-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ноябрь , 12:40

Фәриҙәмде һағынам

Был хаҡта Фидан Сафа улы хәләле, мәрхүмә Фәриҙә апай хаҡында һөйләгәндә телгә алған. – Йөрәгемдә һағыш та бар, һөйөклө ҡатынымды һағынам, бик аҡыллы ханым ине. Ғүмере буйы мине яратып, хөрмәт итеп, ижадыма ярҙам итеп йәшәне.

Фәриҙәмде һағынам
Фәриҙәмде һағынам

Әхирәттәре мине йыш ҡына тегенең менән йөрөй, бының менән осраша, тип һөйләгәндә лә сер  бирмәне. “Фидан күренекле артист, уны ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яратмаһа ни була инде, мин уны барыбер яратам”, – тип кенә яуап бирә ине. Күңелемдә әле лә башҡаларға урын юҡ, ул ғүмерем аҙағына ҡәҙәр йөрәгемдә. Ә көндәлек тормош элеккесә дауам итә. Мин позитив тулҡында, дуҫтарым күп, аралашам. Көн һайын йәйәү йөрөйөм, инде 20 йылға яҡын иҫерткес эсемлек ҡулланмайым. Балаларымды үлеп яратам, ейәндәрем – күңел дауаһы. Азамат улым менән бер театрҙа эшләйбеҙ. Икенсе ғаиләһе, 3 ҡыҙы, бер улы бар.  Азамат 14 йәшлек  Самира һеңлеһе өсөн өҙөлөп тора, ярата.

Ситтә тыуасаҡ балам хаҡында белгәс, иң беренсе Фәриҙәмә әйттем. Үҙ ҡаным икәненә шигем һис юҡ ине, ә бына Фәриҙәнең ышанаһы килеп ике тапҡыр ДНК яһаттыҡ. Ул да Самираны яратты. Беҙ йәй буйы Өфәгә йөрөп эшләнек, ул ҡыҙым менән йортта ҡала ине. Самира менән әсәһенә әле лә ярҙам итәм. Жуково ҡасабаһында ике ҡатлы коттежда йәшәйҙәр. Яҡшы мәктәптә уҡый: илтеп ҡуям, барып алам. Ҡабаттан тормош ҡорорға теләмәүемдең сәбәбе – кемгәлер яраҡлашаһым килмәй. Эске тәбиғәтем шулай. Мине үҙгәртеп булмай. Фәриҙә һымаҡ аҡыллы ҡатын ер йөҙөндә башҡаса юҡ ул.

Фото: bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: