

Шунан бер аҙ үҫә төшкәс ул ябай ғына итеп, теге саҡ зиһенемде ҡуҙғытмаған йомағын аңыма һеңдерҙе: “Йылғаның битенә һис ҡасан төкөрмә, юлда ятҡан ташты ла тибеп үтеп рәнйетмә, фанилыҡтағы һәр нимәнең йәне бар”.
Яңыраҡ билдәле ғалим телевизорҙан белекле төҫ менән хәбәр һалды: ағып ятҡан һыу 90 градусҡа йүнәлешен үҙгәртһә, уның структураһы боҙола һәм көн ағышында кешенең ыңғай йә кире энергияһы ла уға күсеүсән икән. Тағы асыуға тулышҡан, булмышы тапланған йәнле һыуҙың дауылдар уйнатыуы, цунамиҙар барлыҡҡа килтереүе, ташҡындар хасил итеүе лә уға булған хәйерһеҙ мөнәсәбәткә яуабы, йәнәһе лә. Тыңланым да иҫем дә китмәне, сөнки ул аҡылды әллә ҡасан өләсәйем һабағынан алғайным инде. Ә ул күпте белә ине. Фән докторы булмаһа ла...
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.