+28 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
14 Август 2025, 08:30

ӘРҺЕҘЛЕК

Кеше “Наглость – второе счасье” тип әрһеҙлекте яҡшы һыҙат тип уйлайҙар. Әрһеҙ булмаһаң, “ебегән, булдыҡһыҙ” тип битәрләйҙәр. Ләкин әрһеҙлек ул мосолмандарға хас сифат түгел. Мосолмандар йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл булырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм 23 йыл тап шуға буйы өйрәтте. Бер ҡасан да хыянат итмәне. Уны үлтерергә ҡарар ҡылған саҡта ла ул ырыуҙаштарының һаҡларға бирелгән әйберҙәрен (аманаттарының) ҡайтарып бирер өсөн Ғәли радыяллаһу ғәнһүне өйөндә ҡалдырып китә.

ӘРҺЕҘЛЕКӘРҺЕҘЛЕК
ӘРҺЕҘЛЕК

(Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә ырыуҙаштары һаҡларға әйберҙәрен ҡалдырып китер булғандар. Уны тоғро, бер ҡасан да алдамағанын белгәндәр. Үҙ өйҙәрендә, туғандарында һаҡларға ҡурҡҡандар, ә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдә байлыҡтарын һаҡларға ҡурҡмағандар). “Былар мине үлтерергә йыйынғандар, шуның өсөн уларҙың алтын-көмөштәрен алып ҡасам” тимәгән... Хәҙерге кешеләр ошошлай эшләр ине. Үҙҙәрен “улар бит мине үлтерергә йыйынған минең өсөн дошмандар” тип аҡларҙар ине. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм ундай булманы. Ниндәй генә осраҡҡа тарымаһын, бер ҡасан да кешелек сифатын юғалтманы. Бер ҡасан да алдаманы, хыянат итмәне, талашманы, һүгенмәне, вәғәҙәләрен боҙманы. Был сифаттарҙы монафиҡтарҙыҡы тип өйрәтте. Йәғни кемдә ошо сифаттар бар – шулар монафиҡ була. Ә монафиҡтарҙың урыны тамуҡтың төбөндә. Хатта кафырҙарға ҡарағанда ла хәлдәре яманыраҡ. Шуны белә тороп әрһеҙләшергә ярамай. Үҙебеҙҙә шундай сифаттар булһа, тыйылырға кәрәк. Үҙ-үҙебеҙҙе контролдә тоторға кәрәк.
Намаҙ уҡып та, ураҙалар тотоп та, әрһеҙләшеп йөрөгәндәр иһә ғибәҙәттәре өсөн шатланмаһын. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән бит: “Оят – ярты иман”, тип. Тимәк бындайҙарҙың ярты иманы юҡ. Иманы 100 процент яртылаш ҡына. Әле ҡалғанында ла шикләнергә була... Һәр мосолман үҙенең иманында шикләнергә тейеш. Инде мин мосолман тип тынысланып йөрөргә ярамай. Имандары өҫтөндә ғүмере буйы эшләргә тейешле. Бөтөн сәхәбәләр үҙҙәренең имандарында шикләнгәндәр. “Мин монафиҡ түгелме икән” тип һәр саҡ ҡайғырғандар. Хатта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм ожмаһҡа керерен вәғәҙә иткән Ғүмәр хәлифә радыяллаһү ғәнһү лә үҙенең иманы өсөн ҡурҡҡан. Үҙе хәлиф сағында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең серен һаҡлаусы, монафиҡтарҙың исемлеген белеүсе Хуҙәйфә ибнү Йәмәнде саҡыртып үҙе тураһында төпсөнә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: “Ысын иманлы кеше үҙенең иманында шикләнер, монафиҡ шикләнмәҫ”,- тигән.
Намаҙ уҡып та, хатта имам булып эшләп тә әрһеҙ булғанды паралис һуҡҡан кеше менән сағыштырырға була. Кешенең ярты тәне “эшләмәһә” нисек булыр? Матур булырмы? Шундай йәмһеҙлеккә ни өсөн беҙ балаларыбыҙҙы өйрәтергә тейеш. Беҙ был сифаттың иң насар, хәүефле икәнен балаларыбыҙға, яҡындарыбыҙға әйтергә, аңлатырға тейешбеҙ. Киреһенсә, йүнһеҙлектән, әрһеҙлектән ситләшергә тип өйрәтергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әҙәпле кешеләр тураһында ожмаһтың түрендә, әүлиәләр, шәһиттар менән булырын бәйән ҡылған. Шуны белеп тә әрһеҙләшеп йөрөһәк, үҙ-үҙебеҙгә ҙур зыян итеүсе булырбыҙ. Һаҡланайыҡ үә яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.

Фото: Pinterest

https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-06-10/r-e-lek-4272198

Автор:
Читайте нас