+28 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
28 Апреля 2025, 13:00

"Әсәйеңде килеп алығыҙ, ҡарарға кеше юҡ..."

Бала сағын бер ҙә генә иҫләргә яратмай Гөлфиә. Сөнки дүрт йәше тулыр тулмаҫтан әсәһе уны өләсәһе ҡарамағына ҡалдырып өс бала менән тол ҡалған иргә кейәүгә китеп барҙы.Өләсәһе йәшел йылан менән дуҫ булды, шунлыҡтан өҫтәлдә йүнле ризыҡ, кейергә кейеме лә булманы Гөлфиәнең. Тиҫтер ҡыҙҙары ҡупшы ҡурсаҡ кеүек кейенеп-яһанып йөрөгәндә, бысрағына ҡатып, башы бетләп урам ҡыҙырғанын иҫләп, әле лә күҙҙәренә йәштәр төйөлә.Уның ҡарауы, әсәһе барған иренең балаларына яҡшы әсәй булып йәшәне лә китте, тағы ике малайға ғүмер бирҙеләр. Балаларҙы муллыҡта үҫтереп, юғары уҡыу йорттарында уҡыттылар. Гөлфиәгә генә был ғаиләлә урын табылманы.

"Әсәйеңде килеп алығыҙ, ҡарарға кеше юҡ...""Әсәйеңде килеп алығыҙ, ҡарарға кеше юҡ..."
"Әсәйеңде килеп алығыҙ, ҡарарға кеше юҡ..."

Мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыу теләге бик ныҡ булһа ла, мөмкинселек юҡ ине шул. Эсеүенән арына алмай, өләсәһе лә баҡыйлыҡҡа күскәйне. Гөлфиәгә үҙ йүнен үҙенә күрергә тура килде, күрше ауылдағы колхозға фермала һауынсы булып урынлашты. Ошо ауылдың егетенә кейәүгә сыҡты.

Ире бик дыуамал кеше, ҡул күтәргән саҡтары ла булды, әммә шулай ҙа эшкә шәп, донъя көтөүгә тырыш кеше. Яҙмышым ошолор тип барыһына ла күнде ҡатын. Арыу ғына йәшәйҙәр, ҙур итеп йорт һалдылар, өс балаға ғүмер бирҙеләр. Ғәзиздәренә бар наҙын биреп, кеше араһында кәм-хур итмәй үҫтерергә тырышты Гөлфиә.

Әсәй наҙына зарығып үткәргән бала сағын иҫләп, балаларын бер ваҡытта ла ҡаҡманы, һуҡманы, һүҙ ярҙамында ғына тәрбиәләргә тырышты.

Шулай һәүетемсә донъя көтөп, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәп ятҡан көндәре ине. Бер мәл, «Әсәйең дауаханала, хәле ауыр, оҙаҡламай сығаралар, барып алығыҙ, ҡарарға кеше юҡ», тигән хәбәр килде Гөлфиәгә. Өҫтөнә ҡайнар һыу килтереп ҡойҙолармы ни, Гөлфиә был хәбәрҙән шаңҡып ҡалды. Быуындары тотмай, урындыҡҡа барып ултырҙы. Нисек ҡарар ул уның күҙенә, кисерә алырмы әсәһен?..

Уйҙарына батып, үткәндәрҙе күҙ алдынан үткәреп күпме ултырғандыр иҫләмәй ҙә Гөлфиә… Шунан, үҙен ҡулға алып, йәһәтләп  дауаханаға тип сумка йүнләй башланы. Әсәһенә бер көн килеп кәрәк булыуынан йөрәге дарҫлай ине ҡатындың…

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-08-06/s-ye-de-kilep-aly-y-arar-a-keshe-yu-2453245
Автор:
Читайте нас