+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
22 Август 2025, 05:50

Питер халҡын көлдөрөп ҡайтты

Беҙҙең Марсель Сәлимов ағайыбыҙ Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында аҙна буйына ҡунаҡ булып йөрөнө. Кем менән генә осрашмаған, ҡайҙа ғына саҡырмағандар үҙен.

Питер халҡын көлдөрөп ҡайттыПитер халҡын көлдөрөп ҡайтты
Питер халҡын көлдөрөп ҡайтты

Халыҡ яҙыусыһын күптәнге дуҫтары – әҙәби сараларҙы ойоштороусылар: «Тыуған киңлектәр» әҙәбиәтселәргә ярҙам итеү ойошмаһы; «Нева альманахы» журналының баш мөхәррире һәм нәшриәтсеһе Владимир Скворцов; Татарстандың, Питерҙың һәм Ленинград өлкәһендәге даими вәкиле Шамил Шәйәхмәтов; Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы етәксеһе Гөлназ Ибраһимова йылы ҡабул итте; «Рус әҙәбиәт үҙәге» милли матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығы башлығы Никита Митрохин; Рәсәй яҙыусылар союзының Санкт-Петербург бүлексәһе рәйесе, «Әҙәби Санкт-Петербург» гәзитен ойоштороусы һәм баш мөхәррире Борис Орлов; күп милләтле Яҙыусылар берләшмәһе Һәм «Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәт дуҫлығы» төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе, Рәсәй яҙыусылар союзының Санкт-Петербург бүлексәһе идараһы ағзаһы Виктор Кокосов; «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» мәҙәни-ағартыу проекты етәксеһе, яҙыусы-фронтовик, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Алексей Преснаковтар менән осрашты.

ФОТОЛА: «Һәнәк» журналының легендар баш мөхәррире (1980-2010 йй.) М.Ш. Сәлимов Петербург башҡорттары араһында.

(Санкт-Петербург һәм Мәскәү киң мәғлүмәт саралары материалдары буйынса).

 

Автор:
Читайте нас