

Римма бай башҡорт фольклорының асылын, оҙон көй һәм башҡа жанрҙарҙың үҙенсәлекле колоритын асып биргән, ижадында башҡорт моңон юғары вокаль мөмкинлектәрен файҙаланып, еренә еткереп башҡарған йырсы. Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар» «Таштуғай», «Гөлнәзирә», «Зәлифәкәй», «Түңәрәккәй күл», «Сәлимәкәй», «Һыр», «Таштуғай», композитор әҫәрҙәренән Заһир Исмәғилевтың «Башҡорт ҡымыҙы» йырҙарын башҡарыу эталоны юғарылығына күтәрҙе.
Йылдан-йыл йырсының таланты үҫә генә, ижады байый, шымара, матурлана, сағыулана. Музыка белгестәре билдәләүенсә, «уның тауышына ваҡыт хакимлык итмәй, тәбиғәттән килгән йәшлеген, йомшаҡ тембрын, һутлылығын һәм осоусанлығын һаҡлап ҡала килә».
Йырсының юғары профессионализмы, киң репертуары, республика һәм федераль кимәлдәге концерттарҙа даими ҡатнашыуы ил мәҙәниәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған мәртәбәле йырсы хаҡында һөйләй. Уның башҡарыуында классик ариялар һәм романстар, төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге заман композиторҙарының әҫәрҙәре иҫ киткес яңғырай. Римма донъяның 100-ҙән ашыу илендә сығыш яһаны. Ҡайҙа ғына булһа ла, мотлаҡ шул ил телендә йырлай. Шуға күрә артистың репертуарында донъяның күп милләтле музыкаль палитраһынан бихисап әҫәрҙәр тупланған. Римма Зәйнетдин ҡыҙы сит илдәрҙә, Рәсәй төбәктәрендә иң күп йөрөгән йырсыларҙың береһе.
Концертта уның күптән инде хиттарға әйләнгән йырҙары, өр яңы йыр премьералары яңғырайасаҡ. Һуңғы йылдарҙа бик әүҙем ижадташлыҡ иткән Башҡортостан республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестры (НОНИ) һәм сәхнәләш дуҫтары ҡатнашасаҡ.
Концерттың режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.
Тырышлығы, үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгәнлеге, сәхнәгә тоғролоғо менән күптән инде тамашасыларҙың ихлас һөйөүен яулаған халҡыбыҙҙың танылған йырсыһы Римма Амангилдинаның концертына рәхим итегеҙ!