+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июнь 2025, 09:15

Ул матур йәшәне тиһендәр ине...

Әсәйем менән көн дә телефон аша сәғәтләп һөйләшеп алабыҙ. Хәл-әхүәл белешеп, ауыл яңылыҡтарын һорашып торабыҙ. Хәйер, Һорамаһаҡ та үҙе һөйләргә ғәҙәтләнгән.Ауылда берәйһе мәрхүм булғанын әсәйҙең хәбәр башынан уҡ аңлап була. Уратыңҡырап, мәрхүм-мәрхүмәнең донъялыҡтағы яҡшы сифаттарын барлап, шунан ғына баҡыйлыҡҡа күскәнен хәбәр итә.Күрше Разыя инәй мәрхүмә булғас, уның беҙҙең урамдағы инде мөҙҙәте үткән, иҫке генә йортто бағып, һылап, тыштан күкһел төҫ һалып аҡлап, тәҙрә төбөнә гөлдәрен ултыртып, ишек алдында һыу һибеп тороп ҡаҙ үләнен үҫтереүен, өй эсен иһә гөл итеп тотоуын – урындыҡ, ултырғыс япмаларын үҙе бәйләп, ҡорамаларын ҡорап, ҡурсаҡ өйөләй итеп ҡуйыуын һоҡланып һөйләне:

Ул матур йәшәне тиһендәр ине...Ул матур йәшәне тиһендәр ине...
Ул матур йәшәне тиһендәр ине...

“Ул бит матур йәшәне. Күршеһенә йомош менән инһә лә, ҡупшы күлдәген кейеп алыр ине. Бер үҙе генә булһа ла, аш-һыуы бағыулы булды. Сынаяҡтарының иң матурын алып, йылтыратып һөртөп, төҫтәш биҙәкле сәйнүген эҫе һыу менән сайҡатып ебәреп, төрлө үләндәрен һалып ҡына сәй бешерер ине. Яңғыҙ йәшәгән кешегә ярамаймы ни, бармаймы ни тип йәшәмәне, үҙенең дә, көнөнөң дә, ғүмеренең дә ҡәҙерен белде”.
Ысынлап та, ҡасандыр яңғыҙ ҡарт торған өй Разыя инәй һатып алғас, бөтөнләй икенсе төҫтә балҡыны. Матур йәшәне ул инәй.
Иҫәнгилделәге Рәжәп олатайым мәрхүм булғанда ла әсәйем уның күркәм кешелек сифаттарын барланы: “Матур йәшәне бит ул. Камила еңгәй үлгәс, оҙаҡ иланы. Ҡулы оҫта ине Рәжәп ағайҙың. Ҡартайған көнөндә өй һалып инһенсәле! Өҫтөнән туҙған булһа ла, кәстүм төшмәне, бағыулы йөрөнө”.
Әхмәт ағайымды ла йылы һүҙҙәр менән йыш ҡына иҫкә алабыҙ: “Еңгәй, һаумы!” тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып күрешер ине. Бер кешегә лә зыяны теймәне, матур йәшәне, изге күңелле ине. Әхәт мәрхүм дә (Әхмәт ағайҙың бер туғаны) һәйбәт кеше булды. Тракторҙа йөрөнө.
Яҙ етеп, картуф сәсергә ваҡыт етһә, иң беренсе беҙҙекен килеп һөрөр ине.”Еңгәй, ҡапҡаны асып ҡуй, хәҙер килеп етәм!” тип гөрләтеп килеп инеп инде йомшаҡ итеп һөрөп китер ине, матур эшләп йәшәне...”
Ошо ағайҙарымдың әсәһе –Шәмсиһан инәйем дә Әхмәт ағайҙан күпкә ҡалмай мәрхүмә булды.
“Матур кеше булды ул. Һеҙ бәләкәй саҡта баҙар һайын һеҙгә күлдәк булһынмы, ойоҡ-фәлән булһынмы, уйынсыҡмы тотоп килә торғайны. Ғүмер буйы һауынсы булды, ҡара эштән арынманы. Кеше тикшереп, ғәйбәт һөйләп йөрөгәнен бер ҙә иҫләмәйем. Сания апай ҙа (Шәмсиһан инәйҙәрҙең күршеһе, ул да инәйебеҙ), бахыр, аяғынан резина итек төшмәне, йәйен-ҡышын, ҡуңалтаҡ итек кейеп, бер үҙенә ҡалған ишле баланы кеше итәм тип төптән егелеп эшләне. Ҡунаҡ саҡырһа, ҡунаҡтан, аят уҡытһа аяттан ҡалдырманы Сания апай, матур кеше булды”, -тип һөйләп ала.
Тереләрҙең дә ҡәҙерен белә әсәйем:
“Ул бит матур йәшәй. Ҡаҙ себештәрен ипләп кенә ҡыуалап, йәшел үләндә көтөп, йылғаға төшөрөп, һыуҙа йөҙҙөрөп, үҙе ағас күләгәһендә ултырып шуларҙы ҡарай ҙа ултыра. Төш ауып, тегеләр ятҡас, ҡайтып тамағына бешереп,сәйен эсеп, эшен бөтә лә, тағы шул ҡаҙҙары менән мәж килә”.
“Ул бит матур йәшәй. Баҡсаһына унар төп помидор, ҡыяр, берәр түтәл кишер-сөгөлдөрөн,һуғанын сәсеп, сүмесләп кенә һыу ҡойоп, матур итеп утап, төбөн йомшартып, әллә күпме уңыш ала. Картуфлығында ла бер ҡый юҡ. Ҡасан өлгөрә лә, ҡай арала эшләй тиерһең”.
“Ул бит матур йәшәй. Сәй эскән еренә сәскә атҡан гөлдәрен ултыртып, атып бөтһә, алмаштырып, бер иш кенә һауыттарға ултыртып, бағып ҡына үҫтерә ул гөлдәрен”.
“Ул бит матур йәшәй. Сәй эскән һайын самауырын ҡайната. Нисек йыбанмай тиерһең. Бер ҡайнап һыуынғас, ҡағып, яңыртып ҡайнатып, ялтыратып һөртөп, берәйһе килеп инһә тип, сынаяҡтарын артығыраҡ итеп теҙеп тороп ҡуя”.
Ул бит матур йәшәй... Ул бит матур йәшәне... Кешеләрҙең матур йәшәүен ябай ғына күренештәрҙән дә күрергә була икән. Матур йәшәү ул ҡыйбатлы машинала йөрөү, өс-дүрт фатир хужаһы, тағы әллә ниндәй байлыҡ эйәләре булыуҙа түгел икәнлегенә көн дә төшөнөп торабыҙ.Ябай ғына донъябыҙҙы ла гөл итеп йәшәһәк икән был тормошта, күңелдәребеҙ матур булһа икән... Беҙҙе лә ул бит матур йәшәне тип әйтһендәр ине..

Айгөл Айытҡолова.

Автор:
Читайте нас