-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь , 10:15

Мыжыҡ әсәйгә әүерелмәгеҙ!

Балалар ҙа һорау бирергә ярата. “Ниңә?”, “Ни өсөн?” тип ата-әсәләрҙе йөҙәтеп бөтөрәләр, түҙемһеҙҙәрҙе сығырынан сығаралар.

Мыжыҡ әсәйгә әүерелмәгеҙ!
Мыжыҡ әсәйгә әүерелмәгеҙ!
Психологтар әйтеүенсә, “етәр инде, юҡ-бар һорауҙарың менән теңкәгә теймә” тип бер ҡасан да балаларҙың ауыҙын ябырға тырышырға ярамай. Беренсенән, бының менән абруйығыҙҙы ҡаҡшатаһығыҙ, икен­сенән, балағыҙҙың һеҙҙән ситләшеүе, һора­уына яуапты башҡа ерҙән эҙләүе ихтимал. Ул-ҡыҙҙарығыҙ һеҙҙе ҡиммәтле уйынсыҡ һатып алып биреүегеҙ өсөн түгел, ә һеҙҙең менән ҡыҙыҡ, рәхәт, ышаныслы булыуы өсөн ярата.
Бала ҡайһы саҡта көтөлмәгән һорауы менән шаңҡыта, аптырашта ҡалдыра. “Үҫкәс белерһең”, “әле һиңә иртәрәк” тип кенә ҡотолорға ашыҡмағыҙ. Һәр яуап ул аңларлыҡ кимәлдә, әммә дөрөҫ булырға тейеш. Тәрбиә эшендә ижад һәм фантазияһыҙ мөмкин түгел, ваҡыты менән маҡтап та алырға кәрәк. Йылы һүҙ, яғымлы ҡараш, арҡаһынан һөйөү сабыйығыҙҙы үҫтереп, дәртләндереп ебәрер. Күңеле тыныс, үҙен ышаныслы тойған бала сирҙәргә лә тиҙ бирешеп бармай, еңел үткәрә.
Ата-әсәләрҙең бер үк нәмәне йыш тылҡый, ҡабатлай торған ғәҙәте бар. Бындай саҡта ла сама кәрәк, ти психологтар, “мыжыҡ үгәй әсәйгә” әүерелмәгеҙ.
Кеше тормошҡа яйлаша-яйлаша үҫә. Ә беҙҙең тормошобоҙ бала саҡтан башлана. Ошо йәштән уларҙы эргә-тирәбеҙҙәге кешеләрҙе хөрмәт итергә өйрәтеү – төп бурысыбыҙ. Быға ирешеү өсөн иң тәүҙә үҙебеҙҙең ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы шәхес итеп күреп, фекерҙәре менән иҫәпләшеп йәшәргә өйрәнергә кәрәк.
 
Фото: shkola72ulyanovsk-r73.gosweb.
Автор:
Читайте нас: