+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентябрь 2025, 10:20

«Алла бар, улым... »

(Мәғәнәле хәтирә) «Алла бар, улым. Ҡайҙа барып, ни ҡылһағыҙ ҙа, Алланың барын онотмағыҙ», ти торғайны элек өләсәйем. Ә беҙ Совет балалары: «Ҡайҙа ул, йә күрһәт әле уны», тип тенкәһен ҡорота инек.Маһира өләсәйем, дини кеше булды. Беҙҙең ауыл һәм дә яҡын тирәлә, кешеләр уны һәр саҡ көръән уҡырға саҡыра торғайны. Иртәле кисле көн дә намаҙдарын уҡыны. Ысынлап та ул беҙгә «ҡырағай» кеше һымаҡ тойолдо. Әлеге лә баяғы дин тураһында һүҙ сыҡһа: «Бына улым килер заман, эсәр һыуығыҙҙы ла һатып аласаҡһығыҙ, хатта әберәкәйгә лә аҡса түләп инерһегеҙ. Аллаға ла ышанырһығыҙ, дин дә ҡайтасаҡ», тип әйткәндәре һаман да иҫемдә.

«Алла бар, улым... »«Алла бар, улым... »
«Алла бар, улым... »

Ул ваҡытта миңә 10-12 йәш самаһы булғандыр. Аптырай торғайным. Нисек инде ул, тауҙың һәр үҙәгенән ағып төшкән шишмә һыуын һатып алайым ти… Хәҙер инандым, өләсәйемдең хаҡлы икәненә. Әрмегә киткәндә лә миңә доғаларын уҡып, икмәкте тешләтеп, ишек башына ҡыҫтырҙы. Мин иҫән-һау ҡайттым, тик өләсәйем мәрхүм ине инде. 1986 йылда Асы һыуына барып, ул заманда күптәр һыуҙың шифаһын алыр өсөн ванна ала торғайнылар, ҡайтышлай поезға өлгөрәм тип, йүгергән. Өлгөргән, тик ҡайтып етә алмай йәнен биргән… Миңә телеграмма килде, әммә өләсәйемде һуңғы юлға оҙатырға ҡайтарманылар. Ҡайтҡас зыяратҡа барып, ҡәберен таба алманым. Сөнки ел-дауыл ҡубып, зяраттағы ағастар ҡәберлеккә ҡолап бөткәйне. Уны таҙартҡан саҡта күрәһең урыны юғалыпмы инде, белгәндәр таба алманы. Яҡынса күрһәттеләр, әммә яҙыуы булмағас, тәғәйен генә ерен белеп булманы. Ул ваҡытта ҡәбергә яҙыу-һыҙыу кеүек күрһәтмәләр булманы. Өлкәндәр ҙә уға ҡаршы ине. Шулай ҙа яҡынса белгәс тә, күңелем тынысланды. Ә инде Аллаға килгәндә, ул ысынлап та бар икән...

Ҡ. Нуров.

Фото: авторҙың "Бәйләнештә"ге битенән.

 

Автор:
Читайте нас