-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь , 18:20

Никахһыҙ тол

– Өләсә-ә-әй, беҙ килдек. Хәлдәрең нисек? Әйҙә әле, тороп ултыр, – иртәнге ашты ашап бөтөүгә бүлмәгә ике ҡыҙ килеп инде. Палатала бергә ятҡан оло йәштәге Сәйҙә әбейҙең янына көнөнә әллә нисә мәртәбә ейәнсәре инеп сығыуына өйрәнеп бөттөк инде. Тик был юлы икәүләшеп ингәс, аптырап ҡалдыҡ: улар бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшағайны. Кисә кемеһе килде, тип һораһалар, валлаһи, әйтә алмаҫ инек. Етмәһә икеһе лә аҡ халатта, ҡалпаҡта, инеү менән беҙҙе күреп, битлектәрен дә кейә һалдылар. Беҙ быға тиклем бер ейәнсәр килеп йөрөй, тип уйлай инек. 

Никахһыҙ тол
Никахһыҙ тол

– Һаумыһығыҙ! – тип дөйөм палатаға өндәштеләр ҙә иғтибарҙарын ҡабат әбейгә йүнәлттеләр. – Өләсәй, һин әйҙә әле, бирешмә. Тиҙ арала аяҡҡа баҫырға кәрәк. Срочно! Беләһеңме нимәгә?!

– Үҙем әйтәм, Айдилә. Был бит минең яңылыҡ.

– Әйҙә әйт. Тик тәүҙә өләсәй бер аҙ хәлдәрен һөйләп алһын әле.

– Минең ни, хәлем әүәлгесә. Аш үтә, тыныс йоҡлайым. Биргән дарыуҙарҙы ла эсәм. Ҡалғаны инде ҡартлыҡ сире – дауаланмай. 84 йәш бит инде, үҙегеҙ беләһегеҙ.

– Тә-әк, өләсәй, ҡартайыу тураһында һин әлегә һөйләмәй тор. Бына аяғыңа баҫып, көн һайын бер аҙ йөрөп алырға кәрәк. Юғиһә гел ултырып ҡына торһаң, бөтөнләй аяҡтан яҙыуың бар. Ә һин беҙгә ныҡ кәрәкһең. Мин бит оҙаҡламай кейәүгә сығам. Мәктәптән бирле дуҫлашып йөрөгән Тимурҙы беләһең бит, шул, ниһайәт, миңә кисә тәҡдим яһаны. Һин дауахананан сығыу менән никахлашабыҙ.

– Аһ-аһ, хәйерле булһын, балаҡайым. Тик мине көтмәгеҙ. Оломон бит инде, оҙаҡлап ултыра ла алмаҫмын. Үҙ яйығыҙға ҡарап, ошо арала үткәрә һалығыҙ. Мин ни...

– Юҡ инде! Һинһеҙ никакуй. Иң ҡыҙығы нимә, беләһеңме, өләсәй? Тимур уға тәҡдим яһағайны, минең егетем дә ҡуҙғалырға уйлай башланы. Уның менән һеҙҙе Айзиләнең туйында таныштырырмын, йәме!

– Аллаһҡа шөкөр, бына бит, икеләтә ҡыуаныс буласаҡ былай булғас...

– Әлбиттә, беҙҙең никахҡа тиклем алыҫ әле. Бер-бер артлы ике никах, туй үткәрергә әсәйҙең ҡулынан килмәҫ. Ярай, үҙе ғәйепле, йоҡлап йөрөмәһен ине, ивет, өләсәй?

– Улай тимә, балам. Әмәлен табырбыҙ, никахын да, туйын да үткәрербеҙ. Ризалыҡ бир!

– Уйларбыҙ, уйларбыҙ. Тик һин генә аяҡҡа баҫ, йәме. Бейерлек булһаң, бәлки, ике туйҙы бер юлы үткәрербеҙ. Ә хәҙергә беҙ эшкә тотонабыҙ, кис ҡайтыр алдынан тағы инеп сығырбыҙ, йәме. Бына, әсәй һиңә ашарға әҙерләп ебәрҙе, тәмләп кенә тамаҡ ялғап ал!

Көләс ҡыҙҙар йылмая-көлә сығып китеү менән, һуңғы көндәрҙә аяғына баҫыуҙан баш тартҡан Сәйҙә әбей тороп ултырҙы. Килтергән күстәнәсте ашағас, һауыт-һабаһын йыуып алды. Бер аҙ ял иткәс, бәҙрәфкә лә үҙе барырға булды. Беҙ бер аҙ аптырашҡа ла ҡалдыҡ.

– Үлем көтөп кенә ятыр урынға, йөрөтәләр инде табиптарға эш өҫтәп, хөкүмәт дарыуын әрәмләп! – аҙна дауамында беҙ Сәйҙә инәйҙән тик ошондайыраҡ ҡына һүҙ ишетә инек. Артыҡ аралашырға тырышманы. Беҙ ҙә – ике йәш ҡатын – уның менән һөйләшер һүҙҙәр юҡ кеүек ине, уға һүҙ ҡушманыҡ. Бары тик көн һайын күрше бүлектә эшләгән ейәнсәре (бына бит, улар икәү булып сыҡты) инеп, хәлен белеп, сәсен тарап, кейемен алыштырып, йыуындырып китә. Ә әбейебеҙ уларҙы күрһә, май ҡояшындай йылмая, һөйләп хәбәре бөтмәй, ҡушҡандарын һүҙһеҙ үтәй. Ана бит, бөгөн бигерәк тырыша, төшкә тиклем коридорға сығып әйләнде. Уның көләс сағында, тип бер аҙ һүҙ ҡушып ҡарарға булдым:

– Инәй, туй һүҙе оҡшап ҡалды шикелле һеҙгә, бөгөн үк йүгереп китергә тырышаһығыҙ.

– Ә кәкже! Аллаһ бирһә, туйҙарын оҙаҡҡа һуҙмаҫ өсөн тиҙерәк һауығып, сыға һалырға кәрәк. Эй, балаҡайым, ошо ҡыҙҙарҙың яҙмышы өсөн борсолам бит. 27 йәштәре тулды, кейәү тип ауыҙҙарын да асмайҙар ине. Ә мин уларҙы тиҙерәк парлы иткем килә. Айзиләһенең дуҫлашҡан егете булғас, артыҡ борсолманым. Хәйер, хәҙер ышаныс юҡ, берәү менән йөрөйҙәр, икенсеһенә өйләнәләр. Арыуыраҡ булһа, икенсе ҡыҙҙар һалдырып уҡ ала бит. Ә бына Айдиләһенең бер кем менән дә дуҫлашҡаны ишетелмәне. Егетең бармы, тип һораһам, көлә лә: “Аҡбуҙаттағы әкиәт егетен көтәм әле”, – ти торғайны.

– Бәхеттәре булһын инде. Бигерәк матур ҡыҙҙар...

– Амин. Әсәләренә оҡшағандар. Аталары ла төҫкә матур ине...

– Ине? Үлдеме әллә?

– Эйе. Был балаларҙы бер тапҡыр ҡулына ла алып һөйә алманы. Ярай, Нәсимәмдең ауырлы икәнен хәбәр итеп өлгөрҙөләр.

– Бигерәк йәл. Ярай төҫө булып, ҡыҙҙары ҡалған.

– Эйе. Бер уйлап ҡараһаң, һәр кемдең тормошо китап яҙырлыҡ тарих бит ул. “Бер кемдең дә һарайы буш түгел”, – ти торғайны өләсәйем. Әбейҙәр йыйыла ла, ҡайғы-хәсрәттәрен һөйләшә торғайнылар. Күбеһенең ире һуғышта үлгән. Ҡайтҡандары эсә, 2 – 3 ғаилә менән йәшәгәндәре лә булды. Тәүҙә быны аңламай инем, аҙаҡ һәр кемдең ҡайғыһы бар, тип әйтеүен белдем. Минең тормош та ғибрәтле ул, – тип Сәйҙә әбей теле сиселеп, үҙенең яҙмышын бәйән итте. – Фәтих олатайың менән йәштән бер-беребеҙҙе оҡшатып йөрөп, вәғәҙәләр биреп өйләнештек. Ғаилә тормошобоҙ бәләкәй генә иҫке йортта башланһа ла, беҙҙән бәхетле кеше юҡ ине ул саҡта. Икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәс, ата-әсәйҙәрҙең ярҙам итер мөмкинлеге булманы. Бары тик ҡәйнәмдәр: “Аҡлы көнөң – ризыҡлы көнөң, тиҙәр. Һыйыр бирер хәлебеҙ юҡ, эш иткән кешегә кәзә һөтө лә етә”, – тип һауын кәзәһе биреп сығарҙы. Матур йәшәп киттек. Ирем – тракторсы, мин һауынсы булып колхозда эшләп йөрөйбөҙ. Ике йылдан алдынғылар рәтендә инек инде, етәкселәр беҙҙе быҙау менән бүләкләргә ҡарар итте. Яҙғылыҡҡа оло улыбыҙ тыуҙы, артабан – ике ҡыҙ, тағы малай. Мал да ишәйҙе, йорт та яңырҙы, балалар ҙа үҫте. Тик тормош бәхеттән генә тормай икән. 42 йәшемдә тол ҡалдым. Фәтих сәсеүҙә йөрөй ине, яҙ һайын ағыулы ашлыҡ менән булалар. Ҡағиҙә буйынса, һәр кем битлек һәм бирсәткә кейеп эшләргә тейеш тә бит, тик ир-ат уны һанға һуғамы ни инде?! 40 йәше лә тулмаҫ борон бер хеҙмәттәше менән үпкә ауырыуына дусар булдылар. Табип бер ҡарауҙан уҡ: “Химия...” – тип ҡуйҙы. Икеһе лә йыл ярымдан бер-бер артлы баҡый донъяға күсте. Һуңғы айҙарында иркенләп тын да ала алманы, ашағанын да аҡтарып ҡоҫа ине. Гөл кеүек шиңде лә ҡуйҙы. Етмәһә, 40 йәшемдә кинйә ҡыҙымды – Нәсимәмде табырға батырсылыҡ иткәйнем. Бәләкәй бала менән иремә, бәлки, иғтибар ҙа етмәгәндер – ни булһа ла үкенескә ҡалды инде.

Йәшләй киткән ирем йәл – ауыр саҡтарҙы үткәреп, инде тормош йәмен татып йәшәр саҡта үлде. Нисек йәшәрмен, нисек балаларҙы аяҡҡа баҫтырырмын, тип илай инем. Йәшәйһең икән ул. Аллаһы Тәғәлә йүнен бирә. Ҡайғыға батып оҙаҡ ултырырға форсат та булманы: дүрт йылдан туйҙар башланды. Йыл аша табын ҡороу, ҡоҙаларға бүләк хәстәрләү, уның араһында утын-бесән әҙерләү, баҡса сәсеү, йорт-ҡураны тәрбиәләп тороу – барлыҡ донъя мәшәҡәте минең иңгә ятты. Ир наҙы, һөйөүе тураһында бөтөнләй уйламаным. Биш бала менән ҡалған ҡатынға батырсылыҡ итеп өйләнергә теләүселәр ҙә табылманы. Фәтихемдең иркәләү-наҙҙарын һағынып, үҙен юҡһынып илай инем. Аҙаҡ бала хәсрәте ир ҡайғыһын онотторҙо.

Балаларым, шөкөр, эшкә шәп, тәртипле булып буй еткерҙе. Ваҡытында уҡынылар, ғаилә ҡорҙолар. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен, аңлашылмаусанлыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, улар өсөн йөҙ ҡыҙарырлыҡ сәбәп булманы. Апай-ағайҙары үҙ донъяларын ҡороп, таралғас, атаһы үлгәндә ике йәшлек кенә булған Нәсимә менән икәү төп нигеҙҙә тороп ҡалдыҡ. Торғаны менән ут инде: уҡыуға ла, эшкә лә шәп, төҫкә һылыу. Йырға таланты бар ине, конкурстан-конкурсҡа, ауылдан-ауылға концерттарға йөрөтә башланылар. 11-се класта уҡығанда күрше ауылдың бер хәрби егетенә ғашиҡ булды бит балаҡайым. 27 йәшлек Азамат Санкт-Петербург хәрби училишеһын тамамлап, эш башлаған икән. Оҙайлы ялға ҡайтҡанда танышҡандар. Тәүҙә артыҡ иғтибар итмәнем. Бер аҙҙан Нәсимә уҡыу, тип тормай төн уртаһына тиклем юғала башланы. Әрләү ҙә, ҡурҡытыу ҙа ярҙам итмәне, телендә: “Яратам!” – тигән генә һүҙ ине. Егет хеҙмәтенә кире киткәс, барыһы ла яйланыр, ҡапыл тоҡанған усаҡ та һүнер, тип өмөт иттем. Тик хәлдәр мин уйлағанса барып сыҡманы. Бөгөнгөләй иҫемдә: ноябрь башы ине. Кискә табан сибәр генә бер егет килеп инде. Кәүҙә тотошонамы әллә ҡыйыулығынанмы – шунда уҡ Азамат икәнен аңланым. Ишектән үк һүҙҙе ҡыҫҡа тотто (бәлки оялыуын шулай йәшергәндер, кем белә):

– Апай, мин Нәсимәне яратам. Һеҙҙән өйләнергә рөхсәт һорарға килдем.

Тәүҙә  аптыраным, аҙаҡ асыуым ҡабарҙы:

– Ниндәй өйләнеү ул?! Уға бит яңы 17 йәше тулды. Танышыуғыҙға ай булдымы әле?!

Төпкө бүлмәнән Нәсимә килеп сыҡты ла, үҙ һүҙен әйтергә маташты:

– Әсәй, әйҙә тыныс ҡына һөйләшәйек...

– Ә һин бар, күҙемдән юғал! Ирек ҡуйғас та, был йәшеңдән кейәүгә сығырға уйланыңмы? Мин иртәнән кискә тиклем колхозда бил бөгөп, һин уҡыһын, етемлекте тоймаһын, кешесә йәшәһен, тип тырыштым. Ә һин тәү осраған, тәҡдим яһаған егеткә тағылып китергә уйлайһың...

– Апай, уны әлегә бер кем дә, бер ҡайҙа ла алып китмәй. Иртәгә әсәйемдәр һөйләшергә килә. Көнөн билдәләп, мин киткәнсе никах уҡытайыҡ. Нәсимә ҡалыр, ә туйҙы икенсе йыл, аттестат алғас, үткәрербеҙ. Ғәфү итегеҙ, беҙҙең йәндәр ҙә, тәндәр ҙә ҡауышты инде. Йәш ҡыҙҙы яҙмыш ҡосағына ташлап киткем килмәй.

Был хәбәрҙән мин тәүҙә аптырап ҡалдым. Аҙаҡ тамам асыуым ташты.

– Ах, һин шаҡшы! Йәш ҡыҙҙың башын әйләндерергә эшкиндеңме? Баштан уйларға кәрәк ине. Хәҙер үк сығып кит! Юғиһә мәктәп уҡыусыһын юлдан яҙҙырған өсөн судҡа бирәм. Эшеңә түгел, төрмәгә олағасаҡһың!

Ул саҡта тәртип ҡаты кеүек ине, ҡыҙҙарҙың аҙып-туҙып йөрөгәне ишетелмәне. Баламдың үҙенән ун йәшкә оло егеттән алданыуын (был хәлде мин тик шулай, тип кенә ҡабул иттем) ауыр кисерҙем. Нәсимәне тәүге тапҡыр ҡайыш менән ярҙым да, өйгә бикләп ултырттым. Мәктәпкә оҙатып ҡуям, ҡаршы алам – егет менән осрашып ҡуймаһын, тип шикләндем. Азамат үҙе лә, ата-әсәһе менән дә килеп ҡараны, ҡапҡанан да индермәнем. Асыуым ҡабарғайны. Тик хәлдәрҙең ҡайһы яҡҡа боролорон бер кем дә алдан белмәй шул. Егет эшенә китте. Хаттары килде, уларҙы Нәсимәгә бирмәнем.

Яңы йылдан һуң уның ауырлы икәнлеге беленде. Өфөгә абортҡа алып барырға йыйынып бөткәйнем инде.

– Әсәй, әгәр уларҙың ғүмерен ҡыйһаң, мин дә аҫылынып үләм. Азаматты яратам, беҙ барыбер бергә булабыҙ, – тине ҡыҙым. Көн һайын өйҙә әрләш, талаш, илау башланды. Хаҡлы ялға сыҡһам да эшләп йөрөй инем, ферма юлын ташланым. Барыһы ла минән көлә кеүек тойолдо. Урамға ла сығырға ояла инем. 3 – 4 аҙна тирәһе шулай аптырап йөрөнөм дә, ҡасандыр ҡыуып сығарған “ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың” ишеген ҡаҡтым. Сабыр ғына хәлде тыңланылар ҙа:

– Иртәгә үк Нәсимәне үҙебеҙгә алып ҡайтабыҙ. Бәлки, Азамат 2 – 3 көнгә булһа ла берәй нисек ҡайтырға яйын табыр йә үҙебеҙ барып ҡайтырбыҙ. Араларын нығытып ҡуйырға кәрәк, – тинеләр. Шулай ҙа үпкә һүҙҙәрен еткерҙеләр. – Йәштәр бит аҡылһыҙ түгел. Хәлдең ошолай булырын һиҙеп тә ҡауышырға теләгәндәрҙер. Яңылышлыҡ һәр кемдә була. Теге саҡта арҡыры төшмәһәгеҙ, кеше алдында йөҙөгөҙ яҡты булыр ине...

Шулай итеп ҡыҙымды ҡәйнә-ҡайныһына эйәртеп, кейәүһеҙ генә килен итеп оҙаттым. Кешесә никах, туй үткәрә алмаһаҡ та, уйнаш тигән исеме булмаҫ, тип тынысландым. Тик балама ир бәхетен татыу насип булманы. Чечняла һуғыш башланғайны бит, Азаматтың часын шунда ебәргәндәр. Аҙаҡ белеүемсә, яҡындарына ҡайҙа икәнен әйтмәгән, матур-матур хаттар яҙған. Йәй башында бер аҙнаға ҡайтып, ЗАГС-ҡа барырға ниәтләүен әйткән. Нәсимә күҙ ҙә ҡаш йәй башланыуын көттө. Ҡәйнәһе уҡытыусы булып эшләй ине, үҙҙәренең ауылына уҡырға урынлаштырҙы. Тик апрель айында кейәүҙең бер-бер артлы үле хәбәре менән цинк табутта кәүҙәһе ҡайтты. Кәүҙәһе, тип тә әйтеп булмай. Оҙатып килеүсе егеттәр һөйләүенсә, машиналары янында бер-бер артлы өс снаряд шартлаған. Ундағы ете егеттең мәйетен танырлыҡ та булмаған. Номерлы медальондарына ҡарап, яҡынса кемдең кем икәнлеген айырғандар. Табутты асырға рөхсәт булманы. Алты айлыҡ ауыры менән Нәсимә ҡауышмаҫ борон уҡ тол ҡалды. Көндән көн үҙ-үҙенә йомола барған, көн һайын зыярат юлын тапаған ҡыҙҙың аҡылына зәғифлек килеп ҡуймаһын, тип ныҡ ҡурҡтым. Ә үҙем хәлен белергә лә ҡыйынһынып ҡына барам: йәштәр алдында ғәйепле инем. Теге саҡтағы ҡылығым өсөн ғүмер буйы үкенеп йәшәйем. Үлемдән ҡалып булмай ул, быныһын беләм. Әммә Нәсимә ире менән никахлы булһа, ҡайғыны еңелерәк үткәрер ине. Өндәшмәһә лә, күңелендә миңә үпкә ятыуын һиҙҙәм. Шуғалыр, артыҡ дуҫ та, серҙәш тә була алманыҡ.

Йәй уртаһында игеҙәк ҡыҙҙар тыуҙы. Улар менән Нәсимә ҡабат тормошҡа ҡайтты ла инде. Әлдә генә абортҡа барырға ризалашмаған, балаҡайым. Азаматтың үлеменә 27 йыл үтте, һаман да уға тоғро. Ошо Айзилә менән Айдиләгә күңел баҫып, ҡабат кейәүгә сыҡманы. Балалар булмаһа, бөтөнләй яңғыҙ ҡалыр ине. Ете йыл ҡәйнә йортонда йәшәне Нәсимә. Ҡоҙағыйҙарҙың кесе улы ҡатынынан айырылып ҡайтты. Тыуған-тыумаса: “Икеһе лә яңғыҙ. Тол ҡалған еңгәне ҡәйнешкә димләү электән ҡалған йола, ҡауышһындар,” – тип хәбәр һөйләй башлағас, ҡыҙымды кире үҙемә күсереп алып ҡайттым. Юҡ, тимәне, моғайын, үҙе лә уңайһыҙланып йәшәгәндер. Ә мин ейәнсәрҙәремде күсереп алып ҡайтҡас, яңынан тыуғандай булдым. Шуларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, эшкә өйрәтеп, уҡыуҙарында ярҙам итеп йәшәнек. 12 йәштәренә тиклем алмаш-тирмәш минең янымда йоҡлап йөрөнөләр. Серҙәрен дә йәшермәй һөйләнеләр. Ә бына Нәсимә эсендәген миңә һөйләмәй.

Ҡоҙа менән ҡоҙағыйға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Нәсимәне хур итмәнеләр. Үлгәнсе башҡа ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә игеҙәктәрҙе лә бер тигеҙ күрҙеләр, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам иттеләр. Минең ҡыҙ ҙа уларҙы яҡыныраҡ күрҙе шикелле. Аҙна һайын барып ҡайта торғайны. Ҡайһы саҡ яҙмышҡа үпкәләп тә ҡуям: мин 40 йәштә тол ҡалғайным, Нәсимә 17 йәштән яңғыҙ. Ике йәштә етем ҡалғайны, уның ҡыҙҙары атайҙарын фотонан ҡарап ҡына белә. Ни өсөн һынауҙар уға өйөп-өйөп бирелә икән? Игеҙәк балаларын аяҡҡа баҫтырыу ифрат ауыр булды балама. Мин дә ҡартайып киттем. Элекке сағым булһа, рәхәтләнеп донъя көтөшөр инем дә бит.

Суд юлын күпме генә тапамаһындар, игеҙәктәрҙе Азаматтың балалары икәнлеген иҫбат итә алманылар. Пенсия аҡсаһы булманы. Бары тик яңғыҙ әсә булараҡ бәләкәй генә пособие алды. Шулай ҙа бирешмәнек. Эшкә шәп балам: малын да аҫрай, баҡсаһын да сәсә, машинаһын да йөрөтә. Тәүҙә колхоз ваҡытында ашнаҡсы булып эшләне, аҙаҡ ул тарҡалғас, дауаханаға санитарка булып урынлашты. Әсәләренә эйәреп йөрөй торғас, Айзилә менән Айдилә табип булырға хыяллана башланы ла инде. Тик юғары уҡыу йортона конкурс ҙур булды, инә алманылар. Салауатта медучилище тамамланылар ҙа, дүрт йыл инде эшләп йөрөйҙәр. Бәхеттәре генә булһын инде балаҡайҙарымдың. Әсәләренә бала ҡайғылары бирмәһен, Хоҙай. Әммә Нәсимәм алдында ғәйебем булғанғамы, биш балам араһынан уның өсөн нығыраҡ өҙгәләнәм, ҡайғырам. Миңә инде нимә, 90-ды ҡыуалайым бит. Йәшәрен йәшәнем, ашарын  ашаным, тигәндәй. Нисек булһа ла ғүмерем үтте. Ә уға ни бары 44 йәш. Еләк кеүек матур, дәртле сағы. Бәлки, үҙенә тиң йәр осратып, тормошон яңынан башлай алыр, тип өмөтләнәм...

 

Сығанаҡ: https://shonkar.com/articles/-bi-t/2024-04-11/nikah-y-tol-3719422

Автор:
Читайте нас: