Һөҙөмтәлә тәүге һүҙҙәр ишетелеп, дөрөҫөрәге, мәғәнәһе төшөнөп етелмәне: ығы-зығы ниндәйҙер принципты ҡолаҡтарынан алыҫта туҡтатты. Шулай ҙа нимәнеңдер ҡыйышыраҡ яңғырағанына иғтибар ителмәй ҡалынманы. Һағайып, ҡәҙимгенән йәһәтерәк тындылар. Гел “бишле”ләргә генә өлгәшкән, ҡайһы ғына ауыр эш ҡушылмаһын, һис ризаһыҙлыҡ белдермәй иң беренсе үтәгән Мәүлиҙәгә хәтлем аптырау хәлендә. Ләкин бындай билдәһеҙлектә оҙаҡ ҡала алмай ул – ҡулын күтәрҙе:
– Fәфү итегеҙ. – Футбол әсирлегенән ысҡына алмай шыбырлашҡандар тарафына боролоп, күҙҙәрен асыулы түңәрәкләндерҙе лә тағы алға баҡты. – Аңлашылманы – нисек инде былай?
– Дөп-дөрөҫ! – тип ҡырт киҫелде. – Датаны ҡуйҙығыҙмы? Тиҙерәк! Нимә һаман мыштырлайһығыҙ? Ҡотлобаева, таҡтаға! – Аҡбур һонолдо.
– Электрон таҡтала яҙыулы ла инде. – Мәүлиҙә ҡаршы төшөргә маташҡайны ла, ҡабул ителмәне.
Оҡшамай бөгөн ағайҙары!.. Көҙгөгә ҡараһа, үҙе лә үҙен килештермәҫтәй. Иң яратҡан уҡытыусыларының һөйләшеүе лә бөгөн әллә ниндәй – урыҡ-һурыҡмы, ҡаты-ҡотомо, яҙа-йоҙамы шунда… Өҫтән-мөҫтән шикелле. Әле лә, ана, “мыштырлайһығыҙ” тигәне, бында яҙылғанса, тулы түгел, ә “мыштрлайҙ” рәүешендә генә яралды.
Ауырыймы икән әллә? Булыуы бар – ҡара көҙ бит. Улай тиһәң, ҡиәфәте һап-һау, күҙҙәре көләс.
Ошо мәлдә Ҡотлобаева таҡтала “Ун бишенсе ноябрь” тип яҙып бөттө.
Ә дәресте алып барыусы бөтөнләй сығырынан-сыҡты:
– Нимә-ә? Бындайға кем өйрәтте? Хәҙерге заман балалары лабаһа һеҙ, ниңә һаман иҫкесә маташаһығыҙ?
Класс “аһ” итте!.. Әйткәне ҡаға-һуға сыҡһа ла, нисектер яңылыш һөйләгәнен шаярышып ултырғандарға тиклем асыҡ аңланы. Башҡорт теле дәресенең информатика кабинетында үтеүе лә ғәжәп.
Һис ҡасан албырғап ҡалмаған Мәүлиҙәнең дә иҫе тамам киткән, шыма тарттырылған сәсле ҡупшы башы, мәңге булмаған хәл, ҡыйыш һалынған.
“Хатаны” Рәшит Ришат улы үҙе төҙәтергә булды – матур, тигеҙ хәрефле өс һүҙҙе бер ынтылыуҙа юйҙы ла, кәкреләй-бөкрөләй башланы.
“Умбишнснайабир” килеп сыҡты. Алтынсы “А”ны был, артыҡ көсөргәнештән “һаҡҡан” компьютер ише, шым, хәрәкәтһеҙ ҡалдырҙы.
Системаны яңынан ҡабыҙырға кәрәк һәм быны уҡытыусылары башҡарҙы:
– Йә, йә, йә!.. Программаны аса һалығыҙ!
Иң беренсе кем уянды тиһегеҙ? Мәүлиҙә, әлбиттә:
– Ҡулдан яҙмайбыҙмы ни?.. – Аптыраулы ҡарашты күреп, өҫтәне, – ҡағыҙҙа, ручка менән.
– Компта, компта!.. Буяу әрәмләп, дәфтәр сарыфлап, ниңә ҡулдан булашырға! – Тағы “көйөп” китте уҡытыусы. “Сарфп” тигәне бигерәк мәрәкә яңғыраны. – Булдымы, әҙерһегеҙме? – Ә йәшкелт күҙҙәре элеккесә яғымлы.
Балаларҙы байҡап сыҡты ла уҡый башланы. “Аҡ ҡайын” тигән нәҫер икән. “Аҡайн” тип ишетелде. Һөйләмде яңынан ҡабатланы.
Клавиатурала шаҡылдарға тотондолар:
– Ауылыбыҙ осонда түңәрәк кенә бер аҡлан бар.
Өскә бүлеп, йәнә ҡабатланы:
– Өлгөрҙөгөҙмө?
“Эйе” мәғәнәһе белдерелде.
Диктант яҙҙырыусы ышанманы, ҡарап сығырға булды.
Алыҫ китә алманы, тәүге өҫтәл янында уҡ, “шыр хаталы” яҙыуға төртөлөп, бот сапты:
– Һо-һо-һо-о!.. Бармай былай, барма-а-й. Ниңә ялғауҙар яҙып ултыраһығыҙ ул, ә? Бармаҡ туҙҙырып. “А-уы-лы-быҙ…” – тел талып бөттө. Кәрәге юҡ, былай ҙа аңлашыла. Ҡайҙа, шыл. – Клавиатураға үҙе йәбеште. Әйтә-әйтә яҙа.
Тамам ҡылғас:
– Диктант бына ошолай булырға тейеш! – тине тантаналы.
Мониторҙа былай ине: “Аулбҙ оснда түңәркенә вер аҡлн вар”.
Яҡын-тирәләгеләр, һонолоп, ошоно уҡып өлгөрөүгә:
– О! – тип тағы төймәләргә төрткөләне. – Һүҙҙәр араһында бушлыҡ ҡалмаһын – урын былай ҙа аҙ. Бөтәгеҙ ҙә шулай төҙәтегеҙ.
Бер-береһенә ҡарашып, клавиатураға эйелделәр: хәл юҡ – бәлки, шундай яңы ҡанун сыҡҡандыр. Шә-ә-п! Ниһайәт, әҙәмсә һөйләшеүгә күсәләр икән. Башты бутамай торған, еңел грамматикалы телдәр бар ҙабаһа юғиһә. Мәҫәлән, белорустар “Масква”, “карова” ти ҙә ҡуя. Алтынсы “А” мейеләрендә – шундай уйҙар.
Ә Рәшит Ришат улы икенсе һөйләмгә кереште:
– Йаҙ йетеү мн аҡлн өҫтн хәтфәлй йәшл үлән ғаплй.
Унда ҡайындар үҫеүе, насар кешеләрҙең, балта сабып, һыуын эсеүе, ботаҡтарын һындырыуы, һуңыраҡ хатта ут төртөүе тураһында яҙҙылар артабан.
– Һәм – һуңғы һөйләм. – Сәғәткә күҙ һирпелде. – Башта тыңлайбыҙ: “Тәбиғәттең һыңар ғына биҙәге юғалһа ла, донъябыҙҙың бер мөйөшө кителгән һымаҡ тойола”.
Был әле яҙылғанса түгел, әлбиттә, ә “яңыса” – ҡыҫҡартылып, һикертә-һикертә яңғыратылды. Шулай теркәнеләр ҙә.
Һөйләмде ҡабатлап, мониторҙарға күҙ һала-һала, үтеп барғанында, ағайҙары баяғы футболсыларҙың береһенә өндәште:
– Ниңә хаталы баҫаһың?
– Ҡуштығыҙ ҙа… – Үҫмер танауын тартты.
– Нисек ишетәһегеҙ, шулай ҡағыҙға… йәғни мониторға төшө-рәһегеҙ, тинем бит. Ә һинең нисек? “Тәбиғәттең” тигән һүҙ буламы ни?
– Нисек боҙорға белмәнем, – тип аҡланды малай.
– Эҙләгән – тапҡан. – Бармаҡтарын клавиатураға ҡуйҙы ла, туҡталып торҙо уҡытыусы. Диктант шулай иншағамы-нимәгә әйләнә башланы. – Әллә ысынлап шулай инде… – Ҡолағының артын тырнап алды. Уйланғанда гел шулай итә.
Ләкин оҙаҡ аптырай торған кеше түгел ул:
– Әһә. – “Тәбиғәттең” һүҙендәге “б” хәрефен “в”-ға әйләндерҙе. – Исмаһам, шулай итәйек. Юғиһә былай ни – ҡыҙыҡ түгел.
Ҡыҙыу атлап урынына баҫты:
– Бөттө. Эштәрегеҙҙе тапшырығыҙ.
Ысынында “Бөт. Эштргҙ тапшрығыҙ” рәүешендә яңғыраны.
Тағы рәттәр буйлап хәрәкәт ҡылды.
Туҡтап:
– Нимә-ә? – тип һуҙҙы. – Үҙ исемеңде ҡуйма инде.
– Ә кемдекен?
Класс геү итте. Был ваҡытта улар баяғы “һаҡҡан” хәлдәренән тамам арынғайны.
– Никнейм, – тип аныҡланылды.
– Үҙемдекенме? – Малай һаман төпсөндө.
– ICQ-ла шул ҡушаматыңды күрһәтәһеңдер бит?
– Эйе.
– Беҙгә лә “аська”лағы исемдәр менән имзаларғамы? – Уҡыу алдынғыһы Мәүлиҙә лә виртуаль донъянан азат түгеллеген һиҙҙерҙе.
– Бөтәгеҙгә лә, – тине уҡытыусы. Дөрөҫөрәге, шуға оҡшаш һүҙ ишаратын әйтте.
– Ә һеҙ… ҡайһы эш кемдеке икәнен… танырһығыҙмы?
– Әлбиттә! – Ысынында “әлбт” тип ишетелде.
Ошо мәлдә, сәйер дәрестең тамамланыуын шатлыҡлы белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Ләкин, бына ғәләмәт, берәү ҙә сығып йүгермәне, ғәҙәттәге шау-шыу ҙа күтәрелмәне.
Тынлыҡты:
– Диктантты ҡайҙа ебәрергә? – тигән тауыш ҡына боҙҙо.
– Бер ҡайҙа ла. – Fәжәп, Рәшит Ришат улы ғәҙәти тауышы менән әйттесе: ап-асыҡ, һәр өнө урын-еренә еткереп белдерелде. Йөҙөнә яғымлылыҡ та, башҡа саҡтағыса уҡ, йомарт йәйелгән.
– Шаярттығыҙмы? – Ҡотлобаева тура һораны.
– Юҡ.
– Ы-һы-ы… – тип ышанмауын белдерҙе быға икенсе ҡыҙыҡай, – уйнағанығыҙҙы башта уҡ һиҙҙек инде.
Рәшит Ришат улы тағы ла киңерәк йылмайҙы, ҡолағының артына ҡағылды:
– Һәр уйында ысынлыҡ та бар бит. Ә, ғөмүмән, был миңә оҡшай.
– Оҡша-а-й? – Әллә нисәмә тауыш бер юлы һуҙылды.
– Махсус хаталы яҙа башлаған беренсе кеше, минеңсә – һис шикһеҙ ижади шәхес. Ә һәр нәмәгә ижади ҡарарға кәрәклекте һеҙгә гел тылҡыйым. Тик аҙаҡ, уға эйәреп, башҡалар, бүтән бик күптәр шулай яҙа башлаған да – тәмен бөтөргән.
– Беҙ “аська”ла ғына шулайтабыҙ, – тип үҙҙәрен яҡлап тауыш бирҙе икенсе ҡыҙ.
– Ә мин бәхәсләшмәйем. – Уҡытыусы башын сайҡаны. – Чатта иң мөһиме – тиҙерәк яуап биреү бит. Теманы юғалтмаҫ өсөн.
– Һүҙлек ҡарап ултырып булмай. – Өсөнсө уҡыусы ла ҡеүәтләне.
– Диктант яҙмайбыҙ бит, әллә ни тырышыу кәрәкмәй. Миңә ундағы иреклелек оҡшай. – Быныһы – бармаҡ остары менән генә сәсен рәтләштергән баяғы ҡыҙҙарҙың береһе.
– Ҡыҫҡартып яҙыуҙарҙы Көнбайышта хәҙер һүҙлектәргә лә индерә башлағандар. – “Тупсылар”ҙың береһенән ошо хәбәр килеп етте.
– Уларҙа шулайҙыр ҙа ул, беҙгә үҙебеҙҙәге мөһим. – Уҡытыусы килешмәне. – Хәйер, оҡшай тинем бит әле. Файҙаһы ла бар – яҙма телмәр арҡаһында тере телмәр зыянланмаһын өсөн.
– Ниндәй мәғәнәлә? – Уҡыу алдынғыһы Мәүлиҙә асыҡлыҡ талап итте.
– Хәрефтәр өндәрҙең яҡынса шартлы билдәләре генә бит инде, беләһегеҙ. – Йыраҡтан кәртәләнелде. – Өндәр быуаттар буйы үҙҙәре яралған, ә әлеге тамғаларҙы, сағыштырмаса яңыраҡ, кешеләр уйлап сығарған, шуға күрә нисек яҙылған, шулай уҡыу ҙа – дөрөҫ түгел. Бая таҡтала махсус хаталы сыймаҡлаһаҡ та, ғәмәлдә “Ум бишенсе” тиеү дөрөҫ былай. Шулай әйтәбеҙ, икенселәй яҙабыҙ. “Тәвиғәт” тиеү ҙә хаҡ. Улай уҡ түгел, әлбиттә – “б” менән “в” араһындағы, ирендәрҙең бер-береһенә тейер-теймәҫ сағында, ҡыҫылып сыҡҡан өн ул. – Әйтеп күрһәтте.
– Айырым хәреф бирәһең дә эше лә бөтә, – тип тәҡдим индерҙе балаларҙың береһе. – Мәҫәлән, шул “б”-ға ҡойроҡ ҡуйып. – Проекттың шәплегенә үҙе лә ҡыуанып, көлөп ебәрҙе.
– Бөтә өндәргә лә хәреф арнап булмай. – Педагог етди. – Рус телендә утыҙ өс, инглизсә егерме бер тамға менән генә лә ҡулланылына. Ә беҙҙеке былай ҙа ҡырҡ икегә үк еткән.
– Ҡырҡ өс булғандан ғына әллә ни күбәймәҫтәр. – Ныҡыша малай.
– Унда ғына туҡталынмауы, тағы кәрәк булыуы ихтимал. – Сәғәтенә ҡарап алды. Һуңғы дәрес икәнен – ваҡыттың барлығын иҫенә төшөрөптөр, дауам итте. – Әле бына һин “булғандан ғына” тинең. Дөрөҫ әйттең – “булғандаң ғына” килеп сыҡты. Йәғни “н” хәрефе “ң” өнөнә әйләнде. Ул ғына ла түгел, артынса килгән “ғ” тамаҡ төбөндәрәк барлыҡҡа килгән, шуға оҡшаш, әммә икенсерәк, бер өнгә әүерелде. – Йәнә әйтеп күрһәтте. – Ул да хәреф һорарға мөмкин.
– Яңы хәрефтәр уйлап табыу кәрәкмәй, әйтелгәнде иҫтә тотоу ғына хәжәт, – тип йомғаҡланы һабаҡ биреүсе.
Алтынсы “А” шымды.
Тынлыҡты ағайҙары өҙҙө:
– Дәрес тамам. Хушығыҙ.
– Диктанттарҙы киләсәктә нисек яҙасаҡбыҙ? – Мәүлиҙә Ҡотлобаева билдәһеҙлекте яратмай.
– Нисек теләйһегеҙ – шулай. – Рәшит Ришат улының йөҙө етди, күҙҙәре генә мут йылмая.
– У-у-у… О-о-о… – Ризаһыҙ ауаздар һуҙылды.
– Бөгөнгөсә тимәнем дә инде.
– Ә-ә-ә…
– Элеккесә ҡалһын. – Ҡотлобаева тирә-яғынан хуплау эҙләне, ҡаршы төшөүселәрҙең юҡлығына шаһит булды. – Дәрестә – кәрәксә, виртуаль донъяла – шартҡа ҡарап.
Тәҡдимдең ҡабул ҡылыныуын аңлатып, уҡытыусы устарын йәйҙе:
– Ошоно төшөнөүегеҙҙе теләгәйнем дә. Уйындан уймаҡ сыҡмаһын, тигәйнем.
Балалар бөтәһе бергә еңел һуланы. Педагог ғәҙәти мөләйем хәленә ҡайтты.
Фото: rcfg.usue.ru
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2020-10-16/uyyn-m-uyma-692666