-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Сентябрь , 16:00

“Самолеттар яллап осҡаным да булды”

Шундай актерҙар була: үҙе сәхнәгә сығып та өлгөрмәй, тауышын ғына ишетеп ҡалһа ла, тамашасы уға үҙ мөнәсәбәтен белдерә, дәррәү ҡул саба, ҡысҡыра, һыҙғыра башлай. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Хәбир улы Заһитовты халыҡ һәр саҡ шулай ҙурлап, алҡышлап ҡабул итә. Бындай оҫталыҡҡа өлгәшеү өсөн ниндәйерәк булыу талап ителә икән? Әңгәмәлә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән күренекле талант эйәһе менән актер оҫталығы нескәлектәре хаҡында һөйләшмәксебеҙ.

“Самолеттар яллап осҡаным да булды”
“Самолеттар яллап осҡаным да булды”

– Рәүис ағай, һеҙгә етмеш йәш бирерлек тә түгел бит. Күҙ теймәһен, йүгереп йөрөйһөгөҙ...
– Э-й-й, эшең шул булғас, йүгермәй ҡайҙа бараһың инде... Ысынлап та, етмеш йәштә лә малайҙар һымаҡ ырғып йөрөп уйнап буламы ни, тип аптырайҙар шул. Былай үҙемде етмештәге һымаҡ хис итмәйем әле, Аллаға шөкөр.
– Етмештә лә егеттәрсә булып ҡалыуығыҙҙың сере ниҙә?
– Сере тип ни... Әллә инде... Булмыш шулайҙыр, күрәһең.
– Бала саҡта ниндәйерәк малай була торғайнығыҙ?
– Бик шуҡ, телгә бөткән бер малай инем инде. Әртис булам тип хыялланғас, юрый, тундарҙың тиҫкәре яҡтарын кейеп, ауылда кеше ҡурҡытып, сиған булып ҡыланып йөрөгән саҡтар хәтерҙә. Ишле ғаиләлә үҫтек. Туғыҙ бала булыр инек, икәүебеҙ үлеп ҡалған. Етәүебеҙ буй еткерҙек. Хәҙер өсәү генә ҡалдыҡ инде. Атайым 67 йәшендә генә китеп барҙы. Аллаға шөкөр, әсәйем әле лә иҫән. 95 йәштә инде хәҙер. Атайым бик абруйлы кеше булды. Һуғыш ветераны ине. Гвардия старшинаһы. Ике орден кавалеры. Ул әсәйемдән 18 йәшкә оло булды. Атайым – Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәммәт, әсәйем Салауат районының Лағыр ауылынан. Һуғыштан һуң атайҙы, заманына күрә һөнәрле, абруйлы кеше булараҡ, колхоз рәйесе итеп ҡуйғандар. Мал табибы ине ул. Хәлле булғанғалыр инде, аптырап тормаған, әсәйҙе үҙенә икенсе ҡатынлыҡҡа әйттергән. Ауыр заман бит инде. Ҡартнәй ҡыҙын, йәғни әсәйҙе, хәлле кеше бит, балам, тип, көсләп, илата-илата тигәндәй, атайға кейәүгә биргән...
– Ауылда үҫкән малайҙың театр, ғөмүмән, сәнғәт донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуына нимә булышлыҡ итте икән?
– Атайым халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарҙы. Йырсы маһирлығы унан күскән. Мин үҫкән осорҙа ауыл халҡы көн дә тиерлек бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштө. Атай менән әсәй кискеһен ҡунаҡҡа китһә, ғаиләлә икенсе бала булараҡ, үҙемдән ҡала ыбыр-сыбыр туғандарымды, кемеһендер сәңгелдәктә бәүелтеп, кемеһендер урындыҡҡа һалып, көйләй-көйләй йоҡлата торғайным. Элек бәләкәй генә ҡатырға радиолар булды. Шунда ҡолаҡты ҡуйып, Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсиндарҙы тыңлай инек. Малай саҡта Фәриҙә Ҡудашеваға, мин дә үҫкәс һеҙҙең һымаҡ әртис булам, тип хат яҙырға хыялланыуым хәтерҙә. Иҫке Мөхәммәттә клуб булмай торғайны. Шуға концерт-фәлән ҡарарға тип әсәйемдең тыуған ауылына йөрөнөк. Концерт килһә, Әй йылғаһын аша кисеп, беҙҙең ауыл халҡы Лағырға бара торғайны. Унда беҙ үҫкәндә лә күпер һалманылар, әле лә юҡ. Ташҡын булһынмы, боҙ киткән саҡмы – ҡарап тормай, ауыл халҡы бергәләшеп клубҡа китер ине. Әртистәр килгән тигән һүҙҙе ишетһәм, ай-вайына ҡуймай, илап булһа ла атайымдарға эйәрә торғайным. Мине йылға аша күтәреп алып сығалар. Концерттан һуң ҡайтып, тәьҫирләнеп, йоҡлай алмай йөрәкһеп ятыуҙарым хәтеремдә.
Ана шул кисерештәр күңелгә тынғы бирмәгәндер инде. Әртис булам тип, башта Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһына уҡырға индем. Әммә ситкә сығып китеп өйрәнмәгәс, әлеге шул ыбыр-сыбыр энекәштәрҙе, һеңлекәштәрҙе һағынып, ташлап ҡайттым да район мәҙәниәт йортона эшкә урынлаштым. Әсәйем, һинән әртис сыҡмай былай булғас, тип әрләп бөттө. Мин өндәшмәй генә эшләп йөрөүемде белдем. Тик күңелдә тынғы юҡ бит әй. Уйланым-уйланым да, ятып ҡалғансы, атып ҡал тип, һуңлап булһа ла сәнғәт институтына барырға ҡарар иттем. 20 йәштә генә уҡырға инеп, 24 йәштә ҡулға диплом алдым. Рафаэль Әйүповта уҡыныҡ. Сәхнә телен Роза Кәримова алып барҙы. Курсты 13 кеше тамамланыҡ. РТИ мәҙәниәт йорто сәхнәһендә диплом спектаклен уйнауыбыҙ әле лә хәтерҙә. Беҙҙе күрергә, оҡшатһалар, һайлап алырға тип, Ҡазандан, Башҡорт дәүләт филармонияһынан, Салауат, Сибай театрҙарынан килгәндәр. Спектаклдән һуң бик оҙаҡ һөйләште былар. Төнгө сәғәт өс булып китте. Яҙмышыбыҙ хәл ителә бит, таралышмайынса тышта көтөп ултырабыҙ. Таңсулпан Бабичева менән икебеҙҙе генә Башҡорт дәүләт академия драма театрына ҡабул иттеләр ҙә, шунда уҡ гастролдәргә сығарып та ебәрҙеләр. Фатир-фәлән юҡ. Ул саҡта инде өйләнгәйнем, балабыҙ ҙа бар. Ғаиләм урамда тороп ҡала бит, хафаланам. Борсолма, бөгөндән үк ятаҡтан бүлмә хәстәрләрбеҙ, тип тынысландырып оҙатып ҡалдылар. Ул саҡта Вил Кәримов мәҙәниәт министры ине. Һүҙҙәрендә торғандар. Ысынлап та, Йәштәр бульварындағы ятаҡтан бүлмә биргәндәр. Өс айҙан әйләнеп ҡайтыуыма, ҡатыным донъя кәрәк-яраҡтары, мебель-фәлән алып, һәүетемсә генә йәшәп ята ине.
– Бенефисығыҙ мәлендә ғаиләгеҙҙе күреп һоҡландым. Һеҙ бәхетле актер ғына түгел, бәхетле ғаилә башлығы ла, бәхетле атай ҙа, бәхетле олатай ҙа икән. Еңгәй менән танышыуыҙ нисегерәк булды?
– Беҙҙе дуҫтар таныштырҙы. 72-се йыл ине. Икенсе курста уҡып йөрөгән саҡ. Бер төркөм йәштәр киноға барғайныҡ. Буласаҡ хәләл ефетем менән йәнәшә ултырып фильм ҡараныҡ. Ул химия-биология йүнәлеше буйынса уҡый икән. Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан. Ошо осрашыуҙан һуң аралашып, дуҫлашып киттек. Эште оҙаҡҡа һуҙманыҡ. Февраль айында таныштыҡ та май айында өйләнештек. 73-сө йылда улыбыҙ донъяға килде. Әйткәндәй, бөгөн ул ҙур кеше. Медицина фәндәре докторы, профессор. Бөйөрҙәр күсереп ултырта. Кешегә ғүмер өҫтәй. Бына шулай: әртистән хирург тыуҙы. Мин әҙәми затты рухи яҡтан дауалайым, улым – физик яҡтан. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ ул. Киленебеҙ Наилә – балалар табибы. Хоҙайға шөкөр, ейән ейәнсәребеҙ ҙә бар.
– Артист кеше өсөн ышаныслы, үҙен аңлаған тормош иптәше булыуы бик мөһим. Ғаиләлә нисек татыулыҡты һаҡлап ҡалырға?
– Кеше бер-береһенең ҡәҙерен олоғайғас нығыраҡ белә башлай. Йәш саҡ нисек тә үтә ул. Ә олоғайған көндә яңғыҙ булыу бик ауырҙыр. Донъя көткәндә гел генә “өпөкәй ҙә сөпөкәй” булмай инде. Шулай ҙа, Хоҙайға шөкөр, бер ваҡытта ла хәтеребеҙ ҡалышҡансы һүҙгә килгәнебеҙ юҡ. Ҡатынымдан ныҡ уңдым. Донъя йөгө, башлыса, уның иңенә төштө. Элек гастролдәргә күп йөрөнөк. Бер һөйләшергә зар-интизар булған саҡтар бар ине. Ул заманда ни, телефондар юҡ. Берәй ашығыс хәбәрең бар икән, телеграмма ебәрәһең. Телефон аша һөйләшер булһаң, алдан заказ бирәһең, һыу буйы сират көтәһең. Инде генә һөйләшә башлаһаң, шатыр-шотор килеп элемтә өҙөлә. Хәҙер генә ул бөтәһен дә ошо нәмә (кәрәҙле телефонына төртөп күрһәтә) ярҙамында хәл итергә була.
– Театрға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Бына һеҙ сәхнәгә сығып та өлгөрмәйһегеҙ, тамашасы ҡул саба башлай. Ошондай оҫталыҡҡа нисек өлгәшергә?
– “Ғәлиәбаныу”ҙа ҡарттың ҡарсығын ҡосаҡлап үбәм генә тигән мәлендә, бер малай тәҙрә шаҡып, Бәҙри ағай, атты егәйеме, тип һорай бит әле, ана шундай бәләкәй генә ролдәрҙән башланды минең театрҙағы ижадым. Сығып бер-ике һүҙ әйтәһең дә, шуның менән вәссәләм. Ундай ролдәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, беҙ, артистар, “кушать подано” тип тә көлөшәбеҙ. Әммә шундай ролдәр менән дә танылыу яуларға мөмкин. Бына шул бәләкәй генә ролде үҙеңдеке итә белеү оҫталыҡ тип атала.
– Тимәк, театрҙа эшләй башлаған йылдарҙа уҡ шул бәләкәй генә ролдәр менән дә тамашасы иғтибарын йәлеп итә алдығыҙ инде?
– Эйе, ысынлап та шулай. Яратып, үҙеңдеке итеп башҡарһаң, һин шул бәләкәй генә роль менән дә тамашасыға “күренә” алаһың. Мине комедия актеры тиҙәр бит инде. Ысынлап та, булмышым шул. Бындай характерҙағы ролдәр миңә ныҡ тап килә. Тик комедияға ҡоролған образдар, башлыса, кире була. Бына шул кире образдарҙы ла яратып, үҙеңә ыңғай образ итеп алырға кәрәк. Әйтәйек, “Ҡара йөҙҙәр”ҙә уҫал мулланы уйнаным. Торғаны менән кире образ ул. Әммә мин үҙем уны кире тип ҡабул итмәйем. Уҫал итеп уйнайым, тик ул минең өсөн ыңғай образ. Шул ролде үҙ итеп, үҙеңә тура килтереп уйнаһаң, образға ҡарата ытырғаныу тыумай. Нисек кенә булһа ла, уны барыбер уйнағым килә. Шул уҡ Мәмәтәй ҙә (Шомбай) – кире образ. Ундай ролдәрҙе уйнау айырым бер оҫталыҡ талап итә. Ғәҙәттә, төп геройҙарға, ыңғай образдарға ҡылыҡһырлама бирелә, план яҙыла. Унда грим, унда матурлыҡ талап ителә. Бөтәһе лә әҙер тиергә лә була. Ҡашыҡҡа һалып йоторға ғына ҡала. Ә кире образдарға план яҙылмай. Уларҙы үҙең тыуҙырып, тейешле кимәлгә еткереп уйнарға тейешһең.
– Ысынлап та, бенифисығыҙ мәлендә Башҡортостан театрҙар союзы рәйесе Әхтәм Әхәт улы Абушахманов һеҙҙең хаҡта, Рәүис – ул актер ғына түгел, соавтор ҙа тип әйтте бит...
– Маҡтанып әйтмәйем, әммә сәсәнлек һәләте бар миндә. Хәйер, сәсәнлек тип үк атап булмаҫ, әммә шуға яҡыныраҡ торған йор һүҙлелегем бар. Ауыл тормошон, халыҡ фольклорын, әйтемдәрҙе яҡшы белеүем дә ярҙам итәлер. Ана шуларҙы кәрәкле урында ғына килтерәм дә сәпәйем. Һәм сәхнә әҫәре бынан ота ғына.
– Ә бына бөтөнләй күңелегеҙгә ятмаған ролдәр буламы?
– Артистың эше шул: яратһаң, яратмаһаң да эшләргә тейешһең. Яратмаған ролде лә, булмышыңа, холҡоңа тап килмәгәндәрен дә үҙеңдеке итеп эшләп алып китеүҙе оҫталыҡ тип билдәләнем бит инде. Әммә ҡайһы бер осраҡта ролде башҡарырға уңайһыҙланаһың. Әйтәйек, ул һинең баһаңды төшөрөрҙәй бая мин телгә алған “кушать подано” кимәлендә генә икән, мин хәҙер ошо йәшкә еткәс, уларҙан баш тартам.
– Тамашасы һеҙҙе кино актеры булараҡ та белә. Быйыл йәй Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса төшөрөлә башлаған “Сестренка” фильмына ла һайлап алғандар икән һеҙҙе...
– Эйе. Ундағы ҡарт роленә әллә нисәмә кастинг булған. Әммә берәү ҙә тура килмәгән. Мине башта уҡ саҡырғайнылар. Ул саҡта дауаханала ята инем. Кино ҡайғыһы булманы. Әммә һуңынан барыбер эҙләп таптылар. Барҙым тегендә.
– Берәй монолог һөйләп ишеттерегеҙ әле, – ти былар.
– Минең, комедия актеры булғас, ундай оҙон-оҙон һүҙҙәр һөйләй торған бер генә монологым да юҡсы, тип аптырап ҡалдым. Шунан Наил Ғәйетбайҙың “Бер мәл санаторийҙа” әҫәренән Хәсән монологы иҫемә төштө лә, шуны һөйләп бирҙем. Ҡуш ҡуллап риза булдылар. Шулай еңел генә үтеп киттем. Мәскәү фильмында төшөү үҙе бер мәртәбә тип уйлайым. Хоҙай насип итһә, ул фильмды ла күрергә яҙыр әле.
– Урамда таныйҙармы һеҙҙе, Рәүис ағай?
– Еще как таныйҙар. Бигерәк тә гастролдәр мәлендә, о, Рәүис ағай, тип килеп ҡосаҡлап уҡ алалар. Магазиндарҙа сиратһыҙ үткәреп ебәрәләр. Заманында минең хатта самолеттар яллап осҡаным да булды. Элек, эш хаҡы аҙ саҡта, йәйге отпускы мәлендә “халтурный концерттар” менән йыш йөрөнөк. Бер саҡ Бөрйән районында концерттар тамамланғас, кистән арыу ғына ҡунаҡ булдыҡ та иртәгәһен ҡайтырға тип аэропортҡа килдек. Ул йылдарҙа Өфөнән, Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан ”кукурузник”тар оса торғайны. Халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарған Ғилман Сәфәрғәлин район хакимиәте башлығы булып эшләй. Ул беҙҙе аэропортҡа оҙата килде. Өфөгә осоусы самолет тиҙҙән Сибайҙан Бөрйәнгә килеп етергә тейеш, тиҙәр. Ваҡытты бушҡа үткәрмәйек әле тип, урман араһынараҡ китеп, бер аҙ “баш йүнәтеп” алырға булдыҡ. Шул арала самолетыбыҙ килеп төшөп, осҡан да киткән. Беҙ тороп ҡалғанбыҙ. Нисек ҡайтырға белмәйбеҙ хәҙер. Стәрлетамаҡҡа оса торған самолетҡа ултырмай сара юҡ ине. Стәрлегә килеп төшөүен-төштөк тә бит, хәҙер Өфөгә ҡайтырға транспорт юҡ. “Бар, етәкселеккә инеп сыҡ әле, бәлки, самолет бирерҙәр, һин һөйләшә беләһең бит”, – тине юлдаштарым. Ми ни аптырап торманым, етәк­селеккә инеп хәлде аңлатып, берәй самолет бирмәҫһегеҙме, тип һораным. Оҙайлы гаст­рол­дәр­ҙә йөрөнөк, йөгөбөҙ ҙур, өйҙә ғаиләләребеҙ зарығып көтә, йонсоноҡ, тим. Аэропорт етәксеһе, мине танып, хәлгә инеп, самолет тиклем самолет бирмәһенме! Ошонда­йыраҡ хәлдәр күп булды минең тормошта.
– Бенефисығыҙҙан һуң күңелегеҙҙә ниндәй тойғолар ҡалды?
– Юбилейҙы быйыл һигеҙенсе тапҡыр үткәрҙем. Быға тиклемгеләре һәр саҡ аншлаг менән үтте. Күңел тигән нәмә бар бит. Сираттағы юбиле­йым­ды ана шул күңел өсөн үткәрҙем. Һынап ҡарайым әле, мин әйтәм, халыҡ әүәлгесә яратамы, онот­ма­ған­мы икән? Шөкөр, билеттар алдан уҡ һатылып бөт­тө. Хатта үҙемә шылтыратып, запасың юҡмы ни шун­да, тип дәғүә белдереүселәр ҙә табылды. Тамаша­сының мөхәббәте һүрел­мә­гән, мине онотмағандар икән әле. Шуны аңланым.
– Актер һөнәрен нисегерәк итеп аңлатып бирер инегеҙ, Рәүис ағай?
– Һөнәр генә түгел ул. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт. Диагноз тип әйтәм мин уны хатта. Ул – һинең булмышың.
– Сәхнәнән китергә тура килһә, ауыр кисерәсәкһегеҙме?
– Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була бит. Әлегә эшләйем. Үҙемдең театрға кәрәклегемде тоям. Әммә берәй ваҡыт барыбер китергә тура киләсәк. Һәм, ҡыйын булһа ла, китәһең инде. Ә уйнарлыҡ хәлең, дәртең бар саҡта театрҙы, сәхнәне ҡалдырыуы, ысынлап та, еңел түгелдер...
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Рәүис ағай! Һеҙгә һаулыҡ, ижад ҡомарығыҙҙың һүрелмәүен теләйбеҙ!

Гөлшат Ҡаһарманова әңгәмәләште.

2018 йыл.

https://shonkar.com/articles/ila-i-t/2023-02-20/samolettar-yallap-os-anym-da-buldy-3150426

Автор:
Читайте нас: