-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь , 16:30

Мөхәббәттең күҙе һуҡырмы?

Төҫ-башҡа һылыу ҡыҙ булһам да, егеттәр менән борсағым бешмәне. Студент саҡта беҙҙең ауылға йыш килеп йөрөгән ҡала егетенә ғашиҡ булдым. Ул да мине оҡшатты. Ошо хис оҙаҡламай ҡайнар мөхәббәткә әүерелде. Ул хеҙмәткә киткәс, көн һайын тиерлек хаттар яҙып, ике йыл өйҙән сыҡмай уны көттөм. Ә егетем имеш-мимеш хәбәрҙәргә ышанып, мине ташланы. Ошо хәлдән һуң йөрәгемде бикләнем, күңелем ҡатты. 

Мөхәббәттең күҙе һуҡырмы?
Мөхәббәттең күҙе һуҡырмы?
Юғары уҡыу йортона индем. Баш баҫып уҡыным. Диплом алып сыҡҡас, баш ҡала поликлиникаларының береһенә теш табибы булып урынлашҡайным. Баш табип, тиҙҙән үҙ клиникаһын асып, эшкә саҡырҙы. Аҡса мул ғына сыға ине. Яңғыҙ башыма күп кәрәкме, тәүҙә сит ил машинаһы алдым, һуңынан фатир йүнләнем. Гел эш менән күңелемде баҫтым. Артыҡ бер кем менән дә аралашманым, ир-егеттәрҙе үҙемә яҡынлатманым. Әлбиттә, фәрештә түгелмен. Осрашҡан кешеләр булды, ләкин күңелемә ятмағас, араларҙы өҙөргә ашыҡтым.
 
Бер йылды ҡышҡыһын үтә арып киттем, ҡаҡшаған һаулығымды нығытайым тип, ял йорттарының береһенә барырға ҡарар иттем. Көтөлмәгән осрашыу ошонда булды ла инде.
 
Хәбир минән бер нисә йәшкә өлкән ине. Бер өҫтәл артында ултырҙыҡ. Яйлап һөйләшеп киттек, кистәрен һаулыҡҡа файҙа булһын тип, биш километр араны көн дә йәйәүләп үтергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Хәбир бынан ике йыл элек ҡатыны менән айырылышҡан икән. “Һуңғы йылдары мөхәббәтһеҙ йәшәй башланыҡ. Ул минән ситләште, мин дә һыуындым. Бала ла арабыҙҙы йылыта алманы”, – тине ул. Ышандым. Инде икебеҙ ҙә ҡырҡҡа етеп барған кешеләр, эште оҙаҡҡа һуҙманыҡ, ял йортонан ҡайтҡас та, ата-әсәләр менән танышырға, йәйгә туй үткәрергә һөйләштек. Һуңғы йылдарҙа бер төрлө аҡҡан, бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаш һоро көндәрем йәйғор төҫтәренә мансылды. Мөхәббәткә һыуһаған ҡатынға күп кәрәкме? Мин сәскә аттым.
 
Тик бергә йәшәй башлау менән быға тиклем күренмәгән сифаттары асыла башланы: Хәбир һыра ярата. Кис эштән биш-алты шешә тотоп ҡайта. Уларҙы бөтөргәнсе эсә. Минең аптырауға: “Был һыра ғына бит! Унан нимә булһын? Ҡабартма, йәме”, – тип кенә яуап бирҙе. Ә минең эскән кеше менән йәшәгем килмәүҙе ҡолағына ла элмәне. Саманы белмәй эсеп ташлаһа, холҡо бигерәк ауыр. Ҡыҙып китһә, туҡтатырмын тимә. Шул ваҡытта уҡ араларҙы өҙөргә кәрәк булған да бит... Төҙәлер, өйләнешһәк, улай уҡ булмаҫ, тип өмөтләндем. Тик быныһы әле сүп кенә булған икән.
 
Бәләләр һуңыраҡ башланды. Өс ай йәшәгәндән һуң, ул минең кеҫә телефонымда ниндәй функциялар бар икәнлеген ҡарарға һораны. Йәнәһе, үҙенә лә шундай телефон алғыһы килә. Оҙаҡ ҡына булышты ул аппарат менән. Баҡһаң, мин аралашҡан бөтә телефон һандарын да яҙып алған. Һуңынан һәр кешегә шылтыратып, уның миңә кем икәнде һорашҡан. Эсеп алғас, телефон кенәгәһендә яҙылған һәр бер ир-егет менән ниндәй мөнәсәбәттә булыуыбыҙҙы һорашып, ыҙғыш ҡуптарып, туҡмап, төнө буйы һорау алып сыҡты. Иртән, айнығас та, ишеккә күрһәтергә ине лә бит! Тик был төн миңә һабаҡ булманы, дөрләп янған мөхәббәт утын да һүндермәне. Шулай ҙа күңелдә ҡурҡыу ояланы. Ул да был хәлдән һуң тынысланманы. Киреһенсә, эштән ҡайтыуым була, шунда уҡ телефонымды алып, кемгә шылтыратҡанмын, кемгә sms хәбәр яҙғанмын, барыһын да ҡараны. Шикле һандарға шылтыратып, яңылыш эләккән булып ҡыланды. Һуңынан мине үртәй башлай. Көнләшеүенең сәбәбе — быға тиклем кем менәндер булған мөнәсәбәттәрем, беренсе мөхәббәтемә бәйле хәл-ваҡиғаларҙыр тип уйлайым. Осрашҡан мәлдә асылып китеп, уға барыһын да йәшермәйенсә һөйләп биреүемә һаман үкенәм. Яратҡан кешем минең турала бөтәһен дә белергә тейеш, тип уйлағайным үҙемсә.
 
Ниһайәт, ата-әсәһе менән танышыу көнө лә килеп етте. Улар иҫ киткес һәйбәт кешеләр булып сыҡты. Әсәһе менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, серҙәштәргә әүерелдек. нәҫелдәре менән ирҙәре көнсөл зат икәне асыҡланды. Хәбирҙең беренсе ҡатыны тап ошо көнсөллөк арҡаһында айырылышҡан икән. Буласаҡ ҡайным да, йәш сағында көнләшеп, ҡатынының елек майын һурған булған. Шулай ҙа ул мине тынысландырырға ашыҡты. Өйләнешһәгеҙ, барыһы ла һәйбәт булыр. Холҡо үҙгәрер, тигән булды. Һәр әсә балаһы өсөн ҡайғыра инде. Бәлки, минең менән һәйбәт кенә йәшәп китер тип өмөтләнгәндер. Ата-әсәһе эргәһендә булғанда, Хәбир үҙен әүлиә кеүек тотһа ла, ҡайҙалыр сыҡһаҡ, игәй башлай ине. “Ниңә был иптәшемә шулай тинең”, “быныһына оҙаҡ ҡараның” һәм башҡаһы. Ҡайтып еткәнсе мыҫҡыллап илата, ҡул күтәрә торғайны. Шулай ҙа тыуған өйөңдөң тупһаһын ашатлап индеңме, һинән дә бәхетлерәк кеше булмаҫҡа тейеш. Йылмайырға бурыслыһың. Ата-әсәһе бер нәмә лә һиҙмәҫкә тейеш.
 
Был ғаиләнең сәйерлеге тураһында ла һөйләп үткем килә. Бер йыл йәшәгән арала беҙ уларға йыш ҡайтып йөрөй инек. Шул күҙгә салынды: уларға бер ҡасан да, бер кем дә ҡунаҡҡа килмәй. Ауыл ерендә йәшәһәләр ҙә, йомош менән ингән кеше тойолмай. Дуҫтары юҡ, туғандары менән йыйылышып табын ҡормайҙар. Ғаилә байрамдарына ла хатта өҫтәл янына йыйылмайҙар ине. Уларҙа үткән ял көндәрендә тамам арып, үҙемде ситлектәге ҡош кеүек хис итеп ҡайта торғайным.
 
Минең ата-әсәйем иһә Хәбирҙе күргәс тә оҡшатманы. Улар туйҙы ашыҡтырмаҫҡа, көҙгә ҡалдырырға өгөтләне. Был кешенең ниндәй икәнен һиҙемләгән атай-әсәйемә һаман рәхмәтлемен. Был хаҡта беҙ күп бәхәсләштек, тик мин ыңғайламаным. Йәй үтәсәк туйҙы көҙгө осорға күсерҙем. Ә ул көндән-көн ғариза яҙыуҙы ашыҡтырҙы. Бының сәбәбен һуңынан ғына аңланым: фатирымды һатып, икенсе ҡаланан иркенерәк фатир алырға уйлаған икән. Тәүҙә ЗАГС-ҡа барыуҙан баш тарттым. Унан фатирымды алмаштырыуға ҡаршы килдем. Был Хәбирҙе сығырынан-сығарҙы. Йомортҡанан йөй эҙләгәндәй, көн һайын бәйләнде, ҡул күтәрҙе. Тик һәр нәмәнең ахыры була, тиҙәр. Ауырға ҡалғанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Көндәрҙән бер көндө Хәбир эшемдән сығыуымды һағалап торған. Уны-быны уйламағас, баш табип менән һөйләшә-һөйләшә клиниканан сыҡтым. Хеҙмәттәшем машинаға ултырып китте, мине иһә машинам эргәһендә йоҙроҡтарын төйнәгән ир көтә ине. Ҡайтып еткәнсе аҡланып килдем. Өйгә инеү менән ул мине һуғып осорҙо, типкеләй башланы. Эсемә ныҡ итеп тибеүҙән аңымды юғалтҡанмын.
 
Дауаханала ғына иҫемә килдем. Яңыраҡ ҡына яралған баламды юғалттым. Дауаханала мөмкин тиклем оҙағыраҡ тотоуҙарын һораным. Әҙерәк хәл йыйғас, тормошома талпан кеүек ҡаҙалған Хәбирҙе ҡыуып сығарҙым. Шулай ҙа унан ҡотолоуы ауыр булды. Эштән ҡайтҡанымды һағалап, таныштарыма, туғандарыма минең турала имеш-мимеш һөйләп, эшемә шылтыратып, бысраҡ өйөп, ниҙәр генә ҡыланманы. Шуға ла фатирымды алмаштырып, ҡаланың икенсе яғына күсендем. Аҡсалы эшемдән китергә тура килде. Тик ошо ҡыйынлыҡтар бәхетемде осратырға ярҙам иткәндер. Яңы дауаханала эш башлау менән әлеге тормош иптәшемде осраттым. Кешелекле, уңған булып сыҡты. Уның эргәһендә йән һәм тән рәхәте таптым. Ике балабыҙ бар. Ул мине көнләшмәй, балаһы һымаҡ ҡурсалап ҡына йөрөтә. Иң мөһиме: миңә ысын күңелдән ышана һәм һәр бер һүҙемде шик аҫтына ҡуйып, йәнемде үртәмәй.
 
Һәр кемде бәхет иленә алып барыр һуҡмаҡ бар. Кемдеңдер һуҡмағы һикәлтәле, бормалы-бормалы була. Тик бәхет илендә кешене үҙ йәре көткәнен онотмағыҙ. Ә йыртҡыс ир менән йәшәү һәм үҙеңде бәхетһеҙлеккә дусар итеү кәрәкмәй. Ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә бит. Шуға күрә мөхәббәтле донъяла йәшәү фарыз.
 
Һылыу.
 
Автор:
Читайте нас: