

Заһиҙә Мусина “Һәнәк” журналының бүлек мөхәррире булһа, Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина – беҙҙең даими автор. Уларҙың икеһе лә, ҡатын-ҡыҙҙар һирәк мөрәжәғәт иткән жанр – юморескала ла уңышлы эшләйҙәр. Көн геройҙарының мажараларын, сәйер ҡылыҡтарын ҡыйыш атып тура тейгеҙеп – төртөп, семетеп алалар.
Әҙәбиәт һөйөүселәргә проза өлкәһендә әүҙем яҙышҡан Рәзинә Зәйнетдинова һәм Заһиҙә Мусинаның исемдәре яҡшы таныш. Рәзинәнең – «Килен шәле», «Ҡашлы йөҙөк», Заһиҙәнең «Килен», «Минең ямғырым» китаптарын уҡыусы ихлас ҡабул итте.
Күптән түгел улар бергәләп Кемель Токаевтың «Билдәһеҙ эҙ» китабын тәржемә итте.
Кемел Тоҡаев ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә детектив жанрына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Ошо йыйынтыҡҡа ингән повестарында тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең эшенә бәйле ваҡиғалар йәнле итеп һүрәтләнә. Енәйәтселәрҙе ҡулға алыу өсөн милиционерҙар төрлө аҙымдарға бара, хатта ғүмерҙәрен дә хәүеф аҫтына ҡуя. Енәйәт ҡылыусылар ҙа ябайҙан түгел – сит илдә махсус уҡытылған шымсылар.
Үҙған йыл аҙағында Рәсәй – Ҡаҙағстан төбәктәре форумында Радий Хәбиров яҙыусының улына - Ҡаҙағстандың президенты Ҡасым-Жомарт Кемел улы Токаевҡа был китапты тапшырҙы. Ҡунаҡтың атаһының аяныслы яҙмышы тетрәндереүе хаҡында ла әйтте.
Иң мөһиме - “Билдәһеҙ эҙ” китабы ике әҙәбиәт, ике милләт араһын йылытыуға, нығытыуға тағы бер аҙым. Афарин ҡыҙҙар, ҙур эш атҡарғанһығыҙ!
“Һәнәк” журналы редакцияһы ҡәләмдәштәребеҙ Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина һис шикһеҙ Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ, тип иҫәпләйбеҙ!