Ул оҙаҡ ҡына уйланды. Минең әле генә дөрләп тоҡанып киткән өмөтөм һүнә башлағанда, телгә килде: "Һағынмаҫһыңмы икән, улым?” Ул ваҡытта бер ҡайҙа ла сығып өйрәнмәгәс, һағыныу тигән нимәне бөтөнләй белмәйем. Белгем дә килмәй ине шикелле, күңел Өфөгә, баш ҡалаға уҡырға барырға атлыға. Художник булам, йәнәһе! Атайым ризалығын белдереп, башын ҡаҡҡас, үрле-ҡырлы һикереүем әле лә иҫемдә. Шулай үрле-ҡырлы һикереп йөрөй торғас, имтихандарҙы тапшырып, уҡырға ла инеп киттем. Һағыныу тигән нәмә оҙаҡ көттөрмәне, атайымдың әйткәндәре иҫкә төшә башланы. Ауылымды, унда ҡалған туғандарымды, дуҫтарымды юҡһынам. Ҡайһы саҡ аулаҡ урынға йәшенеп, кеше күрмәгәндә тәҙрәгә ҡарап, илап ултырған саҡтар ҙа булғыланы. Шулай ҙа өйрәнеп киттем. Шулай рәссам һөнәренең серҙәрен өйрәнә торғас, һигеҙенсе класҡа ла аяҡ баҫтым. Өфөлә бөтөнләй үҙ кешегә әйләндем, йышылдым, арыуыҡ ҡына русса ла һуҡалайым. Ҡышҡы каникулға ауылға ҡайттым. Танауға еҫ ингән саҡ. Дуҫтарым килеп етә, көн дә кисен урам буйлап йөрөргә сығып киткән булабыҙ. Бер мәл Зәки дуҫым: “Әллә ҡайҙа йөрөмә, әйҙә, ауылға ҡайт,” – тип күңелемә ойотҡо һалып ҡуйҙы. Ауылда рәхәт, йәнәһе, ул да, ана, Биләрит медицина училещеһына уҡырға ингән дә, ике айҙан һуң ташлап ҡайтҡан да килгән. Күңелгә һалынған ҡотҡо үҙенекен итә. Әллә ҡайтырға ла китергәме икән? Нишләргә?.. Ошо турала ауыҙымды ла асып өлгөрмәнем, атайым өҙә һуҡты. “Юҡ, уҡы!” Каникулдар бөткәс, моҡсайымды йөкләнем дә, теләмәһәм дә йәнә баш ҡалаға юлландым. Ҡайҙа инде ул уҡыу, бөтә уй, ауылда… Барып еткәс, бер-ике дәрестә ултырҙым да, шым ғына сумкамды алып, вокзалға һыпырттым. Ауылға килеп төшөү менән йөрәгем дөп тә дөп итеп һуға башланы. Башта төрлө уйҙар йүгерә. Ҡалай итеп өйгә инергә? Нимә тип аңлатырға? Нисек алдарға? Шулай мең төрлө уйҙарым менән буталып, йортобоҙ алдына килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Өйҙәгеләр аптырауға ҡалды. Атайым да ҡаты ғына бәрелде. “Бөгөн үк киске поезға сығаһың да, баш ҡалаға һыпыртаһың! Үҙең шулай теләнең, кирегә юл юҡ, улым,” – тине ул ҡоро ғына. Нишләйем инде, елгә ҡаршы төкөрөп булмай, Өфөгә ҡабат киттем. Шулай ҙа күңелем ауылда. Зәкиҙең әйткәндәре лә, атайыма булған үпкә лә, барыһы ла бер йомғаҡ булып төйнәлгән дә, мейемде быраулапмы быраулай. Быларға мин-минлек тә ҡушылып китте. Ике дәрес уҡыным да, ҡабат ауыл яғына ҡарай табан ялтыраттым. Барлы-юҡлы тиндәремә Өфө-Сибай поезына билет алғайным, төн урталарында ауылға килеп төштөм. Тышта сатлама һыуыҡ. Кем әйтмешләй, төкөрөк ергә төшөп етмәҫ борон туңа. Аяҡ аҫтындағы ҡарҙы шығырлатмаҫҡа тырышып, май урлап ашаған бесәй шикелле, ишек алдына килеп баҫтым. Был юлы туры өйгә инмәнем. Әҙ булһа ла әрләнеүҙән ҡотолоу юлын әҙләпме инде, мунса яғына ыңғайланым. Бәхетемә күрә, кистән мунсаны яҡҡандар икән, йылы. Йөрәгемде ус төбөнә тотоп, ләүкәгә менеп яттым. Һай, рәхәтлектәре! Арыу ҙа, эстә олоған ас бүреләр ҙә онотолоп китте. Иҙрәп кенә йоҡоға талғанмын. Бер мәл тауышҡа тертләп уянып китһәм, атайым мунсаға киптерергә һалған ат сбруйын алырға ингән. Ләүкәлә кемдер ятҡанын сырамытты шикелле:”Кем унда, мать титти!?” – тип, сыбыртҡыһына үрелде. Үҙе лә ҡурҡты шикелле, бер яҡҡа һикерҙе, Минең дә ҡот ботҡа киткәйне, сарылдап ҡәҙерле кешемде ҡосаҡлап алдым. Торабыҙ бер-беребеҙгә ҡарашып, уның да, минең дә йөрәктәр бәйгелә уҙышҡан юртаҡтыҡы шикелле дарҫлап тибә. “Их, улым-улым,” – тине, атайым мине танығас. Үҙенең дә күңеле тулып киткәйне шикелле был мәлдә, һығылып ҡына сыҡҡан күҙ йәше минең битемә тамғандай булды. “Әйҙә, өйгә инеп ят,” – тине ул, минең ҡулдан етәкләп.
Иртәгәһенә ауыл мәктәбенә уҡырға барҙым. Докүменттарҙы йәйге каникулға сыҡҡас ҡына күңелемә ятмаған Өфөгә барып алып ҡайттым. Директор ағай:”Әллә ҡалаһыңмы?” – тип ыңғайлатып ҡарағайны ла, ҡайҙа ул, ныҡ торҙом. “Юҡ, ауылға ҡайтам, ағай, атайыма ярҙам итергә кәрәк,! – тигән булдым. Шулай тип әйтергә алдан әҙерләнеп барғанға, ышаныслы яңғыраны ахырыһы, һәр хәлдә директор башҡа ныҡышманы.
Шулай итеп, ҡабаттан ауыл малайына әйләнеп киттем. Унынсы класты тамамлағас, Өфө педагогия институтына барып, худграф факультетына документтарҙы тапшырҙым. Һуң түгел әле рәссам булырға, йәнәһе. Юҡ инде, булмағас булмай икән. Математиканан имтиханды бирә алмай, кире ауылға ҡайтып киттем. Был юлы атайым һуҡыранманы:”Ярай, көҙгә йәшең етә, һалдатҡа барырһың, өйҙә ят,” - тине.
Ауылда түбәгә төкөрөп ятыу эләкмәй, әлбиттә, атайым эшен табып тора. Йәйҙең аҙаҡҡы көндәрендә йортобоҙға мәктәп директоры Ҡасим Арыҫлан улы килеп инде. “Әйҙә, мәктәпкә уҡытыусы булып кил,” – ти был. Нимә эшләргә белмәй, аптырауға ҡалдым. Мәктәпте тамамлағаныма ла, урыҫтар әйтмешләй, без года неделя. Минән ниндәй уҡытыусы сыҡһын? Кисә генә тиерлек үҙеңде уҡытҡан уҡытыусылар менән типә-тиң булып, улар менән нисек буталырға?
Ҡасим ағай өҙмәй ҙә ҡуймай:”Әйҙә, әрмегә китеүенә аҡса эшләп алырһың, Тимербай ағайға ла ярҙам булыр. Миңә рәсемдән уҡытыусы кәрәк,” – тип, һаман ныҡыша. Алдан килешкәндәр күрәһең, атайым да ризалығын белдерҙе. Шулай итеп уҡытыусы булып киттем. Беренсе сентябрь ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫтырған кеше булып, киттем мәктәпкә. Үҙем уңайһыҙланам, һүҙ менән әйтеп тә бөтөрлөк түгел. Миңә рәсем дәрестәренән тыш физкультура дәрестәрен дә өҫтәп ҡуйҙы Ҡасим ағай. “Дүртенсе, бишенсе алтынсы класс балаларын йүгерергә өйрәт,” – тип өҫтәне үҙе, мут ҡына йылмайып. Һүрәт төшөрәбеҙ, физкультура дәрестәрендә уҡыусылар менән ҡуша туп ҡыуалайым. Журналға оценкалар ҙа ҡуям. Дөрөҫ, журналды уҡытыусылар бүлмәһенән үҙем барып алмайым. Уҡытыусыларҙан оялып, күберәк балаларҙы ебәрәм. Бер айҙан беренсе тапҡыр эш хаҡы ла бирҙеләр. Хеҙмәт хаҡымдың һуҡыр тинен дә тотонмай, өйгә алып ҡайтып, туҡһан һумды атайымдың усына һалдым. Шулай көндәр үтә торҙо. Эшкә өйрәнеп тә бөттөм шикелле, уҡытыусылар бүлмәһенә лә үҙем йөрөй башланым. Мәгәр, оҙаҡҡа барманы был идиллия, бер көндө мәктәпкә Шайморат йүгереп килеп инде: “Ҡустым, һөйөнсө! Һиңә әрмегә китергә повестка килде!” Директор бүлмәһенә барҙым. Уҡытыусылар етмәй бит, Ҡасим ағай:”Ҡал, мин һиңә отсрочка эшләтәм!” - ти. Минең арттан ҡалмай йөрөгән Шайморат ағай үҙенекен тылҡый:”Ваҡытында бар һалдатҡа, ваҡытында ҡайтырһың.”Ике йылым Эстонияла үтте. Сик һағында торҙом. Ҡайтыр ваҡыт яҡынлашҡанда отряд командиры саҡырып алды. «Оказывается ты работал учителем. Бына мәғариф бүлегенән хат килде, һине беренсе партия менән ҡайтарыуыбыҙҙы үтенгәндәр. Юлға әҙерлән,” – тип дәртләндереп ебәрҙе. Шатланып тыуған Йөйәгемә ҡайтып төштөм. Әммә ҡыуанысым оҙаҡҡа һуҙылманы,ике-өс көн дә үтмәне, йәнә Ҡасим ағай килеп инде. «Ил алдында бурысыңды үтәнең инде, әйҙә мәктәпкә, - ти был. - Беҙ һине юҡҡа саҡырып ҡайтарҙыҡмы ни?»
Әрменән ҡайтырға әҙерләнгәндә, хәрби билетҡа юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ үтергә мөмкинселек биргән штамп ҡуйҙырып алғайным. “Юҡ, Ҡасим ағай, ғәфү итегеҙ, мин уҡырға барам,” - тинем. “ Вуз-ға барырға өлгөрөрһөң, аҡса эшләп, кейенеп ал башта. Яҙға барырһың теләгән институтыңа,” – тип, директор мине өгөтләй башланы. Аҡса кәрәклеге йәнә мине мәктәпкә илтте. Барып бер башты тыҡҡас, Вуз онотолдо, ике йыл эшләп ташлағаным. Әлә ауылға ҡайтҡан осорҙа, элекке уҡыусыларым осрап:”Ағай, һеҙгә рәхмәт, беҙҙе һүрәт төшөрөргә лә өйрәттегеҙ, төрлө спорт ярыштары ла ойошторҙоғоҙ,” - тип әйтеп китәләр. Йылы һүҙ – йән аҙығы. Уларҙың ошо һүҙҙәренән күңелгә рәхәт булып китә. Мин дә уларҙың бала сағына ниндәйҙер сағыу өлөш индергәнем икән, тимәк, уҡытыуым заяға булмаған.