

Иртүк сыбыртҡыһын бер шартлатҡансы һелтәп ебәреүе менән, ауылдаштары малын көтөүгә ҡыуа башлай торғайны. Һыйырҙар мөңрәп, кәзә-һарыҡтар баҡырып йәшел һутлы үлән ашарға яланға ашыға. Кисен саң туҙҙырып, тамаҡтары туйып, һыйырҙарҙың елендәре тулып йорттарына ҡайталар. Бына шулай Камил ағайҙың сыбыртҡыһы ҡулынан төшмәне.
Бер нәмә лә мәңгелек түгел: йәштәр, ауылда ҡалмайынса, ситкә китеп, ололар үлеп бөткәс, мал-тыуар ҙа ныҡ кәмене. Инде хәҙер урам тулып көтөүгә сығыусы, көтөүҙән ҡайтыусы һыйыр, кәзә-һарыҡтар ҙа юҡ. Уларҙы көтөрлөк Камил ағай һымаҡ көтөүсене лә табырмын тимә. Бер кем риза түгел. Әмәленә күрә ғәмәле тигәндәй, хәҙер электр көтөүсеһе бар. Ә уға сыбыртҡы кәрәкмәй.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ.