Мәүлиҙә һәм Әхтәмйән Тархановтар – ауылдарында ғына түгел, тотош районда, республикала билдәле шәхестәр. Улар сығыштары менән Салауат районынан, 1986 йылдан Ҡарамалы ауылында йәшәйҙәр. Әхтәмйән ағай агроном булараҡ буралар тултырып иген үҫтерһә, Мәүлиҙә апай ауылдағы клубты гөрләп торған мәҙәниәт усағына әүерелдерә, музыкаль инструменттар ансамбле төҙөп, район, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙың бәҫен күтәрә. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, энергияһы ташып торған теремек ханымдың быйыл 75 йәшлек юбилейын билдәләүенә һис тә ышанырлыҡ түгел. Ул әле лә тик ултыра белмәй, һалдаттарға ойоҡбаштар бәйләй, мандолинаһын ҡулына алып концерттарҙа тамашасыларҙы һөйөндөрә.
Тархановтар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, уларҙың матур тормошона, биш ейән-ейәнсәрҙәренең, дүрт бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр. “Һәнәк”тең бүләге ауылының терәге, биҙәге булған лайыҡлы кешегә, журналдың тоғро дуҫына тапшырылыуына ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Күп һынағаныбыҙ бар: “Һәнәк”те башлыса шаян һүҙҙе, төртмә телде үҙ иткән, тормошто һәм кешеләрҙе яратҡан матур күңелле кешеләр алдырып уҡый шул!
Марат МӨХӘМӘТОВ.
Фотола: Мәүлиҙә һәм Әхтәмйән Тархановтар.
Фото: И.Ишбулатов