирт алып ҡайта ҡай саҡ. Рояль тигән матур исемле спирт ул. Шешәлә украт бер литр. Һыу менән бутаһаң бар ауылды аяҡтан йығырға етә. Эсемлектең төрлөһөн эсһәк тә, беҙ үҙебеҙҙе алкаш тип һанаманыҡ, ҡайҙан алкаш булайыҡ, ана күршелә генә йәшәгән абзый ысын алкаш. Өйөндә нимә бар барыһын да урлап ташып һатып эсеп бөттө. Әсәһе ул һатҡан әйберҙәрҙе аҙаҡ аҡсаһын түләп тә йыйып ала алмай ҡаңғыра. Бәғзе абзыйҙар нитхинол, тағы ла әллә нәмәләр эсә ҡайһы берҙә. Танауының тишектәрен бармаҡтары менән ҡыҫа, башын артҡа ташлай ҙа теге шыйыҡсаны, машина багына бензин һалғандағы воронкаға ҡойған ише, ауыҙына бушата, тәне биҙгәк тотҡандағы кеүек ҡалтырап китә, бер аҙ эсемлегенең тәнгә һеңгәнен көтөп тора, кире сығып ҡына ҡуймаһын, ату иҫермәй.
Шулай, туҡһанынсы йылдар беҙҙе эсергә өйрәтте. Хәҙер артҡа боролоп ҡарайһың да, теге нитхинол эскән ағай кеүек ҡалтырана башлайһың – нисек тере ҡалғанбыҙ? Хәйер, байтаҡ егеттәр китте инде теге яҡҡа, кемеһе ысын эскесе булып бауыр ауырынанмы, башҡаһынанмы үлде, кемеһе туңды, тапалды, туҡмалды, сәнселде, аҫылынды...
Әлбиттә, йәшлек хәтирәләре гел ҡара төҫтә түгел, үткәндәр ниндәй булһа ла һағындыра, яҡшы саҡтары күп булды – йәшлек - йәшлек инде. Шулай ҙа, ҡай саҡ, үткәндәрҙе уйлағанда, ауыҙҙа әллә ниндәй тәм барлыҡҡа килә, хәс тә патока самогоны тәме.
...Ирендәрҙә татлы тәмдәр генә тойоп йәшәргә яҙһын ине. 

 

Сығанаҡ: https://youshatir.ru/news/y-sh-yesh/2023-08-05/t-m-3373965

Автор:
Читайте нас