+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Сентябрь , 13:00

Булмағандыр көсө һөйөүҙең

«Үлем тормоштағы иң ҙур юғалтыу түгел, иң ҙур юғалтыу – тере кешенең күңеле «үлеүе».Т. Шакур.– Жених и невеста, жених и невеста!Эй оҡшай ине беренсе класҡа яңы  аяҡ баҫҡан  Мәҙинәгә тиҫтерҙәренең ошолайтып кәзекләүе. Күңеленә  рәхәт, кәйефе күтә­релеп китә.  Сөнки бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Илһамды тәү ҡараштан оҡ­шатты ла,  уны уйлап ҡына йөрөр булды.  Бергә уҡығас, бер парта артында ултырғас,  мәктәпкә барғыһы ғына килеп торҙо.  Кем уйлаған шул һөйөүенең ғүмере оҙон, яҡты,  ялҡынлы һәм фажиғәле булырын.

Булмағандыр көсө һөйөүҙең
Булмағандыр көсө һөйөүҙең

Тәүге мөхәббәт...  Сибәр ине шул Илһам: сөм-ҡара сәсе, серле күҙҙәре, елп-елп итеп кенә торған керпектәре,  килешле кейенеүе менән ҡыҙ баланың күңелен арбаны ла ҡуйҙы.
...Мәҙинә йылмайып ҡуйҙы. Эх,  шул саҡҡа әйләнеп ҡайтһаң ине!  Утыҙ йыл элек булған ваҡиғаларҙы әленән-әле күҙ алдынан үткәрергә,  хыял диңгеҙендә йөҙөргә ярата. Ҡарашы  өй түбәһендә булһа ла, бөтә уйы һөйгәне тураһында булғас, күптән еүеш сепрәк  теймәгән,  буялмағанлыҡтан төҫ­һөҙләнгән таҡталарҙы ла,  хатта үрмәксе ауын да күрмәй ул.
Бөгөнгөләй күҙ алдында тәүге тапҡыр мәктәпкә барғаны. Мәҙинә уҡыу баш­лан­ғанын тулҡынланып  көткәйне.  Магазинда әсәһе менән атаһы һайлаған күлдәкте,  альяпҡысты кейеп, көҙгө алдына баҫҡайны,  үҙен таныманы – ҡурсаҡтай матур ҡыҙ ҡарай ине уға. Өйгә ҡайтҡас, аяғына ап-аҡ ойоҡбашын, ялтырап торған ҡыҙыл сан­далиҙарын да  кейеп йөрөп ҡараны. Үәт, әй!  Бөтәһе лә һоҡланыр инде үҙенә. Урам буйында бит үткән-һүткәне уны ялбыр сәсле, кеше биргән иҫке-моҫҡо кейемдә, бит-ҡулын йыуһа, йыуып, йыумаһа йыумай  йөрөгән ҡыҙсыҡ итеп белә. Хәҙер улай булмаҫ, “Сәғиттең ен ҡыҙы” тип тә  әйт­мәҫ­тәр.  Таҫмаларын тотоп ултырғысҡа менеп ултырған ҡыҙ шулай өлкәндәрсә фекер йөрөттө. Мәктәптә уҡығас, әрпеш йөрөп булмаҫ инде.
Ҡуйы бөҙрә сәстәренә таҫмаларҙы бәйләй алмай бер булды әсәһе.  Көн дә тарап, үреп торһа, килештерер ҙә ине, юҡ шул. Саҡ тағып ҡуя алды. Мәҙинәнең иһә ике күҙе портфелендә.  Уның эсендә нимә генә юҡ: атаһы ослап һалған төрлө төҫтәге буяу ҡәләмдәре, ручка, пенал, ялтырап торған тыш кейҙерелгән дәфтәрҙәре.
Әҙерләнеп бөтөп сығырға ғына торғанда  күрше Хәмдиә инәй килеп инде.
– Мәҙинә ҡыҙым мәктәпкә сәскәһеҙ бар­маҫ инде, мә, уҡытыусыңа бүләк итерһең, йәме, – тип баҡсаһынан өҙгән гөлләмәне тотторҙо.
– Шә-ә-ә-әп!  Шартына килтерҙек былай булғас! Әлдә күршеләр бар әле, – тип рәхмәтен белдерҙе Зөлфиә. Балаһы өсөн ҡыуанғаны йөҙөнә сыҡҡайны.
Уҡыясаҡ ере алыҫ ҡына. Мәҙинәнең шат­лығы эсенә һыймай, тирә-яғына ҡарарға, сандалиҙарына ла күҙ һирпеп алырға өлгөрә. Әсәһе өсөн дә оялмай,  ғәрләнмәй, ғорур атлап бара уның янында, сөнки бөгөн ул айныҡ, араҡы  еҫе лә борҡоп тормай үҙенән,  кейеме таҙа, сәсен дә яулыҡ аҫтына йәшергән. Бөтәһе лә күрһен! Кем белә, ҡыҙы уҡығас, бәлки, эсмәҫ тә әле.
Мәктәп алдында кеше күп, бөтәһе лә матур. Мәҙинә белгәндәрҙән Сәлимә, Гөлнәзирә, Нәркәс, Булат һәм Рәил бар. Улар һәм тағы бер нисә ят малай, ҡыҙ бер класта уҡыясаҡ.  Бына шул ваҡытта, тиҫтерҙәренә ҡарап, класташтарын барлап торғанда,  уларҙың ҡараштары осрашты ла инде. Ҡара-һоро күҙҙәрҙе ул бер ҡасан да  онотмай.  Йәһәтерәк ят малайҙың эргәһенә барып баҫҡыһы, ҡулынан етәкләп алғыһы килде Мәҙинәнең.  Ҡыйыулығы үҙенекен итте әй! Күҙ асып йомған арала ул ихлас йылмайып, Илһам менән йәнәш тора ине инде. Ошо  көндән алып яҙмыш уларҙы гел йәнәш йөрөттө. Мәктәп йылдары ла  үтеп китте,  икеһенең бер уҡыу йортонда һөнәр аласаҡбыҙ тигән хыялы ла тормошҡа ашты: Мәҙинә – ашнаҡсыға, Илһам ташсыға уҡыны.
...Ҡатын тәҙрәгә күҙ һалды. Ҡояш күптән ҡалҡҡан, торорға, йыуынырға кәрәк. Эш­ләйем тиһәң, эше ҡырылып ята, тик тотоп ҡына башлай алмай шул. Эсһәң, ҡайғы-һыҙланыуҙар онотола, тик бына айнығас, әрнеү-һағыш тағы ла көсәйә. Әсәһенең хәмерҙе үҙ итеүен аңларға тырышып ҡарай ҙа, тик төшөнә алмай. Атаһы менән бергәләшеп шешә алалар ҙа,  уны өҫтәлдең уртаһына ултыртып ҡуялар, бушап өлгөрмәй, унан тағы, тағы... Балалар ҙа, донъя ла кәрәкмәй. Тауышланып китерҙәр ине,  атай­ҙың йоҙроғо йыш уйнағас, әсәйҙең күҙ төбөнән күк китмәне.
Ниңә эсте әсәһе? Был һорауға яуап таба алмай Мәҙинә. Ә үҙе? Илһамы иҫән булһа, ярты эҙләп, баш төҙәтәм тип йөрөр инеме? Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тип  юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде. Уның йөрәге тағы дарҫлап тибә башланы. Ошо мәҡәл иҫенә төшһә, хәле бөтә, тыны ҡыҫыла. Мәрхүмә ҡәйнәһе йыш ҡабатлап йәненә тейә торғайны. Асыулы уҫал ҡарашы һаман да күҙ алдында, хатта йөрәген өтөп ала. Мәҙинәне бәләкәй сағынан уҡ үҙһенмәне, яратманы, өйөнә килтертмәне ул. Тора-бара күрә алмауы көсәйҙе генә. Эскесе ғаилә менән кемдең туғанлашҡыһы, ҡоҙалашҡыһы кил­һен инде?! Шулай булһа ла, буй еткән Илһам һөйгәнен алып ҡайтты, ата-әсәһенең һүҙенә ҡараманы. Әлбиттә, туй тураһында һүҙ ҙә булманы. Ҡәйнәһе Наилә әрләргә, ҡаты бәрелергә, хатта ҡарғарға ла оялманы.  Ярай алманы уға ҡатын,  иренең тыуған йорто ситлеккә әйләнде.  Сығып ҡына китерҙәр ине, эш тә, йәшәргә урын да юҡ. Берҙән-бер ҡотолоу юлы – Илһамы эш табып урын­лашҡансы, Мәҙинә әсәһендә йәшәп торһа ғына. Атаһы гүр эйәһе булғандан алып, йылдан ашыу яңғыҙы йәшәй ул. Берҙән-бер ағаһының ҡайтып күренгәне лә юҡ, ҡай­ҙалыр ситтә йөрөй, әллә тере, әллә юҡ, хәбәре килгәнен хәтерләмәй.
Илһамының йортон, әсә-атаһын ташлап сығып китеүен күтәрә алманы ҡәйнәһе – ауырыуға һабышты.  Кинйә улдарына ҙур өмөт бағлай инеләр шул. Ә ул... Кемгә алмаштырҙы бит әле барыһын, ауыл эске­сеһенең ҡыҙына! Үпкә-рәнйештәрен күтәрә алмай  сиргә һабышты, түшәккә ауҙы ҡәйнә кеше. Улын да, киленен дә ғәфү итә алырлыҡ көс тапмай, ауыр йөк менән яҡты донъянан китеп барҙы. Уның вафатынан ҡырҡ көн дә үтмәне, ҡайныһының ғүмере лә фажиғәле өҙөлөп ҡуйҙы.
Ә  йәштәр киләсәк тормошон бәхетле итеп күҙалланы. Башҡаса мөмкин дә түгел, мөхәббәт бар кәртәне, ауырлыҡты еңергә ярҙам итәсәк тип ышандылар, өмөт­лән­деләр. Бер-береһенә һөйөүе көслө бит! Оҙаҡламай бәпәйҙәре булырға тора. Тик түҙергә кәрәк! Илһамы Себер тарафында уңышлы ғына эш башланы, ай һайын әҙләп булһа ла аҡса ебәрә. Бер-береһе менән айырылып өйрәнмәгәс,  һағыныуһыҙ, һағышһыҙ булманы, әлбиттә. Их, хәҙерге һымаҡ кеҫә телефоны булһа ул ваҡытта! Бергә булмағас, ваҡыт та туҡталып торғандай, көнө лә, төнө лә яй үтә. Әсәһенең насар ғәҙәтенән ары­нырға теләмәүе эсен бошорҙо. Поч­тальондың эргәләренән үтеүен түҙемһеҙлек менән көттө, сөнки Илһамы һирәк-һаяҡ ҡош телендәй хәбәр ебәреп торҙо, Мәҙинә лә яҙҙы. Тиҙҙән, бик тиҙҙән бергә буласаҡбыҙ тигән өмөт кенә күңелен йылыта, йыуата ине. Бушанырға ла күп ваҡыт ҡалманы, бәпесе эстә әле тегеләй,  әле былай әйләнеп бер була! Тыуасаҡ бәләкәсен бик ярата Мәҙинә. Шулай булмай, мөхәббәт емеше бит ул! Оҙаҡламай яҡты донъяға ауаз һаласаҡ.
...Үҙе лә һиҙмәҫтән эсен һыйпап ҡуйҙы ҡатын. Тормош – һынау тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ҡайҙа йығылырымды  белһәм һалам түшәр инем, тиҙәрме әле? Бер нисә көндән бөтә хыялының, өмөтөнөң селпәрәмә килерен белмәй ҙә, тойомламай ҙа ине әле ул. Эс бошоуын ул әлеге лә баяғы әсәһенең эскеһенә бәйләне.
– Мәҙинә, Мәҙинә! Ас! Сыҡ! – Тәҙрәне  яра  яҙып шаҡыған почтальондың былай уҡ ҡысҡырғанын ишеткәне юҡ ине. Хәле бөттө, аяҡтарына ауыр таш тағылғанмы ни, тыңламай бер булдылар. «Әсәйем», – тип шыбырланы ул. Ул арала ҡулына хат тотоп Рәйсә апай килеп тә инде, гәзит-журналдары менән тулы сумкаһы ҡайҙа булғандыр инде?
– Эй балаҡай, нисек кенә күтәрерһең инде был ҡайғыны? Тыуып өлгөрмәгән балаң етем буламы ни, атайһыҙ үҫәме ни? – тип илап ебәрҙе.
– Ни булды, Рәйсә апай?
– Бына бит, бына. Хәбәр ебәргәндәр... – Ул ҡулындағы хатын Мәҙинәгә һуҙҙы.  – Нишләрһең инде, балаҡай?! Уй Аллам..
Телеграммалағы ҡот осҡос хәбәрҙе ҡат-ҡат уҡыһа ла, ҡатындың күңеле ҡабул итмәне, ышанманы. Бер ағарҙы, бер ҡы­ҙарҙы, ултырҙы, тағы торҙо, үҙен ҡайҙа ҡуйырға, ни эшләргә белмәне.
– Илһамымды үлгән, тип яҙғандар бит. Юҡ, юҡ. Тиҙҙән ҡайтам, тине бит ул. Беҙҙе алып китәм, тине.
– Уй, балаҡай...
Ҡалғаны төштәге кеүек булды: дауахана, бәпесе ваҡытынан алда тыуҙы,  үҙенең дә хәле бик шәптән булмағас,  һөйгәнен һуңғы юлға ла  оҙата алманы Мәҙинә. Ҡасан алып ҡайтҡандарын, ерләгәндәрен әйтмәнеләр ҙә. Уны кем эҙләп йөрөһөн инде? Балаһы менән айҙан артыҡ ятҡас, ҡаршы алырға килеүсе лә булманы. Ярай, ҡыш түгел ине, палаталағы ҡатын-ҡыҙҙар биргән йүр­гәктәргә бәпесен төрөп, ауылына автобус менән ҡайтып төштө.
Күп илауҙан, ҡайғырыуҙан бөтөрөнөп китте Мәҙинә. Һөтө  тәүҙә етмәне,  аҙаҡ инде бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Илһамы ебәргән аҡсаны йыйып тота ине, оҙаҡламай уныһы ла бөттө. Ярай әле, һыйыр тотҡан күршеләре  бар, баланы асыҡтырманылар. Йәш әсә өндәшмәҫ булды, үҙенә йомолдо, йәшәгеһе килмәне. Төрлөсә уйланды ул, уйҙарының иге-сиге булманы. Бәләкәсе лә әсә йөрә­генең һағышын баҫа алманы.
– Ҡыҙым, бигерәк бөтөп киттең әле. Әйҙә, сәй ҡайнаттым, һөтләп сәй эсеп алайыҡ. Гөлнур инәйеңә өй йыуышҡайным, сумка тултырып ашарға биреп ҡайтарҙы. Әйҙә, әйҙә, – әсәһе лә йәлләгәс, ысынлап та, Мәҙинәгә ҡарарлыҡ булмағандыр инде. Өҫтәл артында ла бер нөктәгә ҡарап ултыра бирҙе.
– Ҡыҙым, әллә берәй рүмкә эсеп ҡа­райһыңмы? Гөлнур инәйең әҙерәк аҡса ла биргәйне, ҡайтышлай магазинға ингәйнем. Йоҡлағаның юҡ бит, балам, бәлки, серем итеп алырһың. Бәпескә һөт бар, бутҡаны бешерермен, – шулай һөйләнә-һөйләнә әсәһе ҡыҙы алдына араҡы ҡуйҙы. Йотомлап-йотомлап эсте ул тәмһеҙ хәмерҙе, артынса әҙерәк ҡапҡылап та ҡуйҙы. Ысынлап та, таң атҡансы йоҡланы ул, саҡ ҡына онотола алыуына ҡыуанып та алды. Көнө лә баш­ҡаларынан айырылды, иҙәндәр йыуылды, саң һөртөлдө, баланы тышҡа алып сыҡты. Киске сәйҙе көткәндә тағы һалып эсте, әтеү йоҡлап булмаҫ, тип уйланы. Һәр көн шулай ҡабатланды, һағышын, ҡайғыһын Мәҙинә шайтан һыуы менән баҫты.
Ә бер көн... Ул берәү эргәһенә тағы берҙе, йәнә икене ҡушты. Әсәһенең тыйыуына ярһый башланы, үҙенең иң бәхетһеҙ икәнен иҫенә төшөрҙө.
Иртән уянғанда, балаһының иламауына ғәжәпләнде. Һикереп тороп ултырҙы, бәпесе урынында юҡ ине. Бер нәмә белмәй йоҡлап ятҡан әсәһен һелкетергә кереште, уныһы арлы-бирле битен-башын һыпырҙы ла тышҡа сығып йүгерҙе. Ниндәй генә уйҙар үтмәне башынан! Ҡайҙа барып ҡайҙан эҙләһен инде улын?! Тәҙрәнән урамда  бәпесен күтәреп килгән әсәһен күргәс, саҡ илап ебәрә алды ҡатын.
– Хәмдиә инәһендә йоҡлаған бит бәләкәс. Кисә кис һөт индергәндә Илгизебеҙ илаған, беҙ йоҡлағанбыҙ, ишетмәгәнбеҙ ивет әй, – тип әсәһе ейәненә иркәләп өндәште, уның менән һөйләште.
– Мә, мин күршеләргә инеп сығайым әле, – тип бәпесте ҡыҙына тотторҙо ла сығып та китте.
– Ҡурҡыттың бит, йөрәккәйем, ҡурҡыт­тың, ашаттылармы һине? Әйҙә, һөт эсеп алайыҡ.
Мәҙинә балаһын ҡыҫып-ҡыҫып яратты, ҡараны, әммә иҫергәнсе эскәненә үкенгәнен генә иҫләмәй.
Уның иң ҡурҡҡаны – төн. Йоҡлай алмай, ауыр уйҙарынан арына алмай ҡайғырып,  Илһамын һағынып илап ятҡаны иҫенә төшә башлаһа, сәсе үрә тора. Ятыр алдынан бер нисә грамм араҡы уның өсөн дарыу ҙа, күңел йыуанысы ла, Илһамына ҡарата үпкәһен белдереү ҙә ул. Ташлап китте бит, шуға үпкәләй ул иренә.
Хәҙер инде иртән улы урынында булмаһа ла, Мәҙинә ҡурҡмай, ҡайғырмай, сөнки уны Хәмдиә инәһе алып ҡайтҡанын белә, уныһы көн дә инә бит. Ипләп өндәшә, аҡыллы кәңәштәрен дә бирә, тик ҡолаҡ һалыусы ғына юҡ.
...Мәҙинә уйҙарына бирелеп ята. Әсәһен дә ерләне ул, улы ла үҫте. Хәмдиә инәйгә рәхмәт инде, һаман да, улым, тип өҙөлөп тора. Ҡалаға уҡырға китте лә һирәк ҡайта уныһы, эшләй башланы, үҙен үҙе ҡарай ала. Тормош ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: нишләп бер-береһен өҙөлөп һөйгән ике йәндең яҙмышын аяныслы итергә? Мәҙинәнең ниндәй ғәйебе  бар, нишләп ул янырға тейеш икән ғазап утында? Булмағандыр, ахыры, көсө һө­йөүҙең... Булһа, ташлап китмәҫ ине уны һөйгәне, үҙен һаҡлар, ҡурсалар ине. Мөхәббәт һәм киләсәк хаҡына...
Күңеленә тыныслыҡ таба алманы ҡатын. Бар  уйы әлеге лә баяғы шул шешәгә барып бәйләнде. Бер нисә көндән үҙенең дә күҙҙәрен мәңгелеккә йомоп, һөйгәне янына юлланырын  белмәй ине әле ул.

Фәниә БИКМӨХӘМӘТОВА.

Фото: stihi.ru

Автор:
Читайте нас: