

Илап арыған малай ҙа бер аҙҙан бабайҙан күрмәксе ризыҡланырға тотонған. Икәүләп емеш-еләк йыйып, балыҡ тотоп, көр кәйеф менән ауылға илткән юлға килеп сыҡҡандар.
*Ислам ҡушыуынса, баланы бәләкәйҙән үҙ көсөнә таянырға, кешегә һалышмаҫҡа, һөнәргә өйрәтеп үҫтерергә кәрәк.
*Халҡыбыҙҙың “Үҙең тапҡан мал булмаһа, атайҙыҡы йәл түгел”, “Ярҙам итәм тиһәң, кешегә балыҡ түгел, ҡармаҡ бир” кеүек әйтемдәре – ҙур һабаҡ.
*Бала ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәшмәй икән, яуланғандың ҡәҙерен белмәйәсәк.