+28 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2025, 04:00

***

Белеүебеҙсә, йома көндәрендә Аллаһ Тәғәләгә еткергән теләктәребеҙ мотлаҡ ҡабул була торған ваҡыт бар. Тик беҙ ул сәғәттәрҙең ҡасан икәнен белмәйбеҙ һәм мөмкин тиклем күберәк ғибәҙәттә булырға тырышабыҙ. Рамаҙан айындағы Ҡәҙер кисе лә шулай “йәшерелгән”, йәғни уның килер ваҡыты йыл һайын сер булып ҡала.

******
***

Ҡәҙер кисе – һәр йылдың иң бөйөк төнө, сөнки ошо ваҡытта башҡарылған ғибәҙәттәр мең айлыҡ, йәғни 83 йыллыҡ (!) ғибәҙәттәрҙән дә өҫтөн. Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөрьәндә былай тигән: “Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер кисендә иңдерҙек. Ҡәҙер кисенең нимә икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк. Ул төндө Раббыһының рөхсәте менән төрлө эштәр өсөн күктән фәрештәләр һәм Рух (Ябраил) төшә. Ул таң атҡанға тиклем имен” (“Әл-Ҡәдр” сүрәһе, 1 – 5-се аяттар).

“Кемдер Ҡәҙер кисендә камил иман һәм биреләсәк сауаптарға тулы өмөт менән ғибәҙәттәр ҡыла икән, уның бынан алда булған гонаһтары ғәфү ителер”, – тигән хәҙис бар (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ һәм башҡа имамдар риүәйәт иткән хәҙис буйынса иһә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡатыны Ғәйшәгә (Аллаһ унан риза булһын) ошо кистәрҙә әйтелә торған доғаны өйрәткән һәм: “Аллаһүммә иннәкә Ғәфүү’үн! Түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәннии”, – тип йышыраҡ әйтергә ҡушҡан (тәржемәһе: “Йә Аллаһ! Һин Ғәфү итеүсе, Ғәфү итеүҙе яратаһың, мине лә ғәфү итсе!”). Тимәк, беҙ ҙә ошо төндә Раббыбыҙға доғалар менән ялбарып, гонаһтарыбыҙҙың кәмеүенә һәм сауаптарыбыҙҙың күпкә артыуына өмөт итә алабыҙ.

Тик Ҡәҙер кисен нисек тотоп ҡалырға һуң? Хәҙистәрҙә бәйән ителеүенсә, тәүҙәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Ҡәҙер төнөн көтөп, Рамаҙан айының беренсе ун көнөндә, аҙаҡ киләһе ун көнөндә мәсеттә иғтикәф ҡылыр булған (йәғни ғибәҙәт ҡылыу маҡсатында мәсеттә аулаҡта ҡалған). Шунан ҡайһы бер сәхәбәләр Ҡәҙер кисенең Рамаҙандағы һуңғы ете төндә булыуын төшөндә күргән. Был хаҡта ишеткәс, Аллаһ рәсүле ﷺ: “Төштәрегеҙ һуңғы ете төндө күрһәтә икән, тимәк, Ҡәҙер кисен көткәндәр уны шул мәлдә эҙләһен”, – тигән.
Икенсе бер хәҙистә иһә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Ҡәҙер кисен һуңғы ун төндә көтөгөҙ – йә туғыҙ, йә ете, йә биш көн ҡалғас”, – тигән (әл-Бохари йыйынтығынан). Бынан аңлашылыуынса, ул таҡ һанға тура килә. Бер саҡ Аллаһ рәсүленең ﷺ: “Миңә Ҡәҙер кисе күрһәтелгәйне, ләкин аҙаҡ онотторолдо. Ул һуңғы ун төндә”, – тигәне лә билдәле (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан).

Шулай итеп, күптәребеҙ Ҡәҙер кисе Рамаҙандың 27-һендә була тип һанаһа ла, был – яңылыш фекер. Ҡайһы йылда ниндәй төнгә тура килерен бер кем дә белмәй, сөнки Аллаһ Тәғәлә сер итеп ҡалдырған. Әгәр улай булмаһа, халыҡ, Рамаҙан айында көнө-төнө вайымһыҙ йөрөр ҙә, Ҡәҙер кисендә генә ғибәҙәттә ултырыр ине. Бер көнлөк йә бер төнлөк мосолман булыуыбыҙҙан ни мәғәнә? Ҡәҙер төнөн эҙләгәндә кемдең кем икәне асыҡ күренә: ихлас кеше ун төн буйына ғибәҙәт ҡылыуҙы үҙенең бурысы тип иҫәпләһә, диндә нығынып етмәгәндәр Ҡәҙер төнөн тап килтереү өсөн генә шул хәтлем ваҡытты йоҡоһоҙ үткәрергә иренәсәк.

Әлбиттә, Ҡәҙер кисе бөгөн буламы икән, әллә иртәнән һуңмы, тип, саманан тыш өтәләнеп, кешенән һорашып йөрөү, ниндәйҙер билдәле сәғәттә ҡарашыңды күк йөҙөнән алмай ултырыу дөрөҫ түгел. Сөннәткә ярашлы был осорҙа беҙ күберәк ваҡытты Ҡөрьән уҡыуға, намаҙҙарға, доғаларға, зикерҙәргә, тәүбәләргә бүлергә тейешбеҙ. Тап ошо ғәмәлдәрҙе башҡарған мәл Ҡәҙер кисенә тура килһә, уны һиҙмәй ҡалһағыҙ ҙа, Аллаһ Тәғәлә барыһын да күрәсәк һәм тейешенсә баһалаясаҡ.

Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр беребеҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ хас булһын. Аллаһ Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡылһын, доғаларыбыҙ яуап алһын. Әмин.

Әбү Әхмәт хәҙрәт.

Сығанаҡ: https://vk.com/ufa_barakat

Автор:
Читайте нас