Сарала Мар.Сәлим һүҙҙәренә ижад ителгән, эстрадабыҙҙың билдәле йырсылары башҡарыуындағы йырҙар яңғырауы күңелде тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Марсель Шәйнур улы “Һәнәк”те лайыҡлы етәкләп барырлыҡ алмаш булыуы хаҡында ғорурланып әйтте. Илгиз Вәкил улы ла һыр бирмәне үҙенең өр-яңы, мөхәббәт темаһына яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Марсель ағай яңы ғына баҫылған “Тауыҡ көлкөһө” тип исемләнгән китабы менән таныштырҙы. Бала саҡтан йор һүҙле, шаян күңелле яҙыусы һәм шағир мәктәп йылдарында яҙған шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Малай сағынан уҡ тормошҡа үҙ ҡарашы булған үҫмер тормоштағы етешһеҙлектәргә күҙ йомоп ҡарамай, блокнотына теркәп бара. Ана шул фекерҙәрен халыҡҡа фәһем алырлыҡ, уйланырлыҡ шиғырҙарында еткерә.
Бөйөк һәйкәл кеүек юғарынан
Ҡарамайым кеше йөҙөнә.
Мин түбәндән.
Дөрөҫлөктө яҡлап,
Дуҫтарҙың да, дошмандарҙың да
Тура ҡарап әйтәм күҙенә.
Ә бит был шиғырҙы яҙғанда уға ни бары 16 йәш булған!
Көлкө оҫтаһы менән осрашыу йылы үтте, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәьҫораттар ҡалдырып, күңелдәрҙең иң түренән урын алды. Киләсәктә лә бындай осрашыуҙар йышыраҡ булып, аралашып йәшәргә яҙһын, тигән теләктәр белдереп һаубуллашты осрашыуға килеүселәр.
Сөмбөл ӘСЛӘМОВА.