

Шунан Октябрь проспектына тиклем атлайбыҙ, нисектер әллә ни арытмай ҙа ине. Ҡала Советы туҡталышын үткәндә трибуналағы юлбашсыларҙың орандарын хуплап ура ҡысҡырабыҙ. Уныһы ла күңелле осорҙоң бер күңелле мәле булып иҫтә ҡалған: бөтә тауышҡа ҡысҡыраһың, бик мәрәкә.
Ҡаҡшамаҫ, бер ҡасан да юғалмаҫ булып тойолған бөйөк держава күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡты. 7 ноябрь хәҙер календарҙарҙа Октябрь революцияһы көнө тип билдәләнә. Әммә ул байрам халыҡтың хәтерендә матур йәшлек йә күңелле баласаҡ булып һаман һаҡлана.
Ә. НУХОВА.
Фотолар: Валерий ШАХОВ, 1981 йыл.