

Беҙҙең яҡтарҙа был шөғөл менән электән мауыҡҡандар. Сөнки апаруҡ ғына аҡсалата килем килтерҙе ул. Мәҫәлән, ул йәһәттән тәжрибә туплап, оҫтарып бөткәндәр бер миҙгелдә сама менән 1500 - 2000 мең һумға тиклем аҡса эшләп алды. Ул заманда, был бик ҙур аҡса. Эш хаҡы уртаса 100 – 130 һум тирәһе булғас, тимәк 14- 20 көндә ике йыллыҡ эш хаҡы эшләп булған бит. Тик уның өсөн ҡорған ҡапҡандарыңды көнөнә ике тапҡыр ҡарап, 15 – 20 саҡрым араны йәйәүләп үтергә кәрәк. Шул ваҡытта бер тәүлектә 100 – 150 бөртөк төрткөнө тоторға була ине. Шуның өсөн дә миҙгеле етеү менән ауылдағылар алдан әҙерләгән ҡапҡандарын аҫып, үҙҙәре алдан күҙаллап ҡуйған тәғәйен һуҡмаҡтарына ашыға. Тәғәйен тим, сөнки урмандағы һәр бер һуҡмаҡҡа төрлө кеше ҡапҡанын ҡора алмай. Ҡорған сүрәттә лә, хужаһының ризалығы менән генә файҙалана алған. Шуға ла һәр ауылда йәшәгән кешенең үҙ һуҡмағы булды. Дөрөҫөрәге, ғаилә һуҡмағы тиһәк тә яңылышмабыҙ, сөнки, туған-тыумасаһы, йыл да бер үк юлдан һуҡыр сысҡан, беҙҙең яҡта төрткө тиҙәр ине, ҡапҡан ҡороп, уның тиреһен тапшырып, арыу ғына аҡса эшләне. Ә инде һуҡмағы булмағандар, алыҫҡа китеп, ағас һөйрәтеп, үҙҙәренсә сысҡанға юл яһаны. Ҡыҙыҡ инде, эшһеҙ кеше шикелле сысҡанға юл һалып йөрөсәле. Ана шул аҡса тигән төшөнсә, шул ысулға этәрҙе лә инде. Әлбиттә яңы һуҡмаҡ, электән тапалып бөткән һуҡмаҡ һымаҡ булмай. Элек-электән ҡатып бөткән һуҡмаҡтан һуҡыр сысҡан шәп эләгә, сөнки ул ҡапҡанды урап, анһат ҡына икенсе юлды йырып сыға алмай. Ә яңы йомшаҡ юлдан, улар рәхәтләнеп юлын йыра. Ҡайһы саҡ хатта ҡапҡаныңды ҡалҡытып та сығып китә.
Беҙҙең һуҡмағыбыҙ булмағас, киттек атайым менән сысҡан юлын эҙләп. Тау урмандарҙың шырлығын йырып, хатта кеше аяҡ баҫмаҫ ергә лә барып сыҡтыҡ, ә һуҡмаҡ юҡ. Ә ҡайҙан булһын ул ауылдан 15 саҡрым алыҫлыҡта. Шулай йөрөп, көн дә кискә ауышты. Ҡыуыш ҡороп, таңды атҡарғас, атайым: “Былай булмай улым, әйҙә берәй әмәлән табайыҡ. Мин бынан алыҫ булмаған урында, күптән инде ағас киҫеп йөрөгән трактор юлын абайланым, тик уны ауып бөткән ағастарҙан таҙартып алырға кәрәк, Һуңынан шуның кәлейәһенән ағас һөйәрәтеп булһа ла, үҙебеҙгә юл яһап ҡарайыҡ. Ә унда кем белә, бәлки теге һуҡыр сысҡан шунан йөрөй башлар” тип, мине өмөтләндерҙе. Ике көн буйы иртәнән кискә хәтлем, манма тиргә батып, һуҡыр сысҡанға юл һалабыҙ. Эргәнән болан, тайыш табаны ла әүкелтәп үтә, ә беҙҙең өмөт – һуҡыр сысҡан. Ике көн ең һыҙғанып эшләгәндән һуң, беҙҙең яһалма һуҡмаҡтан да әҙме-күпме тегеләрҙең эҙҙәре күренә башланы. Ҡыуанысыбыҙҙың иртәгәһенә үк, ваҡытты бушҡа уҙғармай йөкмәп килгән ҡапҡандарҙы ҡора башланыҡ. 20 саҡрым тирәһе юлыбыҙға 50 пар тирәһе ҡапҡанлыҡ төрткө юлы булды. Был әлбиттә аҙ. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, тәүге уңышты күрге килде. Төшкө ашты ҡапҡылап алғас, ашыҡтыҡ ҡапҡандарҙы ҡарарға. Тәүге һалынғандары ситкә атылып, “бына һеҙгә күкеш” тип, “көлөмһөрәп” ятҡан һымаҡтар ине. Барған һайын минең суҡыш төшә башланы. Һәм күпмеҙер ара үткәс, атайым шатлығынан балаларса ҡысҡырып: “Улым, булды бит тәүге “күстәнәс”. Бына ҡара, хатта йәнен дә биреп өлгөрмәгән”. Арып, серекәй менән күгәүендең ыҙалатыуына саҡ түҙеп барған кейәфәтем, был ҡыуанысҡа әллә ни иғтибар итмәнем. Ҡыуанһам да белдгертмәгән булдым. Тик барған һайын берәү, икәү, өсәүҙе эләктерә торғас, һуҡмағыбыҙҙың аҙағында, атайымдың моҡсайы бер төрлө йоморайып торған һымаҡ күренде. Мин дә йылмайып ебәрҙем. Ҡыуышыбыҙға ҡайтып, тиреләрен һалдырғас, тегеләрҙе киптерер өсөн таҡтаға оҡшатып йунылған ағасҡа теҙеп сөйләй башланым. Һынамаҫҡа тырышам. Йәнәһе аҙаҡтан, атайымды һөйөндөрөрмен тим инде. Ысынлап та улар 27 бөртөк булған. Ҡыуыш эсенә инеп, ял итергә ятҡас, атайым күтәренке кәйефтә: “Иртәгә улым, ике тапҡырға күберәк тотасаҡбыҙ, сөнки мин бер әмәленә төшөндөм. Төрткө ҡапҡанды ҡалҡыта алмаҫлыҡ итер өсөн, уны ике саталы ағас ботағы менән нығытырға кәрәк. Ана шул ваҡытта улар тура беҙҙең “ҡармаҡҡа” эләгәсәк”. Ә мин инде уны тыңлаған арала бар уйым бөгөнгө табышты аҡсаға әйләндереү ине. 50 тиндән һынаһаң, 13 һум 50 тин. Тик улар барыһы ла 50 тин тормай шул. Сөнки бала сысҡан ғына 50 тин, әгәр уны ла матур итеп һуйһаң. Инә менән атаһы 20 тин, ә инде эшкенмәгәнә 10 тин тирәһе. Ҡыҫҡаһы, мин үҙемсә күпмеҙер килемде башыма һеңдерә-һеңдерә йоҡоға талып киткәнмен. Төшөмдә һуҡыр сысҡандарҙың ҡыуышҡа килеп, баҫышҡанына тертләп: “Атай, тот, тот, улар бит үҙҙәре беҙгә килгән, тип һаташып, таң атҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Атайым күптән инде тороп, сәй ҡайнатып, мине уятырға ҡыйынһынып ултыра ине инде. Юлға иртә торорға кәрәк, сөнки ара алыҫ ҡына бит, ҡапҡандарҙы ла ҡарап, уларҙы яңынан ҡороп барырға кәрәк. Ысынлап та иртәгәһенә беҙ ике тапҡырға булмаһа ла, 42 бөртөк төрткө менән хушһындыҡ. Уларын да хә тигәнсе, тиреләрен ағасҡа сөйләп ҡуйҙым. Ике көндә 67 бөртөк тотҡас, тимәк ике аҙнала 469 сысҡан буласаҡ, тип үҙемде йыуатҡан булам. Сөнки уның эләгеү осоро 14-16 көн тирәһе, 20 көн дә йөрөргә була. Тик улар ҡапыл кәмей һәм йүнләп тотолмай башлай. Шуның өсөн ике аҙнала өлгөрөргә кәрәк.
Теге 42-не сөйләгәс, атайым: “Төрткө күберәк тотолһон өсөн ҡапҡанды көнөнә ике тапҡыр ҡарарға кәрәк. Бая бит күрҙек, һуҡмағыбыҙ йомшаҡ булғас, ҡапҡанға эләккәнен башҡалары тегенән-бынан йырып сығып бөткәйне. Юлы быуа ла арттан килгәне сыға алмай икенсе юлдан йырып сыға. Шуның өсөн улым, ябанмай ғына был юлы һин йәһәт кенә йөрөп ҡайт”, әле тимәһенме... Минең тән эҫеле-һыуыҡлы булып, хатта маңлайымда тире тамсылары бүртеп сыҡты. Кеше аяҡ баҫмаған, айыу-бүреләр хужа булған ҡара урманға, бер һуҡыр сысҡан тотам тип, башымды “элмәк”кә тыҡҡым килмәгәйе. Эстән генә, атай нимә ҡушһаң да ҡуш, тик мине яңғыҙымды унда ебәрмә тип саҡ телемде тыйып ҡалдым. Шунда уҡ данлыҡлы Салауат Юлаевтың үҫмер сағында уҡ айыу йыҡҡаны күҙ алдыма килеп баҫты. Уның шайым була алмайыммы ни, тигән уйҙар ҙа башымдан йүгерҙе. Шулай ҙа теге “элмәк” уйымдан сыҡмай бер булды. Нишләргә? Юҡ, тиһәм дә, ҡыйын. Ярай тиһәм дә, үлемгә тиң һымаҡ... Дөрөҫөрәге ике ут араһында торам. Хәйлә ҡороп та булмай. Тешемде ҡыҫып, ярай тигән булып, йыйына башланым. Ә үҙемдең уй, һаман тегендә, айыуҙар янында йөрөй. Атайым күрмәгәндә генә итек ҡунысына бысаҡты тыға һалып ҡуйҙым. Балта алайыммы тиһәм? Атайым көлөмһөрәп: “Утын киҫергә бараһыңмы ни”, тигән булды. Эйе, киҫергә барам тип, үс итеп өндәшке лә килде. Шулай итеп, нимә булһа ла булыр тип, киттем мин юлыбыҙ буйлап. Ул ваҡытта Алланың юҡ, тип мәктәптә тылҡыуҙары ла юҡҡа сыҡты. Дин тотҡан өләсәйемдең доғалары ла ҡайҙандыр иҫкә төшә башланы.
Ул һәр ваҡыт: «Алла бар, улым. Ҡайҙа барып, ни ҡылһағыҙ ҙа, Алланың барын онотмағыҙ», ти торғайны. Ә беҙ Совет балалары: «Ҡайҙа ул, йә күрһәт әле уны», тип тенкәһен ҡорота инек. Маһира өләсәйем, дини кеше булды. Беҙҙең ауыл һәм дә яҡын тирәлә, кешеләр уны һәр саҡ көръән уҡырға саҡыра торғайны. Иртәле кисле көн дә намаҙдарын уҡыны. Ысынлап та ул беҙгә «ҡырағай» кеше һымаҡ тойолдо. Әлеге лә баяғы дин тураһында һүҙ сыҡһа: «Бына улым килер заман, эсәр һыуығыҙҙы ла һатып аласаҡһығыҙ, хатта әберәкәйгә лә аҡса түләп инерһегеҙ. Аллаға ла ышанырһығыҙ, дин дә ҡайтасаҡ», тип әйткәндәре һаман да иҫемдә. Ул ваҡытта миңә 10-12 йәш самаһы булғандыр. Аптырай торғайным. Нисек инде ул, тауҙың һәр үҙәгенән ағып төшкән шишмә һыуын һатып алайым ти… Хәҙер инандым, өләсәйемдең хаҡлы икәненә.
Беренсе парлы ҡапҡанда уҡ, ике яғында ла ике төрткө эләгеп, һүрелеп барған күңелемде бер аҙға күтәрә төштө. Күпмелер үтеүгә, йәнә теге икәү ята аяҡтарын һелкетеп. Улары ла әллә йурамал инде, күмәртәлеп эләгеп яталар. Мин бит план буйынса тиҙ генә йүгерә-атлай үтеп ҡайтыу ине. Ә улар... Былай булғас, һуҡмаҡтың яртыһын үтермен дә ҡайтырмын тигән уй килде башыма. Табыш бар бит инде, ә атайым ҡайҙан белһен, минен ҡайҙан әйләнгәнде... Шулай уйлана-уйлана бара торғас, юлдың осона барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Көн оҙон булыуына ҡарамаҫтан, ҡояш аҫҡа тәгәрәй башлағайны. Ә алда 20 саҡрым тирәһе тәпәйләһе бар. Ул ваҡытта тәпәйләмәйһең инде, йүгерә-атлай һыпыртаң... Хатта кеҫәмә һалып алған икмәгемде лә бер ҡаптым да ҡыуыш яғына һыҙҙым. Һөрөнә атлай йүгереп барғанымда, хатта киренән ҡапҡандарыма теге йән эйәләре сырылдап ятһа ла, уларҙы күрмәмеш булып алға һыпыртыуымды беләм. Ҡыуыш янына килеп еткәндә, көн кискә табан ауыша башлағайны. Килеп еткәс, атайым алдында үҙемде айыу йыҡҡан батырҙарса тойоп, кирелеп барып ятҡан булдым ҡыуыш эсенә. Эстә бүреләр олоһа ла һыр бирмәй генә теҙеп алып киттем уй-кисерештәремде. Табыш та арыу ине шул. Таҡтаға ҡаҙаҡлай башлағайным, 37 бөртөк булды. Улары ла күбеһе бала сысҡан булып сыҡты. Ә уның берәүһе 50 тин! Тимәк, мин кәмендә 13 – 15 һум тирәһе табышты кеҫәмә һалып ҡуйҙым, тигән һүҙ. Әлбиттә улай түгел, уны бит әле дөрөҫ итеп һаҡлап, тапшырыу урынына алып барып еткерергә кәрәк. Унда ла атайым эшләп алған аҡсаны бирәме, юҡмы әле… Шулай ҙа вәғәҙә итте. Ярай уныһын аҙаҡтан хәл итербеҙ, ә әлегә бөйөк эштәр көтә мине.
Шулай итеп, мин тәүге тапҡыр яңғыҙым төрткөгә һунар итеп ҡайттым тиһәм дә була. Атайым да маҡтап ебәргәс, бөтөнләй иреп киттем. Үҙемде батырҙарса тойоп, быға тиклем булған ҡурҡыуым бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Булдыра алам тигән тойғо, көтмәгәндә алға сыҡты. Быны һиҙгән атайым, ваҡытты бушҡа үткәрмәүҙе аңлапмы инде, иртәгәһенә бергә әйәртенешеп йөрөмәҫ өсөн, һуҡмаҡты уртаға бүлешергә булды. Әлеге генә батырға әйләнгән малай, ҡабат маңҡа малайға әйләнде һымаҡ. Сөнки төнөн эргәлә генә тайыш табан барҡылдап бер булды. Беҙ атайым менән утты һүндермәй, оҙаҡ сөркөлдәшеп яттыҡ. Ул да үҙенең бала сағындағы ҡыҙыҡлы вағиғаларын һөйләне. Һуҡыр сысҡанға ла йөрөгән. Тик ул заманда сысҡандың хаҡы күпкә арзаныраҡ булған. Ҡапҡандары ла йүнләп булмағанға күрә, һуҡыр сысҡандың сыҡҡан юлына соҡор ҡаҙып, тимер һауыт ултыртҡан булғандар. Ул ваҡытта көнөнә бер тапҡыр ҡараһаң да була ти ине, сөнки тегеләр һауытҡа төшә бара, йыйыла бара. Бер яҡтан йәтеш тә һымаҡ, ә инде икенсе яҡтан күпме тимер һауыт кәрәк бәлыр ине. Атайым үтә баҫалҡы, күп һөйләмәҫ кеше булды. Йәш сағында шофер, тракторист һәм катерист һөнәрҙәрен үҙләштереп, төрлөһөндә эшләне. Белорет яғына күсеп килгәнсе, Мәләүез ҡалаһында йәшәнек. Ул яҙ миҙгелендә Ағиҙел йылғаһы буйлап аҡҡан ағас-бүрәнәләрҙе катеры менән этәтә торғайны.. Хәтеремдә, ул ҡайһы саҡ, мине лә эшенә алып барып, катерына ултыртып йөрөттө. Буш ваҡытында ҡала стадионына барып, ҡырсын таштан ярышҡан мотоуҙышсыларҙы ҡарай торғайныҡ. Спортты яратты ул. Шуға ла һәр ваҡыт спорт баҫмаларын алдырҙы.
Шулай ята торғас, айыу ҙа арыны ахыры, беҙҙә йоҡоға талдыҡ.
Ҡояш ҡалҡып килгәндә, атайым ҡыуышта юҡ ине. Ағас ботағында бер киҫәк гәзит киҫәге генә эленеп тора. Унда ул, бер таҙа ерен табып, ҡәләм менән: “Улым, мин Ҡолмасҡа киттем. Әҙерәк табып булһа, икмәк-фәлән алып киләм”, тип сыймалаған. Ул ваҡытта Ҡолмас тигән ауыл бар икәнен белә инем, тик уның беҙгә яҡын булыуын бөтөнләй уйламаным. Әлбиттә, ул яҡын булмаған, атайым борондан йөрөгән туры юлдан барғанын аҙаҡ әйтте. Атайымдың бер яҡтан, ашарға эҙләп күрше ауылға барыуы һәйбәт күренеш. Әтү бер мәл, ҡапыл ғына аҙыҡ бөтөп китте лә, ауылға ҡайтып килергә булдыҡ. Моҡсайҙа бер банка һары май ғына ҡалғайны. Уныһы ла бөтөр ине, әгәр әсемәһен тип, йылға буйына һалмаһаҡ. Әлдә ҡалған әле, әтү ауылға ҡайтып етә алмаҫ инем. Ауылға хәтлем 15 саҡрым араның яртыһын үттем тигәндә, күҙҙәрем ҡаранғыланып, быуындар тотманы ла ҡуйҙы. Атлайым тиһәм, бөгөләм дә төшәм. Шунан атайым банкылағы һары майҙы тотторҙо: “Мә, улым, аша, шунда уҡ хәл инер”, тигән булды. Ә мин быға тиклем һары майҙы үҙен түгел, хатта икмәккә лә һылап ашағаным булманы. Ә бында күрәләтә һары майҙы аша имеш. Әмәл ҡалмағас, күҙемде йомдом да теге майҙы һуғындым. Оҙаҡ тамаҡтан үтмәй торҙо. Һәм бер аҙ торғас, ысынлап та хәл инеп китте. Шунан һуң майҙың да ҡәҙерен белә башланым...
Ҡыуыш янында яңғыҙ ҡалһаң да барыбер үҙенде үҙ өйөндә һымаҡ тояһың. Шуға ла мин, бер нимәгә иғтибар итмәй, ут яғып, сәй ҡуйҙым да, мискәүҙе алып йәһәт кенә йылға буйына төшөп киттем. Һыу алырға тип бер төшкәнемдә, тамыр төбөндә ҡыҙыл балыҡҡа оҡшаған бер нимәне абайлағайным. Әгәр ысынлап та ул булһа, тоторға ине иҫәп... Шым ғына теге урынға барып, тамыр төбөнә текәлдем. Ысынлап та, ҙур ғына бер нимә ҡыбырлап, ҡойроғон болған ята. Мискәүҙе ала һалып, яйлап ҡына тегене буйлата башланым. Балыҡҡа индереү менән тарта һалдым. Мискәүем өҙөлөп китте һәм мин шап итеп, яр буйына барып төштөм. Тора һалып, балыҡты тотоу уйы менән тамыр төбөнә сумдым. Теге һығылыпмы инде, йыраҡ китә алмай, шул тамыр төбөндә ята. Тайғалаҡ балыҡты бер төшөрө, бер тота һалып, яр буйына һелтәнем. Ҙур ғына бер килоға яҡын ҡыҙыл балыҡ булып сыҡты. Ҡыуанысымдан таҙарта һалып, атайымдың килеүенә балыҡты бешерергә ҡуйҙым. Эргә-тирәлә эште бөтөргәс, тыныс күңел менән һыҙғыра-һыҙғыра ҡыуыш тирәһендә сырмалған булам. Һәм ҡапыл бер нимәнең борһолдауы ишетелде. Йөрәк бына-бына табанға төшөргә тора. Шул ваҡыт үҙем дә һиҙмәҫтән ағас башына менеп киткәнемде лә белмәй ҙә ҡалдым. Тирә-яҡҡа ҡарарға ҡурҡып, тын да алмай ултырам. Йәнә, тауыш сыҡты. Ҡараһам, ҙур ғына мышы беҙҙең эргәләге йылға буйына төшөп, һыуҙы һурылдатып һоғона ине. Күңелемә рәхәт булып китте. Тынысланып төшәйем тиһәм, менгән ағасымдың ботағы бөтөнләй юҡ, тиерлек. Бына һиңә, мә… Ә һуң ҡалай итеп бында үрмәләнем һуң, тигән уй килде. Тегеләй итәм, былай итәм, ә төшөр тигән әмәл юҡ. Һикерәп төшөр инем, бейек кенә. Шулай арлы-бирле тип уйлағансы атайым да йөкмәнеп килеп етте. Мышы ла һыпыртты, ә мин һаман ағас бышында. Шулай ҙа уға һиҙҙертмәй генә шылып төшөргә булдым. “Ай”, тип ҡысҡырып та өлгөрмәнем, дөбөр-шатыр ергә ҡолап һуҙылып яттым. Атайым да тертләп, ситкә тайпылды. “Нимә булды улым, нимәңде ҡарап ул сер яланғас ағас башына мендең?.. Һөйләп биргәс, иренән йылмайыу һиҙелде… Иң ҡыҙығы бит, аҙаҡтан шул ағасҡа үрмәләп ҡарайым тип, бер ун мәртәбә генә маташтым. Яртыһына ла етә алманым. Бына бит ул ҡурҡыу инстинкты ҡалай була икән.
Әҙерәк ауыртынһам да, һыр бирмәҫкә тырыштым. Сәй эсеп алғас, тиҙерәк ашыҡтыҡ ҡапҡандарыбыҙға. Кисәгесә һөйләшкәнсә, икебеҙ ике яҡҡа киттек. Был мажаранан һуң, ҡурҡыу тигән нәмә, нығыраҡ солғап алды. Япраҡ ҡыштырлаһа ла, үлән бөгөлһә лә тертләүем бермә-бер арта төштө. Тиҙерәк ҡапҡандарҙы ҡарай һалып, ҡыуыш яғына һыпыртыуҙы ҡараным. Табыш та көндән-көн кәмей башланы. Атайым быны һиҙҙе һәм бер көн ҡапҡандарҙы бергә ҡарап сығырға булды. Табыштың кәмеүен мин дә белә инем, ҡапҡандарҙы ашығып дөрөҫ ҡормауҙа. Атайым бар сысҡан юлдарын ҡарап, яңынан саталар ҡуйып, миңә өр-яңынан “дәрес” үткәрҙе. Итек ҡунысындағы бысаҡтан тыш, көпә-көндөҙ май шәме тотоп йөрөгән саҡтар ҙа булғыланы. Йәнәһе, айыу маҙар осраһа, уттан ҡурҡып ҡаса имеш… Әлеге шул үҙ-үҙемде йыуатыу инде. Шулай үтте минең тәүге сысҡанға «һунар». Табыш та әллә ни күп булмаһа ла, 600 – 700 тирәһе төрткө тоттоҡ шикелле. Ул йылда миңә «тереләй» аҡса эләкмәне. Ә бына икенсе йылына, атайым 150 һум аҡса бирҙе. Мин уға ул заманда популяр булған кассеталы “Электроника – 150” магнитофонын почта аша яҙҙырып алдым. Йыр тыңлап, магнитофонды ҡосаҡлап йөрөй торғас, үҙемдең дә берәй музыка ҡоралында уйнап өйрәнге килеп китте. Аҡса эшләгәс, уныһына ла форсат тейеп, бер мәл гитара ла алырға булдым. Алты ҡыллыһы дефицит була торғайны, ә бына ете ҡыллыһы бер ваҡыт Инйәр ҡасабаһы магазинына һатыуға килеүен ишеткәс тә һыпырттым. Хаҡы ла һаман иҫемдә: 28 һум тирәһе тора ине. Алып ҡайтҡас, албар артына сығып,эй тегене сирткеләйем, ә көй сыҡмаған кеүек… Шунан ҡайҙандыр ишетеп ҡалып, әлеге лә баяғы почта аша “Самоучитель для игры на гитаре” тигән китабын алырға булдым. Исеме бит үҙе әйтеп тора, “Самоучитель…”. Тимәк, ул ваҡытта уйлауымса, үҙе өйрәтә йәнәһе. Почтанан квитанция килеү менән йүгерҙем тегендә. Хаҡы ла бит әле ул, биш һум. Барһам почталағы апай ҙур ғына бер ҡапсыҡ тоттороп сығарҙы. Асһам, эсендә ете-һигеҙ китап һәм һәр береһендә нота… Ә мин нотаның “н” хәрефен дә белгән юҡ. Шулай итеп күпме тырышһам да минән гитарист килеп сыҡманы.
Шулай итеп, беҙ атайым менән мауығып китеп, йыл да яһап алған үҙ һуҡмағыбыҙҙан һуҡыр сысҡан тота башланыҡ. Тәүге йылда әҙерәк этләнеп, сысҡаныбыҙ күп эләкмәһә лә, . аҙаҡтан, йылдар уҙа бара һуҡмаҡ та ҡата башланы, төрткөләрҙең һаны ла бермә-бер артты.
Нур ҠӘҘЕРБАЕВ.
Фото: yaplakal.com
https://vk.com/@90217372-uyr-sysan-mine-magnitofonly-itte?subtype=primary