-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар , 19:20

Ҡул балаһы менән фронтҡа юлланған

Элекке спецназсы Иса Гаджиев 2023 йылда тыуған ҡыҙы менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.

Ҡул балаһы менән фронтҡа юлланған
Ҡул балаһы менән фронтҡа юлланған

Алғы һыҙыҡта яраланған ир 2024 йылдың майында реабилитациялау барышында таныш булмаған кешенән ҡатыны һәм ҡыҙы тураһында хәбәр ала.

Уның һүҙҙәренсә, әсә кеше ҡыҙын һеңлеһе менән ҡалдырып, Мәскәүгә эшкә киткән. Ә командир, хәрби хеҙмәткәрҙе дезертир булараҡ эҙләмәһендәр, тип ныҡышып, уны хеҙмәт итеү ваҡытында балалар йортона тапшырырға кәңәш иткән. Әммә ул баланны үҙе менән МХО-ға алырға ҡарар итә.

Гаджиев хеҙмәт иткән подразделениеһына юлланғанда бала үҙен насар хис итә башлай. Иса сабыйҙы Владикавказ дауаханаһына илтә, унда табиптар балаға “ҡан зарарланыуы” диагнозы ҡуя. Тиҙ арала операция яһап, ҡан күсерәләр.

Ҡыҙыҡай һауыҡҡас, хәрби йәнә фронтҡа табан хәрәкәт итергә уйлап, юлға сығалар. Бердянскийҙа тәүге төннө улар харби машинала үткәрә, ә икенсе көндә 136-сы мотоуҡсылар бригадаһының хәрбиҙәре уларҙы Токмак ҡалаһы ситендәге бер йортҡа урынлаштыра. Унда атай менән ҡыҙсыҡ бер нисә ай йәшәй.  Йыш бомбардировкаға дусар ителгән өйҙән күсеп китергә тура килә. Яугир һүҙҙәренсә, уларға балаһы менән ҡайҙа ғына йоҡларға тура килмәгән, шул иҫәптән блиндажда ла. Хеҙмәттәштәре лә ярҙам иткән, баланы ҡарашҡандар. Тәүге мәлдәрҙә бала патрондар менән уйнаған, һуңыраҡ битараф булмаған кешеләр уйынсыҡтар, бала кейемдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ килтергән.

“Башта егеттәр менән заданиеға йөрөнөм. Ҡайҙа машина  бушатырға, йә башҡа төрлө ваҡ-төйәк эшкә барғаланым. Бер мәл алғы һыҙыҡҡа яуға сыҡтым, әммә минең менән булған һалдат был хаҡта командирға еткергән. Ул мине башҡаса алғы һыҙыҡҡа ебәрмәне” , – ти Иса Гаджиев.

2024 йылдың көҙөндә Гаджиевтарҙы ғаиләһен хәрби округ зонаһына алып киләләр. Командование уға хәрби ә отпуск бирә. Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы хәрби часта хеҙмәт итә.

 Сығанаҡ: lenta.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: