

Йәйәүләп тә йөрөнөк. 4-5 км тирәһе ине шикелле. Тау ҙа тау. Әллә нисә сабынлыҡ үтәһең, арып-талып барып етәһең.Әсәй саҡ ҡына ултырып тора ла салғыһын, яныуысын алып китә сабырға. Әҙерәк ҙурайғас, беҙ ҙә сабырға өйрәндек. Ғырш-ғырш итеп үләндәрҙе төбөнән генә сабып ауҙарып, бер юлы матур ғына бакуй итеп теҙеп һалып бараһың. Аҙаҡ, ысынлап минең бакуй микән был, тип үҙ эшеңә һоҡланып ҡарап алаһың. Салғы үтмәҫләнеп китһә, атай "саңҡ-саңҡ" иттереп сүкеп бирә. Янырға өйрәнгәнсе әллә нисә рәт бармаҡты киҫеп, кешегә күрһәтмәй генә юл япрағы менән ҡаплап, оҙонораҡ үлән һабағы менән бәйләп ҡуяһың...
*Инде бакуйҙар кибеп кенә килгәндә ямғыр яуып аптыратҡан көндәр ҙә күп булды инде. Йәшел генә көйө күбәләй алһа, әсәйҙең ҡыуанысының сиге булмай. Күбәләре эре була торғайны. Ямғыр аҫтында ҡалып һыуланған бесәндең күбәһе ҡап-ҡара, һөмһөҙ булып ултыра. Кәбән ҡойғанда күбә тарттырыу вазифаһын быт-быт йә бәләкәй машина башҡара. Йә булмаһа күрше бесәнлектән атлы малай һорап тораһың. Ат булманы беҙҙең.
*Иий, хәҙер улайтып бесән эшләү һирәк күренештер ул. Күптәр мал көтмәй, кемдер һатып ҡына ала, ҡалғандары техника менән генә эш итә бесәнен. Ә элегерәк ауылда йәшәп, мал көтмәү тигән нәмә сәпсим булманы шикелле ул. Һауып, ҡаймаҡ бороп(сепарат айыртыу), ойотҡан ойотоп китә торғайны әсәй бесәнгә. Ҡаймаҡты ҡаплап, ҡотоҡ һыуы һалынған ҙур бак төбөнә ҡуя, һалҡынға, әсемәһен тип. Аҡты бер ҙә исрафламай торғайны, аҙағынаса эш итә ине әсәй. Ойотҡанды йыйып, эркет ҡайнатып, әсе ҡорот эшләй. Уны киптереп, ҡыш буйы ҡоротлап сәй эсәһең, ашҡа ҡырып ҡына һалаһың.Ҡоротоң юҡмы, Хәҙисә, тип һорап килгәндәргә лә тоттороп сығара.
*Шул саҡтарға хәҙер хәтирәләрҙә генә булһа ла ҡайта алыуыбыҙға шөкөр инде. Ысын ауыл тормошо менән йәшәгәнбеҙ. Атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт. Тыныс йоҡлаһындар!
Сығанаҡ https://vk.com/id165813796?from=search&w=wall165813796_3451