-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Декабрь , 11:00

МӘМӘЙ МАЛАЙ

Бөгөн Рәсәйҙә 6,2 миллион бала тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнә, был күрһәткес һуңғы йылдарҙа 30 процентҡа артҡан. Яңғыҙ әсәләр һаны 5,6 млн тәшкил итһә, ҡалған 634,5 меңен яңғыҙ атайҙар ҡарай. Һәр өсөнсө атай-әсәй үҙ балалары өсөн алимент түләмәй. 27,3 миллион баланың 5,6 миллионы (21 %) атай тәрбиәһен күрмәй үҫә. Был – афәткә тиң! 

МӘМӘЙ МАЛАЙ
МӘМӘЙ МАЛАЙ

Бәләнең ундай ҙур масштабы беҙҙең йәмғиәткә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Тере атайҙары булып та, уның тәрбиәһен күрмәй үҫкән балаларҙың һаны яңы сифатҡа күсә башланы – быны беҙҙең битараф булмаған замандаштарым үҙҙәре күреп белә. Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған әсәйем үҙ балаларынан баш тартҡан әсәләрҙе күреп йәне әрней – ул әсә кешенең үҙ балаһын ташлауын һис тә аңлап етмәй. Етем тип һаналған балаларҙың байтағының ата-әсәһе бар. Бындай хәл граждандар һуғышы ваҡытында ла, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң да булмаған.
Быға тиклем йәмәғәтселек тә, дәүләт тә ғәйепте башлыса ир-атта күреп килде. Ул, йәнәһе, ғәмһеҙ – үҙ балаһын ташлап китеү уның өсөн бер ни тормай. Яңғыҙ әсәләр өсөн дәүләт байтаҡ льготалар булдырҙы, төрлө сетерекле мәлдәрҙә ул тик ошо әсәнең мәнфәғәтен яҡлап килде. Был яҡшы мәғлүм. Бәғзе ҡатындар бының менән оҫта файҙаланды. Һөҙөмтәлә ир-ат, атай кеше статусының бәҫе ҡырҡа аҫҡа төштө. Өйләнергә “ҡурҡҡан” ир-ат һаны бермә-бер артты. Кемдең үҙ теләге менән аяҡ аҫтындағы сепрәк хәленә төшкөһө килһен инде... Һәр ир-атта үҙ нәҫелен ҡалдырыу теләге шулай уҡ көслө булһа ла.
Совет осоронда, яңғыҙ әсә тәрбиәләгән балаларҙа инфантиллек көслө була, тигән фекерҙән ары китмәнеләр. Ысынлап та, был нәмә бигерәк тә малайҙарға хас. “Ир – ҙур бала” тигән әйтем дә ошонан барлыҡҡа килде, шикелле. Бындай ир-егет бер көн менән йәшәй. Ул үҙ киләсәген планлаштыра белмәй. Бөтә эш хаҡын кәйеф-сафа ҡороу өсөн тотоп, һуңынан туған-тыумасаһы, таныштарынан бурысҡа алып йәшәргә мәжбүр. Ул биргән һүҙен тота белмәй, вәғәҙәләрен тиҙ генә онота. Сөнки бала саҡтан алып төрлө фантазиялар менән йәшәп өйрәнә. Уның торған ерендә тәртип булмай. Көнкүреш проблемаларын тейешенсә хәл итә алмай. Уның тормошон үҙгәртергә теләге лә юҡ. Уның бөтә ҡыҙыҡһынған нәмәләре – компьютер уйындары, блокбастерҙар, пейнтбол йәки уҡтан атыу. Атаһы булһа, уны етди нәмәләр менән шөғөлләнергә өйрәткән булыр ине лә ул. Хатта ябай тымау ҙа уны ныҡ ҡурҡыта – берәй нәмә булып ҡуймаһын (әсәй тәрбиәһе). Шунлыҡтан, был каприздары уны мыжыҡҡа әйләндерә.
Уның өсөн үҙ аллы ҡарар ҡабул итеүе – ҙур проблема. Башҡаларҙан кәңәш һорап теңкә ҡорота. Тәүҙә әсәһенең, шунан һуң тормош иптәшенең кәңәштәре буйынса йәшәп, яуаплылыҡтан тамам ҡурҡа. Һөҙөмтәлә бөтә нәмәлә ғәйепле булып башҡалар (әсәһе, ҡатыны) торасаҡ. Уға яҡындары, башҡалар тураһында хәстәр хас түгел, ул тик үҙе тураһында ғына ҡайғыртып өйрәнгән. Был – эгоизм.

НАҘЛЫ ӘСӘЙ

Бында әсәй кешене ғәйепләп булмай. Һәр әсә үҙ балаһын инстинктив рәүештә ярата, уның өсөн бөтә нәмәгә әҙер. Әммә ошо әсә һөйөүе баланы боҙа ла инде. Бында баланың да ғәйебе юҡ. Сөнки ул ысын ир-егет нисек булырға тейеш икәнен күрмәй, белмәй үҫкән. Башлыса тик атай үрнәгендә генә бала көрәшергә, еңергә, үҙ фекерен яҡларға өйрәнә. Әсәйгә оҡшау, ул һине яратһын өсөн күп нәмә кәрәкмәй – барыбер яратасаҡ. Ә атайҙың һөйөүен яулау өсөн тырышырға кәрәк. Атай кеше балаға ирек биреп, уны үҙаллылыҡҡа өйрәтә. Һәр кемебеҙ яҡшы хәтерләйҙер – атай таныш булмаған урында йәшенә лә, шым ғына күҙәтә: бала ни эшләр икән, тип. Атай тәрбиәһе алған балаға истерика хас булмай, уның өсөн яңы шарттарға ҡулайлашыу еңелерәк.
Атаһы менән бергә утын ярған, бесән эшләгән, мал ҡараған баланың холҡо, ихтыяр көсө тиҙерәк һәм ышаныслыраҡ формалаша. Был хеҙмәт унда үҙ көсөңә таянырға, эште еренә еткереп, яҡшы итеп тамамларға өйрәтә. Ул үҙенең башҡаларға кәрәклеген аңлап үҫә, башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойғоһо нығына. Ата-әсәһенең бер-береһенә булған мөнәсәбәтен күреп үҫкән бала киләсәктә тик бер кеше менән генә тормош ҡороуҙың мөһим икәнен яҡшыраҡ аңлай. Быны яңғыҙ әсә бер нисек тә бирә алмаясаҡ. Атаһы ғаиләһен ташлап киткәс, улына ла ошо юлдан барыу бер ни тормаясаҡ.

ЯҠШЫ АТАЙ

Кемдер бының менән ризалашмаҫ, әммә йәмғиәт атайҙан башлана. Тик атай кеше генә тыя ла, рөхсәт тә итә. Ошо тыйыуҙы белмәй үҫкән балалар арҡаһында бөгөнгө йәмғиәт ҡыра­ғай­ла­ша бара: уҡытыусыларҙы тыңла­май­быҙ, поли­цейс­кийҙарға һөжүм итәбеҙ (ҡайһы бер әсәй­ҙәр­ҙән өйрәнеп). Бының төп сәбәбе булып йәмғиәттә Авторитет тигән нәмәнең юғалыуы тора. Был нәмә атай абруйын төшөрөү һөҙөмтәһе. Тик атай кеше бала менән әсәнең тәбиғи булған үҙ-ара эске бәйләнешен өҙөп, яңы тормошҡа нигеҙ һала ала. Баланы әсәнән (уның һөйөүенән) ваҡытында айырыу тик атайҙың ғына хәленән килә.
Яңғыҙ әсә, нисек кенә атай тәрбиәһе бирергә тырышмаһын, барыбер тейешле үрнәк була алмаясаҡ. Сөнки уның ғүмерҙә лә ысын ир булырға хәленән килмәй – бында тәбиғәтте еңеп булмай. Хатта мал да бит кем – ир, кем ҡатын икәнен айыра – дилбегә тотҡан кеше быны яҡшы аңлай. Иң алама тип иҫәпләнгән ир кеше уға ҡарағанда атай тәрбиәһен яҡшыраҡ бирәсәк.
...Юҡҡа ғына “Хоҙай бөтә нәмәне лә тигеҙләп ҡуя” тип әйтмәйҙәр. Яңғыҙ әсәләрҙе яҡлап, атайҙың ролен инҡар итеү ҡонон ала башланы, шикелле. Быны яҡшы аңлаған ҡатын-ҡыҙ “Ир-атты һаҡлайыҡ” тип сыға башланы ла инде. Әммә бында йылына бер көн байрам булдырып ҡына проблеманы хәл итеп булмайҙыр...
Һәр беребеҙгә ғорурлыҡ менән Ләйсән Сәләхетдинова яҙған һүҙҙәрҙе әйтерлек булһын.


“Атайыңа оҡшағанһың” тиеп
Әйтә уны белгән кешеләр.
Оло баһа итеп ҡабул итәм –
Ерҙең йәме атам ишелер.

Дан-шөһрәткә һис тә ҡыҙманы ул,
Ябайлыҡта ине асылы.
Атайымда күрҙем – ниндәй була
Ысын ир-егеттең аҫылы.

Өлгө булдың, атай, бик күптәргә,
Тормош юлың китап яҙырлыҡ.
Бушҡа йәшәмәнең – кешеләр бар
Һине һағынып иҫкә алырлыҡ.

Илдар ҒӘБИТОВ.

Фото: shkola1.gosuslugi.ru

https://shonkar.com/articles/-m-m-aua/2023-02-03/taya-ty-ikense-bashy-la-aty-u-a-3129917

Автор:
Читайте нас: