– Һеҙ йәш саҡта бигерәк һылыу булғанһығыҙҙыр ул, – Гөлзифа әбейгә һораулы ҡараш ташлайым.
– Әллә тағын, кем уны белһен, – ә үҙенең төҫһөҙләнгән күҙҙәрендә кинәт осҡондар бейешә. – Былай ҡараусылар табылды... Һәләк һылыу булыр ҙа инем, аслыҡта, гел ауыр эш менән баҫылып үҫкәс, буйым бәләкәй ҡалды. Һөйләүҙәренсә, инәйем менән атайым буйсан булған, шуға әүәл мине күрәләр ҙә, кит, был тиклем дә ата-инәңә оҡшамаҫһың, тик буйың ғына бәләкәй, тип әйтә торғайнылар. Атайым үлгәндә миңә алты йәш ине, ете йәшем тулыр-тулмаҫ инәйем сит ауылға кейәүгә сыҡты. Мине сыбыҡ осо затыбыҙҙа ҡалдырҙы. Инәйемдең яңы ире, бала менән алмайым, тигәнгә аҫрауҙа ҡалдырған. Шул иренә биш бала табып бирҙе. Араларына мин дә һыйыр инем дә бит... Алманылар шул...
Ҡағылып-һуғылып, ас-яланғас тиерлек буй еткергәс, димләп кейәүгә бирҙеләр. Сәйет минән ун йәшкә өлкән ине. Холҡо бигерәк алама. Һәр ваҡыт йәне көйөп, ҡара янып йөрөй. Ваҡсыл, ҡарун. Ваҡсыллығы, һаранлығы хис-тойғоларға һаран булыуында ла сағыла. Бер ҡасан йылмайып ҡарамаҫ, иркәләп һүҙ ҡушмаҫ. Ә мин ҡыуанып кейәүгә барғайным, йәнәһе лә, ерле-юҡтан әрләүҙәрҙән, туҡмаҡтан ҡасам. Аҫрауға алған әбейемдең дә ҡулы ҡаты, теле зәһәр ине, бабайым да унан ҡалышманы. Бында ҡәйнәм һәйбәт тә бит, Сәйет насар. Эсеп алһа, бигерәк ҡурҡыныс. Ҡәйнәм менән ҡобарабыҙ осоп, дер ҡалтырашып торабыҙ. Сәйет инәһенә теймәй, ә мине туп кеүек итеп типкеләп туҡмай. Ҡәйнәм яҡлашып ҡарай ҙа, уның һүҙе үтмәй. Ярты йылда биш-алты тапҡыр шулай ҡаты итеп туҡмалып яттым. Яттым, тип, кем мине ятҡыҙып ҡуйһын?! Һыҙлана-һыҙлана, тәнтерәкләп фермала эшләп йөрөнөм. Һыйырҙарҙы ҡул менән һауҙыҡ, бесәнен әҙерләнек.
Бер көндө Сәйет мине йәйләүҙән төнгөлөккә өйгә алып ҡайтты ла, миңә теймә, эсем ауырта, тип әйтеүемде яратмай, шундай ныҡ итеп ҡулымды ҡайырҙы, үңәсемде һыға башланы. Ҡасайым тигәнсе, ботомдо күгәрткәнсе типте. Алай ҙа артымдан баҫтыра сыҡманы. Йәйләүгә иртәнге һауындан алдараҡ саҡ һылтыҡлап барып еттем. Нисек төндә аҙашмағанмындыр ҙа, нисек ҡурҡмағанмындыр ҡараңғыла...
Көтөүселәр һыйырҙарҙы кәртә эсенә индергәйне. Барып етеү менән һыйыр һауырға ултырғайным, ни биҙрәне бот араһына ҡыҫтыра алмайым, ни ике ҡуллап һауа алмайым. Етмәһә, һыйыр тынысһыҙлана, тик тормай, тибешә. Шул мәлдә бөтә ауыртыу-әрнеүем эсемә һыймай, тулышып тышҡа бәреп, ташып сыҡты – үкереп илап ебәрҙем. Мин үҙем сыҙам кеше ул, нисек кенә ауыр булһа ла, бәләкәйҙән иламаҫҡа тырыша торғайным. Беҙҙе шулай, ауыҙың эсе тулы ҡан булһа ла, дошманың алдында төкөрмә, тип тәрбиәләнеләр. Ә был юлы түҙеп булмай, әйкәйем! Күҙ йәштәрем тупылдап биҙрәгә тама. Үтә иртәләгән Хәмиҙә тигән апай, илауымды ишетеп, яныма килде. Ғауғасыл ғына бер ҡатын ине ул, мәрхүмә. Үҙенә тейешлене кешенең ауыҙынан ҡайырып булһа ла ала торған апай. Һыйыр типтеме әллә, ти. Юҡ, тип күлдәк итәген, ыштанды күтәреп, күм-күк ботомдо, иҙеүемде ысҡындырып, беләгемде, муйынымды күрһәттем: “Бирмәгәнгә Сәйет типте, ҡулымды ҡайырҙы, һығып үлтерә яҙҙы, апай, һыйыр һауа алмайым”. “Кәлик итә бит ул һине, балаҡай! – тип ул мине йәлләне. – Кәнсәгә барып өҫтөнән ялыу яҙ”. “Эй, уға ни эшләһендәр, тракторсыларға теймәйҙәр бит”, – тим. Хәмиҙә апай уйланып, ярай, әлегә һыйырҙарыңды үҙем һауып торайым, һин аласыҡҡа инеп, көтөүселәрҙең берәйһен ярҙамға саҡыр – тибешкәк һыйырыңды бәйләргә кәрәк, ти: “Әйткәндәй, Сәүҙәгә аулаҡҡа абышҡаһы килде, кинәт өҫтәренә барып инмә”. Йәйләүгә күптәр ғаиләһе менән күсеп килә, ә мин шул Сәүҙә исемле ҡатын менән барактың бер мөйөшөндә йәшәйем. Төнгөлөккә ауылға ҡайтҡанымды белгәс, Сәүҙәнең ире килгән икән. Арлы-бирле иткәнсе уяныша ла башларҙар, тип, буйҙаҡ көтөүселәр төнәп йөрөгән аласыҡҡа тәнтерәкләнем. Унда барып ингәйнем, урындыҡта йәш көтөүселәрҙең береһе – Мәхмүт ята. Ишек асылған тауышҡа башын күтәреп ҡараны. Ғәжәпләнмәне: беҙ йыш ҡына уларға йә теге, йә был йомош менән өндәшәбеҙ, Хәмиҙә апай кеүек өлкәнерәк һауынсылар, йә һыйырҙарҙы йүнләп көтмәйһегеҙ, йә еленен һуҡтырғанһығыҙ, тип, йә башҡа дәғүә менән ирешеп-талашырға ла инеп сыҡҡылай. Йомошомдо әйткәс, ул торҙо. Миңә иғтибар менән ҡараны:
– Һиңә ни булған, Гөлзифа?! – ти.
– Бер ни ҙә. Ә нимә? – тигән булдым.
– Һуң, йөҙөң ҡасҡан бит, матурҡас, – тигәйне, тағы күҙ йәшем ағып китте. Уның йомшаҡ тауышынан, хәстәрлекле ҡарашынан күңелем йомшарып, күҙ асып йомған арала бәләкәс балаға әйләнеп, саҡ итәкте күтәреп, күгәргән ботомдо күрһәтмәнем.
– Мине Сәйет туҡмай, – тинем, һулҡылдап. Мәхмүттең яңаҡтары ағарҙы.
– Үлтерәм яһилды! – тине тешен ҡыҫып. Ул үҙе оҙон булһа ла, таҡта кеүек – ябыҡ, нәҙек. Минән ни бары бер йәшкә генә өлкән, саҡ ун етеһе тулған. Айыу кеүек Сәйеткә ҡаршы торорлоғо юҡ.
– Юҡ, юҡ, тейә күрмә, әйтә күрмә, икебеҙҙе лә үлтерер, – тинем.
– Улайһа, икәүләп ҡасайыҡ, Гөлзифа! – тимәһенме! – Мин дә етем, һин дә етем, бында беҙҙең кемгә кәрәгебеҙ бар?!
– Ҡайҙа ҡасайыҡ, ҡайҙа барып морон төртәйек? – ни әйтергә белмәй, ишек кәсәгенә һөйәлдем.
– Табырбыҙ! – тине ышаныслы. – Киске һауындан һуң әрәмәлеккә төшөрһөң, мин төнгөлөккә көтөүҙе шул яҡҡа ҡыуам. Һөйләшербеҙ.
Дүрт көндән ҡастыҡ беҙ. Бер кемгә лә белдермәй, ҡаҙаҡ далаларына тайҙыҡ. Бер тин аҡсаһыҙ, бер төйөнсөк менән! Тамаҡ хаҡына кешеләргә ялланып, эштәрен эшләшеп, ирле-ҡатынлы булып, бер төпкөл совхозға барып еттек. Эшсе ҡулдар ҡайҙа ла кәрәк ине, беҙгә яңынан дәкүмит юллашып, эшкә алдылар. Өс ғаиләгә иҫәпләнгән барактан бүлмә бирҙеләр (берешәр бүлмә инде һәр ғаиләгә). Юлда уҡ минең Сәйеттән ауырлы булыуым асыҡланғайны. Шулайтып ун ете йәшемдә Ҡаҙағстанда ҡыҙ бала таптым. Тас атас! Уның к...нән төшһә лә, шул тиклем оҡшамаҫ ине. Мәхмүт Фөлөрәне былай сит бауыр итмәне, үҙ балаһына ҡараған кеүек ҡараны. Уныңса иремде хеҙмәткә алдылар. Ул армияла булғанда беҙҙең улыбыҙ тыуҙы. Мәхмүт армияға китер алдынан, малай булһа, Усман тип ҡушырһың, ҡыҙ булһа – үҙең ҡара, тигәйне. Декрет ялы юҡ, йәш ярымлыҡ Фөлөрә менән имсәк баланы өйҙә ҡалдырып, фермаға быҙау ҡарарға эшкә йүгерә торғайным. Ҡайтыуыма, ғәҙәттә, Фөлөрә илауҙан шешенеп бөткән була, ә Усманым тыныс, апаһының илауына ла иғтибар итмәй, йоҡлай бирә. Фөлөрәне, бәпесемде, һин апай кеше, нимә илайһың, тип әрләйем, осаһына һуғам... Үҙем дә балалыҡтан сығып етмәгән иҫәр...
Яҙҙың матур бер иртәһендә эштән ҡайтҡас, барактың баҫҡысында Усманды имеҙеп ултырам, ҡояш нурҙарына иҙрәп, күҙҙәрем йомолдо. Күрше баҫҡысҡа 15 йәшлек Аяздың сығып баҫҡанын аңғарманым. “Аһ, был яҙ...” – тип шыбырлауына тертләп, күҙҙәремде асып ебәрҙем. Имеҙгәндә түшемде, баламдың башын ҡаплаған яулыҡ һыпырылып төшкән дә, үҫмер егет күкрәгемә ҡарап һушы киткән, имеш!
– Нишләп тораһың, нишана! – тип түшемде ҡаплай һалдым. – Оятһыҙ! Оялмай, ҡарап тора!
Аязды оялтырһың оялтмай. Бик үткер егет! Шунан һуң ул минән күҙен дә алмай башланы. Ҡайҙа, ярҙам итәйем, ти ҙә килеп етә. Әйтмәксе лә, ярҙамы бик кәрәкле, урынлы булды. Аяз район үҙәгендә урта мәктәп-интернатта уҡый ине. Минең дә, Мәхмүттең дә ни бары өс-дүрт класс белем, шуға ла ул миңә бигерәк аҡыллы, белемле булып күренде. Хәйер, ул, ысынлап та, аҡыллы ине, юҡҡамы ни уны район мәктәбенә алғандар?
“Аһ, был яҙ... Һин ул яҙ!” – тигән һүҙҙәрҙе ул миңә нисә тапҡыр әйтте икән? Меңдән ашыуҙыр... Миңә запискалар яҙып, ишек ярығына ҡыҫтыра: “Һин кемгә оҡшап шулай матур, яҙ ҡыҙы – Гөлзифа?! Айғамы, ҡояшҡамы әллә йондоҙҙарғамы?”, “Һин тыуған яҡта бөтә ҡыҙҙар ҙа шулай һылыумы, Яҙһылыу-Гөлзифа?! Әгәр шулай икән, мин һинең яҡтан барып кәләш алам!” Мине һылыу, матур тип иҫәпләгәнгә шул тиклем дә рәхәт! Ә инде “кәләш алам” тигән һүҙҙәрҙе уҡығас, йәш күршемде көнләшеүҙән йөрәгем сәнсеп, йығыла яҙғайным. Хатта Аязға үпкәләнем, бер-ике көн турһайып ҡыландым! Миңә лә ни бары ун һигеҙ генә йәш ине ул осорҙа, көҙгөһөн ун туғыҙым тулды. Аяз уҡырға киткәйне, көҙҙөң ниңә һағышлы, моңһоу, ямғырҙарҙың илаҡ булыуын аңланым, тойҙом. Мәхмүтте улайтып һағынманым. Аязды һағыныуҙан йөрәгем өҙөлә ине. Хатын көттөм! Яҙыр кеүек ине. Ә ул яҙманы ла яҙманы. Почтальонды күрһәм, ҡаршы йүгереп сыҡтым. Тик хаттар Мәхмүттән генә килде... Мин Аязға башкөлләй ғашиҡ булғайным. Бер мәлде түҙмәй, оятты артҡа ташлап, Аяздың хәлен һорашып күршеләргә индем. Аяздың әсәһе алдан да шикләнеп йөрөгәйне, минең асыҡтан-асыҡ улы тураһында һорашҡанымды ишеткәс, битәрләп ҡыуып сығарҙы. Нимә тип кенә әйтмәне... Иреңә яҙам, тип тә янаны. Миңә иһә барыбер ине. Башымда, йөрәгемдә бер Аяз ғына... Һағышымды балаларыма, эшкә баҫтым. Бер көндө иртәнән ямғыр яуҙы, кискә һыуытып, рашҡыға әйләнде. Килеп тороп ел! Инде йоҡлап киттем тигәндә кемдер һаҡ ҡына тәҙрә сиртте. Тормай, ҡурҡып ята бирҙем. Шунан солан ишеген ипләп кенә шаҡынылар. Төн уртаһында кем йөрөй икән, тип шомланып, ишек янына барҙым.
– Кем унда? – тинем, ҡурҡыуымды белдермәҫкә тырышып.
– Аһ, был яҙ... – тигәнде ишетеп, солан ишеген шар астым. Унда күшегеп бөткән, теше тешкә теймәй ҡалтыранған Аяз баҫып тора ине!
– Бәлки, һинең ирең ҡайтмаҫ, ә?! – тине ул ғазаплы тауыш менән. – Мин һинһеҙ башҡа бер минут та йәшәй алмайым.
Мин уны һөйрәп өйгә индерҙем... Йөҙҙән ашыу саҡрым ерҙе йәйәүләп үткән Аяздың аяҡҡыналары һаманғаса күҙ алдында... Баҡтиһәң, ул мине оноторға тырышҡан, шуға хат яҙмаған икән. Төнө буйы һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Иртән ул ата-әсәһенең эшкә киткәнен көтөп тороп, үҙҙәренә ҡайтты. Икенсе көндө таң менән уны атаһы, машина яллап, оло юлға алып сыҡты. Ә әсәһе миңә инде. Аяздың миндә ҡуныуын ҡайҙан белгәндер, әйтә алмайым. Әсә йөрәге һиҙгәндер. Ирең ҡайтһын ғына, барыһын һөйләйем, тип ирешкәс, Аязды уйлағыҙ, уны Мәхмүт аямаясаҡ, тинем. Күсеп кит, тип ҡыуҙы. Минең артҡа сигенмәҫемде, Аяздан үҙ иркем менән баш тартмаҫымды аңлағас, улар үҙҙәре күсеп китте. Аяздан хат булманы. Бәлки, булһа ла, әсәһе почтальон менән ҡулдашып, миңә бирмәгәндәрҙер... Мәхмүт ҡайтҡас, булған хәлдәрҙе уға еткермәй торғандары бармы?! Ауылда һүҙ тормай бит ул. Мине кәмһетеп, ҡул күтәрмәксе булғайны, бер ирҙән туҡмалғаным ғүмерлеккә етте, тырнаҡ менән генә сиртеп ҡара, бер көн дә тормайым, тинем.
Бында ҡала алмайым, тип ғәрләнгән Мәхмүт Үзбәкстанға сығып китте, һуңынан беҙ ҙә уның артынан юлландыҡ. Аҙаҡ, донъялар буталышып киткәс, тыуған яҡҡа ҡайттыҡ. Шулайтып йөрөмәгән ер ҡалманы, йыйған мал да булманы, бар байлыҡ – балалар, – тип йомғаҡланы оҙон һүҙен Гөлзифа әбей.
– Ә Аяз? Уның тормошо менән ҡыҙыҡһынманығыҙмы?
– Ҡыҙыҡһыныу менән дә... Наҙан кеше наҙан инде, ҡайҙан уны эҙләп табыр инем? Былай элегерәк гәзит-маҙарҙа исем-шәрифе күренмәҫме, тип ҡараштыра торғайным.
– Хәҙер эҙләп ҡараһаҡсы? – миңә әйтеү генә көс, “һә” тигәнсе ҡабынырға әҙермен.
– Юҡ, ғүмер уҙған, кәрәкмәй. Миңә булғаны ла етә.
– Бер төн? – Гөлзифа әбей миңә аптырап ҡараны ла, көлөп ебәрҙе. – Былар бер төн йоҡлаған, тиһеңме әллә? Юҡсы, китсәле! Беҙ ныҡ әҙәпле инек. Саф килеш һөйҙөк.
– Ә Мәхмүт бабай менән ҡасҡас, “ирле-ҡатынлы булып” тип әйткәйнегеҙ...
– Кешеләрҙә артыҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмаҫ өсөн шулай тип үҙебеҙ менән таныштырҙыҡ, аҙаҡ ҡына, совхоз барагында ҡауыштыҡ.
Гөлзифа әбей, Мәхмүт бабай, Аяз тураһында әллә нимәләр уйлағаным өсөн оят булып китте. Шундай бейеклектәге быуынға тап төшөрә яҙҙым. Их, көнләшерлек быуын кешеләре бит улар! Шуға ла оҡшағы килә уларға.
* – Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2021-04-03/a-byl-ya-2299808