-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ноябрь , 17:30

Ҡәйнә булыу ҙа сәнғәт

Ни эшләптер сериалдарҙы бөтөнләй үҙһенмәйем, күбеһенсә ашыҡ-бошоҡ, аҡса эшләү өсөн генә төшөрөлгән, рухи аҙыҡ бирә алмаған был тамаша­ларҙан ваҡытымды ҡыҙғанам. Ә бына каналдарҙы күсергәндә осраҡлы рә­үештә тап булған «Икенсе туй» тип аталған һинд сериалы тәүге кадрҙан уҡ арбаны. Бер сетерекле хәл сискән­дә ҡәйнә кешенең килене хаҡлы булмаһа ла, уны яҡлап әйткән һүҙҙәре һиҫкәндерҙе һәм уңайы сыҡҡанда мин был ғаилә ҡиммәттәрен алға ҡуйған фильмды ҡараштыра башланым. Һинд халҡында әлеге көнгә ҡә­ҙәр атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә абруйы бик көслө, балалары уларҙың фатихаһынан тыш бер аҙым да баҫмай. Әммә мин ҡараған сериалдағы ҡәйнә­нең ҡулындағы дилбегәне гел үҙенә ҡайырмай, һәр кемдең дә күңелен уйлап эш итеүе, шул уҡ ваҡытта ғаилә йолаларын һәм дин талап иткән тәр­типтәрҙе лә ныҡ тотҡан ғәҙел уҫал ҡәйнә була белеүе һоҡландырғыс. Уның өс килене менән нисек итеп мөнәсәбәттәр ҡороуын күҙәтеү үҙе мауыҡтырғыс бер шөғөлгә әйләнде, һабаҡ булды, тиһәм дә була.

Ҡәйнә булыу ҙа сәнғәт
Ҡәйнә булыу ҙа сәнғәт
Килендәрҙең, ҡайнылары килеп инеү менән, йәһәт кенә яулыҡтарын ябыныуҙары, уға мөһим мәсьәләләрҙе үҙҙәре еткермәй, ирҙәре аша әйттереүҙәре – әсәйемдең мин кейәүгә сыҡҡан мәлдә әле килендәр ҡайнылары һәм ҡайнағалары менән һөйлә­шеп бармай торғайны, әйтер нәмәне ирҙәре йә ҡәйнәләре арҡылы еткерә­ләр ине, тип утыҙ-ҡырҡ йыл элекке тәртиптәрҙе һөйләүен иҫкә төшөрҙө.
Уйлап ҡараһаң, килен кешегә кәңәштәр һәм нәсихәттәр биргән мәҡәләләр йыш баҫылып тора, ә ҡәйнәләргә арналғандары бик һирәк. Ә бит ҡәйнә булыу – үҙе бер сәнғәт. Килендәрҙең ниндәй булыуы арыу икәнлекте аңғартҡан күпме мәҡәлдәр, әйтемдәр бар, ә ҡәйнәләр тураһында әҙ. Әлбиттә, халҡыбыҙҙа борон-борондан килен ҡәйнә йортона төшкән һәм унда хужа кеше ҡайны тип иҫәп­ләнһә лә, асылда «һауа торошон» уның ҡатыны билдәләгән. Зирәк аҡыллы ҡәйнә идара иткән йортта һәр кем үҙ урынын һәм бурыстарын аныҡ белгән, тыныслыҡ хөкөм һөр­гән. Шуға ла абруйлы ҡәйнәләргә – ағинәйҙәргә аҡыл өйрәтеп мәҡәлдәр сығарыу үҙе үк аҡылһыҙлыҡ та булып күренгәндер, бәлки. Ололарҙан элек килендәр менән ҡәйнәләрҙең нисек татыу йәшәгәндәре хаҡында күп ишетһәк тә, бөгөнгө ысынбырлыҡта кире миҫалдар ҙа етерлек.
Йәштәр хәҙер ҡыйыу һәм бойондороҡһоҙ, улымды үҫтерермен дә, рәхәтләнеп килен йомшармын, тип өмөтләнгән әсәләр йыш ҡына килендәренең хыялдарындағыса күндәм булып сыҡмауынан шаңҡып ҡалалар һәм, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәш асып, хәлдәрен тағы ла ҡатмарлаштыралар, үҙҙәрен ҡорбан хәлендә кү­рә башлайҙар. Уларҙың улдарын ҡыҙ­ғанып ғаиләне тарҡатыу хәленә еткергәндәре лә йыш осрай. Был бигерәк тә малайҙарын яңғыҙ үҫтергән ҡатындарға ҡағыла. Әлбиттә, мөнәсә­бәттәр ҡорғанда ике яҡ та яуаплылыҡ тойорға тейеш, әммә бөгөнгө кәңәш­тәребеҙ шәхсән ҡәйнәләргә арнала.
Һеҙҙең йәнегеҙҙәй күреп ҡәҙерләп үҫтергән улығыҙ өйгә һөйгәнен алып ҡайтасағын белдерҙе, ти. Беренсенән, ғаилә ҡороп йәшәүҙе һанға һуҡмаусылар бихисап булған был заманда улығыҙҙың ишен табып, өйләнергә теләк белдереүе үҙе бәхет, юғиһә, әҙме ни таныштарығыҙ араһында ҡырҡ-илле йәшлек «егеттәр», өләсәй булыу шатлығын татый алмай оло­ғайған ҡатындар. ≠ҙегеҙҙе, яңы статусығыҙ менән ҡотлап, берәй матур кейем һатып алып ҡыуандыры­ғыҙ, һис юғы яңы яулыҡ, был хаҡта улығыҙға ла, киленегеҙгә лә әйтергә онотмағыҙ, яңылыҡты ихлас ҡабул итеүегеҙ уларға ышаныс өҫтәр. «Өф» итеп үҫтергән улығыҙ янында батша ҡыҙы уҡ булмаһа ла, берәй байҙарҙың һуш китерлек сибәркәйен күргегеҙ килгәйнеме? Өйөгөҙгә килеп ингән ҡыҙ баланы белеме йә башҡа яғы ме­нән улығыҙға тиң түгел һымаҡ күреп, эсегеҙ бошоп торамы? Әллә, кире­һенсә, дипломдары күберәк, артыҡ нәзәкәтле был тәтәй улымды һанлар­мы, тип ҡотоғоҙ остомо? Бындай уй­ҙарҙы бөтөнләй башығыҙҙан алып ташлағыҙ, улығыҙ меңдәр араһынан тап уны бушҡа ғына һайлап алмаған бит инде, иғтибарын яуларлыҡ шәп яҡтары булмаһа, ғәзизегеҙҙең ул тип һушы китмәҫ ине ләһә...
Килен буласаҡ кеше һеҙгә нисектер һынап, ҡырын ҡараған һымаҡ тойолдомо, әллә әсәһе менән сағыштырып, минеке йәшерәк йә ыҫпайыраҡ, тип уйлап ултыра микән тип шикләнеп тә ҡуйҙығыҙмы? Ә тәү тап­ҡыр һеҙҙең алдығыҙҙа күренеү уның өсөн ни тиклем тулҡынландырғыс һәм ҡурҡыныс икәнен уйламайһы­ғыҙмы? Үҙегеҙҙең ҡәйнәгеҙ менән танышҡан саҡтағы тойғоларығыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Һәйбәтерәк күренәм тип тырышыуығыҙҙың нисек йәпһеҙ килеп сығыуын, шуға асыуығыҙ килеп, юғалып ҡалыуығыҙҙы иҫләнегеҙме? Һеҙгә бында, үҙ йортоғоҙҙа һәр мөйөш таныш, ә ул бит ят мөхиткә килеп эләккән ситлектәге ҡошсоҡ хәлендә. Бергәләп сәй эсеп алғандан һуң, үҙем алам тип, сынаяҡ­тарға тотоноуы күңелегеҙҙе йылытып ебәрһә лә, таҙартҡыс шыйыҡсаны саманан артыҡ күп һалып күпертеп тороуы, сынаяҡтан алда ҡалаҡтарҙы сайҡатыуы һиҫкәндереп ебәрҙеме? Беҙҙең өйҙә улай итмәйҙәр, тип һүҙ башлауҙан тыйылып ҡала алған бул­һағыҙ, һеҙгә һәйбәт ҡәйнә булып китеүе әллә ни ҡыйынға төшмәҫ. Ә кем улай ҡалаҡтарҙы сынаяҡтан алда сай­ҡата инде, тип ысҡындырһағыҙ, йә беҙҙә сәй эскәндән һуң шәкәр һауыты өҫтәлдә тороп ҡалмай, тип иҫкәртә­һегеҙ икән, сабырһыҙлығығыҙ өй эсендәге тыныслыҡҡа хеҙмәт ит­мәйәсәге көн кеүек асыҡ. Эйе, һәр йорттоң үҙ ҡағиҙәләре, һәр ҡыҙ балаға әсәһе үҙе белгәнсә, дөрөҫ тип һана­ғанса өйрәтә һәм улар һеҙҙең ҡараштар менән тап килмәй икән, был етешһеҙлек түгел, ә бары үҙенсәлек икәнен аңларға тырышығыҙ.
Тора-бара ҡыҙ бала яңыса, һеҙҙеңсә донъя көтөргә лә өйрәнер, өйрәнмәһә лә, бәлә булмаҫ, әгәр ҙә һеҙ уны һәләкәткә әйләндермәһәгеҙ инде. Хәҙер һеҙҙең таныштарығыҙ, күрше-күләнегеҙ ҙә хәлегеҙҙе белешкәндә, килен нисек, тип һорашып ҡына торор. Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, нимәгә һыу ҡойһаң, шул үҫә. Етешһеҙлектәрен сит кешеләр алдында фаш итеүҙән тыйылып, ҡыҙ баланың һәйбәт яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алып һөйләгеҙ. Ситтәрҙән, ҡәйнәң һинең хаҡта насар ћµйлєй, тигєн ҡырын һүҙ ишетһә, киленегеҙҙең күңеле үҫмәҫ, киреһенсә, һеҙҙән һаҡланып, ҡабырсаҡҡа бик­ләнеп ҡуйыуы ла бар. Ә инде һеҙҙең үҙе хаҡында маҡтап һөйләүегеґґе белеү уны тағы ла яҡшыраҡ булырға дәртләндерер. Был ябай ғына ҡағиҙә­нән тайпылмағанда, бик күп күңел­һеҙлектәрҙе урап үтеү мөмкин буласаҡ.
Бик тә килешмәгән эштәре булып, тәнҡитләргә йә кәңәш бирергә теләһәгеҙ, быны улығыҙ алдында эшләмәгеҙ, киреһенсә, ирең булмағанда әйтеп ҡалайым әле, уның быны ишетмәүе яҡшыраҡ, тип өндәшһәгеҙ, һеҙҙән дә ҡәҙерле ҡәйнә булмаҫ, ә инде йәштәр араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡанда артыҡ ҡыҫылмау хәйерле, улығыҙ хаҡлы булғанда ла, асыҡтан-асыҡ киленегеҙҙең етешһеҙлектәрен барыһы алдында теҙеп сығыу яҡшы һөҙөмтә бирмәҫ. Йылы һүҙ ташты ла иретә, тиҙәр, киленегеҙҙән маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ, тыуған көнө йә башҡа байрамдар уңайынан ҡотлап бәләкәй генә булһа ла бүләктәр бирегеҙ, мәҫәлән, килен, ҡәйнә булышыуыбыҙҙың өс айлығы, ярты йыллығы менән ҡотлашып алайыҡ, тип, алдан һөйләшеп, бүләк алмашыу кеүек икегеҙгә генә ҡағылған йолалар булдырһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт. Хәҙер йәштәр бик белемле, интернет менән дә дуҫтар, яйы сыҡҡанда, кәңәш һорау ҙа киленегеҙҙең күңелен үҫтерер. Абруйлы, хөрмәтле ҡәйнә булғығыҙ килһә, үҙегеҙҙең килен кеше өсөн өлгө икәнегеҙҙе бер ҡасан да башығыҙҙан сығармағыҙ. Йәшәп-йәшәп тә, һаман киленегеҙ менән ҡәнәғәт түгелһегеҙ икән, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, килен ҡәйнә тупрағынан ярала, уңдырышһыҙ тупраҡта үҫкән гөлдәр, теләһәләр ҙә, шаулап сәскә атып ултыра алмай бит. «Ҡәйнә була белеү – үҙе сәнғәт», – тигән һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, бер ҡатындың «Бәйләнеш­тә» сайтындағы килендәр төркөмөнә ҡәйнәһе хаҡында яҙған йылы хәтирә­һен килтергем килә:
«...Кейәүгә мин йәшләй генә, студент саҡта, сыҡтым. Ҡәйнәм менән бер фатирҙа йәшәй башланыҡ. Иртән уҡыуға йүгерәм, көндөҙ китапханала ултырам. Кисен арып ҡайтып инеүемә ҡәйнәм ашарға бешергән була, гел йылмайып ҡаршы ала ине.
Ашағандан һуң һауыт-һаба сай­ҡатып ҡуям, был – минең йортта башҡарған берҙән-бер эшем. Бер көн ҡайттым да ҡунаҡ бүлмәһенән ишетелгән тауыштарға ҡолаҡ һалдым, минең инеүемде ишетмәгәндәр икән.
– Бер һүҙ менән әйткәндә, – ти күрше ҡатын, уңманы инде улым кәләшенән. Ялҡау, төшкә тиклем йоҡлай, Саматымдан ҡайһы берҙә түшәгенә ҡәһүә килтертә, оят та юҡ, ни ҙә юҡ. Ә уныһы, байғош, ауыҙы йырылып, тегенеһенең йомошон ҡыуанып үтәй. Ни кер йыумай, ни үтекләмәй, нимәгә икән ул миңә ундай килен, ә? Әрләшергә кеше булһын өсөндөр инде, ҡуй, ҡуй...
– Юҡ, юҡ, мин киленем хаҡында бер ҙә насар һүҙ әйтә алмайым, – тип ҡушыла минең ҡәйнәм. Иртән алты тулмаҫ борон уҡ тора, өйҙө йыйыштыра һалып ала, ашарға әҙерләй.
Йәш кенә булһа ла, донъя көтөү рәтен минән былайыраҡ белә әле ул. Үҙе етеҙ, үҙе уңған. Холҡо һәйбәт: хәлең нисек, тип кенә тора. Ғүмер буйы ҡыҙым булһын ине, тип хыялландым һәм бына, Хоҙай мине ишетте, улыма һәйбәт кәләш, миңә үҙ баламдай күргән килен бирҙе, шөкөр инде, шөкөр!
– Кемгә нисек тура килә шул, – тип көрһөнә күрше. – Минең килен ни уҫал эт һымаҡ. Күрә алмай мине, күрә алмай, өндәшмәһә лә, һиҙеп торам...
– Хәйерле кис, – тип, хәбәрҙәрен бүлеп, килеп индем. Ҡәйнәмде барып ҡосаҡлап алдым да: – Көнө буйы йүгереп йөрөп арығанһыңдыр инде, – тинем.
– Бына минең ҡояшым да ҡайтты, – тип ул да минең сәсемдән һыпырып ҡуйҙы.
– Һеҙ бәхетле, ә минең теге йыландан биҙерәп, өйгә ҡайтҡым да килмәй. Улымды ла миңә ҡаршы ҡотортоп бөттө. Ҡалайтаһың инде, нисек тә йәшәргә кәрәк, – тип, уфтанып сығып китте күршекәй.
– Йәлләйем мин бахырҙы, холҡо ауыр, кеше менән һыйышып йәшәй алмай. Үҙе килеп тороп эшһөйәр ҙә ул, изге йөрәкле, тик уны боҙһандыҡҡа бикләп ҡуйған шул. Ә килене – бынамын тигән ҡатын. Йә, ярай, бәлки, Хоҙай ярҙамы менән уртаҡ тел табып та китерҙәр әле.
– Ҡәйнәм, мин һеҙҙә ярты йылдан артыҡ йәшәйем, бер ҙә кемделер ғәйепләп һөйләгәнегеҙҙе ишеткәнем юҡ, – тип ҡуйҙым мин.
– Нимәгә кәрәк һуң ул? Ҡыҙығы юҡ уның... Унан, мин үҙем дә тормошта күп тапҡырҙар яңылыштым, бүтәндәрҙе тикшереп ултырырға ни хаҡым бар минең? Ер өҫтөнән фәрештәләр түгел, хаталанырға ла хаҡы булған ябай кешеләр атлап йөрөй бит. Теләк булһа, һәр кемдең дә яҡшы яҡтарын, матур һыҙаттарын төҫмөрләргә була. Улар ҡатылыҡ, битарафлыҡ артына йәшеренгән осраҡта ла. Үәт, шуларҙы таба белергә кәрәк!
– Эй, изгелеклеһегеҙ ҙә инде, – тип ҡосаҡлап алдым мин иремдең әсәһен.
Ә иртәгәһенә таңғы алтыла тор­ҙом да ярты сәғәт эсендә әллә күпме эш ҡыйратып өлгөрҙөм. Иремде аптыраттым, ҡәйнәмде ҡыуандырҙым. Шул ғәҙәтемде әле лә ташламайым. Бер көнө лифт янында теге күрше ҡатынды осраттым.
– Ҡалай, йәш кенә булһаң да, торттарҙы тәмле бешерәһең икән, ҡәйнәңдең шуға иҫе киткән, – ти был. Мин эштең ниҙә икәнен аңға­рып ҡалдым да:
– Күп нәмәне унан өйрәнәм инде, ҡәйнәмдең ниндәй оҫта икәнен белә­һегеҙ бит, – тинем. Ә ял көнө ҡәй­нәмдән һеҙ бешергән бәлештәр тәмле була, миңә лә өйрәтегеҙ әле, тип һо­раным һәм ғүмеремдә беренсе тап­ҡыр ҡамыр баҫтым.
Ҡәйнәм менән һигеҙ йыл бер ҡы­йыҡ аҫтында йәшәп, бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешмәнек. Мин иҫ киткес шәп килен булғанға түгел, ҡәйнәмдең ипләп-ипләп кенә эсемдә ойоп ятҡан бөтмөр хужабикәне уята алыуы арҡа­һында. Ул миндә күргән яҡшылыҡты эш менән иҫбатламай булдыра алманым. Хәҙер уның беҙҙең аранан китеүенә лә ун йыл. Ә изгелектәре күңелемдән юйылмай».
Бына шундай иҫтәлек. Һәр ҡәйнә үҙен шулай йылы һүҙҙәр менән телгә алыуҙарын теләр ине, әлбиттә, шулаймы?
Әммә тормош ҡатмарлы, тиһегеҙ­ме? Төрлөсә итеп, әхирәттәрегеҙ өйрәткән һәм мәҡәләлә яҙылған кәңәш­тәрҙе тотоп ҡарап та, һаман да улығыҙға һәйбәтерәк кәләш һайлап бирә ала инем бит, тип үҙегеҙҙе «ашауығыҙҙы» дауам итһәгеҙ, йөрәк әрнеүҙәренән ҡотолдорор тағы бер сараны тәҡдим итә алам. Бөтә ҡы­йыулығығыҙҙы йыйып, киленегеҙҙе һеҙҙе дискотекаға алып барып ҡайтырға күндерегеҙ. Унда барып ҡайта алһағыҙ, шау-шыулы, ярым ҡараңғы һәм төтөнлө бүлмәлә һеҙгә килен булыуҙары мөмкин булған бик күп төрлө сәйер йән эйәләрен күреп ҡайтҡандан һуң, улығыҙ һайлаған ҡыҙҙың, ул хәтлем үк ҡара ҡайғыға батып, бөтөрөнөрлөк сәбәп эйәһе түгел икәненә инанасағығыҙға иманым камил.

Зәлифә ӘХМӘҘУЛЛИНА.

https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2019-11-11/yn-bulyu-a-s-n-t-792499

 

 

Автор:
Читайте нас: