+28 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
4 Апрель 2025, 06:30

"Ут күршеләре" – яңы күләмле проект

Кисә Зәки Вәлиди китапханаһында “Ут күршеләре” серияһында сыҡҡан китаптарҙың презентацияһы үтте. Был проект 2024 йылдың июлендә старт ала, конкурста төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе 62 тәржемәсенән 80 ғариза килә. Һөҙөмтәләр буйынса биш тәржемәсе еңеүгә ирешә. 

"Ут күршеләр" –  яңы күләмле проект"Ут күршеләр" –  яңы күләмле проект
"Ут күршеләр" – яңы күләмле проект

Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә баҫылған биш китап Башҡортостан Башлығы фонды грантына нәшер ителгән. Башҡорт һәм татар телендәге әҫәрҙәр урыҫ теленә тәржемә ителде. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың Алик Шакиров тәржемәһендәге «Яр буйындағы усаҡтар» хикәйәләр йыйынтығы, башҡорт яҙыусыһы Һәм йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның Зөһрә Бураҡаева тәржемәһендәге «Һеңлекәш» документаль романы, башҡорт әҙәбиәте классигы Зиннур Ураҡсиндың «Беренсе юлсы» проза йыйынтығы – Юлдаш Ураҡсин, билдәле татар яҙыусыһы Дилә Булгакованың балалар өсөн хикәйәләр йыйынтығы Заһиҙә Мусина тәржемәһендә һәм Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу шағирын бер тышлыҡ аҫтында берләштергән «Бәхет Эҙләү» лирика йыйынтығы Юрий Татаренко тәржемәһендә. Был китаптарҙың тышлығы барыһы ла талантлы рәссам  Артур Василовтың иҫ киткес иллюстрациялары менән биҙәлгән.

Проекттың идея авторы һәм етәксеһе Башҡортостан Яҙыусылары берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, кураторҙары Искәндәр Хәсәнов һәм СветланаЧураева.

#ФСГОРБ#ГрантыРБ#нкогранттар 2024

Фото: Яҙыусылар союзының матбуғат хеҙмәте.

 

"Ут күршеләр" –  яңы күләмле проект
"Ут күршеләр" –  яңы күләмле проект
"Ут күршеләр" –  яңы күләмле проект
"Ут күршеләр" – яңы күләмле проект
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас