-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ноябрь , 10:15

ЫСЫН МӨХӘББӘТ БАРМЫ?..

"Кисә генә һауаларҙан сүпләп,Һөйгәндәргә йондоҙ тараттыҡ,Ал кәрәкһә, алдарын да таптыҡ,Гөл кәрәкһә, гөлдәрен дә таптыҡ,"Йәнкиҫәктәр" тиеп йән аттыҡ…" Күренекле әҙибебеҙ Әнғәм Атнабаевтың "Ҡайҙа икән беҙҙең егетлек?" тип аталған шиғыры бына шулай башланып китә.Бала сағымдан яратыу, тәүге һөйөү, саф мөхәббәт тигән төшөнсәләрҙе ишетә киләм. Ун өс-ун дүрт йәштәрҙә мәктәбебеҙҙә күрше ауылдан килеп уҡыған ҡуңыр сәсле бер ҡыҙға күҙем төшкәс, шундай хис ысынлап та барҙыр тигән ҡарарға килгәнем иҫемдә. Мөхәббәт мәңгелек булалыр тигәнгә лә ышандым. Тәпәшерәк буйлы, бер аҙ ғына тулыраҡ кәүҙәле Зиләне (исемдәр үҙгәртелде) уйлап, төн йоҡоларымды йоҡламаған мәлдәрем дә булманы түгел…

ЫСЫН МӨХӘББӘТ БАРМЫ?..
ЫСЫН МӨХӘББӘТ БАРМЫ?..

Күптәрҙең шундай осоро була торғандыр инде. Үҫмер саҡтарынан уҡ дуҫлашып, тора-бара бер-береһен өҙөлөп яратып йөрөгән Артур менән Гөлнур исемле синыфташтарым да бар ине. Мин әлеге ҡыҙға ауыҙ асып бер һүҙ әйтергә ҡыймай йөрөһәм, былар асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, хатта етәкләшеп тә йөрөй…
Улар өсөн ихлас күңелдән һөйөнә инем. Мәктәпте тамамлап, күп тә тормай, өйләнештеләр. Шундай тәрән мөхәббәт нигеҙендә төҙөлгән был ғаиләнең ныҡлы буласағына шикләнмәнем дә. Әммә, бер нисә йылдан уларҙың ғаиләһенең тарҡалыуын ишеткәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Улар өсөн нисек борсолғанымды белһәгеҙ ине! Икеһенең дә фәҡәт ыңғай яҡтарын ғына хәтерләйем. Ҡыҙ - уҡыу алдынғыһы, өлгөлө тәртипле ине. Башҡалар менән дә мөләйем мөнәсәбәттә, ярҙамсыл, төҫкә лә һылыу ғына. Ғөмүмән, яҡшы ҡыҙ. Егет тә алдынғы спортсы, тыныс холоҡло. Бер һүҙ менән әйткәндә, бынамын тигән! "Алтын егет" тип тә атайҙар ундайҙарҙы. Тик, үкенескә, уртаҡ балалары ла булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә улар айырым. Кемдәрҙер, был парҙың араһына ата-әсәһе, башҡа яҡындары килеп ҡыҫылғандыр, тип фаразлар. Төрлө ауылдарҙан килеп, ҡала мәктәбендә уҡыған әлеге Гөлнур ҙа, Артур ҙа бер-береһенең ата-әсәһен бөтөнләйгә белмәй ине. ЗАГС-ҡа барырҙан бер нисә көн элек кенә таныштырҙы улар ата-әсәләрен. Ике яҡтың да ата-әсәһе - яғымлы ҡайны-ҡәйнәләр, егеткә лә, ҡыҙға ла тәү күреүҙән оҡшаны. Буласаҡ кейәү менән килен дә ата-әсәләрҙең күңеленә хуш килде.
Ир хәмер менән мауығып киткәндер, йә эшләмәй өйҙә ятҡандыр, шул сәбәпле айырылышҡандарҙыр, тип әйтеп тә булмай. Әрме хеҙмәтен тамамлап, мыҡты егет булып ҡайтҡан Артурҙың дә, кәләшенең дә эшһөйәрҙәр икәнлеген беләм. Сит өлкәгә китеп, үҙҙәренә ҡулайлы эш табып, ярайһы ғына яҡшы аҡса эшләп, хатта тиҙ арала фатир ҙа алып, яңы тормош башланы улар. Балалары ла тыуҙы.
"Бәлки ир "һулға" йөрөштөргәндер ҙә, ҡатыны уны ҡыҙғанғандыр?" тип тә уйларлыҡ түгел. Сөнки был хаҡта бер ни ҙә ишетелмәне. Электән белеүемсә, Артур ифрат етди егеттәрҙән ине…
Бына шулай: тормошобоҙҙа был - ғәҙәти күренеш. Был хаҡта уҡыған һәр кеше ошоға оҡшаш бихисап миҫал килтерә аласаҡ. Ә ни өсөн шулай "ғәҙәти" икән бындай хәл?
Шундай яҡташтарыбыҙға ҡарап, алдан бер-береһен бөтөнләйгә тиерлек белмәгән-күрмәгән көйө ғаилә ҡорған боронғо ата-бабаларыбыҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең ғүмер итеше тураһында уйлана башлайһың ҡайсаҡ. Башлыса башҡалар димләүе буйынса ғына танышып, никах кисендә генә осрашҡан егет менән ҡыҙ ирле-ҡатынлы булып, ҡартайғансы, хатта гүргәсә бергә булғандар бит. Айырылышыу осраҡтары ла булмаған тиерлек! Әллә күпме бала-саға ла тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бер-береһенә "атаһы", "әсәһе" тип хөрмәтләп өндәшкән бындай парҙарҙың күпселегенең уйына никах емереү тигән нәмә инеп тә сыҡмаған. Әсәйем һөйләүе буйынса, әүәле ҡатын-ҡыҙҙың ирҙән айырылып, атай йортона кире ҡайтҡан осраҡтары булмаған да тиерлек. Булһа булғандыр ҙа инде, әммә, әлеге әйтмешләй, был ғәҙәти хәлгә әйләнмәгән! Ҡыҙына "таш булып бат", тип теләк теләп оҙатҡан ата-әсәһе. Кейәүҙән айырылып ҡайтыу ғәйәт ҙур хурлыҡҡа һаналған. Ҡыҙҙар - килендәр ҙә был хаҡта бик яҡшы белгән. Ошондай рух бәләкәйҙән өләсәйҙәребеҙҙең "ҡанына һеңгән", күрәһең. Тағы кемдер "Был бит бик боронғо замандарҙа ғына булған" тиер. Әммә, бөгөнгө көндә лә, хатта минең яҡын таныштарым араһында, бер-береһен элек бөтөнләйгә белмәгән ҡыҙҙарҙы - килен, егеттәрҙе кейәү итеп алып төҙөлгән ғаиләләр күп кенә. Әллә нисәшәр бала үҫтереп, уларҙы уҡытып, бынамын тигән итеп тәрбиәләп, бик күптәргә өлгө булып, теттереп донъя көтөп ята улар…
Ысынлап та сәйер бит: белмәгән-күрмәгән кешең менән тиҙ генә таныша һалып, нисек итеп ғүмер буйы бергә йәшәмәк кәрәк? Ә мөхәббәт?.. Йырсыларыбыҙ данлап йырлаған, шағирҙарыбыҙ бөйөктәргә сөйгән "һөйөү" тигән хис ҡайҙа булған? Ғөмүмән, ундай нәмә донъяла бармы? Булған хәлдә, "мөхәббәтле" никах төҙөп ҡауышҡандарҙың яртыһынан күбеһе ни өсөн ҡабаттан айырылыша һуң?.. Ысын мөхәббәт, бәлки, ғаилә ҡорғас ҡына тыуалыр? Улай булһа, һигеҙенсе синыфта уҡыған ҡарпыш ҡолаҡлы малай менән бумала баш ҡыҙыҡай араһындағы бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтте нисек атарға? Үҫеп етеп, беләгендә һәм башҡа урындарында көс ташып тороуын тойған егет менән бешкән сейәләй матур йөҙлө, зифа буйлы ҡыҙ араһындағы бер-береһенә ылығыуҙы мөхәббәт тип атап буламы? Шундай "ҡайнар" тойғо кисереүселәр "Мөхәббәт берәү генә була", бәғзеләре хатта "Ул - мәңгелек" тип тә ебәрә. Әгәр улай икән, ни өсөн сикһеҙ һөйөү менән "янған" парҙар, ҡауышҡандан һуң, бер-береһен яратмай, хатта күралмай башлай? Бер-береһенә: "Мин һине бүтәнсә яратмайым", - тигән һүҙҙәр әйтешеп, инде "атай, әсәй", тип тәтелдәп торған алтындай балаларын сыр-сыу илатып, айырылышыу яғын яйлай, ысын мөхәббәттең бөтөнләйгә булмауы хаҡында гәп һата. Башта телгә алынған шиғырҙа әйтелгәнсә, "Йәнкиҫәктәр"ҙе беҙ әйләндерҙек Йән ҡыйыусы уҫал ҡатынға. Алдарыбыҙ инде ал түгелдәр, Гөлдәребеҙ шиңде һалҡынға…"
Ә был мәлдә… Бәлки, ҡасандыр яҡындары ғына таныштырған, әлеге әйткәндәй, "димләп ҡауыштырылған" икенсе пар иң беренсе нәүбәттә балаларын хәстәрләп, шул ғәзиздәренә һөйөнөп, көңгөр-ҡаңғыр итеп, артабан донъя көтә. Үҙҙәре төҙөгән ҙур, матур ғына йорттары ла балҡып тора. Танышҡан, ҡауышҡан саҡта "һөйәм" тигән һүҙҙе лә әйтешмәгән был ир менән ҡатын араһында татыулыҡ, тыныслыҡ хөкөм һөрә…
Инаныуымса, бала саҡтан туғандары, ата-әсәһе, башҡа кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә, матур тәрбиә өлгөһөндә үҫкән егет һәм ҡыҙ, ҡауышҡандан һуң, үҙҙәрен ана шундай тормошҡа көйләй. "Өйләнештең икән, хәләл ефетеңдең һәр бер яҡшы яғын ыңғай баһалап, кире яғын күрмәҫкә тырышып, уға мөмкин тиклем ярарға ынтылып йәшәргә кәрәк", тигән инаныуҙа булған был пар ғүмер буйы бергә йәшәйәсәк!
"Мөхәббәтле" никах ҡораһыңмы, әллә димләү буйынса өйләнешәһеңме - барыбыҙ ҙа (егет тә, ҡыҙ ҙа) "тоҡ эсендәге бесәй"ҙе алған кеше хәлендәбеҙ инде. Халыҡ әйтмешләй, "кешенең эсен ярып ҡарап булмай". Тик үҙең, балаларың бәхетле булһын тиһәң, ғаилә ҡорғас та бер-береңде еңеп алыу, үҙ һүҙеңде өҫкә сығарыу тигән уй бер ҡасан да башыңа килергә тейеш түгел. Ир - үҙенең, ә ҡатын кеше үҙ урынын белеп, тыныс ҡына йәшәп алып китһен ул. Бер-берең алдында булырға тейешле яуаплылыҡ тойғоһо иң тәүге планға сығырға тейеш. Береһе үҙ бурысын икенсеһенә йөкмәтергә тырышмай, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған саҡта ғына ғаилә именлеге ғүмергә һаҡлана.
"Мөхәббәт"леләр һәм "димләнгән"дәрҙең ғаилә хәлдәре, әлбиттә, мин яҙғанса ғына түгел. Тегеләрҙең дә, быларҙың да, өсөнсөләрҙең дә тормошо бихисап күп төрлө... Тик бәғзе берәүҙәрҙең "Бер-береңде һөйөп-һөйөлөп төҙөлгән ғаиләләр нығыраҡ була", тигәнерәк фекеренең төптән хаталы булыу ихтималлығына ишара өсөн генә килтерҙем бындай сағыштырыуҙы.
Әйткәндәй, ҡасандыр "Ромео менән Джульетта"лар, "Таһир менән Зөһрә"ләр, "Отелло - Дездемона"лар, "Хәлил-Ғәлиәбаныу"ҙар, шулай уҡ һәр дәүерҙәге йәш егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ тойған "мөхәббәт" тип аталған хисте, бер-береһенә әҫәрләнеп өндәшкән "һөйәм" һүҙен мин шәхсән "мауығыу" тип кенә атар инем. Ысын мөхәббәт, ысын һөйөүҙең, башлыса, илеңә, телеңә, динеңә, халҡыңа, ата-әсәңә, балаңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә, яҡын туғандарыңа ҡарата булыуы - дөрөҫөрәктер. Ә инде оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән хәләл ефетеңә - балаларыңдың әсәһенә (атаһына) ҡарата булған хискә, мөнәсәбәткә ҡарата "тәрән ихтирам", "оло хөрмәт" тигән һүҙ ҡулланыу күпкә дөрөҫөрәк, минеңсә. Бәлки, кемдер башҡа фекерҙәлер?
…Шулай ҙа, башта иҫкә алған Артур менән Гөлнурға матур йәшәү өсөн нимә етешмәгәнен үҙем дә аныҡ ҡына итеп әйтә алмайым. Тормош юлдары - ифрат та ҡатмарлы…

Айытбай ВӘЛИЕВ.
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=7024

Автор:
Читайте нас: