

Гүзәлдең ошо хәбәренән һуң, ҡараңғы төндә түгел, көпә-көндөҙ ҙә мөгәрәпкә төшөү оло ғазапҡа әйләнде. Бөтә һөт ризығы шунда һаҡланғанлыҡтан, көнөнә дүрт-биш тапҡыр төшөргә тура килә ине. Биҙрә-биҙрә, кәстрүл-кәстрүл һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ шунда тора. Инәйем йомош менән күберәк мине төшөрә. Гүзәлдең шомло хәбәренән һуң, мөгәрәпте асыуым була, аҡ һаҡаллы ҡарт мине көткән кеүек, эләктереп алыр кеүек. Инәйемдең күҙенә салынмаҫҡа, йырағыраҡ йөрөргә тырышам. Шулай ҙа мөгәрәпкә төшөргә тура килһә, йәнемде усыма йомарлап уҡына-уҡына, шыбыр тиргә батып килеп сығам. Эй, ул ҡурҡыуҙарым! Етмәһә, Гүзәл килеп тороп үртәй. Ҡурҡҡанымды уға белдермәйем. Эстән янам, һыҙам, кемдән ярҙам һорарға белмәйем. Һеңлем маҡтана. Төнгө сәғәт ун ике етеү менән мөгәрәпкә төштөм, ти. “Көҙгөнән артымда кемдәр тороуын ҡараһам, иң беренсе булып шундай матур, ҡап-ҡара сәсле, ҡап-ҡара күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы сибәр егет баҫып тора. Уның артынан – туғандары, ә иң һуңынан аҡ һаҡаллы ҡарт баҫып тора ине, – тип хәбәрен дауам итә ул. – Иҫем дә китмәне, әкрен генә көҙгөнө күкрәгемә ҡыҫтым да, мөгәрәптән сыҡҡас та ятып йоҡланым. Төшөмә лә шул егет инде, сибәрлеген күрһәң, беҙҙең ауылда ундай егет юҡ әлегә”, тип маҡтанды ла һораулы ҡарашын миңә төбәне. Ә һин төшөп ҡараныңмы, имеш. Көҙгө таба алманым, оло семәрлене алып төшөп булмай бит инде, тигән булам. Ә мин һиңә атайымдың ҡырына торған көҙгөһөн алып килеп торормон йүгереп кенә, тик ватып ҡуйма, ти. Өҫтөмә һыуыҡ һыу һиптеләрме ни! Көҙгө алып килһә, төшөргә тура киләсәк. Алдашып, күрмәгәнде күрҙем, тип һөйләп булмай бит инде. Эстән генә атаһының көҙгөһө ватылыуын теләйем. Төндә мөгәрәпкә төшһәм, кире иҫән сыға алмаҫмын кеүек.
Шулай ҡайғырып йөрөй торғас, бер нисә көн үтеп китте. Гүзәл дә күренмәне. Уның килмәүенең сәбәбен инәйемдән белдем. Атаһы ныҡ ауырып китеп, ҡалаға балнисҡа оҙатҡандар икән. Гүзәл дә әсәһе менән шундай киткән. Уның өйҙә булмауынан ғына ҡурҡыуым кәмемәне. Күрше йәштәш ҡыҙыҡайға һөйләмәй булдыра алманым. Ул миңә аптырап ҡарап торҙо ла, әйҙә киттек, мөгәрәпте ҡарайыҡ, ти. Унда икәүләп мөгәрәпкә төштөк. Ул эсен оҙаҡ ҡына күҙәтеп торҙо ла, юҡ, бында ул ҡәҙәре кеше һыймай, бында бер кем дә күренмәйәсәк тә, булмаясаҡ та, тигән һығымта яһап, эре генә алдан мөгәрәптән сыҡты. Күңел тынысланып ҡалды. Гүзәлдең ҡаланан ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Күрше ҡыҙының да мөгәрәпкә буласаҡ егетен күрергә көҙгө алып төшөүен, тик бер кемде лә күрмәүен һөйләргә ашыҡтым. Ул тыныс ҡына тыңлап торҙо ла, ағаһынан ҡурҡҡандыр, тигән һығымтаға килде. Уның һәр нәмәгә яуабы әҙер ине шул....
***
Йылдар үтте. Бала саҡ артта ҡалды. Яҙмыш елдәре беҙҙе берсә ауылға ҡайтарҙы, берсә алып китте, тағы ла ҡайтарҙы. Башта миңә Шафран интернат-мәктәбендә уҡырға тура килде, ә Гүзәл баш ҡалала 1-се интернат-мәктәптә уҡыны. Беҙ оҙаҡ осраша алманыҡ. Бик юҡһына инем уны. Уның саялығы, тәкәбберлеге етмәй ине миңә. Бала саҡты гел һағынып иҫкә алдым. Бер матур йәй көнөндә эштән ҡайтып килгәндә бер танышым:
– Ишеттеңме, Гүзәл кейәүгә сыҡҡан, кейәүе менән ҡайтҡан, – тип хәбәр һалмаһынмы! Мин өйгә ҡайтып тормай, таныш, бала саҡтан үтә яҡын булған яҡҡа табан атлайым. Аяҡтарым үҙенән-үҙе шунда табан алып китте. Сөнки бала саҡтың айырылғыһыҙ бер өлөшө булған Гүзәл ҡайтҡайны. Ҡапҡа төбөндә матур машина тора, ихатала кешеләр күренә. Мин әкрен генә бәләкәй ҡапҡаны асып эскә үтәм. Ҡаршыма оҙон буйлы һылыу ҡыҙ атлай. Гүзәл! Шул уҡ һынаулы тура ҡараш. Оҙон сәстәре иңбашына һибелгән. Беҙ бер мәл генә бер-беребеҙгә һыйынып тын торабыҙ. Бөтә бала саҡ күҙ алдынан үткән кеүек. Мине уйҙарымдан Гүзәлдең шат тауышы айыра.
– Ә бына был егет минең ирем Зөфәр инде, – тип ҡысҡырып көлөп ебәрә. Мин күтәрелеп уның артында баҫып торған егеткә ҡарайым да телһеҙ ҡалам. «Көҙгө артымда кемдәр тороуын ҡараһам, иң беренсе булып шундай матур, ҡап-ҡара сәсле, ҡап-ҡара күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы, шундай сибәр егет баҫып тора», – тип бала саҡта һөйләгәндәре иҫкә төшөп, хайран ҡалыуҙан бер аҙ өндәшә алмайыраҡ торам. Гүйә, Гүзәл һөйләгәндәр әйләнеп ҡайтҡан кеүек, сөм-ҡара күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы, ҡуйы ҡара сәсле, һыу һөлөгө кеүек егет йылмайып күрешергә ҡулын һуҙып тора.
Гөлшат САМАТОВА.