+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
21 Март 2025, 03:00

Рәнйетенлгән кешене Аллаһ Үҙе яҡлай

Динебеҙҙә кемде лә булһа рәнйетеү ҙур гонаһ тип һанала. Нахаҡҡа ҡыйырһытылған кешенең доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ – ул, һис шикһеҙ, ҡабул ителә. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, үҙенең сәхәбәләрен берәр ергә ебәрһә, рәнйетелгән кешеләрҙең доғаһынан һаҡланырға ҡушҡан. Ибн Ғәббәстең (Аллаһ унан риза булһын) һүҙҙәренә ҡарағанда, Йәмән ерлегенә Мүғаҙ ибн Жәбәлде (Аллаһ унан риза булһын) ебәргәндә лә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға: “Рәнйетелгәндең доғаһынан һаҡлан, сөнки уның доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ”, – тигән (Мөслим риүәйәте).

Рәнйетенлгән кешене Аллаһ Үҙе яҡлайРәнйетенлгән кешене Аллаһ Үҙе яҡлай
Рәнйетенлгән кешене Аллаһ Үҙе яҡлай

Сира һәм тарих китаптарында был хаҡта ғилем эйәләре килтергән тиҫтәләрсә миҫалды, ғибрәтле ҡиссаларҙы табырға була. Йыраҡтарға китмәйенсә, үҙебеҙҙең тормошобоҙға ғына күҙ һалһаҡ та, был хәҙискә дәлилдәрҙе күп килтерергә мөмкин. Рәнйегән кешенең артында Аллаһтың көсө тора, Ул доғаларҙы ҡабул итә.

Ғүрвә ибн әз-Зөбәйерҙән (Аллаһ уға рәхимле булһын) килгән бер ғибрәтле ҡиссаны иҫкә төшөрәйек. Сәхәбәләр заманында бер ҡатын, Сәғит бин Зәйетте (Аллаһ унан риза булһын) золомлоҡ менән уның ерен тартып алыуҙа ғәйепләп, Мәрүән ибн әл-Хәкәмгә шикәйәт менән мөрәжәғәт итә. Был ялыуға яуап итеп, Сәғит: “Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙҙәрен ишеткәндән һуң мин уның еренә нисек инәйем?” – тип әйтә. Мәрүән шунан: “Ә һин Аллаһтың илсеһенән ﷺ нимә ишеттең?” – тип һорай. Ул: “Мин Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: “Кемдер золомлоҡ менән бер ҡарыш ерҙе алһа, шуның менән ете ҡат ер аҫтына төшөр”, – тигәнен ишеттем”, – ти. Мәрүән, әлеге һүҙҙәрҙе ишеткәс: “Бынан ары һинән һис аңлатма һорамайым”, – ти. Шул ваҡыт нахаҡ ғәйепкә күңеле рәнйегән Сәғит: “Йә Аллаһ, әгәр ул ҡатын ялғансы булһа, уның күҙҙәрен ал һәм ана шул ерендә әжәлен бир”, – тип әйтә. Ысынлап та, ул ҡатын вафат булғансы һуҡырая һәм бер көндө үҙе, шул ерендә йөрөгән сағында, соҡорға йығылып үлеп ҡуя (Мөслим риүәйәте).

Үҙ башына кеше рәнйешен алып, баштан-аяҡ хәсрәткә сумған бәдбәхеттәр аҙ түгел тарих биттәрендә. Ҡайһы ваҡыт, үҙебеҙҙә булған көс-ҡеүәт менән маһайып, тормошта терәге булмағанға көсһөҙ тип, төкөрөп ҡарайбыҙ шул.

Берәр кешене иҫкә алһаҡ, йыш ҡына “Уның артында кем тора?” тигән һүҙҙе ҡулланабыҙ. Рәнйетелгән кешенең артында Аллаһ һәм Уның ҡәһәре тора! Аллаһ уны Үҙе яҡлай, рәнйетеүсеһен Үҙе таба, тейешлеһен Үҙе бирә.

Ҡайһы ваҡыт кешене бәләкәй генә булып тойолған эш менән дә рәнйетергә мөмкин. Бөгөн, ҡалала транспорт күп, ишек алды тар заманда юл уртаһында машинаһын ҡалдырып китеүселәр ҙә аҙ түгел. Кемдер ҡайҙалыр ашыға ине, үтә алманы, бараһы еренә һуңланы, зыян күрҙе... “Ашығыс ярҙам” машинаһы ихатаға инә алманы, сирлегә ваҡытында ярҙам күрһәтелмәне... Кемдәрҙеңдер күңел рәнйештәре төшөрҙәй сәбәптәр аҙ түгел.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Ике төрлө ҡарғаусынан һаҡланығыҙ”, – тигәс, кешеләр: “Кемдәр һуң улар?” – тип һораған. Ул ﷺ: “Береһе – кешеләрҙең юлдарына, икенсеһе ял итә торған күләгәле урындарына хәжәтен үтәүсене ҡарғай”, – тигән. Матур йәйҙәрҙә тәбиғәттә ял итәйем, урман буйҙарынан йөрөп ҡайтайым тиһәң, ундай ҡарғыш сәбәптәре тулып ята шул...

Йософ хәҙрәт Дәүләтшин.

Фото: ogorshkov.ru

Автор:
Читайте нас