-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Ғинуар , 17:00

Бәрәкәтле, имен, мул тормош килһен!

Борон беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ һауа торошон, киләһе миҙгелдең нисек булырын тәбиғәттәге теге йәки был күренештәргә ҡарап билдәләгән. Йәйгә ҡарап - ҡышты, көҙгә ҡарап яҙҙың ниндәй булырын фаразлаған.

Бәрәкәтле, имен, мул тормош килһен!
Бәрәкәтле, имен, мул тормош килһен!

Минең туҡһанды артмаҡлаған өләсәйем бер аҙнанан көндөң һыуытыуын, ямғыр йәки ҡар яуыуын тәнендәге быуындары һыҙлауынан әйтеп ултыра торғайны. "Улым, һарайҙың тәҙрәһенең быялаһы сатнаған, шуны нығытып ҡуй әле. Бер-ике көндән ныҡ һыуыта. Тана еленләгән, төндә быҙаулаһа, туңып ҡуйыр", - тип, яңы ғына урамдан ингән атайымды сығарып ебәрер ине. Телевизор ҡарарға күҙе күрмәгән, радио тыңларға ҡолағы ишетмәгән өләсәйемдең көн торошон белеп ултырыуы ғәжәп күренә ине миңә бәләкәй саҡта. Ысынлап та, уның ҡолағы ҡысыһа - буран була, тубығы һыҙлаһа - көн болотлап, йәйен ямғыр, ә ҡышын ҡар яуа ине. Аяҡ бармаҡтарының ниндәй быуынына ҡарап та бер аҙнанан көн торошон әйтеп ултырҙы. Ҡоштарҙың йылы яҡҡа китеүенә лә ҙур мәғәнә һалды. Ҡасан ҡайтырын да алдан белде. Ағастарҙың япраҡ ярыуына, бөжәктәрҙең, бал ҡорттарының үҙен нисек тотоуына ҡарап та йылдың, көндөң үҙгәрешен белеп ултырҙы.
Өләсәйемдең мәңгелек донъяға күсеүенә егерме йылдан ашыу инде. Әммә олоғая килә уны көн дә тигәндәй иҫкә алам. Беренсе мартта сәпсек эсерлек күләүек булһа, яҙ иртә һәм йылы килә, тип, өләсәйемде ҡабатлайым. Йәки өләсәйем һымаҡ, ҡолаҡ ҡысыһа, көн боҙола, тип көлдөрәм ейәндәремде. Ысынлап та, тәбиғәттәге, үҙемдең организмдағы үҙгәрештәргә ҡарап, көн, йыл торошон юрауҙарым, ҡырмыҫҡа иләүенең ҙурлығына-бәләкәйлегенә ҡарап, ҡыштың нисек килерен, миҙгелдең нисек булырын уның тәүге айының көндәренә ҡарап фаразлауҙарым да гел дөрөҫкә сыға торғайны.
Әммә һуңғы йылдарҙа тәбиғәт ныҡ үҙгәрҙе. Хас та кешеләр кеүек. Иртәгә, иртәнән һуң нимә булырын бер нисек тә әйтеп булмай. Иғтибар итһәгеҙ, заманса ҡорамалдар ҙа һауа торошон билдәләгәндә ныҡ ҡына яңылыша. Метеорологтар, ҡар яуа, тиһә, көн аяҙ була. Көн һыуыта, тиһәләр, йыш ҡына, киреһенсә, епшетеп, йә буран сыға, йә ямғыр яуа. Йыраҡ китергә түгел, былтыр ҡыш буйы, йәй ҡоро килә, көн аномаль эҫе була, тип күҙалланылар. Ә беҙҙә ике ай буйы ямғыр яуҙы. Баҡсала, юл буйында, газонда үләнде сабып өлгөрөп булманы.
Боронғоларҙың һынамыштары йылдан-йыл тура килмәүенә бер мин генә түгел, ә күптәр шаһит. Бында, әлбиттә, климаттың үҙгәреүе, янғындар, тәбиғәт катаклизмдары ла туранан-тура йоғонто яһай. Һөнәрем метеорология менән бәйле булмаһа ла, был тема, үрҙә әйтеп китеүемсә, өләсәйемә кеүек, миңә лә бик яҡын һәм ошо тәбиғәттәге үҙгәрештәр тураһында фәнни-популяр тапшырыуҙарҙы ҡарайым, төрлө илдең ғалимдарын тыңлайым.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы ун йылда ныҡ йылытты. Климаттың йылыныуы һәм тәбиғәт ғәрәсәттәре бер-береһенә ныҡ бәйле. Бында шулай уҡ кеше факторы ла әһәмиәтле роль уйнай. Күмер, газ, нефттең күпләп яныуы, ағас ҡырҡылыуы, ауыл хужалығында яңы технологиялар планетаның йылыныуына килтерә. Ерҙең глобаль йылыныуы мәңгелек боҙҙарҙың иреүенә, диңгеҙ, океан кимәле күтәрелеүенә килтерә. Ул иһә үҙе артынан ташҡынға, һыу күтәрелеүенә, ел-дауыл, ҡойондоң йышайыуына килтерҙе.
Тәбиғәттең үҙгәреүе кешегә лә ныҡ тәьҫир итә. Ҡойон, ел, һыу баҫыуы күҙәтелгән илдәрҙәге кешеләрҙең характеры ла үҙгәрә. Ундайҙарға янъял ҡуптарыу, митингыларға сығыу, һуғыш асыу, ил баҫыу бер ни тормай. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: Яңы йыл беҙгә ил-көн тыныслығы килтерһен, ямғырҙар ваҡытында яуып, игендәр ваҡытында урылып, бәрәкәтле, имен, мул тормош килһен!

Илвира ЗАҺИҘУЛЛИНА.
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=7100

Фото: stock.adobe.com

Автор:
Читайте нас: