Улы Нияз кәләш алғас, ҡайҙа баҫырға белмәй һөйөндө. Колхозда ауыр эштәмен тип торманы, унан йүгереп ҡайтып өйҙәге барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Килене ауырлы саҡта “нимә ашайһың килә? Нимә бешерәйем?” тип эргәһендә өлтөрәп йөрөнө. Йортон да, бер-бер артлы тыуған ейән-ейәнсәрҙәрен дә ҡараны. Килененә эш тә, башҡаларҙан һүҙ ҙә тейгеҙмәне. Гөлсөм декреттан эшкә сыҡҡас, ҡайтыуына ашарға бешкән, балалар ҡаралған була, хатта дәрестәрен дә эшләтеп ҡуя ине.
Шуғалырмы бик иркә йәшәне Гөлсөм ҡәйнә йортонда. Шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итте был тормошто. Ләкин йылдар үтә торҙо Нәфисә әбей ҙә ҡартайҙы. Һалҡында фермала резина итек кейеп йөрөү ҙә эҙһеҙ үтмәне. Йәнгә үтеп аяҡтары һыҙланы. Шул ваҡытта ла түҙҙе, балаларына терәк булырға тырышты. Һыҙлана-һыҙлана бәрәңгеһен дә күмдереште, малын да ҡарашты. Ейән-ейәнсәрҙәре тиҙ генә үҫте таралашты. Өй ҡотһоҙланып, һүнеп ҡалғандай тойолдо.
Элек “әсәй” тип өҙөлөп торған килененең дә ҡарашы үҙгәрә барҙы. Ҡәйнәһенә артыҡ тамаҡҡа ҡараған һымаҡ ҡараны, уны һанламаны, һүҙен тыңламаны, улы өйҙә юҡта хатта ашарға ла саҡырмаған саҡтары булды. Нәфисә әбей асҡа утырһа ултырҙы, ләкин сабырһыҙланып бер тауыш сығарманы, аралары боҙолоп ҡуймаһын тип, улына ла бер һүҙ әйтмәне, ризаһыҙлыҡ белдермәне.
Килене ҡаты ҡаҙалғанда ла әсе күҙ йәштәрен шым ғына йотоп, үҙенең бүлмәһендә бәйләмен бәйләп, доғаларын уҡып ултырҙы. Пенсия көнө килеп етһә, тиненә тиклем килененә бирә барҙы: “Мә, килен, файҙаға ярат. Донъяға хәҙер һеҙ хужа бит. Мин аҡса менән нимә эшләйем”, - тиер ине. Ләкин килене ҡәйнәһенең күңелен күреп, бер күлдәк ала белмәне. Байлыҡ, рәхәт тормош кешене ни тиклем боҙоуын күреп йөрәге әрнене ҡәйнәнең.
Һуңға табан хәле бигерәк насарайҙы, аяҡтарына баҫа алмай башланы Нәфисә әбей. Үҙенең тиҙҙән яҡты донъянан китерен дә һиҙеп-тойоп ятты. Бер көндө шул тиклем итеп ҡоротло итле һурпа эскеһе килде.
– Килен, ҡоротло һурпа эскем килә. Аш ҡына һал әле, – тине күҙҙәрен мөлдөрәтеп.
– Нимә бешерһәм дә риза бул. Һайланып ултырма. Һинең генә ҡайғы түгел, – тигән ҡырт яуап ишеткәс, башҡа өндәшмәне.
Төшкөлөккә килене индереп биргән былау тамағынан үтмәне.
Бөгөн иң өлкән ейәнсәре Әсмә Май байрамына ҡайтып төшкәс, күңеле күтәрелеп китте Нәфисә әбейҙең.
Бала сағынан эргәһендә йөрөтөп, эшкә өйрәтеп үҫтергән ейәнсәре бит ул! Ана әле лә, ҡайтып ҡулын йыуыу менән өләсәһе эргәһенә килеп инде.
- Өләсәй, хәлдәрең нисек? Нишләп бирешеп киттең? Ҡара, һиңә байрамға яңы күлдәк алып ҡайттым. Һин яратҡан йөҙөм, күрәгә менән хәҙер бергәләп сәй эсербеҙ, - тине ҡыҙ әбейҙең ҡаҡса ғына кәүҙәһен ҡосаҡлап.
– Рәхмәт, балам, изгелегең өсөн. Былай ҙа гел һин бүләк иткән күлдәктәр бит инде өҫтөмдә. Минең шул тиклем ҡоротло һурпа эскем килә. Аш ҡына бешер әле, ҡыҙым. Тамағыма ризыҡ үтмәй бит, – тине хәлһеҙ генә итеп.
Әсмә оҙаҡҡа һуҙманы. Шунда уҡ тауыҡ итен бешерергә ултыртты. Ул арала өләсәһен мунсаға алып барып, матурлап йыуындырып алып ҡайтты. Яңы күлдәген кейҙереп, сәстәрен тарап йыйып ҡуйғас, Әсмә әбей матурланып китте. Ул арала аш та бешеп сыҡты.
–Үҙенең бүлмәһендә генә ултырып ашаһын. Ҡарттарҙың еҫен сығарып ултырмаһын, – тип әсәһе мыжыһа ла, Әсмә өләсәһен залда ҡоролған өҫтәлдең иң түренә ултыртты. Ул арала атаһы ла эштән ҡайтты. Элеккесә күмәкләшеп табынға йыйылдылар.
Һурпалы ашты бик һағынғайны Нәфисә әбей. Шул тиклем яратып, танһыҡ итеп тәрлинкәләге ризыҡты бөткәнсе ашап ҡуйҙы. Ейәнсәренә шул тиклем рәхмәтле ине ул. “Үҙем үҫтергән ҡыҙым бит ул минең” тип арҡаһынан һөйөп алды.
-Мин саҡ ҡына креслоға терәлеп торайым әле, һеҙҙең хәбәрҙәрегеҙҙе тыңлап иркенләп ултырайым, – тип яҡындағы урынға күскәнендә Нәфисә әбейҙән дә бәхетле кеше булмағандыр.
Балаларының һөйләгәндәрен йылмайып тыңлаған килеш, күҙен йомоп шым ғына был донъянан китеп тә барҙы ул. Яҡындары хатта һиҙмәй ҙә ҡалды...
Фото: culture.ru
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2024-04-29/yn-r-nyeshen-alma-y-3748203