Уның исеме – Альберт. Ипле, һүҙҙе артыҡ һөйләмәй, тыныс. Мин уның айырыуса киләсәккә план ҡороп йәшәй белеүенә, үҙ торлағын һатып алыу өсөн уҡыуҙан һуң ике урында эшләп өлгөрөүенә хайран ҡалдым. 20 йәшлек егеттең ошондай маҡсатлы булыуы һоҡландырҙы. Ә мин, Алтынайым елғыуар, фыртауай бер егет менән таныштырыр инде, тип ҡотом осоп көтә инем. Шуға, уйлағанымдың дөрөҫ түгеллегенә инанғас, эстән сикһеҙ ҡыуандым.
Быға тиклем ошондай һәр һүҙен уйлап һөйләгән, тырыш йәш кешене күргәнем юҡ ине. Бәлки, иғтибар ҙа итмәгәнмендер. Өлкән ҡыҙым мәктәпте тамамлағас ҡына: “Ҡәйнә булырға тейешле кеше бит әле мин. Бәхеткә, ҡыуанысҡа ғына төрөнөп йәшәһен балаларым”, – тип уйлай башлағайным.
Бер көн килгәнендә Альберттың инвалид әсәһе менән ҡала ситендәге бәләкәй генә бүлмәлә йәшәгәне, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһенең вафат булыуы, өләсәһенән ҡалған әлеге бүлмәгә, хаҡым бар тип, бер туғанының торорға килеүе хаҡында белдем. Был торлаҡҡа хоҡуғы булһа ла, дәғүәләшеп, тәмһеҙләшеп йөрөмәгән Альберт. Минең өсөн туғанлыҡты һаҡлау мөһимерәк, ти. Әле ҡуртымға алған фатирҙа көн күрә һәм торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплай икән. Уның маҡсатына өлгәшәсәгенә тамсы ла шикләнмәйем. Шуға ҡыҙыма: “Уға ғына кейәүгә сыҡ!” – тинем. Ошондай кейәүҙе эҙләп табырға кәрәк бит әле!..
(Бер ҡатындың һөйләгәндәренән).
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2020-05-14/tik-u-a-key-g-sy-667076