Атаһы менән әсәһе Ританы уҡытырға тырыша, был аяғы менән ауыр эштә булдыра алмаҫ ине. Һигеҙенсе класты бөтөрөү менән техникумға уҡырға керә, диплом алғас та балыҡ эшкәртеү заводына хисапсы итеп эшкә ебәрәләр. Бер йыл эшләгәс, ата-әсәһенә ҡалаға китәм, тип ҡырт киҫә. Әле бит бер кемде лә эштән ебәрмәйҙәр. Атаһы директор менән һөйләшеп, эштән ҙур ауырлыҡтар менән азат ителеп, ҡалаға китә.
Ҡалаға барғас та заводҡа хисапсы итеп эшкә алалар. Ятаҡтан урын бирәләр. Еткән ҡыҙ булыуға ҡарамаҫтан, бер егет менән дә дуҫлашмай. Аҡһаҡ булыуы ҡамасаулай. Бер мәл заводта Кирам исемле бер егет менән танышып дуҫлашып китәләр. Егет балалар йортонда тәрбиәләнгән, етем, шулай уҡ ятаҡта тора. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, Ританың ата-әсәһе менән танышып, ҡулын һорарға ҡайталар.
Туйҙы ябай ғына итеп үткәрәләр. Йәш ғаиләгә торорға завод ятағынан бер бүлмә бирәләр. Бер-бер артлы улдары, ҡыҙҙары тыуа. Тормош көйләнә тигәндә, ире Кирам эсә башлай. Эшенән ҡыуалар, бар ғаиләне ҡарау бурысы бәләкәй генә Рита елкәһенә төшә. Рита көслө була, юғалып ҡалмай, страховка компанияһына күсеп эшләй башлай. Хеҙмәт хаҡы юғары була. Ире иҫерек килеш һыуға кергәндә батып үлә. Рита балаларын бер үҙе ҡарап үҫтерә, уҡытып белем бирә. Бер кемгә лә тормош еңел бирелмәй.
Рита ата-әсәһенең тормош юлдарын күңеленән кисерә. Атаһы Әхмәт менән әсәһе Әминәне бик йәшләй Башҡортостандан Себергә һөргөнгә ебәргәндәр, әллә ниндәй бай булмаһалар ҙа, хәлле торғандар. Йорт тулы мал, яҡшы өй. Донъяны үҙ тырышлыҡтары менән көткәндәр. Себергә килеү менән балыҡ эшкәртеү заводына эшкә кергәндәр. Атаһы – көн-төн балыҡ тотоу бригадаһында, әсәһе – балыҡ таҙартыу цехында. Ҙур барактан бүлмә биргәндәр. Бер-бер артлы ике ҡыҙы, ике улы тыуыу менән үлгән. Яңынан тыуған өс улы, ҡыҙҙары Рита, тағы бер төпсөк ҡыҙҙары Регина иҫән-аман ҡалып, тәгәрәшеп үҫә. Тик Рита бәләкәй сағында полиомиелит менән сирләп, саҡ үлемдән ҡала, аяғы ғәрипләнә.
Балалар эшсән, аҡыллы булып үҫә. Тормош яйланды, тигәндә генә ҡәһәр һуҡҡан фриц һуғыш башлай. Урта йәштәге ир-атты, ун һигеҙе тулған йәш малайҙарҙы һуғышҡа алып китәләр. Ҡасаба бушап ҡала, ҡатындары, әсәләре, балалары үҙҙәрен етем итеп тоя.
Һуғыштың беренсе көндәренән үк Ританың өс ағаһын да алып китәләр. Атаһы, көн дә военкоматҡа барып, военкомға ялына, мине ебәрегеҙ, бер улымды ҡалдырығыҙ, тип. Йәшең оло, бында ла кәрәкһең, тип кире боралар. Ир-атты һуғышҡа алып китеп бөтәләр, эшләргә ҡарт-ҡоро, үҫмер малайҙар ғына тороп ҡала. Әхмәт ағайҙы балыҡ тотоу артелендә башлыҡ итеп ҡуялар. Эшләргә кеше етмәй, ҡатын-ҡыҙ, үҫмер малайҙар менән план үтәргә кәрәк. Әхмәт ағай ең һыҙғанып эшкә тотона. Бригадалағы балаларҙы көн дә ашатып, дәртләндереп эшләтә. Рәхмәт яуғыры, планды ла үтәйҙәр, Әхмәт ағай йәшереп кенә өйҙәренә лә балыҡтар биреп ебәрә. Әсәһе Әминә апай, күп балалы булыуға ҡарамаҫтан, эшен ташламай. Өйҙә балалар әсәләре ҡайтыуға ашарға бешереп, өй йыйыштырып көтә.
Әминә апай һәр ваҡыт һуғышҡа киткән улдары тураһында уйлана, улдарын һәр ваҡыт иҫән-һау тип күҙ алдына килтерә. Күп ауыл, ҡала халҡын немецтарҙан ҡасырып, Себергә ебәрәләр. Әминә апай шул кешеләрҙе завод эшселәре менән бергә ҡаршы ала. Килгән һәр ғаиләне ҡасаба халҡының өйҙәренә урынлаштыралар. Ярай әле заводта эш була халыҡҡа, балыҡ тотоу артеленә лә өҫтәмә көс килә. Заводта сыҡҡан продукцияның күбеһен фронтҡа оҙаталар. Бер өлөшөн эшселәргә хеҙмәт хаҡы иҫәбенә тараталар. Халыҡ шулай әкренләп яңы урынға эйәләшә, балалар – мәктәпкә, кесерәктәре баҡсаға йөрөй башлай. Килгән кешеләрҙең өҫ кейеме бик йоҡа. Завод директоры эшселәргә йылы кейемдәр бүлеп бирә, балаларға ҡасаба халҡы булыша, кемдә ниндәй кейем бар, шуны өләшәләр. Әминә апай ҡайһы ғаиләлә ауыр тормош, шуларға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа, минең улдарыма ла гел шулай юлдарында яҡшы кешеләр осраһын, тип уйлай. Балаларҙы үҙҙәренә алып ҡайтып ашата. Күпме кешегә булыша, шул ҡәҙәр Хоҙай үҙенә лә биреп тора. Өҫтәлдән ризыҡ өҙөлмәй. Һуғышҡа китә торған йәш малайҙарҙы ашатып, күстәнәс биреп оҙата. Ҡасабалағы һәр йортҡа ҡара ҡағыҙҙар килә, Әхмәт ағай менән Әминә апайҙың улдарынан һирәк булһа ла хәбәр-хаттар алалар. Һуғыш бөткәс, өс улдары ла иҫән-һау ҡайта! Әминә апай илай-илай Хоҙайға ярлыҡағаны өсөн рәхмәт уҡый.
Әкренләп ауылда тормош яҡшыра. Тиҙ арала улдары өйләнеп, башлы-күҙле була. Заводҡа эшкә керәләр. Өсөһө лә бер юлы йорт һалып инә.
Ата-әсәһенең тормош юлы Рита өсөн ғүмер буйы сабырлыҡ, фиҙакәрлек өлгөһө була, ауыр саҡтарҙа һынмаҫҡа, бөгөлөп төшмәҫкә көс бирә.
Ф. ШӘРИПОВА.
Фото: he.aliexpress.com