Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәренең береһендә: “Кешеләр өсөн шундай ваҡыттар килер: дин тотоусы устарына ҡыҙыу ҡуҙҙы ҡыҫып тотоп тороусыға тиң булыр,”—тигән. Был хаҡ динде тейешенсә тотоуҙың бик ауыр булырына ишара. Ысынлап та, шундай ваҡыттар килеп етте хәҙер. Бик ҡурҡыныс һәм аяныслы замандар... Мосолмандар аҙымлап-аҙымлап динен юғалта бара кеүек. Элек әҙ булһаҡ та, сифат яғы булған, барыбер ҙә. Хәҙер инде, әлхәмдүлиЛләһ, күпбеҙ. Әммә сифат менән маҡтанып булмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әленән әле теге йәки был мөслимәнең яулығын сисеүен ишетергә тура килә. Тиҫтә йылдар буйы диндә булғандар ҙа бара был аҙымға. Уларҙы быға нимә этәреүен бер Аллаһ ҡына белә. Ни тойғандарын, ни кисергәндәрен беҙгә аңларға яҙмаһын, тип теләргә генә ҡала. Уны аңлағансы, бөгөн һәм ошо урында үлеүең хәйерле. Сөнки әҙәм балаһы өсөн иң ҡәҙерле нәмә — иман. Иманһыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Битенә косметика яҡҡан, бөтә фигураһын күрһәтеп торған кейем кейеп, камера алдында ҡыйшаңлаған мөслимә блогерҙар күбәйҙе. Салбарын да кейә улар, муйындарын да күрһәтә, биҙәүестәргә лә урын ҡалдыра. Әүҙем рәүештә виртуаль тормош алып барғандарының аҙаҡ бөтөнләй яулыҡтан баш тартыуҙарына шаһит булырға ла тура килә. Иң үкенеслеһе, бындайыраҡ блогерҙар күп кенә мосолман ҡыҙҙары өсөн өлгө булып тора. Йәғни, үҙҙәренә күрә Ислам диненең “йөҙөн” күрһәтәләр.
Ә ир-егеттәр өсөн инде Хәбиб кумир. Уның еңеүе өсөн ҡат-ҡат доға эшләгән кеүек үк, һуғыш афәтенән ыҙа сиккән, ыҙалатыуҙарға дусар ителгән мосолмандар өсөн доға эшләнегеҙме берәй ваҡыт? Йә иһә, шулай ихлас борсолоп, йәмәғәт өсөн иланығыҙмы?
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хиджабы ҡиммәте юғала барыуы бер мәсьәлә булһа, бөгөнгө ир-егеттәрҙең кейем генәһе лә бер бәлә. Баштарындағы прическалары ла ташҡа үлсәйем. Ыштандар тарайып бөттө. Сәстәр китте өлтөрәп тә, ялбырап. Диндә булмағандар, ярай, ни теләйҙәр, шуны эшләһендәр. Ә мосолмандарға йәһилдәр (невежда) уйлап тапҡан мода артынан ниңә ҡыуырға? Ир-аттар өсөн ғәүрәт тигән төшөнсә юҡмы ни?
Ҡатын-ҡыҙ матурлыҡ өсөн яратылған. Юҡҡа ғына уларҙы гүзәл зат тип йөрөтмәйҙәр. Көҙгөгә ҡарап, һыланып-һыйпаныу ҡыҙ-ҡырҡынға ғына килешә. Ә хәҙер ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ла көҙгөгә күберәк ҡарай кеүек булып китә. Ана улар ҙа махсус рәүештә бөҙрәханаға матурланыр өсөн йөрөй. Ир-егетте сибек аяғын күрһәтеп торған ыштан түгел, тышҡы ҡиәфәте менән дә, рухи яҡтан да ысын ир булып ҡалыуы биҙәйҙер ул. Юғиһә, бөгөн ни ир, ни ҡатын булмаған әҙәми заттар күбәйҙе. Аллаһ биргәненә шөкөр итмәй, енесен дә үҙгәртә бәғзеләр.
Ғөмүмән, йәнтәслим мода артынан ҡыуып, Европа ҡағиҙәләренә буйһоноп, серәкәй ҡанаты хәтле генә лә ҡиммәте булмаған донъя артынан ҡыуған сағыбыҙ. Раббыбыҙҙан алыҫлашҡанбыҙ. Иман китә. Ихласлыҡ бөтә. Тәүхид икенсе планға күсә. Донъя баҫа. Яулыҡтар сиселә. Һаҡалдар ҡырыла. Хиджаб менән бергә ыштандар ҙа тарая...
Аллаһты онотҡандарҙы, Ул да онотор. Тәүбәгә киләйек, йәмәғәт. Депрессияға артыҡ бирелеүебеҙ, һис тынғы тапмауыбыҙ шул тәүбәһеҙлектәндер бит. Диндән йыраҡлашып, психология китаптарынан, тренингыларҙан ғына йыуаныс эҙләүсе йәмғиәткә өмөт юҡ. Ҡөрьән һәм Сөннәткә кире ҡайтайыҡ. Йәшәйешебеҙҙең бар мәғәнәһе—Раббыбыҙ янына таҙа булып ҡайтыу, Ожмах баҡсаларына инеү бит.
-12 °С
Болотло