Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын) Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ: “Ҡәҙер төнөнә ирешһәм, нимә әйтәйем?” – тип һорағас, ул уға: “Аллаһүммә иннәкә Ғәфүүн, Кәриимүн! Түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни” (“Эй Аллаһ, Һин – Ғәфү итеүсе, Йомарт. Ғәфү итергә яратаһың, мине лә ғәфү итсе”), – тип әйтергә ҡушҡан (әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ риүәйәттәре).
Ураҙа тотоусының доғаһы ла Аллаһҡа бик яҡын. Әлбиттә, бында һүҙ Рамаҙан айы ураҙаһы менән генә сикләнмәй. Рамаҙан ваҡыт булараҡ фазыләтле булһа, ураҙа ғәмәл булараҡ өҫтөнлөк алып тора. Әнәс ибн Мәлик (Аллаһ унан риза булһын) Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ошо хәҙисен тапшыра: “Өс кешенең доғаһы кире ҡайтарылмаҫ: ата доғаһы, ураҙа тотоусының доғаһы һәм мосафирҙың доғаһы” (әл-Бәйһәҡи риүәйәте).
Доға өсөн бик хәйерле ваҡыт – сәхәр ваҡыты, йәғни төндөң өсөнсө өлөшө. Әүәлге мосолмандар был ваҡыттың ҡәҙерен белгәндәр, сәхәр ваҡыттарында күберәк доғалар ҡылырға, тәүбә-истиғфарҙа булырға тырышҡандар. Аллаһ Тәғәлә улар хаҡында Ҡөрьәндә әйтә: “Сәхәр ваҡыттарында истиғфар ҡылыусылар” (“Әлү Ғимран” сүрәһе, 17-се аят); “Улар төндәрен бик аҙ йоҡланылар, сәхәр ваҡыттарында истиғфарҙа булдылар” (“Әҙ-Ҙәрийәт” сүрәһе, 17-18-се аяттар).
Утыҙға яҡын сәхәбә риүәйәт иткән хәҙистән Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ошо һүҙҙәре мәғлүм: “Һәр төндөң өсөнсө өлөшөндә Раббыбыҙ донъя күгенә нүзүл ҡыла һәм: “Кем Миңә доға менән мөрәжәғәт итә – уға яуап бирәм. Кем Минән үҙ хәжәтен һорай – уға һорағанын бирәм. Кем Миңә истиғфар ҡыла – уны кисерәм”, – тип әйтә” (әл-Бохари һәм Мөслим риүәйәттәре).
Аллаһ Тәғәлә һис бер бәндәһенә, уның доғаһына, уның истиғфарына мохтаж түгел. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, Үҙенең сикһеҙ рәхмәте менән Ул һәр төндөң ахырында беҙгә айырыуса яҡын булып, доғаларыбыҙҙы, моң-зарҙарыбыҙҙы көтә. Аллаһтың ярҙамына, рәхмәтенә, мәғфирәтенә мохтаж булған ғафил бәндәләр генә был ҡәҙерле ваҡытта йоҡлап ята.
Хәҙистәге “Раббыбыҙ донъя күгенә нүзүл ҡыла” тигән һүҙҙәр был ваҡытта Уның беҙгә бик яҡын булыуын күрһәтә. Әммә, “нүзүл ҡылыу” беҙҙең хәҙерге телгә “төшөү” тип тәржемә ителһә лә, беҙ Аллаһтың нисек нүзүл ҡылыуын белмәйбеҙ һәм мәхлүктәренең сифаттары менән сағыштыра алмайбыҙ.
Йософ хәҙрәт Дәүләтшин.
https://vk.com/ufa_barakat?w=wall-81092847_6234