+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Февраль , 10:00

Ҡараҡтарҙың яңы "ҡармаҡтары"

Бала саҡтан алып фантастик фильмдар ҡарайбыҙ ҙа шаҡ ҡатырғыс техник мөмкинлектәрҙе күрәбеҙ. Уларҙың тормошҡа ашырына әллә ни ышанып та етмәйбеҙ. Әммә йылдар үтә тора, улар бер-бер артлы ғәмәлгә аша тора. Яһалма интеллект бигерәк тә ҙур мөмкинлектәре менән аптырата. Тик һәр яҡшының кире яғы ла була шул.

Ҡараҡтарҙың яңы "ҡармаҡтары"
Ҡараҡтарҙың яңы "ҡармаҡтары"

Кешеләрҙе телефон аша аҡсаһыҙ ҡалдырыу­сы уғрылар хәҙерге техник мөмкинлектәрҙе бик оҫта файҙалана. Уға өҫтәп, социаль инженерия алымдарын ҡулланалар. Социаль инженерия – кешенең хис-тойғоларына тәьҫир итеп, ышанмаҫтайға ла ышандырып, эшләмәҫтәйҙе лә эшләтеү ул. Ҡурҡытыу, йәлләтеү, сараһыҙлыҡҡа төшөрөү, логик фекерләүҙән яҙҙырыу – һәммәһе ҡулланыла.
Динара (исеме үҙгәртелде) телеграм-каналында әхирәтенән хәбәр ала: ошо һылтанма буйынса инеп тауыш бир әле. Ҡыҙ күсә, тауыш бирә һәм ...каналынан ҡолаҡ ҡаға. Баҡһаң, әхирәтенең дә каналын ватҡандар, ә теге һылтанмаға каналды ватыу ысулы ҡуйылған булып сыға. Тиҙҙән Динараның контакттарына уның тауышлы хәбәре тарала: зинһар, аҡса ебәрегеҙ, ауыр хәлдә ҡалдым.
Яһалма интеллектҡа тауыш яҙмаһын индереү етә, бирелгән тексты ул нәҡ тауыштың хужаһы булып уҡый. Үҙ атай-әсәйең дә айырмаҫ.
Был ысул дипфейк технологияһы тип атала. Уның ярҙамында тауышты, ҡыланыштарҙы, сырайҙы, телмәр үҙенсәлектәрен төп нөсхәнән айырып та булмаҫлыҡ итеп ҡабатларға мөмкин.
Төрлө кимәл етәкселәрҙең тауышлы һәм видеолы күсермәһе менән алдау осраҡтары ла күп хәҙер. Бының өсөн аккаунтты йә каналды ватып тороу ҙа кәрәкмәй, ялған күсермәһен яһап алалар. Сентябрь баштарында Өфө мэры Ратмир Мәүлиев уның исеменә ялған аккаунттар асылып, смстар таратылыуы тураһында яҙҙы.
Етәксе булып хеҙмәткәрҙәргә ниндәйҙер иҫәптәргә ҙур-ҙур суммалар күсерергә ҡушыу осраҡтары ла билдәле булды. Йәки “йондоҙҙар” көйәрмәндәренән йәлләүес тауыш менән аҡса һорай.
Яҡындарығыҙҙан йә дуҫ-иштәрегеҙҙән ғәҙәти булмаған аудио йә видеояҙма килһә, иң элек тауыштың, ҡыланыштың ни тиклем тәбиғи булыуына иғтибар итергә кәрәк. Яһалма интеллект әлегә кешенең тауыш тембрын, интонацияһын, һүҙҙәр араһындағы паузаларын, телмәренә хас һүҙҙәрҙе биреп еткерә алмай. Иғтибарлабыраҡ тыңлаһаң, тауышы үтә тигеҙ, яһалмараҡ булыуы асыҡлана. Робот һөйләшкән кеүек. Телмәр ни тиклем оҙон булһа, яҙманың етешһеҙлектәре шул тиклем күберәк була. Бик яҡшы күсермә ижад итеү өсөн яһалма интеллектҡа бик күп мәғлүмәт ашатырға кәрәк шул.
Һөҙөмтәлә, ҡараҡтар мөмкин тиклем ҡыҫҡа видеояҙма эшләй. Яҙманың персонажы таныштарына, хеҙмәттәштәренә бәләгә тарыуы (ауырыу, юл ҡазаһы, эшһеҙ ҡалыуы һ.б.) тураһында хәбәр итә һәм аҡса ярҙамы һорай.
Бындай хәбәр килһә, үтенесте тиҙ арала үтәргә ашыҡмау хәйерле. Иң яҡшыһы – был кешенең үҙенә шылтыратып һорашыу. Видеобәйләнеш аша шылтыратыу яҡшыраҡ.
Уғрылар “уйындарын” нигеҙҙә өлкәндәр менән ҡора. Ә балалар техник яҡтан белемлерәк, отҡорораҡ, шуға атай-әсәйҙе, өләсәй-олатайҙарҙы, ағай-апайҙарҙы хата аҙымдан ҡурсалау уларҙың ҡулынан килә. Уяу булығыҙ.

Әлфиә АҠБУТИНА.

Фото: hi-tech.mail.ru

https://amanat.su/articles/m-l-m-t/2025-01-28/ara-tar-y-ya-y-arma-tary-4083149

Автор:
Читайте нас: