+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Сентябрь , 18:00

Әскә

- Әсәй! Һөйөнсө! Әскә ҡайтып килә! Урамда уйнап йөрөгән ҡустымдың шатлығы йөрәгенә һыймай, ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп ҡайтып керҙе.- Әскә үлмәгән! Ана, баҡыра-баҡыра ҡайтып килә! -тип бер тында, сәсәйсәсәй үҙенең ҡыуаныслы хәбәрен һөйләп ташланы. Йәмил өҫтәлдән бер телем икмәк алып сығып кәзәгә ҡаптырҙы.

Әскә
Әскә

Беҙ ҙә Әскәне күрергә, тип урамға сығып баҫтыҡ. Әсәйем бынан бер-ике көн элек, кәзәнән аҡыллы мал юҡ ул, тере булһа был тимгә ҡайтыр ине, этме, бүреме тотоп ашаны ахыры Әскәне, тигән ине. Әле лыс һыу булып ҡайтҡан кәзәне күргәс, был һыу аша сыҡҡан, урманда бәрәнләп, бәрәстәрен ағыҙып ҡайтҡанға оҡшай, шуға туҡтауһыҙ баҡыралыр, тине.

Әскә беҙгә ниҙер аңлатырға теләгәндәй бер урында тапанып торған көйө баҡырҙы-баҡырҙы ла киренән урманға китергә булды шикелле, ҡапҡанан сығыу менән әле генә ҡайтҡан юлынан ауыл осона ыңғайланы. Әсәйем, беҙгә ҡарап: "Барығыҙ әле, кәзә артынан урманға барып ҡайтығыҙ! Бәрәстәрен ҡалдырып киткән, шикелле. Тапһағыҙ, алып ҡайтырһығыҙ", - тип беҙҙе кәзәгә эйәртеп сығарып ебәрҙе. Кәзәбеҙ ни беҙҙең менән һөйләшеп барғандай итеп үҙенсә мыҡырҙай-мыҡырҙай атлай, артта ҡалмағыҙ, минең арттан ғына атлағыҙ, тигәндәй һаман бер көйгә генә баҡырып килә.

Бына ауылды үтеп Инйәргә лә килеп еттек. Ике-өс көн элек ҡойоп ямғыр яуған ине, шуға күрә Кесе Инйәр ныҡ ташҡан. Әскәбеҙ яр ситенә еткәс, һеҙҙән рәт сығырмы икән, тигәндәй беҙгә ҡарап инәлгән тауыш сығарып баҡырып алды ла һыуға төшөп китте. Мин дә ҡустым менән һеңлемдең аяҡ кейемдәрен, үҙемдең дә галуштарҙы, нәскиҙәрҙе сисеп итәгемә һалып, итәкте күтәреп тешем менән тешләп бер ҡулым менән һеңлемде, икенсеһе менән ҡустымды етәкләп йылғаны кисеп сығырға булдыҡ. Кәзә һыуҙың һайыраҡ ерен үҙе белә ине, ахыры. Беҙ өсәүләп Әскә артынан аға-аға тигәндәй Инйәрҙе кисеп, теге яҡ ярға сығып еттек. Аяҡ кейемдәрен кейгәнсе кәзәбеҙ беҙҙе ашыҡтырғандай мыҡырҙай-мыҡырҙай көтөп торҙо. Кейенеп бөткәс, тағы кәзә артынан эйәрҙек.

Хәҙер барып етәбеҙ, бер үк минән ҡалмағыҙ, тигән кеүек Әскә беҙгә юл күрһәтеп бара. Йәйге урман шул тиклем матур! Сут-сут килеп ҡоштар һайрай, сәхнәләрҙәге оркестрҙарың ары торһон! Тирә-яҡта күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләрҙән хуш еҫ бөркөлә... Еләккә йөрөһәк тә, үҙебеҙҙең өй күренеп торған Кинйәбай тауы менән Ослотауҙан алыҫҡараҡ киткәнебеҙ юҡ ине. Әле кәзәбеҙгә эйәреп, кәзә һуҡмағынан әллә ҡайҙарға китеп барабыҙ. Бына бер заман бейек булып үҫкән, йырып сыҡҡыһыҙ ҡаҙаяҡтар үҫкән шомлораҡ ергә килеп еттек. Үҙебеҙ бәләкәй булғанғамы, бейек булып үҫкән абағалар ҙа беҙгә урман шырлығындай күренә ине. Беҙҙең күңелдәргә арлы-бирле шом йүгергәнсе, Әскә башын борғолап еҫкәнгәндәй итеп тирә - яҡҡа күҙ һалып алды ла икенсерәк, күңеллерәк тауыш сығарып, баҡырып ебәрҙе. Шул саҡ өс яҡтан Әскәнең үҙе кеүек аҡ ҡына өс бәрәс килеп сыҡмаһынмы! Шул саҡта беҙҙең нисек шатланғанды күрһәгеҙ! Һеҙ ҙә беҙҙең менән бергә ҡыуаныр инегеҙ, моғайын. Өсөбөҙгә өс бәрәс бит, шатланырлыҡ та шул! Һәр беребеҙ берәр бәрәс күтәреп,кәзә артынан ҡайтыр яҡҡа ыңғайланыҡ. Бәрәстәрен килеп тапҡас, кәзәбеҙҙең дә күңеле баҫылды буғай, бер көйгәгенә тек-тек баҫып тыныс ҡына атлауын белә. Бына атлай торғас, Инйәргә лә килеп еттек. Бая былай сыҡҡанда ҡулда бәрәстәр юҡ ине. Хәҙер нисек тә йылға аша сығыр кәрәк тә. Теге кәзә, бүре, кәбеҫтәләре менән үҙенәнбашҡа кәмәһенә бер генә нәмә ултырта алған бабай хәлендәмен. Бер аҙ уйға ҡалып аптырап тора бирҙем. Һыуҙа бер аҙ һайыҡҡан һымаҡ. Ҡул буш булмағас, аяҡ кейемдәрен сисмәһәк тә була. Әскәбеҙ тәүәккәлләп юл башланы. Әйҙәгеҙ, бәрәстәрегеҙҙе ағыҙып ҡуймағыҙ, кәзәнең артынан ҡалмай ғына атлағыҙ, тинем дә Хоҙайға тапшырып, кисеүҙән шаптырлатып теҙелешеп һыу аша сыҡтыҡ та киттек. Был юлы, әллә ҡулда бәрәстәр булғанғамы, ҡурҡып та торманыҡ, шикелле. Анау хәтлем шатлыҡтан һуң ҡурҡып тормайһың инде ул. "Һә"тигәнсе, теге ярға сығып та еттек. Бәрәстәрҙе ергә төшөрөп әҙерәк атлатып та алдыҡ. Әсәләренә эйәрә алһалар ҙа ниңәлер матурҡайҙарҙы ҡулдан төшөргө килмәй ине. Өсөбөҙ өс бәрәс күтәреп шатланып ҡайтып кергәс, әсәйем дә һөйөндө. Минең эшкингәндәрем, тип маҡтап арҡабыҙҙан һөйөп яратып та алғас, түбәләр күккә тейә яҙҙы. Әсәйем кәзәнән аҡыллы мал юҡ тиһә лә, әле һаман уйлап-уйлап баш етмәй: Әскә өс бәрәсен өс ергә йәшереп киткән, бәрәстәр үҙ аяҡтарында атлай беләләр ине. Улар нисек берергә йыйылышып ятмағандар икән? Беҙҙең үҙебеҙгә бына бөтәбеҙ бергә булғанда күңеллерәк.

Рәфиға ҒӘЛИУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: