-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль , 16:40

Шәйехзада Бабичтың тыуыуына - 130 йыл!

Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ялҡынлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич Башҡортостан тарихында ла, башҡорт әҙәбиәтендә лә тәрән эҙ ҡалдырған. Атылып һүнгән йондоҙға торошло ғүмерендә ул илебеҙ тарихының ғәйәт ҡатмарлы осорона шаһит була, уны ижадында тәрән яҡтырта, туған башҡорт халҡының яҙмышы өсөн өҙгөләнә. Үҙе лә ҡан ҡойошло, ҡатмарлы замандың ҡорбаны булып ауа...

Шәйехзада Бабичтың тыуыуына - 130 йыл!
Шәйехзада Бабичтың тыуыуына - 130 йыл!

Башҡортостанда яңы әҙәби йыл бөйөк шағир Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығын билдәләүҙән башланды. Бабич хаҡында киләсәк шағиры, тиҙәр, бөгөн ысынлап та шағир ижадының ялҡыны һүрелмәй, йылдар үткән һайын көслөрәк була бара. 

Бөгөн шағирҙың нәҫел-нәсәбенең тыуған төйәге Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Бабич рухы һүнмәй, уның иҫтәлектәрен һаҡлаған музей эшләп килә. Музейҙа Бабичевтар ғаиләһенең әйберҙәре, үткән быуаттан һаҡланған шәжәрә һәм башҡа уникаль экспонаттар урын алған. 

Музейн эше тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шағирҙың туғандары, яҡташтары яҡшы ойошторған, шуларҙың береһе – учреждение етәксеһе Әлфиә Зарипова. «Бөгөн бөтә республиканан, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән Бабичтар нәҫеле йыйылды. Беҙҙең өсөн ул – хәтер, нәҫел берҙәмлеге. Бында шиғырҙар яңғырай, Бабич рухы йәшәүен дауам итә. Бәләкәй генә ауыл музейы туғандарҙы туплар йорт булып ҡалды. Беҙ шағир ижадының бөгөнгә тиклем нисек һаҡланыуын һәм популярлаша барыуын күрәбеҙ. Уның шиғырҙарын яттан белгән йәштәр йылдан-йыл күбәйә. Был беҙҙе бик шатландыра, илһамландыра! — ти музей етәксеһе.

Ҡунаҡтар араһында — бөйөк Шәйехзада Бабичтың ҡәләмдәштәре лә, музейға ҙур бүләк — компьютер алып килгән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары ла бар ине. Сара барышында музей директоры Әлфиә Зариповаға «Ростелеком» компанияһынан интернетҡа тоташтырыу өсөн сертификат тапшырылды. 

– Музейҙы бөтә донъя селтәренә тоташтырыу идеяһын хупланыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында техник мөмкинлектәр яҡшы. Был Шәйехзада Бабичтың юбилейына бәләкәй генә бүләк булһын. Әлбиттә, шағирҙың ижади мираҫын популярлаштырырға ярҙам итер тип ышанабыҙ», – тине компанияның техник директоры Илгиз Байкенов.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте музейға китаптар бүләк итте.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2025-02-03/bash-ortostanda-b-y-k-sha-ir-sh-yehzada-babichty-130-yylly-yn-bild-l-nel-r-4103887

 

Автор:
Читайте нас: