+28 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
16 Май 2025, 06:20

“Яратҡан эшем сыныҡтырҙы”

“Кем генә булмаһын, кеше барыбер һәр ваҡыт ҡасандыр юғалтҡан тәүфиҡ-бәхетен эҙләп йәшәй. Бәхетле булыу өсөн һәр кем аңлы рәүештә үҙ булмышын, тәүфиғын табырға тейеш. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә эшләргә, эске күңел торошон булдырырға кәрәк”, – ти Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Яңылыҡтар” хеҙмәте хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин. – Азат, ҡыҫҡаса үҙеңдең тормош юлың менән таныштырып үтһәң ине!– Әбйәлил районының Әбйәлил ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнмен. Күбәләк ырыуы башҡортомон. Атайым Хәйҙәр Ғәббәс улы сығышы менән Иҫке Балапандан, ә әсәйем Өлфә Әҡсән ҡыҙы – Туйыштан. Йәш ғаилә, йәш белгестәр булараҡ, Әбйәлил ауылына йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелгән. Ошонда ныҡлы төпләнеп, өс ир балаға ғүмер биргән. Илдар һәм Айҙар исемле ағайҙарым бар. Икеһе лә бөгөн матур ғаилә ҡороп, теттереп донъя көтә.

“Яратҡан эшем сыныҡтырҙы”“Яратҡан эшем сыныҡтырҙы”
“Яратҡан эшем сыныҡтырҙы”

Атайым бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаны. Әсәйем медицина өлкәһендә эшләне. Улар әле хаҡлы ялда. Бөгөн дә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, донъя мәшәҡәттәренә сумып йәшәйҙәр. Бала сағым, ауылда балалар баҡсаһы булмағас, йә дауаханала, йә баҫыуҙа үтте. Әсәйем кешеләрҙе, ә атайым техниканы “дауалай” торғайны. Ошо һөнәр эйәләре менән бәләкәй саҡтан аралашып йәшәүем әлеге мәлдә телевизион сюжеттар эшләгәндә ныҡ ярҙам итә.
Иҫ белгәндән актёр булырға хыялландым. Быға Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театрына ғашиҡ булыуым сәбәпселер. Үҙемде ошо юҫыҡта тәрбиәләйем тип, мәктәптә уҡытыусыларым (тәүҙә Мәүлиҙә Миһманова, һуңынан Гөлнара Мостафина) етәкләгән драма түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөнөм. Сәхнәгә бик күп спектаклдәр сығарҙыҡ. Төрлө образдар ижад иттек. Әммә яҡты хыялым Өфө сәнғәт институтына биргән имтихандың беренсе турынан уҡ төшөп ҡалыуым менән селпәрәмә килде. Институттан һуң Черниковка биҫтәһенә шаңҡып барып төшөүем әле лә иҫтә. Ҡыҙыулыҡ менән үҙ-үҙемә: “Бынан ары театрға әйләнеп тә ҡарамайым!” – тип һүҙ бирҙем. Шулайтты ти! Бөгөн телевидениела яҡтыртҡан иң яратҡан тармаҡтарҙын береһе – сәнғәт һәм мәҙәниәт. Театрҙарҙан сығышмайым, тиһәң дә була. Бер премьераны ла ҡалдырмаҫҡа тырышам. Алған тәьҫораттар менән социаль селтәрҙәрҙә бүлешәм. Халыҡҡа оҡшай. Ҡабул итә. Актер була алмаһам да, бөгөн мин үҙенә күрә театр тәнҡитсеһе.
Өфө сәнғәт институтына инә алмай ҡайтҡас, көҙөн үҙебеҙҙең 93-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Теүәл бер йылдан диплом, “В” һәм “С” категориялы водитель таныҡлығын алып, йәнә баш ҡалаға юлландым. Хәҙер инде Башҡорт дәүләт университетын һайланым. Унда 11 йылдан ашыу уҡып ташланым. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында биш йыл дауамында журналист һөнәрен үҙләштергәндән һуң, тағы өс йыл философия һәм социология факультетында социаль хеҙмәткәргә уҡыным.
Артабан да белем эстәү, фән донъяһында йөҙөү маҡсаты мине “Почет Билдәһе” орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына алып килде. Әле кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау өҫтөндәмен. Ғилми етәксем – филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөббитдинованан уңдым. Ул әҙәбиәт теорияһының ғына түгел, фольклор ғилеменең дә нескәлегенә төшөндөрҙө. Бөгөн республиканың төп телеканалы эшен дә, Рәсәй фәндәр академияһы ҡуйған бурыстарҙы ла йәнәш алып барырға тырышам. Аллаға шөкөр! Телевизион тапшырыуҙа әйтеп бөтә алмаған фекерҙәрҙе ғилми хеҙмәттәремдә файҙаланам, ҡайһы саҡта айырым мәҡәлә рәүешендә ваҡытлы матбуғатта ла яҡтыртам. Ҡыҙыҡ ул ”тел ҡысып” торғанда ниндәйҙер теманы төрлө яҡлап ҡарап, анализлап, фәнни эшкә әйләндереүҙәре! Фәнни хеҙмәттәр яҙыу менән бергә, республика район-ҡалаларында үткән конкурс-фестивалдәрҙә баһалама ағзаһы булараҡ та сығыш яһайым. Ул да халыҡ ижадын тағы ла яҡыныраҡ белергә, шул хаҡта башҡаларға һөйләргә ярҙам итә.
Телевидениеға осраҡлы килеп эләктем, тип әйтә алмайым. Өфөгә уҡырға ингәндән һуң, беренсе курстың тәүге айҙарында кастинг үтергә теүәкәлләнем. “Азат, һин балағынаһың бит әле”, – тип төшөрөп ҡалдырҙылар. Теүәл ике йылдан йәнә кастингка барҙым. Маҡсатыма ирештем! Тәүҙә интервьюларҙа, һуңынан телевидение массовкаларында ҡатнаштым. Республиканың төп телеканалында эшләүемә быйыл 14 йыл булып китте.
– “Бәйләнештә” социаль селтәрендә һинең “Тәүфиҡҡа бәхет эйәрер” тигән яҙмаңды уҡығайным. Был һинең йәшәү девизымы?
– Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ололар, кескәйҙәргә теләк теләгәндә һәр саҡ: “Тәүфиҡлы бул!” – тип әйтә. Үҙем дә гел уйлана инем, “тәүфиҡ” нимәне аңлата икән, тип. Уның нескәлегенә йылдар үтеү менән шәхси күҙәтеүемдән, ҡыҙыҡһыныуымдан төшөндөм. Шулай ҙа төплө фекерҙе уҡытыусым, философия фәндәре докторы Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданованан, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеванан ишеттем. Тәүфиҡ, ғөмүмән, башҡорт халыҡ педагогикаһында киң файҙаланылған төшөнсә. Уны “изгелектең асҡысы”, “бәхеткә юл ярыусы” ла тиҙәр. Тәү нәүбәттә, итәғәтле, тәртипле, мәрхәмәтле булыу шарт. Тәүфиҡ – Аллаһ Тәғәләнән бирелгән ҙур бүләк. Ул бигерәк тә балаларҙа асыҡ сағыла. Бер кем дә яуыз, мәкерле булып тыумай. Яҡынса 4–5 йәшкәсә бала, ниндәй генә шарттарҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, бәхетле, ихлас була. Ул үҙенең бәхетле икәнен дә аңлап етмәй. Үҫә төшкәс, тормош ҡатмарлаша. Берәүҙәрҙең күңеле ҡата, берәүҙәр һаман да эскерһеҙ булып ҡала. Кем генә булмаһын, барыбер ҡасандыр юғалтҡан тәүфиҡ-бәхетен эҙләп йәшәй. Бәхетле булыу өсөн кеше яңынан, аңлы рәүештә, үҙ булмышын, тәүфиғын табырға тейеш. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә эшләргә, эске күңел торошон булдырыу мөһим. Юҡҡа ғына тапҡыр башҡорт халыҡ мәҡәле “Тәүфиҡ артынан бәхет эйәрер” тимәгән. Тәүфиҡты юғалтмай, аңлы кимәлдә йәшәүгә ни етә!
– Тәүфиҡ эргәһендә мөхәббәт тә йөрөйҙөр инде, Азат. Илгә ҡарата мөхәббәтте нисек аңлатаһың?
– Бала саҡтан диңгеҙ флотында хеҙмәт итергә хыялландым. Оҙаҡ йылдар белем эстәү арҡаһында хыялым тормошҡа ашмай ҡалды. Бына уҡып бөтөрмөн дә армияға китермен, тип йөрөй торғас, 27 йәш тә тулып китте.
Мин үҙемде Башҡортостандың, Рәсәйҙең ысын патриоты тип һанайым. Илһөйәр булыу – ниндәйҙер батырлыҡ эшләү генә түгел, ә кеше булып ҡалып, тыуған илеңә лайыҡлы хеҙмәт итеү ҙә. Бөгөн илһөйәрлек тураһында күп һөйләйҙәр. Бигерәк тә мәктәптәрҙә күтәрелгән төп темаларҙың береһе ул, минеңсә. Тик уны ҡабат-ҡабат һөйләү, әйләнә килеп исем өсөн генә бөткөһөҙ саралар ойоштороу үҫеп килеүсе быуында ытырғаныу хисе уятыуы ла ихтимал. Шуға ла патриотик тәрбиәне төрлө яҡлап алып барыу кәрәк, тип уйлайым. Ул бер яҡлы ғына булырға тейеш түгел. Мин, мәҫәлән, ватан музыкаһын яратам. Башҡорт халыҡ йырҙары менән бергә рус халыҡ композицияларын да үҙ итәм. Хатта ки, күңел биреп башҡарам да. Был шулай уҡ Ватаныңа ҡарата һөйөү, хөрмәт тойғоһо.
– Ғаилә хәле нисегерәк, Азат? Уҡыуға, эшкә мауығып китеп, шәхси тормошоңа хилафлыҡ килтермәнеңме икән, тип һорауым.
– Буласаҡ кәләшем менән мин эш мәлендә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан таныштым. Үҙ байрамында ял итмәй эшләгән гүзәл заттар тураһында материал әҙерләү өсөн Өфөнөң 17-се клиник балалар дауаханаһына ебәрелдем. Педиатрия бүлегендә бер кеше генә башҡорт телендә һөйләшкән булып сыҡты. Уны табып килтерҙеләр. Интервьюла үҙе тураһында һөйләргә ҡуштым. Материал эфирға сыҡты. Бәйләнештәр өҙөлмәне. Социаль селтәрҙәрҙә табышып, аралашыуҙы дауам иттек. Теүәл бер йылдан осраша башланыҡ. Тағы бер йылдан тәҡдим яһап, туй ҙа яһап ҡуйҙыҡ. Шулай итеп, сюжетымдың геройы минең тормош юлдашыма әйләнде. Кинолағы кеүек, эйе бит? Бөгөн шул Белорет районы, данлыҡлы Ҡатай ырыуы ҡыҙы Гөлгөнә менән Йософ исемле ир бала тәрбиәләйбеҙ.
– Ысынлап та, кинолағы кеүек икән дә кәләшең менән танышыу! Әллә яҙмыш алдан шулай хәл итте микән?
– Мин үҙем дә яҙмыш шулай ҡушҡандыр, тип уйлайым ул. Ҡайһы саҡ ауыр хәлдәргә тарыуың да маңлайға ни яҙылған, шуға бәйле һымаҡ.
2018 йылдың йәйендә Ҡырмыҫҡалы районы һабантуйына ашҡынып сығып киттем. Ул саҡта ныҡ ҡына сабырһыҙ инем мин, гел ашығып эшләүем хәтерҙә. Сөнки бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә, йәһәтерәк эшемдең һөҙөмтәһен күрергә теләнем. Телевидениенан төн ҡайтмай эшләгән саҡтар ҙа булды. Үҙ өҫтөмә алған йөкләмәләр ҙә апаруҡ ине. Шул да йоғонто яһағандыр, ахыры: уйламағанда-нитмәгәндә ҡазаға тарыным.
Ҡырмыҫҡалы районы һабантуйы башланмаған ине әле. Беҙ, ижади төркөм, сәхнәнән трибуна яғына ыңғайланыҡ. Сабып барған һыбайлыларҙы абайламағанмын, бер ат мине бәреп үтеп китте. 10 метрҙай осоп барып ятып, иҫте юғалттым. Иҫемә килгәндә, теге бәрҙергән һыбайлының аты өҫтәп аяғыма баҫып үтте. Әле лә, һауа торошо үҙгәргән һайын, йәрәхәтләнгән янбашым һулҡылдап һыҙлай. Аяғымдағы даға эҙе лә ваҡыты-ваҡыты менән тынғы бирмәй. Ә шулай ҙа иҫән ҡалыуыма Хоҙайға ныҡ рәхмәтлемен!
Дауаханала ятҡанда ҡазаға тарыуымдың сәбәбен төрлө яҡлап сисергә, аңларға тырыштым. Үҙемсә һығымта яһаным. Һабантуй ойоштороусыларын яуаплылыҡҡа тарттырырға ине лә ул, тип уйланым. Тик “эш” мин уйлағанса килеп сыҡманы. Хоҙайға тапшырҙым. Ә ул барыһын да кәрәгенсә хәл итте. Тимәк, ғәҙеллек бар икән, тигән һығымтаға килдем. Был аяныслы ваҡиға һөнәремдең абруйын да күтәрмәй ҡалманы. Бөгөн мин был хаҡта: “Яратҡан эшем сыныҡтырҙы”, – тип һөйләй алам.
– Юҡҡа ғына журналистиканы иң хәүефле профессиялар иҫәбенә индермәйҙәрҙер. Имен-аман ғына яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнергә яҙһын, Азат. Ә бына әлеге мәлдә ниндәй пландар, маҡсаттар менән йәшәйһең?
– Пландарым әлегә сер генә булып ҡалһын. Аллаһ бирһә, бойомға ашҡас: “Бына, исмаһам, хыялым тормошҡа ашты! Ошо ине лә инде юғары маҡсатым!” – тип әйтергә яҙһын. Артабан да яңы үрҙәргә ынтылырға мөмкинлектәр тыуып торһон, ныҡлы һаулыҡ ҡына булһын.
Әле мин белгәнемде башҡаларға еткерергә, уртаҡлашырға тырышам. Ниндәйҙер өлкәлә ҡыҙыҡ нәмә белдем, ишеттем икән, ниңә был яңылыҡты үҙемдә генә тоторға, һаҡларға тейеш мин? Был осраҡта миңә телевидение ярҙам итә. Яңылыҡтар тапшырыуында ҡатнашыуым менән бергә, ғилми тикшеренеүҙәр алып барам, фәнни хеҙмәттәр яҙам. Яратҡан эшем, янымда булған ғаиләм, атай-әсәйем мине ҡанатландыра, илһамландыра. Уларға оло рәхмәтлемен!Ә барлыҡ маҡсаттар ошонан сығып ярала ла инде.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә, төплө фекерҙәрең өсөн рәхмәт, Азат! Яҙмыш һиңә, тырышлығыңа, ихласлығыңа, тәүәкәллегеңә күрә, артабан да йөкмәткеле, матур яҙмыш насип итһен!

Тәнзилә Дәүләтбирҙина әңгәмәләште.

Сығанаҡ: https://shonkar.com/articles/y-m-i-t/2025-05-05/t-fi-a-b-het-ey-rer-4223046

Автор:
Читайте нас