+28 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2024, 07:00

Ҡар башына ҡар етә

Дауаханаға килгәнбеҙ. Табипҡа күренергә сиратҡа баҫҡанбыҙ.Минең алдымда ғына бурһыҡ майы һөрткән төҫлө һимеҙ ҡатын ауыҙ һы­уын ҡоротоп ниҙер һөйләй. Янындағы барса ҡатын-ҡыҙ уның ауыҙына ғына ҡараған.Эргәһендәге 7 – 8 йәштәрҙәге ынйы сәскәһеләй һылыу ҡыҙының ғына ҡараштары әллә ниңә бик бойоҡ күренә. Хас та оло кешенеке кеүек.Шул саҡ эштән иптәш ҡыҙым шылтыратты. Телефондан яуап биргәнсе, был ҡыҙыҡай минең ҡыҙым менән тәҙрә төбөндә рәхәтләнеп һөйләшеп тә торалар ине.Яндарына барып баҫтым да ирек­һеҙҙән һөйләшеүҙәренә иғтибар иттем.– Һинең папаң нисәү?

Ҡар башына ҡар етәҠар башына ҡар етә
Ҡар башына ҡар етә

– Берәү. Папалар берәү генә була инде ул.
– Ә минеке берәү генә түгел. Күп улар.
– Нисек инде?
– Бына шулай. Ошо тәтәй курткамды, пап Рамиль алып килде. Шапка менән салбарымды пап Сережа һатып алды. Кроссовкамды пап Курбан килтерҙе. Алтын алҡаларым (ҡыҙ бала, хас бай ҡыҙы кеүек, ҡолаҡ­тарының осон ғына тотоп маҡтаныуын дауам итте) пап Тенгиздың тыуған көнөмә бүләге.
Мин шым ғына ҡыҙыма ҡарайым. Аптырауы йөҙөнә сыҡты балаҡа­йымдың. Ошо тиклем шаңҡыта торған хәбәрҙән ул минең яныма йүгереп килеп, артыма йәшенде. Уға әле ни бары дүрт кенә йәш. Мәгәр башы үҙенә күрә йомро ғына.
Табипҡа күренеп, өйгә ҡайтып барған саҡта миңә бихисап һорауҙар яуҙыраһын аңлап торам:
– Әсәй! Ә ниңә теге ҡыҙыҡайҙың әтейҙәре күп? Әтейҙәр күп булырға тейеш түгел бит?!
“Ҡар башына ҡар етә”. Әллә ниңә ошо мәҡәл ҡапыл ғына иҫемә төштө. Уның мәғәнәһен бәләкәй балама аңлатаһым бар.

Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА.

Фото: wooarts.com

Автор:
Читайте нас