+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2025, 11:00

Һуңлаған аңлашыу

Минира БИКӘНӘСОВА (интернет хикмәттәре) Сит өлкәлә йәшәгән апайым менән еҙнәмә ҡунаҡҡа барҙым. Мине әйҙүкләп ҡаршы алдылар: апайым бигерәк уңған да инде – ниндәй генә аш-һыу әҙерләмәгән! Еҙнәм дә йүгереп йөрөй. Мин килгәс, күршеләрен ҡунаҡ күрһәтергә тип ашҡа алдылар. Күршеһе Ғәзимә апай күркәм холоҡло, сибәр йөҙлө, һүҙгә бөткән кеше икән, ә бына Ирек ағай уның тап киреһе – аҙ һүҙле, тыныс ҡына олпат ир. Бер аҙ ҡунаҡ булғас, ир-ат ишек алдына сыҡты, ә ҡатын-ҡыҙҙар сер бүлешеп алдыҡ. Шунда Ғәзимә апай һөйләгәндәрен, бәлки, башҡаларға һабаҡ булыр тип, яҙырға ҡарар иттем.

Һуңлаған аңлашыуҺуңлаған аңлашыу
Һуңлаған аңлашыу
“...Ирем менән утыҙ йылдан ашыу татыу ғүмер итәбеҙ, һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтар беҙҙең ғаиләбеҙгә лә үтеп инде – заманса компьютер һатып алдыҡ, телефон линияһы һуҙып, интернетҡа тоташтырҙыҡ. Мин оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгәс, ул компьютерға тиҙ генә өйрәнеп алдым. Ә бына иремдең машина руле бороп, тимер-томор араһында ҡатҡан бармаҡтары бер нисек тә компьютер клавиатураһына баҫа алмай, йә ситкә сығып китә, йә ике төймәгә бергә баҫа, етмәһә, яҡындан күрмәй ыҙалана.
Ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙым бер ялда ҡайтып, икебеҙҙе лә “Бәйләнештә” сайтына теркәп ҡуйҙы.
Атай, әсәй, бына, буш ваҡытығыҙҙа элекке таныштарығыҙ, класташтарығыҙ менән хәбәрләшә, хатлаша алаһығыҙ, миңә лә яҙып тороғоҙ, тип, аралашыу тәртибен өйрәтеп китте.
Бына бит, замана! Күпме йылдар юғалып торған таныштар, дуҫтар, туғандар табыла башланы! Телефон номерҙарын алып һөйләшәбеҙ, көн үткәне лә һиҙелмәй хатта!
Шулай бер көндө ирем теркәлгән битте асып, бергә үҫкән балалыҡ дуҫтарын, училищела уҡыған таныш-тоноштарын табып ултырабыҙ. Этләшә-этләшә булһа ла, тырышып яҙырға өйрәнеп маташа бит!
Юҡ, минән булмай, ныу, исмаһам, әрмелә бергә хеҙмәт иткән егеттәрҙе табыр инем, - тип аҙарына был.
Шул саҡ бер хат килеп төштө! “Һаумы, минең ҡәҙерлем! Мине таныйһыңмы? Мин һине үлеп һағындым!”, тиелгән унда.
Ирек менән бер аҙ аптырап ҡалдыҡ, теге хат хужаһының битен асып, танырға итәбеҙ.
Ирем, бындай хәлде көтмәгәнлектән, ытырғанып, ситкә үк китеп, телевизорға текәлде.
Бына хаттар бер-бер артлы экранға теҙелде: унда ханым үткән тормошон, ғаиләһен, балаларын яҙған, һөйөү һүҙҙәрен дә йәлләмәгән. Яуап көтәм, тигән.
Ирек, һине шул хәтлем дә яратып йөрөгән кешең булғас, мәхрүм итмә инде, бер-ике һүҙ булһа ла яҙ, - тим мин инәлеп.
Нимә тип яҙайым, шунса йыл үтеп киткәс, бер бәйләнсек ҡыҙыҡай ине, һаман да шул икән! Миңә ҡалһа, тамсы ла яратманым мин уны! – тип һалдырҙы.
Ярай, иҫәнләш кенә, исмаһам! – тим.
Үҙең берәй һөйләм яҙ улай булғас, минең исемдән, - тине ул, йомшарып.
Уңайһыҙ булһа ла (алдашыу бит инде был), Ирек исеменән ҡыҫҡаса ғына сәләм ебәреп, ғаиләбеҙ тураһында бер-ике һүҙ яҙып ебәрҙем тегеңә.
“Һин йәш сағыңда уҡ ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек йөрөй инең, хатың да ҡыҫҡа ғына, күберәк яҙһаң ни була?” – тигән теге бәйләнсек.
Мин тағы колхоз хәлдәре, ауылдағы хәл-торош тураһында бәйән иттем. Шунан китте беҙҙең арала “дуҫтарса” бәйләнеш... Теге ханым бигерәк әрһеҙ булып сыҡты – ҡунаҡҡа саҡыра башланы, телефон номерын һорап ыҙалата... Элек беҙ йәш саҡта фотолар менән алмашыу ғәҙәте бар ине, иремдең фотоһын ебәргән – “Таныйһыңмы ошо йәш егетте, беҙҙең осрашыуҙарҙы онотманыңмы?” – тип һораған, күрешеп һөйләшергә саҡырған.
Саманан артығын ҡылана башлаған ханым менән хәбәрләшеүҙе туҡтатып ҡуйҙым, әммә серҙе асманым.
Өлкән йәшкә етеп аҡыл тупланған, хис-тойғолар һынауҙар аша үтеп нығынғанлыҡтан, был хәлгә бик үк иғтибар бирмәнек, башҡаса иҫкә лә төшөрмәнек”, - тип һүҙен йомғаҡланы Ғәзимә апай.
Һәр беребеҙҙең дә йәш саҡта осрашып танышҡан, бәлки, яратҡан да кешеләребеҙ булғандыр... Яҙмыш ҡушыуҙары буйынса насип булған йәрҙәр менән ҡауышып тормош һуҡмаҡтарынан бергә үткәндә, беренсе мөхәббәтебеҙгә булған хистәрҙе күңелдең иң саф, ҡәҙерле мөйөшөндә һаҡлай беләйек, әхирәттәр.
 
Автор:
Читайте нас