+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июль 2025, 05:10

Аҡсалы түгел, бурыслы булыу

Бала саҡта ҡалаға килгәндә һәр урам саты, туҡталыш һайын тигәндәй хәйерселәрҙең ҡул һуҙып тороуын күреп, хайран ҡала инем. Ә хәҙер улар уры­нына, киреһенсә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡҡа аҙлап бу­рыс биреп тороу үҙәктәрен күреп аптырайым. 10 йыл элек шулай булырын әйтһәләр, биллаһи, берәү ҙә ышанмаҫ ине.Хәйер, микрофинанс ойошмалары (МФО) инде тулыһынса бөгөнгө тормошобоҙға инеп, нығынып алды. Туҡталҡа-бағаналарға йәбештерелгән, иғландар таҡтаһын тағып алған урам кешеһе тарафынан таратылған листовкаларҙағы “Эш хаҡына тиклем аҡса”, “30 минут эсендә аҡсалы бул”, “Паспорт ҡына кәрәк” ише рекламаларға хәҙер күнегеп тә бөттөк, шикелле, иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Ә был үҙәктәрҙең һаны көндән-көн арта ғына бара, ахыры. Тимәк, халыҡ уларҙың ишеген асып инә, аҡса ала. Һөҙөмтәһе генә күңелһеҙ: кеше аҡсалы түгел, бурыслы булып ҡала.

Аҡсалы түгел, бурыслы булыуАҡсалы түгел, бурыслы булыу
Аҡсалы түгел, бурыслы булыу

Микрофинанс ойошмаларында ниндәй шарттарҙа бурысҡа аҡса бирәләр һуң? Мөрәжәғәт итеүсенең бәлиғ булыуы шарт. Кредит тарихы мөһим түгел. Әгәр ҙә ул фатир, автомобиль кеүек эре милек хужаһы икән, эшләмәүе лә кәртә түгел. Ысынлап та, документтарҙан паспорт ҡына кәрәк. Ә бына яҡын туғандарының телефон номерын, адресын мотлаҡ һорап аласаҡтар. Аҡсаның түбән генә: 1,5–2 процентҡа бирелеүенә кредитор ҡыуанып бөтә алмай. Тик иртәрәк. Банктарҙан айыр­­малы рәүештә, мик­ро­финанс үҙәктәренең про­центы көнләп иҫәпләнә шул…
Инде хәҙер ҡыҫҡа ваҡытҡа аҙлап бурыс би­реп тороу үҙәге эшмәкәрлегенең асылына төшөнөп ҡарайыҡ.
Эш хаҡына тиклемге үтес, йәғни ҡыҫҡа мөҙҙәтле үтестәр: финанс компанияһы (кредитлаусы) ҙур булмаған сумманы үтескә алыусыға ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа биреп тора. Ғәҙәттә, 30 көнгә бирелә. Йәғни эффектив процент ставкаһы йылына 450%–1000% һәм унан да күберәк арауыҡҡа барып баҫа. Ставканың үтә юғарылығы сәбәбе объектив: ул ҡыҫҡа мөҙҙәтле үтесте хеҙмәтләндереүҙең ҙур сығымлылығына (эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә һәр кредиттан компания уртаса 400 һумдан 5 мең һумға тиклем эшләй), шулай уҡ уның ҡайтарылмау ихтималлығының юғары булыуына бәйле. Үтескә биреүҙең стандарт мөҙҙәте – 5–15 көн, суммаһы уртаса 1000–15 000 һум.

Иртәгәһе – ишәккәме?

Эйе, халыҡ кредит ала, шуға микрофинанслау тармағы үҫешә лә инде. Һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуяйыҡ: ә ниңә халыҡ бурысҡа батырға мәжбүр?
Беренсе сәбәп: эш хаҡы түбән. Ысынлап та, күптәребеҙ “получканан – получкаға” принцибы менән йәшәй ҙәһә. Ас хәлен туҡ белмәй. Йылы, йомшаҡ урында ултырғандарға халыҡ иҫәбенә кеҫәһен ҡалынайтһа, шул еткән. Икенсе сәбәп: инфляция атамалы туҡтау белмәгән сәйер процесс. Эш хаҡы артмаған хәлдә лә көндән-көн йәшәү ҡиммәтләнә бара. Уға көрсөк тә, тормош катаклизмдары ла ҡамасау түгел. Юҡ, киреһенсә, бындай мәлдәрҙә уның ҡорһағы нығыраҡ күбә генә. Өсөнсө сәбәп: әле иҫкә алынған донъя буйлап атлап барған көрсөк. Имеш, донъяуи иҡтисадты алдан күҙаллап булмай… имеш, доллар артҡан… имеш, банктар ҡы­йын хәлдәр кисерә… Ғүмер буйы баҫыуҙа бил бөккән ябай ауыл әбейенең уларҙа ни эше?! Доллар тигән ҡағыҙ киҫәген уның бер ҡасан да ҡулында тотҡаны ла юҡ!
Кешенең кешегә хәҙер ышанысы юҡ. Элек, аҡса кәрәк булһа, күршенән алып торорға мөмкин ине. Хәҙер бындай алсаҡ, ихлас мөнәсәбәт, үкенескә, ҡала тураһында һүҙ ҡуҙғатырға ла кәрәкмәй, күп ауылдарҙа ла юғалып бара. Бүтән ысул күрмәгәс, балаһын ас ҡалдыра алмаған әсә ирекһеҙҙән микрокредитлау офисының ишеген асырға мәжбүр. Тимәк, әйҙәгеҙ, туғандарҙың, яҡын дуҫтарҙың ышанысынан сыҡмай йәшәргә өйрәнәйек!
Шул уҡ ваҡытта халыҡ үҙе иҡтисади яҡтан белемһеҙ. Микрофинанслау үҙәгенә мөрәжәғәт иткәнсе банкка барыу күпкә отошло. Һүҙем – кредит картаһы тураһында. Әлбиттә, был осраҡта ярты сәғәт эсендә кәрәкле сумманы ҡулыңа тотоп килеп сыға алмаҫһың. Көтөргә тура килер. Ләкин, бурысты киләһе айҙың аҙағына тиклем ҡайтарһаң, проценты, йәғни өҫтәмә түләү булмаясаҡ. Эйе, был хаҡта бер ҡайҙа ла ҡысҡырып йөрөмәйҙәр шул.
Кешене берәү ҙә урамда тотоп алып, офисҡа һөйрәп индереп: “Мә, һиңә шунса кредит!” – тип бурысҡа аҡса алырға мәжбүр итмәй, әлбиттә. Һәр кем үҙе хәл итә. Донъяла төрлөһө була, тип аҡланыусылар табылыр. Әммә микрозайм проблеманы кисектереп кенә тора. Ваҡытлыса аҡсалы булдың, ти, ләкин ул сумманы бер ай үткәс тағы арттырып барыбер ҙә ҡайтарырға тейешһең бит әле! Миҫалда ҡарап үтәйек. 10 мең һум алдың, ти. 3 мең өҫтәп ҡайтарырға тейешһең. Тик срокка һин төп бурысты ғына ҡаплай алдың. Һәм үтес проценты, көндән-көн үҫә килеп, тәүҙә ун, шунан йөҙ мең һумға уҡ барып баҫа. Ул сағында эшкә коллекторҙар ҡушыла ла инде. Ошо рәүешле кредитын түләй алмай, башын элмәккә тыҡҡандар аҙмы ни? Ләкин бурысы барыбер туғандары исеменә күсерелә шул…
Кешенең бурыслы булыуы менән йәнә бер “һунарсы” ойошманың файҙаланып ҡалыуын да күҙ уңынан ситтә ҡалдырмайыҡ. Иҫегеҙҙәме, бер саҡ урамдарҙа “Кредит түләп арынығыҙмы?”, “Банктар һеҙҙән артыҡ күп процент түләтәме?”, “Беҙ һеҙҙең кредитығыҙҙы ҡаплаясаҡбыҙ!” тип “алтын тауҙар” вәғәҙә иткән рекламалар күҙгә йыш салына башлағайны.
Эшкә автобуста йөрөйөм. Бер көн ике ирҙең үҙ-ара һөйләшкәндәре ҡолағыма салынды. “Кисә банктан 100 мең һум күләмендә кредит алдым да 30 процентын финанс ойошмаһына индереп һалдым”, – ти береһе. Иптәшенең: “Бәй, алданырмын тип ҡурҡмайһыңмы?” – тигән һорауына ҡул ғына һелтәне: “Эй, алдаһалар, берәй нисек түләрмен әле”. Бына һиңә мә! Халыҡ, алданғанын белә тороп, ҡармаҡҡа үҙе теләп барып ҡаба түгелме? Ил тарихында быға оҡшаш күңелһеҙ миҫалдар булғаны бар ҙаһа: заманында “МММ” тигән нәмә күпме кешене фатирынан, мөлкәтенән, аҡсаһынан яҙҙырҙы. Ул хәл күптәргә һабаҡ булырға тейеш ине лә бит…
“Һу­нарсы” финанс ойошмаһының төп эшмә­кәрлеге – халыҡҡа бил­дәле бер хаҡҡа кре­дитты ҡапларға вә­ғә­ҙә итеү. Йәғни берәй банк­тан алған кредит аҡ­саһының күләменә ҡа­рап, уның 20–25% ошо компанияға индереп бирһәң, имеш, улар банкка һинең ҡалған бурысыңды үҙҙәре түләйәсәк. Бының өсөн шәхесте танытҡан документтар, банк менән кредит килешеүе, һуңғы түләнгән квитанция, түләмдәр графигы талап ителде. Бушлай сыр үҙенекен итте: бындай тәҡдимде һөйөнөп ҡаршы алған халыҡ банктарҙан кредит юлларға ағыла башланы. Айырыуса пенсионерҙар араһында отолоусылар күп булды. Тик шуныһы: ойошма билдәле бер хаҡҡа бурысты ҡапларға вәғәҙә бирһә лә, банк менән килешеү кредитор исемендә ҡалды. Тимәк, был шикле компания күҙ ҡаплатыу өсөн бер-ике айын түләп, сираттағы иғәнәне түләмәһә, банк мотлаҡ клиенттан бурысты талап итте. Киләһе варианттар насар төҫ ала: 20–25% иғәнә индереп, кредитын түләүҙәрен тыныс ҡына көтөп ултырған кешенең ишеген коллекторҙар шаҡыуы ла мөмкин, кредит тарихы ла насарайыуы, киләсәктә башҡа бурысҡа аҡса бирмәүҙәре лә ихтимал ине. Шулай булды ла бит.
Бындай ойошмаларҙың маҡсаты бер: башта кешеләрҙең ышанысын яулап алыу, унан һуң, миллиард һумдар йыйылғас, эҙҙе һыуытыу. Өҫтә миҫал булараҡ килтерелгән ойошмаға оҡшаш компанияларҙан зыян күреүселәр байтаҡ булды.
Нимә өсөн телгә алдым быны? Әйтергә теләгәнем: халыҡ үҙе ғәйепле ләһә! Кеше еңел-елпе уйлап, эҫе баштан эш ҡыла бит. Бер кем һинең бурысыңды түләмәй, ҡылыҡтарың өсөн яуап ҡайтармай. Бар яуаплылығың үҙ өҫтөңдә. Ситләшеүҙәр булмай. Хәҙерге минут менән риза булып ҡына ҡалмай, киләсәкте ҡайғырта ла белеү зарур. Һуңынан терһәкте тешләрлек хәлдә ҡалмаҫ өсөн. Кредит алырыңдан алда нисек түләреңде уйла!

МФО-ға барма – башыңа бәлә алма!

Йәшерен түгел: бөгөн “тиҙ займдар” биреүсе контораларҙың, шулай уҡ коллекторҙар хеҙмәтенең эшләүе йәһәтенән хәлде анализлау кире күренеште күрһәтә. Бындай структуралар кешенең ауыр тормош хәлендә тороп ҡалыуынан йәки халыҡтың иҡтисади, хоҡуҡи наҙанлығынан файҙаланып, йыш ҡына бурысҡа алыусыға ҡарата тупаҫ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Микрофинанс ойошмалары бер документ нигеҙендә һәм биш минутта ғына түгел, интернет аша ла кредит бирергә әҙер. Ундай сайттарҙың күплегенә иҫтәр китерлек!
Был ойошмаларҙың эшмәкәрлеге федераль кимәлдә контролдә тотола, шуға бәйле “Микрофинанс эшмәкәрлеге һәм микрофинанс ойошмалары тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр тәҡдим итергә тигән ҡарар сығарылған. Закон 2010 йылда ҡабул ителгән, ул микрофинанс ойошмаларының эшмәкәрлеген билдәләй. Рәсәйҙең Үҙәк банкы реестрына индерелгән ойошма микрофинанс ойошмаһы статусын ала. Үҙәк банк уның эшен контролдә тота.
Юҡ, кеше үҙен үҙе контролдә тоторға тейеш. Бер ҡасан да микрофинанслау офисы ишеген асмаҫҡа кәрәк! Тиҙ арала еңел генә аҡсалы булып та, оҙайлы ауыр проблемаларға юлыҡмаҫ өсөн. Инәйем кеүек. Атайымдарҙан аҡса һорап килһә, шигем юҡ, кире бороп сығармаҫтар ине уны. Смс-ҡа, әлбиттә, яуап бирмәнем. Шундуҡ юйып, номерҙы ҡара исемлеккә индереп ҡуйҙым. Ләкин был хәл күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Туғаныма үпкәләй ҙә алмайым, шулай ҙа бынан ары уға ышанысым юғалды. Ә коллекторҙар минең телефон номерымды ҡайҙан тапҡан тиһең? Инәй, бирһә, моғайын, минекен түгел, атай-әсәйемдекен ҡалдырыр ине. Баҡһаң, бындай смс бер миңә түгел, ағайыма ла килгән икән. “Аҡса һығыусылар”ҙың (ә башҡаса уларҙы нисек атарһың?) шикле алымдар менән эш итеүҙәре күҙгә бәрелеп ята.

Ошо тармаҡта бер аҙ эшләп киткән таныш ҡатындың һөйләгәндәренән:
“Студент йылдарымда ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәрҙәй микрозайм офис­та­рының күпләп асылыуына шаһит булып йөрөнөм. Эстән генә: “Берәйһе шунан ысынлап аҡса аламы икән ни?” – тип уйлай инем. Сөнки туған-таныштарымдан береһе лә унда мөрәжәғәт иткәне булманы.
Яҙмыш иронияһы: уҡып бөткәс, сара­һыҙ­лыҡтан ошондай компанияларҙың береһенә телефон операторы булып эшкә урын­ла­шыр­ға тура килде. Резюме тотоп, әңгәмәгә килгәндә үк күҙгә бәрелгәйне: өс ҡатлы йорт, алдында тик сит ил маркалы автомобилдәр теҙелешеп киткән…
Аҙмы-күпме эшләгәс, иң ғәжәпкә ҡалд­ыр­ғаны шул булды: кредит биреп 7 йыл эсендә уртаса 16 миллиард (!) һум эшләргә мөмкин; компания клиенттарҙы алдамай (бурыс суммаһы килешеү төҙөлгәс кенә әйтелә), ет­мәһә, кешеләр 500 процентлы үтес ҡай­та­рыу­ҙы табышлы тип һанай; көнөнә меңгә яҡын кредит бирелә. Шылтыратыуҙарға яуап биреп кенә өлгөр! Был ни бары 50 оператор хеҙ­мәт­ләндергән бер үҙәк, ә тотош ҡала кимәлен күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс таһа!”

Ҡасим МОРАҠАЙ.

Фото: don24.ru

https://shonkar.com/articles/bizm-ng-alyp/2021-10-29/a-sa-al-a-anap-al-ti-l-r-2564834

Автор:
Читайте нас