-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ноябрь , 12:00

“Хоҙайҙың барлығын онотҡанмын икән...”

Фәнис кәүҙәгә бәләкәй ине. Быны малай мәктәпкә уҡырға барғас белде. Физкультура дәресендә иң аҙаҡҡа ҡуйҙылар уны... Малай бик ауыр кисерҙе. Юғары кластарға еткәс, бигерәк тә. Класташтары матур, буйсан булып үҫте лә китте. Ә ул ҡыҙҙарҙан да бәләкәй.

“Хоҙайҙың барлығын онотҡанмын икән...”
“Хоҙайҙың барлығын онотҡанмын икән...”

Үҙенең кәүҙәгә төпөшлөгөн бүтән сифаттары менән ҡаплатырға тырышты малай. Яҡшы уҡыны, спорт менән шөғөлләнде. Форсаты сыҡҡан һайын үҙенән бер, ике башҡа ҙур малайҙарға: “Әйҙә һуғышайыҡ, мин һине еңәм бит, – тип ебәрмәһенме! – Мин берәүҙән дә ҡурҡмайым! Мин батыр. – Унан малай беләген бөгөп, аҙ-маҙ тойомланған мускулдарын күрһәтә. – Бына-а-а! Мин берәүҙән дә ҡурҡмайым!”

Уның был ҡылығына майлайҙар көлөп кенә ҡараны. Ваҡыт үтте. Мәктәпте лә, юғарыу уҡыу йортон да тамамланы Фәнис. Әммә буйға ғына күтәрелмәне. Мәле еткәс, төрлө юлын табып, армиянан да тороп ҡалды әлеге ҡыйыу егет. Уңайы сыҡҡан әлегә лә баяғы һүҙҙе йыш ҡабатланы.

– Мин берәүҙән дә ҡурҡмайым!

– Бәргеләйем!

...Бер көн дауахана палатаһында күҙен асты Фәнис. Көтмәгәндә йөрәк өйәнәге тотоп, ҡатмарлы операция яһанылар уға. "Ярай әле ваҡытында килтереп өлгөрттөләр", – тине хирург.

Ғүмер буйы "Берәүҙән дә ҡурҡмайым" тигән һүҙҙе доға урынына ҡабатлаған ирҙең башынан был юлы “Хоҙайҙың барлығын онотҡанмын икән...” тигән уй үтте.

В. ИСХАҠОВ.

Автор:
Читайте нас: