

Ғәлиә Әлимғужина:
- Әсәйем ғүмер буйы һауынсы, атайым тракторист булды. Иген бешһә, комбайнға ултырҙы. Эштәре бик күп, иртән сығып китәләр, кис, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инәләр. Беҙ, балалар, ҡәртәсәйем тәрбиәһендә үҫтек. Мин баш бала. Ҡәртәсәйем йомошто күберәк миңә ҡуша. Мейес һүрелгәс, һыу утынды мейес төбөнә киптерегә һалып ҡуя торғайны ҡәртәсәйем. Бер көн миңә ҡушты был эште. Мин ботаҡлы ерен ҡарамай мейес ауыҙының балғысын ҡуптарып төшөрҙөм. Ҡәртәсәйем “Һәр ваҡыт ботаҡтарын ошолай ыңғай итеп һал, юғиһә мейесте емереп бөтәһең” тип әйткәне күңелгә һеңеп ҡалды.
Ололар һөйләшкәндә, беҙ, балалар ҡыҫылмай ғына, тыңлап ҡына ултырабыҙ. Шулай өйрәттеләр.
Таңда сәхәргә уята торғайны ҡәртәсәй. Тәмле-тәмле ҡайнатмалар менән сәй эсәбеҙ. Икмәкте ипләп кенә алып, уртаға һындырып, ашыҡмайғына ашарға кәрәк тип өйрәтер ине.
Икмәк бешергән көндө атайым өйҙә булһа, яңы мейестән сыҡҡан икмәк өҫтөнә атайым ҙур һарымһаҡты урталай ярып ебәреп, өҫтөнә һөртә лә, беҙгә телеп бирә. Һарымһаҡты балалар ашай һалмай бит инде, ә был атайымдың беҙҙең һаулыҡты ҡайғыртыуының үҙ ысулы.
Урындыҡта ултырып ашайбыҙ, ҡәртәсәй иң тәүҙә ашты атайға һалып бирә. Атай абруйы ҙур, көслө булды. Әсәйемә лә берәй нәмә әйтһәң, йә һораһаң, атайың ни әйтер, унан һорағыҙ, ти торғайны. Клубҡа сығырға ла атайҙан рөхсәт һораныҡ.
Ҡәртәсәйемдәр бер дини байрамды ла ҡалдырманы. Бер олатайҙың өйөнә йыйылар ҙа, тәҙрәләрҙе ҡороп, намаҙ уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр. Мин дә уға эйәреп йөрөй инем.
Ҡысҡырып көлөргә ярамай, ауыҙыңды баҫып ҡына көл, атыу себен инеп китер тип тә тыйып өйрәтерҙәр ине.
Өләсәйем Ураҡайҙа йәшәне. Бер мәл ул мине күршеләргә ултыртып еләккә ебәрҙе. Олатай сабынлыҡҡа баш һалырға тип киткәнсе, күнәгемде тултырҙым да, ҡайтып киттем. Ҡайтып ингәс, өләсәйем “Нимә менән ҡайттың,аты күренмәне бит күршеләрҙең?” тип аптырап китте. “Үҙем ҡайттым” тием. “Хәҙер һине эҙләп бер булалар бит инде” тип борсолоп, сығып китте. Һәм шул мәлдән бер ҡасан да ололарға әйтмәй йөрөмәгеҙ тигән аҡылы һеңде.
Ҡәртәсәйем алдашмағыҙ тип өйрәтте. Үҙ күҙегеҙ менән күрмәгәнде, ишетмәгәнде бер ҡасан да һөйләмәгеҙ тип һабаҡ бирҙе.
Ғаилә тормошонда төрлө хәлдәр ҙә була бит инде. Һауыт-һаба шалтыраған мәлдәр ҙә була. Өй эсендәген урамға сығарып һөйләмәгеҙ тип тыйҙы.
Шишәмбе көнө эш башларға ярамай, эш уңмай тип тыйҙы. Йома көнө иһә һыу менән булмаҫҡа, кер, иҙән йыумаҫҡа тип өйрәтте.
“Алтын башлы ҡатындан баҡыр башлы ир яҡшы” тигән һүҙҙәрен дә иҫтә ҡалдырғанмын. Ирҙәр абруйын күтәреү һүҙе ине уның. Әсәйем дә бер ҡасан да атайымдың һүҙенән сыҡманы. Гел бергә һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләнеләр.
Төплө хеҙмәт тәрбиәһе бирҙе ҡәртәсәйем. Бәләкәйҙән һыйыр һауҙым, сөгөлдөр ҙә уташтым.
Ҡунаҡ килгәнен яратты ул. Ҡунаҡ менән өйгә бәрәкәт килә тиер ине. Йома көнө кешегә йылы икмәк ашатһаң, сауап була тип, май еҫе сығара ла, күрше-тирәләргә лә өлөш сығарҙы.
Яулыҡһыҙ йөрөмәгеҙ тип өйрәтте.
Эшлекле булды үҙе. Мейес сығарҙы, кейем дә текте, баҡса ла үҫтерҙе. Картуф ныҡ уңа торғайны. Атайым эре-эре картуфтарҙы тейәп Ырымбурға китә, шунда һатып, иртәгәһенә әйләнеп ҡайта, матур-матур жакет тауарҙары алып ҡайта, ҡәртәсәйем кейем тегә. Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙеңә ти торғайны. Кейәүгә сығып, тормош ҡорһаң, тормош йөгөн икәүләп тартһаң ғына донъяң алға бара, тиер ине. “Ярты тоҡ оноң ҡалыуға, он бөттө, тип әйтергә өйрән. Кейәү он йүнләгәнсе, теге ярты тоҡ оноң да бөтә” тиер ине.
Аш -һыу, айырыуса тоҙ һәр саҡ япма аҫтында, ябыулы булды. Иртәнсәк тәҙрәләрҙе һөртөп алһаң, фәрештәләр ҡуна, тип ишетеп үҫтек. Һауыт - һабаны йыумайынса ҡалдырмаҫҡа, ҡояш байығас һыу сығарып түкмәҫкә, тигәндәрен әле лә ҡулланам, балаларға өйрәтәм.
А. Айытҡолова.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2025-10-01/altyn-bashly-atyndan-ba-yr-bashly-ir-ya-shy-4409445