-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь , 17:00

«Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...»

Элек, ҡалаға яңы ғына күсеп килгәс, беҙ бер биш ҡатлы йортта фатирҙа йәшәгәйнек. Шул ваҡытта, сентябрь айының сыуаҡ көнөндә, балалар менән ихатаға уйнарға сыҡҡас, ялбыр ағас төбөндәге эскәмйәлә ултырған сит кеше күҙгә салынды. Ул беҙҙең балконға төбәлгәйне. Был мине бер аҙ шомландырҙы, әммә тиҙҙән уның турала шар ҙа шор килеп уйнаған балалар онотторҙо. Әммә аҙаҡ, йоҡлар алдынан бәләкәстәрҙең йыуылған кейемдәрен балкондан сығып алғанда, ҡараңғыла ят ағайҙың шәүләһен сырамытып, тағы һиҫкәндем − ул һаман беҙҙең тәҙрәләрҙән күҙен алмай ултырғандай ине. Ирем эштә, балаларым кескәй, улар өсөн ҡурҡыта (әҙме ни донъяла насар уйлы бәндәләр?), шулай ҙа түҙмәнем, янына сыҡтым. 

«Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...»
«Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...»
Эскәмйә тирәләй ер тәмәке төпсөктәре менән тулғайны. Асыуланып (бына тәртипһеҙ әҙәм!):
− Һеҙгә бында нимә кәрәк? − тип ҡаты ғына һораным.
− Ә-ә, ни тинегеҙ, аңламаным? − ул минең янына килеп тороуымды ла абайламай ҡалғайны, ахыры, тертләп китте, ауыҙын асҡан ыңғайы танауымды араҡы еҫе томаланы.
− Һеҙ нимә көнө буйы беҙҙең тәҙрәләрҙән күҙегеҙҙе алмай­һығыҙ, һеҙгә беҙҙән ни кәрәк? − һаҫыҡ еҫтән бер аҙым артҡа шылдым.
− Ә-ә, унда хәҙер һеҙ йәшәйһегеҙме ни, – тип аптырағандай һуҙҙы һалмыш ир. − Тиҫтә йыл элек унда беҙ йәшәнек, тәүге кәләшем менән. Хәҙер алыҫта йәшәйбеҙ, икенсегә өйләнгәнмен, туғандар ҡунаҡҡа саҡырғайны, бында килмәй түҙә алманым. Килеүен килдем дә, китеп булмай ҙа ҡуя. Уйҙар башты томалай.
− Уйҙар түгел, араҡы һеҙҙең башты томалай, – тинем йомшағыраҡ тауыш менән. − Һеҙ мине ҡурҡытаһығыҙ, зинһар, китегеҙ.
− Китәм, китәм, − ул урынынан торҙо, салбарын ҡаҡты. Шунан, кинәт кенә нимәнелер иҫләгәндәй, кире ултырҙы. − Балкондағы кер бауын мин элгәйнем. Мин әүәл эштән ҡайтҡанда тәүҙә гел балконға күҙ һала торғайным. Кер бауында берәй нәмә эленеп торһа, ҡыуаныстан ҡанатланып китәм, тимәк, кәләшем айыҡ − эсмәгәнендә көн дә кер йыуа ул. Йыуырға башҡа нәмә булмаһа, таҫтамалдарҙың кәрәген бирә ине.
Ирекәй, нимәнелер иҫләп, ҡыҫҡа ғына көлөп ҡуйҙы.
− Ә әле ул ҡайҙа? − китергә йыйынмағас, һүҙ юҡта һүҙ булһын тип кенә һораным.
− Мәрхүм булды кәләшем, − ирекәй тәмәке алып тоҡандырғас, мин ирекһеҙҙән тағы ситкәрәк күстем. − Йәшләй генә. Ә уның менән танышҡанда беҙгә ун бишәр йәш ине... Мин үҫмер саҡта атай бер май байрамынан һуң боларып китеп, әсәйҙе күм-күк иткәнсе туҡмағайны. Хәйер, ул эскән һайын туҡмағы миңә лә, ике ҡустыма ла күп эләкте. Әммә был юлы әсәйем, башҡаса түҙә алмайым, тип беҙҙе алды ла, үҙенең тыуған ауылына ҡайтып китте. Беҙ унда йыш барманыҡ, ике-өс йылға бер генә, сөнки районы алыҫ, юлдар юҡ, машиналар ҙа иҫәпле. Барһаҡ та, гел эш менән булабыҙ, шуға таныштар ҙа аҙ. Өләсәйҙең йорто бәләкәс кенә, тығыҙ, әсәй менән өләсәй урындыҡта йоҡлап йөрөй, беҙ өсөбөҙ иҙәндә ҡунабыҙ. Мәктәпкә барғас, барыһы ла ситләткән һымаҡ, айырыуса егеттәр бүре күҙҙәре менән ҡарай. Бер генә ҡыҙ миңә йылмайып баҡты ла, күптәнге таныштар һымаҡ һөйләшеп китте. Кәйефем юғыраҡ ине, орҙо-бәрҙе генә һорауҙарына яуап бирҙем. Түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡыҫҡа сәсле Сәлиә исемле ҡыҙы­ҡай­ҙың йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәй. Кеше шул тиклем дә алсаҡ булыр икән, тип ҡыуаныр урынға ниңәлер йәнем ҡарайҙы. Бер-ике аҙнанан синыф мине ҡабул итте. Минең менән һөйләшә башланылар, айырыуса ике егет менән һүҙебеҙ беректе − улар ҙа техника менән ҡыҙыҡһыналар икән. Иң тәүҙә һүҙ ҡушҡан ҡыҙыҡай менән генә борсаҡ бешмәне. Мәктәптән ҡайтһам, йөҙө күҙ алдымдан китмәй, нисек итеп уға һүҙ ҡушырға икән, тип баш ватам. Икенсе көнөнә мәктәптә Сәлиәнең һәр кем менән йылмайып-көлөп кенә һөйләшкәнен күрәм дә, йәнем көйә. Миңә һүҙ ҡушһа, теш ҡыҫып ҡына яуаплайым, ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарайым, йәнәһе лә, нимә кәрәк һиңә, нимә кешегә бәйләнәһең. Инде уҡыуҙар тамамлан­ғас, документтарымды колхоз үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына тапшыр­ҙым. Унда стипендия түләйҙәр, ашаталар, кейендерәләр. Киң профилле тракторист-машинисҡа уҡып сыҡҡас, колхозда эшләп алдым, унан аҙаҡ хәрби хеҙмәткә барыр ваҡыт етте. Бәләкәй генә ауылда йәшәһәк тә, өс йыл эсендә Сәлиәне бер нисә тапҡыр ғына күрергә яҙҙы. Ул унынсыны уҡып бөткәс, юғары уҡыу йортона уҡыр­ға инеп маташ­ҡан, тик белеме етмәгән. ҡалала балалар баҡсаһына эшкә урынлашып, ауылға аҙна һайын ҡайтты. Һирәк күрһәм дә, үҙен уйламаған көнөм юҡ. Эсемдә ҡайнаған хис-тойғоларҙы уға белдереп яҙырға ҡат-ҡат уҡталдым да ярты юлда туҡтап ҡалдым, ул көлөр, мине мәмәй тип ҡабул итер, тип яндым. Сәлиә тип ут йотҡанымды башҡаларға асыу түгел, хатта үҙемдән йәшер­ҙем. Клубҡа, тансыларға йөрөргә әүәҫлегем булманы, ә ул кеше уртаһында ҡайнарға яратты. Тансыға барып сыҡһам, уның йырлап, бейеп күңел асҡанын күрәм дә, үҙен быуып үлтерер хәлгә етәм. Сөнки башҡа егеттәрҙең ҡулдары уның йылы устарынан тота, йомшаҡ биленә ҡағыла, күҙҙәре осҡонло күҙҙәренә ҡарай... Ә уның өсөн мин бар ни, юҡ ни, уға барыбер. Шарҡылдап көлөп, елбәҙәк күбәләк кеүек осоп-ҡунып тик йөрөй. Шулай ҙа бер көн, армияға китергә ике ай ваҡыт самаһы ҡалғайны, буғай, бөтә батырлығымды йыйып, уны бейергә төшөрҙөм. Ул йылмайып усын усыма һалды, ҡыймай ғына ҡулымды биленә төшөрҙөм. Бәхеттән таҡта кеүек ҡаттым. Аяҡтарына баҫа-баҫа (ә ул сытыраймай ҙа, башҡа ҡыҙҙар кеүек юрый асыуланып ҡысҡырмай ҙа, әйтерһең дә, һиҙмәй!) бер-икене әйләнеп тә өлгөрмәнек, гармунсы көйҙө тамамланы ла ҡуйҙы. Сәлиә инде китәйем тигән саҡта, ҡулым яңылыш уның ҡабарып торған түшенә тейҙе. Тәнемде ток һуҡҡандай тойолдо! Усым өрөлөп янып сыҡтымы ни, шундай ҡыҙҙы! Сәлиә бер ни булмағандай китеп барҙы, ә мин аңшайып тороп ҡалдым. Аҙаҡ ҡып-ҡыҙыл булып, йылғаға һыпырттым. Барған ыңғайы усымды еҫкәйем, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә Сәлиәнең еҫе килә. Үҙем иҫерәм был еҫтән, үҙем барыһы менән дә бейергә әҙер булған, үҙенең тәненә ят ҡулдарҙы ҡағылдырған көләкәс ҡыҙға енләнәм. Асыуымдан ярыла яҙып, усымды һалҡын һыуҙа әллә күпме йыуҙым, ә ул һаман янды... Хәҙер генә ул егеттәр менән ҡыҙҙар ғишыҡ-мишыҡ уйындарын иртә башлай, был барыһы өсөн дә ғәҙәти хәл. Ә беҙҙең саҡта ҡыҙҙарға ҡағылыу ҡайҙан, оялдыра ине. Армияға киткәнсе башҡа тансыға аяҡ баҫманым, Сәлиәне оноторға маташтым. Хеҙмәттә саҡта танауҙарына еҫ керә башлаған ҡустыларымдан оҙаҡ ҡына уның турала һорашырға ҡыйыулығым етмәне. Шулай ҙа бер йылдан һуң синыфташтарҙың (барыһын да исемләп) хәлен һорап яҙҙым. Яуапты зарығып көттөм. Минән ике йәшкә кесе ҡустым хатында барыһы тураһында ла тәфсирләп яҙып тормаған, теге кейәүгә сыҡты, был армияла, ә был уҡып йөрөй, теге урамда б... тибә, ә быларҙы белмәйем, тиеү менән сикләнгәйне. Мине иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған Сәлиә хаҡында ләм-мим. Шуға, Сәлиә лә кейәүгә сыҡтымы әллә, тип төпсөнөп яҙыр­ға тура килде. Яуап хатын тыным менән һурып алғандаймын. Өс аҙна тигәндә, ниһайәт, яуап килде. ҡустым, механизатор ярҙамсыһы булып эшләйем, баҫыуҙан һуң арып ҡайтыла, шуға яуапты тотҡарланым, тигән. Бында һинең төн йоҡоларын йоҡламай хат көтөүеңдә эше юҡ. Йөрәгемде өҙгән һорау­ға, Сәлиәгә нимә булһын, йөрөй шунда ихахай-михахай килеп һикерәңләп, тип яуаплаған. Бер яҡтан, Сәлиәгә шулай һүҙ тейҙергәне өсөн ҡустыма асыуланам, икенсе яҡтан, һөйөнәм − иң мөһиме, ул кейәүгә сыҡмаған! Күңел төбөндә йәшерен уй нығынғандан-нығына − ҡайтҡас та Сәлиәгә өйләнәм. Ә Сәлиә миңә кейәүгә сығамы-юҡмы, тип баш ҡатырмайым, сөнки ул турала уйлай башлаһаң, ниәтеңдән ваз кисергә лә мөмкин. Армиянан, барыһына ла бүләктәр алып, изге йома көнө елкенеп ҡайтып төштөм. Сәлиәгә тигән бүләкте − модалы ҡайышты − сумаҙандың иң төбөнә йәшергәнмен. Минең иҫән-һау ҡайтыуым хөрмәтенә әсәйемдәр табын әҙерләне. Әсәйҙәрҙән йәшереп кенә ҡустылар менән бал эсеп ҡыҙышып алғас, тиҙерәк клубҡа ашыҡтыҡ. Йәштәр күп, мин армияла саҡта үҫеп буй еткергәндәр байтаҡ, улар араһында Сәлиә күренмәй. Барыһы ла килеп мине ҡосаҡлай, күрешә, ҡыуана, ә минең танау һәленде. Инде бөтөнләй кәйефем төштө тигәндә, Сәлиә килеп инде. Ул өлкәнәйеп киткәндәй, һурылған йөҙөндә борсолоу күләгәһе. Шулай ҙа мине яҡын кешеһендәй күреп, ҡосаҡлап алды, хәлдәрҙе һорашты. ҡыуанысымды күрһәгеҙ! Түбәм күккә тейҙе, тигәндәрен шунда белдем. Хәҙер мин етлекмәгән үҫмер түгел, ир ҡорона ингән кеше. Шуға ла бөтә күңелемде асып һалам, тип дәртләнеп, уны етәкләп урамға, кеше күҙенән алыҫҡараҡ алып киттем. Клуб артына сығып, икәүҙән-икәү ҡалғас, әсегән бал шатлыҡ менән ҡушылып мине бөтөнләй иҫертте. Бүләгемде усына йомдороп, мин һине оҡшатам, тигәс, Сәлиә: «Нимәмде оҡшатаһың һуң, мин бит ни сибәр түгел, ни һомғол түгел?» − тип ҡайышты әйләндереп-тулғандырҙы, ипле генә көлдө. Ана шул саҡта миңә уны ҡосаҡлап ирендәренән һурып үбәһе лә бит, ә мин иҫерек баштан, һуң һин уйнаш ҡына бит, тип яңылыш әйттем дә ташланым. Көләкәс, уйынсаҡ ҡынаһың, тип әйтергә теләгәйнем, ә ауыҙымдан бөтөнләй икенсе һүҙ килеп сыҡты. Сәлиә көлөүҙән шып туҡтаны, битемә шап иттереп сапты ла, һинең ни хаҡың бар миңә шулай тиергә, тип ҡараштары менән көйҙөрөп ҡарап, бүләк ҡайышты йөҙөмә бәреп, ҡараңғылыҡҡа атылды. Башымда балдың эҙе лә ҡалманы. Мин артынан ынтылдым: «Ғәфү ит мине, зинһар, ғәфү ит, мин һине бөтөнләй уйнаш тип уйламайым, һине яҡты йөҙлө, барыһы менән дә аралашып бараһың, тиергә генә теләгәйнем». Ләкин ул артына боролоп та ҡараманы, өйҙәренә инеп юғалды. Таңғаса ишек алдарында эскәмйәлә ултырып, башымды ташҡа бәрерҙәй булып, ҡара янып ҡайттым. Хеҙмәттән һуң ял итергә ваҡыт бирелһә лә, шул уҡ көндө ҡалаға йүнәлдем, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа эшкә урынлаштым. Сәлиәнең эшләгән урынын белешеп, янына барҙым. Ләкин ул минең менән һөйләшергә лә теләмәне. Ныҡышып, көн дә эштән һуң балалар баҡсаһына йөрөнөм, артынан бер тотам ҡалмай, ятағына ҡәҙәр оҙатып ҡуя инем.
− Әсәй! Әсәй, һин ҡасан керәһең? − балкондан ишетелгән тауышҡа икебеҙ ҙә бер юлы һиҫкәндек. Ағайҙың тауышына иҙрәп, уның хикәйәһен мөкиббән китеп тыңлап, янына эскәмйәгә үк килеп ҡунаҡлағанмын, имеш. Ырғып торҙом да, хәҙер, балам, саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, хәҙер инәм, тип балкон яғына өндәштем. Улым, ярай атыу, тип, кире инеп китте.
− Артабан ни булды? − тим, ҡарһаланып. Сәйер ағайҙың мөхәббәт тарихы ни менән бөткәнен ишеткем килә. Ул тәмәке алып, ҡабындырырға уйланы ла, был уйынан дүнеп, сигаретты бөтәрләргә тотондо.
− Шул... − өҙөлгән фекер ебен яңынан тотоп алып, дауам итте. − Тамсы ташты тишер, тип, һөйләшкеһе лә килмәгән Сәлиәгә тәҡдим яһаным. Баш тартыр, тип уйлағайным, ә ул, бер генә күтәрелеп ҡараны ла, ризалаштыла ҡуйҙы. Тиҙ генә туй яһаныҡ. Сәлиә мәжлес мәлендә аш бүлмәһенә аҫтыртын ғына инеп-сығып йөрөй торғас иҫерҙе һәм китте шашып: бейейме, йырлаймы шунда, барыһын да ҡосаҡлап үкһеп илаймы, шарҡылдап көләме. «Һин ниңә минең кеүек уйнашты бисәлеккә алдың ул?» − тип күҙенең ағын әйләндереп минең муйынға аҫылынамы...
Был тамашаға эсеп иҫергән ҡунаҡтарҙың иҫе китмәне, айыҡтар ғына аптырап баш сайҡаны. Сәлиәнең ата-әсәһе, туғандары иһә ҡыҙарынып-бүртенде, уны тыйырға маташты. Минең күңелдә ҡапма-ҡаршы хистәр бураны уйнаны. Үҙем бер грамм да эсмәнем. Беренсе никах төнөн бер туҡтау­һыҙ уҡшыған кәләшкә ҡарап үткәрҙем. Икенсе көнө ул сәсрәп ауырып китте, машина яллап ҡалаға алып килдем, уны шунда уҡ дауаханаға һалдылар. Һалҡын тейҙергән, тинеләр. Әммә эш һалҡында ғына түгел ине шикелле. Отгул алып, ул ятҡан палатаға ингәйнем, миңә тура ҡарар­ға уңайһыҙланып, күҙҙәрен стенаға төбәп тик ятты, һөйләшкеһе лә килмәне, «эйе», «юҡ» тип кенә башын ҡаҡты. Бер ай икебеҙ ике ятаҡта йәшәнек. Аҙаҡ миңә эштән ошо йортта бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Тәүҙән үк тормошобоҙ көйләнмәне. Бына үҙең уйлап ҡара − ул минең законлы ҡатыным, ә беҙҙең йоҡлағаныбыҙ ҙа юҡ. Мине үҙенә яҡынлатмай һәм вәссәләм. Бер көн мин эштән бер аҙ төшөрөп ҡайтҡайным, иркәләнеп артынан килеп ҡосаҡланым, ә ул мине уҫал ғына этәрҙе. ҡаным ҡайнап китте лә, ҡулын шаҡарып тотоп ирендәренән үбергә тотондом, диванға этәрҙем...
Бер аҙҙан уның саф түгеллеген аңлап, туҡтап ҡалдым. Ә һин ысынлап та уйнаш икәнһең, тип Сәлиәгә йоҙроҡ менән эләктерҙем дә, сығып киттем, туңҡайғансы эсеп, ошо эскәмйәлә таңды ҡаршыланым. Уның йомшаҡ тәненә ҡағылған ҡулдарым нишләп шунда уҡ ҡороманы икән? Шунан алып йыш ҡына эсеп ҡайтып, уны туҡманым, биҙерәттем. Һин һалҡынһың, һин буш ҡыуыҡһың, һин уйнашһың − ниндәй генә йәмһеҙ һүҙҙәр әйтмәнем. Барыһы ла үҙемдең көсһөҙлөгөмдән.
Яратам, тип ғүмеремдә әйтмәһәм дә, үҙем уны үлеп һөйәм. Ҡаршы ирешһен, ҡаршылашһын, аҡланһын ине, ләкин юҡ. Бер һүҙ өндәшмәй. Был мине тамам сығырымдан сығара, эсемдәге януарҙы аҙарындыра. Миңә унан бер йылы ҡараш етә ине бит, ләкин ул таш кеүек ҡатты. Исмаһам, балаға уҙһын ине, тип хоҙайға ялбарам, тик бушҡа ғына. Үҙемдең уй-хистәремә башкөлләй сумып, уның эскегә һабышҡанын һиҙмәй ҡалдым. Әҙләп кенә, еҫе лә һиҙелмәҫлек итеп төшөрөргә тотонған Сәлиә бер ни тиклем ваҡыттан һуң өҫтәлгә аш тәрилкәһе янына араҡы шешәһе ултырта башланы. Икәүләп кенә эсмәйбеҙ, шешәләш әшнәләр тиҙ табылды. Өйҙөң ҡото китте, Сәлиәне эштән ебәр­ҙеләр. Мин, ир кеше булараҡ, бирешмәйем, ярты төнгәсә эсһәм дә, иртән башты һалҡын һыуға тығып йыуынып, ҡырынһам, әпәт кешегә оҡшайым, ә ул йәһәт биреште. Күҙ алдында ябыҡты, күҙ аҫтары ҡарайҙы, төшөнкөлөккә бирелде. Улай ғына ла түгел, ирҙәр менән типтерә башланы. Иҫерек кәләшемде башҡаларҙың ҡосағынан йолоп алып ҡайтып типкеләйем, үҙемдең уны йәлләүҙән йәнем сыға... Бындайҙы бер кемгә лә кисерергә хоҙай ҡушмаһын. Күршеләр ғауға ҡуптарып, ауылдан әсәйем килеп, беҙҙе шыңғырлатмаһа, белмәйем, күпмегә барыр ине беҙҙең кәйеф-сафа ҡороуҙар. Әсәйем, нимә, атаң юлын ҡыуырға итәһеңме, тип мине бер таҡтаға баҫтыр­ғас, ятып сыҡһаң, ҡаның ағыуҙан тиҙерәк таҙарыр, тип өгөтләп, Сәлиәне дауаханаға алып китте. Аҙаҡ ҡобараһы осоп, эшләгән еремә килде: «Улым, килендең хәле хөрт тиҙәр бит әле... Үҙең табиптарға барһаңсы...»
Сәлиәнең түшендә, мин яңылыштан ҡағылып, усымды яндыр­ған матур ҡалҡыу түшендә, яман шеш барлығы асыҡланғайны. Уны баш ҡалаға ебәрҙеләр. Яман шештең ҡурҡыныс формаһы булған унда, дауаларға һуң, метас­таздар бар ағзаларына таралған, тип кире ҡайтарҙылар. Сәлиәне, тормошобоҙҙо уйлап йоҡоһоҙ үткәргән төндәрҙең береһендә мейемде бер уй ярып үтте − түшен төйгөсләп, мин яман шешкә юл асҡанмын! Был уйҙың дөрөҫлөгөндә һис бер шигем юҡ ине, мин генә ғәйепле, мин. Сәлиә алдындағы ғәйебемде таныуҙан йөрәгем ярыла яҙҙы. Тик башыңды ташҡа бәрһәң дә, булғанды кире ҡайтарыуы мөмкин түгел. Сәлиә дауахананан ҡайт­ҡас, мин уны усымда ғына йөрөттөм. Холоҡһоҙланһа ла, һыр бирмәнем – ғүмере һанаулы ҡалғанын белә инем, шуға барыһын да күтәрҙем. Әллә ҡайҙан араҡы табып эсһә лә, асыуланманым, ҡосағыма алып, бәпәйҙе йыуатҡандай сәстәрен һыйпап бәүеттем, ебәр, һине күрә алмайым, тип битемде тырнағанында ла ебәрмәнем. Һыҙланыуҙарына түҙә алмай илағанында, ваннаға бикләнеп, мин дә илай торғайным. Беҙ, ике бисара, икебеҙ ике ерҙә һулҡылданыҡ...
Кәләшем ныҡ ауырыҡһығас, уны урындағы дауаханаға алып барҙым. Әммә бер-ике көндән ул, алып ҡайт мине, тип ялбарҙы. Алып ҡайтып, диванға урын йәйеп һалғас, Сәлиә, китмә, ултыр янымда, тине. Тыңлаусан көсөк кеүек аяҡ осона ултырҙым. Ул, һине яратмай кейәүгә сыҡҡаным өсөн дә, сафлығымды һиңә түгел, ә башҡа берәүгә биргәнем өсөн дә ғәфү ит, тине. Һин түгел, мин ғәфү үтенергә тейеш, тип ауыҙымды асҡайным, ымлап, туҡтатты: «Тиҙҙән китермен инде мин, шуға эсемдәген һиңә бушатам. Бәлки, һин мине ғәфү итә алырһың. Мин бөтөнләй үк мөхәббәтһеҙ йән түгел ул. Һине һөймәһәм дә, башҡа берәүгә шул тиклем ғашиҡ булғайным бит мин. Һин армиянан ҡайтмаҫ борон ялыбыҙҙа ҡыҙҙар менән йылғаға һыу инергә барҙыҡ. Шунда ҡомда ҡыҙынып ятҡан егеттәр менән танышып, һөйләшеп киттек. Бергә волейбол уйнаныҡ. Оҙон буйлы, һөйкөмлө бер егетте тәү күреүҙән үк оҡшатҡайным, ул да минән күҙен ала алманы. Бына һин ҡатыһың, эсеңдә нимә булғанын белеп булмай, хатта йылмайыуың да һирәк, ә ул бөтөнләй икенсе − минең кеүек хисле, тойғолары ла йөҙөндә, үҙе йылмайып-көлөп кенә бара. Бергә күңелле ваҡыт уҙғарғас, йәкшәмбе көндө лә осрашырға килештек. Ләкин йәкшәмбе иртәнән ямғыр яуып, көн бер аҙ һыуытты, һәм әхирәттәрем йылы бүлмәлә ултырыуҙы хуп күрҙе. Ә мине ниндәй­ҙер көс йылғаға әйҙәне. Яҙмыш тигәндәре шулдыр, ахыры. Килешелгән сәғәткә ярға төшкәс тә, йылға буйында яңғыҙ ултырған теге егетте шәйләнем. Йөрә­гемдең талпынып китеүҙәре... Ул, мине күреп ҡалғас, һикереп торҙо ла ҡаршыма атлыҡты: «Һинең килереңде шул тиклем көттөм!». Бер ни тиклем йотлоғоп күҙҙәремә ҡарап торғандан һуң, эйелеп ирендәремдән үпте. Уның ирендәре һутынан ишелеп төштөм, иренем, юғалдым... Уғаса егеттәр менән бер тапҡыр ҙа үбешкәнем юҡ ине. Беҙ уның менән икәүҙән-икәү һалҡынса йылғала балалар кеүек шаярып ҡойондоҡ, баҫтырышып уйнаныҡ, ҡосаҡлаштыҡ, үбештек. Һиңә бындай нескәлектәрҙе ишетеү еңел түгелдер, шулай ҙа тыңла. Ана шунда, һыу эсендә, беҙ бергә үрелдек, бер-беребеҙгә һеңдек. Мин хатта ни булғанын аңламай ҙа ҡалдым, ләкин оялыу тойғоһо бер аҙға ғына күңелемде ҡырҙы ла шунда уҡ ебәрҙе. Ул, беҙ иртәгә үк ЗАГС-ҡа ғариза алып барасаҡбыҙ, беҙ бер-беребеҙ өсөн тыуғанбыҙ, тип күҙҙәремдән, ҡулдарымдан үпте. Беҙҙе бергә күрһәләр, ятаҡта артыҡ һүҙ булыр, тип мин уның оҙатмауын үтендем. ЗАГС янында осрашырға вәғәҙәләшеп, шул ярҙа хушлаштыҡ. Шундай бәхетле инем, атлап түгел, осоп ҡайттым. Икенсе көндө йырлай-йырлай, балаларҙы ҡосаҡлап һөйә-һөйә эшләнем. Төш ваҡытында эштән һорап, ЗАГС бинаһы янына йүгер­ҙем. Һәм юл аша сыҡҡанда туҡталышта һөйгәнем күҙемә салынды. Уны күреп ҡалыу менән, ҡыуанып, алыҫтан ҡул болғаным. Тик ул, мине күрмәмешкә һалыш­ҡандай, автобустан төшкән бер ҡыҙға уҡталды. Быны күреп, шаңҡыным. Аяҡтарым асфальтҡа ҡуша йәбеште, бер аҙым да атлай алмай аңшайып тик торам. Тегеләр, бер ни булмағандай, көлөшә-көлөшә ни тураһындалыр сутылдаша. Тауыштары ишетелмәй, сөнки ара алыҫ ҡына, машиналар геү килә. Көс-хәлгә гер аҫылған кеүек ауырайған аяҡтарымды атлатып, балалар баҡсаһына кире китеп барҙым. Күҙ йәшенә батып, бер нимә тоймай, күрмәй, ишетмәй атланым. Иртән эштәгеләрҙән, кейәүгә сығам, тип һөйөнсө алғайным, шуға улар миндәге үҙгәрешкә аптыраны, төпсөнә башланылар. Бер ни ҙә булманы, тиһәм дә, кискә ҡарай сирләп киттем. Һин беләһең, мин көслө кисерештәрҙән шулай тәгәрәйем дә ҡуям, − Сәлиә хәлһеҙ генә көлдө, мин, беләм, тигәндәй, баш ҡаҡтым. Хәбәрен тыңларға тәҡәтем дә ҡалмаған һымаҡ, тик ҡасып, уның яңғыҙын ҡалдырып китеп булмай, уға һыу уртлаттым да эргәһенә сүгәләнем. − «Больничный» асҡас, ауылға ҡайттым. Һинең дә армиянан ҡайтыуыңды ишетеп, клубҡа сыҡтым. Миңә йән атҡаныңды һиҙмәй торғаным бармы, был турала барыһы ла белде, һин генә ул, бер кем дә белмәй, тип йөрөнөң. Һине күреп нисек ҡыуанғанымды белһәң − күңел яраларымды һин генә дауаларһың һымаҡ тойолдо. Ә һин минең йөҙөмдән алдың. Йөҙөмдө йыртып, миңә «уйнаш» тинең. Күҙҙәремдән минең менән ни булғанын белгән һымаҡ инең. ҡапҡа төбөндә төнө буйы ултыр­ғаныңда мин дә таңғаса керпек ҡаҡманым. Һинең ыҙалап артымдан йөрөүеңде күреп, йәнем әсене. Һинең һөйөүең икебеҙгә лә етер кеүек тойолдо, шуға тәҡдимеңде кире ҡаҡманым. Аҙаҡ үкенеүҙәре-е-ем... Һинең менән бергә булған һәр көнөмдө, һәр төнөмдө һинең «уйнаш» тигән һүҙең ҡарайтты. Мин ундай түгел, түгел, тип үҙемде алдарға тырышам, әммә аяуһыҙ һүҙҙәрең бысаҡ кеүек һаман йәнемде телгеләй ҙә телгеләй. Әммә был иң аяныслыһы түгел. Иҫләйһеңме, туйға ике көн ҡалғас, һин ауылға ҡайтып киттең, ә мин иртәгәһенә ҡайтырға тейеш инем. Һине оҙатып, ҡабаланып эшкә йүгереп килһәм, ишек төбөндә берәү менән маңлайға маңлай бәрелешә яҙҙыҡ. Был ул ине. Мине күреү менән, ҡосағына алып, битемдән, күҙҙәремдән шашынып үбергә тотондо. Ни эшләйһең, бында балалар, тип уны этәрәм, ә үҙем уның еҫенән, ҡулдарынан, ирендәренән ләззәт кисерәм. Һин ҡайҙа юғалдың, нишләп ЗАГС-ҡа килмәнең, ҡайҙа эшләгәнеңде лә, фамилияңды ла һорамағанмын, мин иҫәүән, саҡ үҙеңде эҙләп таптым, тип күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарай, иҫерек бәндә һымаҡ үҙенә ҡыҫа, ҡыуана. Күҙемдән йәштәр бәреп сыҡты, башҡа берәү менән һине күрҙем, һин уны ла шулай ҡосаҡлағайның, тим. Ә ул, иҫәркәй, күрше ҡыҙыҡайҙан мине көнләштеңме, һеңлем һымаҡ бит ул, күптән күрешкәнебеҙ юҡ ине, тип ауыҙ йыра: «Ә мин, һин килмәгәс­, хыялый була яҙҙым, шулай уҡ алданымы икән мине, әллә бер-бер хәл булдымы икән, тип ут йоттом». Инде уның менән күрешеү, аңлашыу ҡыуанысынан бәхет тулҡынына сумдым тигәндә һине, иртәнән һуңға туй буласағын иҫләнем. Шул ваҡытта ер сайҡалып китте. Мин һайлау алдында, юл сатында тороп ҡалдым. Бер яҡта мөхәббәт булһа, икенсе яҡта – бурыс. Һинең алдыңда, туйға мал, ҡош-ҡорт һуйып, ихлас әҙерләнгән туғандар алдында бурыс тойғоһо көслөрәк булып сыҡты. Мин кейәүгә сығам, иртәнән һуңға туйыбыҙ, тигәс, уның ағарынып китеп, телһеҙ ҡалыуҙары... Шулай өнһөҙ сығып китте ул. Әйләнеп тә ҡараманы. Әгәр боролоп килһә, үҙе менән саҡырһа, мин барыһын да ташлар ҙа сығыр ҙа китер инем. Тик ул башын эйеп китеп барҙы. ҡыҫҡа арауыҡта башҡаға кейәүгә сығырға ризалыҡ биреүемде хыянат итеп ҡабул итте, кисерә алманы. Һәм дөрөҫ эшләгән дә. Кемделер ысын күңелдән һөйһәң, башҡаларҙы бөтөнләй яныңа юлатырға ярамай. Тәҙрәгә ҡапланып, артынан илап тороп ҡалдым. Шунан алып мин уны күпме кеше араһынан эҙләһәм дә, башҡа күрмәнем. Берәй яҡҡа сығып китте, ахыры. Кинәт ҡабынып күҙ асып йомған арала һүнгән бер осҡондай ғына булды һөйөүебеҙ. Әле уйлап ятам, ҡалай мин ғәйепле икән, тип. Икегеҙ алдында ла ғәйепле. Уны ла бәхетһеҙ иткәнмен, һине лә. Хатта ҡайһығыҙҙы нығыраҡ бәхетһеҙ итеүемде самалап та булмай».
Кәләште башҡаса тыңлай алмай тороп киттем, ә ул кинәт тартыша башланы. Дауаханаға алып барып еткерә алманыҡ, «Тиҙ ярҙам»да йәнен бирҙе. Һуңғы һулышын алғанда ҡулымдан тотто, күгәргән ирендәре нимәлер шыбырланы, ишетмәнем. Берәй нәмә эшләгеҙ, ниңә бер нимә лә эшләмәйһегеҙ, тип баҡырҙым, әммә фельдшер­ҙар нимә эшләй алһын инде? Бер остоҡ ҡына йәне усымды өттө...
Ағай ҡалтыранған ҡулдары менән ыуаланып бөткән сигаретты ташлап, ҡаптан яңыны сығарып, тәмәке тоҡандырҙы: «Бына шулай, һеңлекәш... Сәлиә вафат булғас, фатирҙы ҡалдырып, ҡаланан сығып киттем. Себерҙә балалы яңғыҙ ҡатындың йылыһына эйәләштем дә, уның менән йәшәп ятҡан көнөм. Уртаҡ балабыҙ бар. Әле бөгөн кер бауында балалар кейемен күреп, Сәлиәм һаман да тере, тик башҡа берәү, теге һөйгәне менән ошонда йәшәп ята кеүек тойолдо. Алйот кеше һымаҡ, уны көтөп ултырыуым. Бәлки, мин ысынлап та аҡылдан яҙғанымдыр». Уның был һүҙҙәренән шөбһәләнеп, эргәһенән тороп киттем.
− Ағай, миңә ҡайтырға кәрәк, инде һуң бит, балаларымды йоҡларға һалаһы бар. Һеҙ ҙә ҡайтығыҙ, ултырмағыҙ бында, – өшәнеп, беләктәремде ыуҙым. − Һыуытты ла.
− Эйе шул, − тип ризалашты ул минең менән һәм ауыр ҡалҡынып, тәмәке төпсөгөн үксәһе менән төйөп һүндерҙе лә, күңелһеҙ көлөп ҡуйҙы. − Был бисәм Сәлиә түгел, хәҙер, ҡайҙа олаҡтың, тип өҫкә ташланыр, зыуҙап ҡолаҡ итен ашар инде.
Оҙаҡ ултырыуҙан ҡатҡан быуындарын яҙа алмағандай алпан-толпан баҫып, ағай тәрән хискә бирелеп, көйләп китеп барҙы:
– Иҫеңдәме, һөйөү билдәһе тип,
Алтын балдаҡ һин бүләкиткәйнең…
Ағай ҙа ағай тигән кешем минән бер нисә генә, күп булһа өс-дүрт йәшкә оло икәнен шул саҡта йөҙөнән сырамыттым. Тик уны яуапһыҙ мөхәббәт ҡаҡшатҡан, күрәһең, ә ғөмүмән, һөйөү булғанмы һуң уның йөрәгендә, тип уйланып, үҙебеҙ йәшәп ятҡан фатирҙың балконына күҙ аттым да, подъезға ҡарай йүгерҙем.
... Был осрашыуҙан һуң күп йылдар үтте, фатир һатып алыуыбыҙға ла әллә ни заман. Ләкин шул йорт янынан үткән һайын таныш балконға, ялбыр ағас төбөндәге эскәмйәгә ҡарайым. Әллә ниңә балконда – түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡыҫҡа сәсле көләс йәш ҡатынды, эскәмйәлә уны көткән ҡырыҫ ирҙе күрермен кеүек.
 
Сығанаҡ һәм фото: https://ye102.ru/
 
 
Автор:
Читайте нас: