-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Ноябрь , 11:00

“Икебеҙ өсөн дә йәшәйем”

– Ул минең өсөн пәйғәмбәр ине, мин уның өсөн фәрештә булдым... Күҙҙәремде йомам һәм иҫтәлектәр ҡосағына сумам. Хәтирәләрем менән ғүмеремде өр-яңынан йәшәйем... Кем өсөн нисектер, мин иһә 83 йәшлек инәйҙең әлеге әйткәндәренә һис кенә лә ғәжәп итмәйем.

“Икебеҙ өсөн дә йәшәйем”
“Икебеҙ өсөн дә йәшәйем”
Тормош юлдашы Иосиф Мәхмүт улы өсөн тоғро ҡатын, алты балаға – өс ҡыҙға һәм өс улға – хәстәрлекле әсә булған кешенең бөгөн, берҙән-бер мөхәббәте баҡыйлыҡҡа күскәс, хәтирәләр менән йәшәүе тәбиғи, ошо рәүешле ул йөрәгенә ҡанат ҡуйған оло һөйөү тойғоһон ҡайтанан кисерә, ҡыуаныслы ла, һағышлы ла мәлдәренә йәнә бер әйләнеп ҡайта, ошо минуттарҙа Иосифы ла эргәһендә кеүек тойола.
Һүҙҙе тап мөхәббәт тирәһенән башлағанға аптырамағыҙ, зинһар, мөхтәрәм уҡыусыларым. Маһира апайҙың өлөшөнә бик һирәк осрай торған бәхетле мөхәббәт насип була. Һәм ошо тойғоно һүндермәй теүәл 45 йыл йәшәй Маһира менән Иосиф. Ҡаты сир баҡыйлыҡҡа иртәрәк алып китмәгән булһа, бөгөн дә бер-береһенә һоҡланып бағырҙар ине лә бит...
Ошо урында икеһенең дә тормош юлына байҡау яһау кәрәктер.

– Миңә ике йәш сағында Туймазы тарафтарынан Өмөтбай ауылына күсеп килгәнбеҙ. Атайымдың еҙнәй тейешле кешеһе Сәүбән агроном була, ошо яҡтарға килеп ҡарай ҙа туғандарын күсергә өгөтләй. Атайымдың атаһы өйләнгән дүрт улын, бер ҡыҙын ғаиләләре менән бергә эйәртеп, тағы әллә күпме туған-тыумасаһын ҡалдырмай, бар булған монаяттарын тейәп, Әбйәлил яҡтарына киләләр.
Әлбиттә, бында башҡорт яҡтарына күсенгән татар ғаиләләрен мул тормош көтмәй, ләкин егәрле, үткен халыҡ тиҙ арала өйҙәр һалып, һәүетемсә йәшәп китә. Ә уға тиклем һәр ғаиләне башҡорттар үҙҙәренә өйҙәш итеп һыйындыра. Агроном Сәүбәндең яҙмышы фажиғәле була: күсенеп килеүҙәренә күп тә үтмәй, бер йылы ашлыҡ бөтөнләй уңмай. Ил буйлап сәйәси хөкөм һөргән йылдар. Сәүбәнде халыҡ дошманы тип ҡулға алалар һәм атыуға хөкөм итәләр. Ҡәрҙәштәрен яҡты тормошҡа сығарырға хыялланған изге күңелле кеше һис бер ғәйепһеҙ юҡ ителә.
– Ғаиләлә алты бала үҫтек: апайҙарым Фәһимә, Миңнурый, Фәниә, ҡустым Тимерйән, һеңлем Миңлегөл һәм мин. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атайымды фронтҡа оҙаттылар. Һеңлем ҡарында ике айлыҡ ҡына ҡалған. Миңә – биш, ҡустыма ике йәш. Атайҙы фронтҡа оҙатҡанда икәүләп илашабыҙ. “Иламағыҙ, хәҙер ҡайтам”, – тип йыуатҡан атайым ҡайта алманы... – Маһира апай, ул минуттарҙы ҡайтанан кисереп, ауыр көрһөнә.
Ғәбделғәлим Әхмәҙиев тура Сталинград фронтына эләгә. Ҡат-ҡат яралана. Уға ғаиләһенә әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Хат аша бишенсе ҡыҙы Миңлегөл тыуғанын белгәс, ҡатыны Маһинурға: “Тағы бер ҡыҙ бала донъяға килгәненә ҡыйынһынма, ул бит минең гөлөм, бәхетле үҫһен”, – тип хат яҙа.
Бөтмөр, эшлекле Маһинур инәй көндө төнгә ялғап колхоз эшендә бил бөгә, өйҙә иһә ир урынында ла, ҡатын урынында ла – үҙе. Аҙ ғына буш ваҡыты булһа, балаларына сабата, хужалыҡ аттары өсөн септә, мөйәт үрә, ғаиләһе өсөн ризыҡ, утын-бесән хәстәрләү ҙә уның елкәһендә. Утыҙ ике йәшендә тол ҡалған Маһинур ҡалай итһә лә, балаларының ғүмерен һаҡлап ҡала. Тәүҙә ҡиммәтле биҙәүестәрен, һуңынан иренең кейем-һалымын баҙарҙа аҙыҡ-түлеккә алмаштыра.
– Өйҙә тәғәм ризыҡ юҡ. Һыйыр булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ҙә асыҡтыҡ. Әсәйем иһә балаларына ҡараңғы сырай күрһәтмәне. Урындыҡҡа матур ашъяулыҡ йәйә. Беҙ тирәләп ултырабыҙ. Әсәй һәр беребеҙгә ялтырап торған ата тоҙҙан бәләкәй генә киҫәк бүлеп бирә. Шул тоҙҙо һыуға ҡушып һурабыҙ... – Маһира апай һөйләгәндә, күҙ алдыма аслыҡтан интеккән сабыйҙарҙың тәмләп тоҙ һурыуҙары килеп баҫа. Ирекһеҙҙән, күҙгә йәш тула. Миңә, һуғыш тамамланып, көнкүреш арыуланғас, кешеләр икмәккә лә, бүтән ризыҡҡа ла туйынғас донъяға килгән быуын вәкиленә, тоҙ ялап, һыу эсеү, шуның менән әҫтәт итеп көн күреү ҡот осмалы бер күренеш булып тойола. Асылда шулай булған бит. Әсә кешенең балалары хаҡына мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләүе – үҙе бөйөклөк, сөнки мин икенсе бер хәлде лә беләм. Уны әлеге замандың бөтә ауырлығын күргән бер ағай һөйләгәйне: “Әсәй ике бала менән ҡалды атайымды һуғышҡа алғанда. Миңә алты йәш, һеңлемә өс йәш ине, ни сәбәптәндер, Белорет яҡтарына барып сыҡтыҡ. Шул ашарға эҙләптер инде. Кире ҡайтып килеүебеҙ хәтерҙә. Ҡырпаҡ ҡар яуған һыуыҡ мәл. Бик ныҡ арыныҡ. Һеңлем атлай алмай башланы. “Атла, ҡороғор!” – тип әсәй уны “дер” һелкетә. Шунан һеңлемде бер түмәр өҫтөнә ултыртты ла китте. Әсәйҙең тубыҡтарын ҡосаҡлап илайым, һеңлемде бында ҡалдырмайыҡ, бүре ашай бит, тим. “Олоһаң, һине лә ҡалдырам”, – тип миңә екерә әсәй. Өшөүҙән дә, әсәйҙең мине ҡалдырып китеүенән дә ҡурҡтым, бүтәнсә өндәшмәнем”, – тип һөйләгәйне ул ағай. Бында ҡайһылай хөкөм йөрөтөүе лә ҡыйын...
– Инәкәйемә бөгөн булһын мең рәхмәттәр уҡыйым, – ти Маһира апай, уйҙарымды бүлеп. – Ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп, барыбыҙҙы ла бөгөнгө яҡты тормошҡа сығара алды. Ҡустым Тимерйән: “Атай миңә гармун апҡайта”, – тип оҙаҡ көттө. Ун йәшлек Миңнурый, һигеҙ йәшлек Фәниә апайҙарым, ҡустыма гармун алып бирәбеҙ тип, Баймаҡ менән Түбә араһына торф ҡырҡырға китте. Торфты кәҫ итеп ҡырҡалар ҙа Баймаҡ заводына яғыулыҡ итеп оҙаталар...
Әле сабыйлыҡтан да сыҡмаған ҡыҙыҡай­ҙарҙың ололар менән бер рәттән ауыр эшкә егелеүҙәрен күҙ алдына килтереүе еңел түгел. Ә бит гармун алалар ҡустыларына. Тимерйән ағай апайҙарының әсе тире һәм күҙ йәше менән һуғарылған гармунды уйнап үҫә, ә һуңынан үҙе лә хужалыҡ эшенә егелә. Атайҙы яуға алғанда ун дүрте лә тулмай ҡалған Фәһимә апайҙы әйтеп тә тораһы юҡ: ул – ғаиләлә иң өлкән бала, әсәһенең уң ҡулы, утын-бесән әҙерләүҙә төп ярҙамсы, колхоз хеҙмәтенән дә бушамай. Бәхеткә күрә, курс бөтөп ҡайтҡан Фәһимәне хисапсы итеп эшкә алалар.
...Етенсене тамамлағас, артабан уҡыуын дауам итеү ниәтенән Маһира Темәскә юллана. Ул заманда кластан-класҡа күсеү өсөн бөтә фәндәрҙән дә имтихан тапшырыр булғандар. Маһира килеүгә интернатта урын бөткән. Өмөтбайҙан һигеҙ ҡыҙ бер таныштарының кәртә башында ҡунып йөрөй. Бик яҡшы уҡыуына ҡарамаҫтан, Маһира рус теленән һынауҙы бирә алмай. Иптәштәре лә “икеле” ала. Ҡыҙҙар һөт машинаһына тейәлеп ҡайтып китә.
– Атайымдың бер ҡустыһы, Нурмөхәмәт ағайым, һуғыштан һыңар ҡулын өҙҙөрөп ҡайтҡайны. Урман хужалығында эшләп йөрөй. Ҡыҙы Нәзиләне Түбә урта мәктәбенә бирергә һөйләшеп ҡайтҡан. Мин дә китергә булдым. Шул хәтлем уҡығым килә ине. Ә өҫкә кейергә кейем юҡ. Тороп ҡалдым. Инәкәйем менән ҡосаҡлашып иланыҡ. Илама, балам, уҡырһың, тип йыуатҡан була. Уҡыу йылы башланһа ла, мине лә Түбәгә алып барҙылар. Нәзилә менән бер рус ғаиләһендә торҙоҡ. Үҙҙәренең ике малайҙары бар ине. Беҙгә ҡарата бик һәйбәт мөнәсәбәттә булды ағай менән апай. Тик миңә оҙаҡ уҡырға тура килмәне. Һыуыҡтар башланды, ә минең аяҡҡа кейергә итегем дә юҡ, – Маһира апайҙың тауышында бөгөн дә үкенес һиҙелә. – Ғүмер буйы уҡый алмағаныма әсенеп йәшәнем. Ғаилә ҡороп, алты бала әсәһе булғас, Өфөгә китапханасылар әҙерләү техникумына барҙым һәм кинәт йөрәк өйәнәге менән сирләп киттем...
Уҡыу хаҡындағы хыялы менән хушлашырға тура килә уға. Ул йылдарҙағы көндәлегенә лә: “Хуш, уҡыу!” – тип яҙып ҡуя.

– Ҡустым Тимерйән менән ашар ризыҡ эҙләп ҡырға сыҡҡаныбыҙ иҫтә. Миңә ете-һигеҙ, туғаныма дүрт-биш кенә йәш булғандыр. Күһәйел тауының аръяғында урыҫтарҙың утары. Шунда барып, бесән эҫкерттәре теҙелгән урында балтырғандың йәшел бәбәген йыябыҙ, уны тоҡҡа һалабыҙ. Тоғо минең ҙурлыҡ, етмәһә, йәш үлән ауыр, ләкин ашарға кәрәк, буш ҡайтмауыбыҙға һөйөнәбеҙ. Көскә Күһәйел тауына менеп етәбеҙ ҙә түбәнгә шыуабыҙ. Мин тоҡто йөкмәгәнмен, Тимерйән уны арттан күтәрешкән була. Бер нисә көн аш итеп бешерергә етә алып ҡайтҡан үләнебеҙ, – Маһира апайға быларҙы хәтерләп ултырыу еңел түгел, әммә ул артабан дауам итә. – Ҡустым һуңынан да тормошта бик тырыш булды. Алдынғы механизатор, донъяһы ла шәп. Баҡса үҫтерҙе, мал, ҡош-ҡорт, бал ҡорто тотто. Шөкөр, әле лә иҫән-һау, килен менән Өмөтбайҙа йәшәйҙәр. Фәһимә апайым да иҫән. Ҡалған өсәүебеҙ яҡты донъянан китеп барҙы.
...Маһира буласаҡ тормош юлдашы Иосиф менән ун өс кенә йәшендә таныша. Ун һигеҙ йәшлек Иосиф Мәхмүт улын Темәс педагогия училищеһынан һуң Өмөтбайға уҡытырға ебәрәләр. Уҡыусыларынан аҙ ғына өлкәнерәк мөғәллим үткер, эшлекле, бер аҙ уҫалыраҡ та татар ҡыҙын күрә һәм ғүмерлеккә ғашиҡ була. Маһираға ҡарата уянған мөхәббәт хисен ике-өс йыл буйы берәүгә лә һиҙҙермәй күңелендә һаҡлай егет. Ахырҙа, түҙмәй ҡыҙға асыла. Бәхеткә күрә, Маһира ла уны күптән яратып йөрөгән икән.
– Мин – уҡыусы, Иосиф минең уҡытыусым. Әгәр беҙҙең аралағы тойғоно һиҙеп ҡалһалар, уны эштән ҡыуырҙар ине. Хөкөмгә тартты­рыуҙары ла ихтимал. Дуҫлашып йөрөүебеҙҙе һиҙҙермәҫкә тырышабыҙ. Шулай бер нисә йыл үтеп китте. Миңә ун ете тулғас, өйләнешергә тәҡдим яһаны һөйгәнем.
– Минең уҡығым килә, – тинем.
– Икәүләп уҡырбыҙ, Ирам, – ти Иосиф.
Ул миңә һуңынан да Ира тип өндәште. Бер туған еҙнәм ауыл советы рәйесе ине, никахыбыҙҙы рәсми теркәне. Тал Ҡусҡары ауылына килен булып төштөм.
Әйткәндәй, Иосиф менән Маһира апайҙың яҙмыштары оҡшаш. Иосиф ағайҙың әсәһе Мария Федоровна 34 йәшендә тол ҡалған. Ире – Мәхмүт ағай һуғыштың тәүге көндәрендә үк һәләк була. Иҫ киткес рухлы шәхес Мәхмүт Мамлеев Әбйәлилдең төрлө ауылдарында уҡыта. Ҡаҙмаш мәктәбендә эшләгәнендә Ҡусҡар яҡтарында мәктәп юҡлығын ишетә һәм ғаиләһен Ҡаҙмашта ҡалдырып, Тал Ҡусҡарында мәктәп һалдыра. Һуңынан ғаиләһен дә күсерә. Үҙе эшләткән мәктәптә уҡыта башлай. Ә уға тиклем мырҙалар затынан булған татар егете Хәлил ауылынан киржәк ҡыҙы Марияны алып ҡаса. Арттарынан ҡыҙҙың туғандары ҡыуа төшә, ләкин йәштәр Ҡырҡты тауҙарында йәшенеп өлгөрә. Буласаҡ ҡайны-ҡәйнештәренең ниәте – киржәк ҡыҙын дәһри уҡытыусыға бирмәү, иң һәйбәте – атып үлтереү. Йылдар үтеп, Тал Ҡусҡарына күсенгәндә киржәктәрҙең асыуы бер аҙ баҫылған була. Тора-бара улар кейәүҙәрен дә, ейән-ейәнсәр­ҙәрен дә ҡабул итә.
Алты балаға – өс улға һәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк итә Мария Федоровна менән Мәхмүт Ғәҙелгәрәй улы. Ире яуға киткәндә оло улдары Иосифҡа – 11, иң бәләкәс игеҙәктәре Люся менән Флүрәгә йәш ярым була.
Иосиф ағай атаһының һуғышҡа алыныуын көндәлегендә түбәндәгесә хәтерләй: “Атайым уҡыусылары менән хушлашыу өсөн мәктәпкә килде. Балалар араһында мин дә бар. Һәйбәт уҡығыҙ, яҡшы кешеләр булығыҙ, намыҫ менән йәшәгеҙ. Һеҙ бит коммунизм төҙөй торған быуын. Беҙгә алмашҡа киләһегеҙ”, – тип өндәште. Бөтәбеҙ ҙә илашабыҙ. Атайым минең башымдан һыйпаны ла: “Минең посҡа баҫ. Әсәйеңә, туғандарыңа терәк бул. Миңә бер-бер хәл булһа, тормошта төп ярҙамсы, хужа булып һин ҡалаһың”, – тине.
Береһенән-береһе ваҡ алты бала атаһы Мәхмүт Мамлеевты һуғышҡа алалар, урынына әле өйләнмәгән йәш егет уҡытырға ҡала...
Иосиф Мәхмүт улының көндәлегенә тағы күҙ һалайыҡ: “1945 йылда етенсене бөтөрөп, Темәс педагогия училищеһына уҡырға индем. Ғаиләлә иң өлкән бала булараҡ, иң ауыр йөктө миңә тартырға тура килде. Ҡыҙҙар эшен башҡарырға ла өйрәндем. Ҡыҫҡаһы, әсәйҙең төп ярҙамсыһы. Тәүҙәрәк бик шаян инем, һуңынан баҫылдым. Мине нужа йыуаш итте. Башҡалар ни тип кенә йәберләмәһен, күтәрергә өйрәндем, хатта улар менән бергә үҙ-үҙемдән көлә торғайным...”

Мин Иосиф Мәхмүт улын бик яҡшы хәтерләйем. Маһира апай менән иҫ киткес матур пар ине улар. Маһира апай тәүәккәл, тура һүҙле, үткер булһа, Иосиф ағай баҫалҡы, ғәжәйеп кеселекле һәм кешелекле. Улар бер-береһен тулыландырып тора кеүек.
...Мария Федоровна алты баланың бөтәһен дә иҫән-һау алып сыға һуғыш һәм аслыҡ йылдарынан. Ире һалдырған мәктәпте йылы һәм таҙа тотоу өҫтөнә, оҙаҡ йылдар ошонда уҡ ойошторолған пионер лагерында ашнаҡсы булып эшләй. Ауылда ғына түгел, яҡын-тирәлә тәүге йәшелсә үҫтереү бригадаһы етәксеһе лә була. Тегергә, бәйләргә оҫта Мария Федоровна бер минут буш ултырмай, ал-ял белмәй эшләй. Улдары Иосиф, Валентин, Вил, ҡыҙҙары Роза, Флүрә һәм Людмилаға юғары белем алырға ярҙам итә. Һәр ҡайһыһы татыу ғаилә ҡороп, лайыҡлы тормош менән йәшәй. Ошо уҡ баһалама Маһира апайҙың бер туғандары Фәһимә, Миңнурый, Фәниә, Миңлегөлгә, ҡустыһы Тимерйәнгә лә ҡағыла.
Ә инде йәшләй генә бер-береһенә үлеп ғашиҡ булып, 45 йыл татыу ғаилә ҡороп йәшәгән Маһира менән Иосиф Мамлеевтар алты балаһын да белемле итеп, оло юлға сығара. Ҡыҙҙары Венера, Земфира, Фәнзиә педагог һөнәрен һайлай. Улдары Илдар, ауыл хужалығы институтын тамамлап, партия эшен башҡара, оҙаҡ йылдар “Россельхозбанк”тың урындағы филиалын етәкләй. Илгиз – һөнәре буйынса инженер. Айҙар – инженер-механик. Мамлеевтарҙың кейәүҙәре һәм килендәре лә ихтирамлы, белемле кешеләр. Уларҙың балалары ла юғары белем алып, ғаиләләрендә ейән-ейәнсәрҙәр үҫә.
...Иосиф Мәхмүт улы оҙаҡ йылдар Тал Ҡусҡары мәктәбендә төрлө фәндәрҙән уҡыта. Үҙенә ҡарата ғәҙелһеҙлек күрһәтелеп, нахаҡ бәлә яҡҡастары, икеләнеп тә тормай, колхоз эшенә күсеп, һөтсөлөк фермаһына етәкселек итә. Малсылар коллективы тиҙ арала алдынғылар рәтенә сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Иосиф ағай яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы. Был изге күңелле, ярҙамсыл, ғәҙел кеше тормоштоң ҡара-ҡоро яҡтарын, башҡаларҙың ике йөҙлө лә, уҫал да булған мәлдәрен һәр саҡ йөрәге аша үткәргәндер. Уның фәрештәһе Маһира апай заманында мәктәптә йыйыштырыусы ла, буфетсы ла булып эшләй.

Йәмәғәт тормошонда, хужалыҡ эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Бөгөн ул балалары­ның, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренең ҡыуаныстарына, уңыштарына шатланып йәшәй. Һәр иртәлә Маһира апай стенала элеүле торған фоторәсем эргәһенә килә. Күңеленән генә үҙе сығарған шиғырҙы уҡый:
“Онота алмайым уның
Ҡыйғас ҡара ҡаштарын,
Йәшкелт-зәңгәр күҙҙәрен...
– Ирам, бәғерем, яратам, – тип
Әйткән матур һүҙҙәрен...”
– Мин хәҙер икебеҙ өсөн дә йәшәйем. Иосиф – минең йөрәгемдә. Үҙе китһә лә, һөйөүе минең менән ҡалды... — Маһира апайҙың күҙҙәре дымлана.
...Мөхәббәт юҡ тип әйтеп ҡарағыҙ ошонан һуң. Ейән-ейәнсәрҙәре ғаилә ҡорғанда Маһира апайҙың иң изге теләге: “Олатайың менән минең кеүек яратып-яратылып йәшәгеҙ…”
 

Әбйәлил районы.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2020-07-21/m-h-bb-t-yu-tip-ytm-ge-679130
Автор:
Читайте нас: